Йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә лидерлыҡ һәләттәрен асыу, теге йәки был өлкәлә белем камиллаштырыу, идеяларҙы тормошҡа ашырыу һәм үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге биргән форумдар, тренингтар, йыйындар һәм ярыштар үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә үткәрелгән "Территория смыслов на Клязьме" Бөтөн Рәсәй йәштәр мәғариф форумында, ниһайәт, башҡорт йәштәре лә ҡатнашыуы билдәле булды. Уларҙың береһе, Даян СОЛТАНҒУЖИН хатта үҙе тәҡдим иткән проект өсөн 200 мең һумлыҡ грант отоп, белгестәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды. Форумдан алған тәьҫораттары, тупланған тәжрибә һәм фәһем тураһында уның үҙе менән әңгәмәләштек.
Бөтөн Рәсәй кимәлендә үткәрелгән форумда ҡатнашыу теләге нисек барлыҡҡа килде?
- Дөрөҫөн әйткәндә, Бөтөн Рәсәй йәки халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән, ошо "Территория смыслов на Клязьме" форумына оҡшаш саралар Башҡортостан йәштәрен бик ҡыҙыҡһындырып бармай. Бының сәбәбен аңлата алмайым, әммә мин үҙем дә, төрлө халыҡ-ара сараларға саҡырһалар ҙа, республиканан ситкә сығып йөрөмәй торғайным. Быйыл Өфөлә үткәрелгән "Төркиҙәр алтыны" йәштәр мәғариф форумында ҡатнашып, бындай сараларҙың йәштәр өсөн ниндәй әһәмиәтле булыуын аңланым. Баҡтиһәң, беҙ улар тураһында хәбәрҙар түгелбеҙ икән һәм шул арҡала күп мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырабыҙ. Мин ҡатнашҡан "Территория смыслов на Клязьме" Бөтөн Рәсәй йәштәр мәғариф форумының IV сменаһында бер Ҡаҙан ҡалаһынан ғына 50 кеше килгәйне. Ә беҙҙең Башҡортостандан, Силәбе өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан ни бары егермегә яҡын башҡорт йәштәре йыйылды. Республика сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа ғына ҡатнашып, ошо кимәлдән сығып ҡына фекер йөрөтәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ бөгөн донъяға билдәле шәхестәр кеүек булырға, үҙ эшен асҡан һәм уңыш ҡаҙанған кешеләр кеүек фекерләргә, тәжрибәләрен бүлешергә, белем даирәһен киңәйтергә һәм үҫешергә теләһәк, юғары кимәлдә үткәрелгән форумдарҙан, конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейешбеҙ.
Тағы ла шуныһы мөһим: башҡортҡа баҫалҡылыҡ килешәлер ҙә, әммә заман талаптарына яраҡлашыу өсөн беҙгә үҙебеҙҙе башҡалар араһында тоторға, проекттарыбыҙҙы яҡлап өйрәнергә һәм уй-фекерҙәребеҙҙе еткерә белеү ҙә мөһим. Әйткәндәй, проекттар эшләү буйынса тәжрибәмә эшемдә - яман шеш ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә лә ҡулланыу таптым. Ошо сирҙәрҙе ваҡытында дауалау буйынса 2015 йылдан алып бик матур проектымды Хәйбулла районы территорияһында тормошҡа ашырып киләбеҙ.
"Территория смыслов на Клязьме" Бөтөн Рәсәй йәштәр мәғариф форумының һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындыра...
- Форумда уҡылған бөтә лекциялар ҙа оҡшаны, һәр спикерҙың сығышынан үҙемә файҙалы мәғлүмәт алдым. "Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге йәш белгестәр" сменаһында йәштәрҙең милли үҙаңын уятыу, халҡының тарихын, рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен өйрәнеүгә этәргес булырҙай төрлө проекттар эшләнек. Әлеге ваҡытта күптәр 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге байрамын ни бары тағы бер ял көнө итеп ҡабул итә, көндәлек эштәр менән мәшғүл булып үткәреп тә ебәрә. Форумда ҡатнашыусы 1000 кешегә уны популярлаштырыу өсөн яңы идеялар табырға тәҡдим ителде. Беҙҙең команда ике йыл дауамында үткәреләсәк агитация проекты уйлап тапты, уны "Халыҡ-ара берҙәмлек йылы" йомғаҡларға тейеш. Был проект сиктәрендә йәштәргә көндәлек кейемдәренә милли биҙәктәр һалып кейеү идеяһын еткерҙек. Бүтән командалар ҙа бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән бүлеште, яҡташыбыҙ Байрас Азаматовтың командаһы эшләгән концепция иҫемдә ҡалған. Улар йәштәргә никах туйын милли кейемдәр кейеп, йола буйынса атҡарырға тәҡдим итте. Бындай парҙар никахтарын дөйөм сиратты көтмәйенсә теркәтә алырға, йәки тағы берәй төрлө өҫтөнлөк бирелергә тейеш, тигән фекерҙә улар. Ысынлап та, тәү ҡарамаҡҡа ябай һәм иғтибар талап итмәгән нәмә кеүек былар, әммә йәштәргә рухи тәрбиә биреү йәһәтенән ниндәй оло әһәмиәткә эйә...
Иң шәп егерме биш проект авторы араһында һеҙҙең исем дә бар. Тимәк, һеҙ яҡлаған проект бик ҡыҙыҡлы булғандыр?
- Әйтергә кәрәк, "Проекттар конвейеры"на быйыл бөтәһе 128 кеше ғариза биргән, шулар араһынан 115 проектты яҡларға рөхсәт иткәндәр. Һөҙөмтәлә, белгестәр тарафынан 24 проект грантҡа лайыҡ булды, тағы ла бер проектты тауыш биреү ярҙамында билдәләнеләр. Мин белгестәр алдында Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы тарафынан ике йыл дауамында ойошторолоп килгән "Урал мираҫы" башҡорт мәғариф этнофорумы проектын яҡланым. Белгестәргә был сара бик оҡшаны, башҡа төбәктәрҙә бындай юғары кимәлдә үткәрелгән этнофорумдар юҡ икән. Йәштәр үҙ милләте менән ғорурланһын, илһөйәрлек тойғоһо уянһын, белем даирәһе артһын өсөн ойошторолған "Урал мираҫы" башҡорт этнофорумына киләһе йыл бер аҙ үҙгәреш индереләсәк. Уға башҡорт халҡының йолалары, мәҙәниәте, көнкүреше менән танышырға теләгән башҡа милләт вәкилдәрен дә саҡырасаҡбыҙ. Улар өсөн башҡорт халҡының һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләттәрҙең тарихи үткәненә, йәшәйешенә ҡағылышлы мауыҡтырғыс лекциялар әҙерләйбеҙ. Бер милләт тураһында бер нәмә лә белмәй тороп, уның вәкиленә ҡарата ихтирам тойғоһо уянмай. Беҙҙең "Урал мираҫы" башҡорт этнофорумында киләсәктә ошо мәсьәләне хәл итеүгә лә иғтибар бүленәсәк.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Баш ҡалала 11 августан 14 авгусҡа тиклем йәштәр өсөн "Өфө-форум" сараһы үткәрелә. Был форумды Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, "Башҡорт проекттары" берләшмәһе, "Беренсе" Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы ойоштора. "Өфө-форум"да ситтә тәжрибә туплап ҡайтҡан йәш белгестәрҙең дә сығыш яһауы көтөлә.
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА