Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына тәҡдим ителеүселәр исемлегендә яҙыусы Гөлнур Яҡупова ла бар. Уның менән уҡыусылар араһында киң танылыу яулаған "Ҡатындар" трилогияһы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ:
Трилогия "Ҡатындар" тип аталһа ла, әҫәрҙә ир-ат образдары ла бихисап, хатта тигеҙ бер нисбәттә бирелгән дә һымаҡ?
- Ысынлап та шулай. Был һорауҙы миңә осрашыуҙарҙа уҡыусыларым да биргеләй. "Һеҙ бит ирҙәрҙе илатырлыҡ әҫәр яҙғанһығыҙ. Ниңә беҙ тормош ауырлығын ҡатын-ҡыҙ иңенә һалабыҙ икән?"- тине бер уҡыусым, ир затынан. Икенсе берәүһе интернеттан хат һалды: "Ҡатыным донъяһын онотоп, төн йоҡламай уҡығас, ниндәйерәк китап был, тип күҙ йүгертеп кенә алырға иткәйнем, айырыла алмай, тотош уҡып сыҡтым. Ғәжәп иттем: Ватан һуғышы, афған, чечня ваҡиғалары, Әхмәҙин - Бүреһуҡҡан ҡарт, Сәмиғуллин, Әмин абый, ә төп героиня Нурияның тормош юлдашы Фатих, ә тағы фельдшер Әүхәт, тағы... Һанап та бөтөрөрлөк түгел ир-ат образдарын да!"
Бындай хаттарға мин ҡыуанып яуап бирәм, тимәк, үҙем хыял иткәнсә, "Ҡатындар" ғаилә китабы булып бара. Мин бит Әҙәм үә Һауа балалары, ишлеләр ҡорған йәмғиәт хаҡында яҙҙым, героиняларым амазонка түгелдәр (әйткәндәй, тарихтың ошо хаҡтағы биттәренә лә саҡ ҡына иғтибар бүлеп киттем). Ғөмүмән, хатты күп алам. Скайп аша айырым кешеләр, коллективтар ҙа бәйләнешкә сыға, телефон хаҡында әйтеп тә тормайым... Себер, Силәбе, Ырымбур яҡтарында ла уҡыусыларым күп. Түбән Варта ҡалаһында башҡорт, татар телле уҡыусылар исеменән китапханасы Зөлфиә Заһиҙуллина бәйләнешкә сыҡты, 30 дана китап һораны, вахта менән эшләгән Артур тигән егет аша биреп ебәрҙем. Күпмелер ваҡыттан ундағы китап һөйөүселәр, йыйылышып, конференция уҙғарғандар, аҙаҡ миңә фотолар килеп төштө... Ҡыҫҡаһы, китапҡа сиктәр, алыҫ аралар ҡамасау түгел.
Трилогияла ғаилә, ир менән ҡатын мөнәсәбәте, бала тәрбиәләүгә ҡағылышлы мәҡәл-әйтемдәр киң ҡулланыла. Мәҫәлән: "Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн", "Атайлы бала - арҡалы", "Ир ҡайғыһы - итәктә, бала ҡайғыһы - йөрәктә" һ.б., уларҙы әҫәргә башҡорт халҡының тел байлығын күрһәтер өсөн индерҙегеҙме?
- Һеҙ әйткән маҡсатҡа ла өлгәшелә, әлбиттә. Әммә халҡыбыҙҙың алтын аҡылы, тормош тәжрибәһе тупланған һүҙҙәрҙе мин әҫәр туҡымаһында ялтырап торһон өсөн генә тағып ҡуйманым, ә уларҙың тәрән мәғәнәһен бәғзе ваҡиғаларға, яҙмыштарға, геройҙарымдың холоҡ-фиғеленә бәйләп, идея-йөкмәтке айышында үҙемә таяныс итеп алдым. Тәүге мәҡәл ҡолаҡҡа йыш салынмай, ә бит уның эстәлеге, тәрбиәүи асылы иҫ киткес фәһемле. Уны мин трилогияның икенсе китабына (романына) исем итеп ҡуйҙым һәм ул тотош сюжет ҡоролошон бәйләүсе еп булып торҙо. Елеге, ерлеге был әйтемдең Толпарлы килендәре: һөйгән йәре артынан ят яҡтарға килеп ереккән, уның хаҡына тағы алтмышты (сакраль мәғәнәле һан), тимәк, нәҫел-ырыуын, халҡын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һөйгән, үҙ иткән Таһура - Йәнкиҫәк, Фариза, Заһира образдары аша күрһәтелә. Бер һөйгәне артынан Украинаға киткән Мәүлиҙә лә шул уҡ юҫыҡта ҡылыҡһырлана. Автор булараҡ, ҡатын-ҡыҙ затының ҡәҙере, бәхете хаҡында төптән уйланыр йәштәге, ул һәм ҡыҙ әсәһе, өләсәй йәшендәге автор булараҡ, был тәңгәлдә яҙғандарымдың йәш быуындың зиһененә үтеп инерлек булыуына өлгәшергә ынтылдым. Нотоҡ уҡыманым. Ә геройҙарымдың тормошо, донъяға ҡараштары аша үткәрҙем үҙемдең өгөттәремде. Йәғни, кеше, яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, үҙенең ватанына рухи тоғролоҡ һаҡларға, милләтенең бәҫен төшөрмәй йәшәргә тейеш. Әҫәремдәге Ҡырымдан төшкән килен Таһура, төп героиня Нурияның бәйәндәренә Татар әбекәй булып "Ҡыҙ бала" тигән беренсе китапта уҡ килеп инә, ҙур башҡорт ауылының һөйөклө кешеһенә әүерелә, оҫта тегенсе даны менән ғүмер һөрә, Силәбе ҡыҙы үҙе сибәр, үҙе егәрле Фаризаның тимерсе Хәйруллаға булған мөхәббәте күп йылдар буйы ауылдың күҙенән, теленән төшмәй, ә Баймаҡ ҡыҙы уҡытыусы Заһира йәш ҡыҙҙарҙы был яҡтарҙа ятыраҡ һөнәргә, балдаҡ аша үткәрерлек дебет шәл - үәл бәйләргә, өйрәтә... Мәүлиҙә Донецк университетында профессор дәрәжәһенә етә.
Трилогияла Сәмәй ҡортҡа, Көнсөл Маһый, Салпа Сәғүрә, Зоя һ.б. кеүек кире образдар ҙа бар, уларҙың әҫәрҙәге роле ниндәй?
- Үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты, кире геройҙарыма ла аҡланырға форсат бирелде. Төрлө юлдар менән килде улар рухи таяныс табыуға: самогонсы Сәмәй ҡарсыҡ Күктән ишара алды, Көнсөл Маһыйҙың өлкән ҡыҙы Миңзәлә һөйгәне Әшрәфте ҡыҙғаныуы арҡаһында уның яратҡаны Әсмәнең өйөнә ут төртөп, шул үрт эсендә үҙе һәләк булды, кесе ҡыҙы Миләүшә хыянатсыл, үссел исеме күтәреп, сит илгә сығып китте. Маһыйҙың тиреһенә инеп ҡараным - сыҙарлыҡ түгел! Миләүшәне ауылға ирен, ике малайын эйәртеп ҡунаҡҡа ҡайтарҙым, хәлен саҡ ҡына еңеләйттем, ә инде улы Айсыуаҡтың аҡыллы, һөймәлекле егет булып үҫеп етеүе әсәнең ҡартлығын ҡояшлы итте. Салпа Сәғүрә ауылдағы иң һылыу ҡыҙҙарҙың береһе булып, буй еткерә. Һөйгән егете менән мөхәббәттәре нисек кенә ҡайнар булмаһын, ҡауыша алмайҙар. Ҡыҙ башҡа берәүгә кейәүгә сыға, тик уны үҙ итә, ярата алмай. Ире лә ҡатынына ҡырыҫ була, йылы һүҙҙәрҙән, наҙҙарҙан мәхрүм итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ауылға ҡайтҡан һөйгәне менән осрашып, Сәғүрә донъяһын онота. Ире уны бик ҡаты туҡмай. Йөрәге ҡатҡан ҡатын иренән айырылырға теләй, тик тыуаһы бала хаҡына тороп ҡала. Ҡыҙы тыуғас, уны ярата алмай, сөнки бөтә бәхетһеҙлеген шул сабыйҙан күрә, өйөндә лә, эшендә лә әрләшеүҙән башы сыҡмай. Ауылда уға Салпа ҡушаматы тағалар: яһил, яман, тимәк. Мөхәббәт кешеләрҙе күккә лә күтәрә, упҡынға ла ташлай... Әммә минең ошо героиняма ла тормошта тоталҡа биргем килде: ҡыҙы Менәүәрәнең шағирәлек һәләте асылды, ул кесе туғандарына таяныс булды, ауылдың һөймәлекле балаһына әйләнде - Сәғүрә йәшәү мәғәнәһен тапты, тәбиғи асылына баҡты.
Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙләнһә, донъя һынлы донъя үҙе төҫ ташлай. Ә ниндәй ҡатын йәмһеҙ? Бәхетһеҙ, күңел халәте бола, керле ҡатын. Тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәһен, сабырлығы һынмаһын, матур булһын ҡатын-ҡыҙ! Ғаиләгә таяныс, илгә ҡалҡан булыр ир-ат ысын мәғәнәһендә көслө зат булып ҡалһын! Әҙәм үә Һауа балалары Ерҙә әҙәмсә, мөхәббәтле ғүмер һөрһөндәр - әҫәремдәге кире образдар ҙа ошо мөҡәддәс теләгемде уҡыусыларыма еткерешә һымаҡ...
КИРЕ СЫҒЫРҒА