Бөгөн беҙ гәзит уҡыусы иғтибарына билдәле иллюстратор, аниматор Азат ҠУЖИН менән әңгәмә тәҡдим итмәксебеҙ. Геройыбыҙҙы республикала, хатта сит илдәрҙә нәшриәт эше менән бәйле кешеләр яҡшы белә. Ул оҙаҡ йылдар З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте менән дә, Европа нәшриәттәре менән дә хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Азат Ғәлиәскәр улы "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы (элекке - "Төньяҡ амурҙары"), "Амантай" ижад үҙәге менән тығыҙ эшләй. "Любизар"ҙар рәтендә төрлө сараларҙа башҡорт яугирҙары сүрәтендә сығыш яһай. Оҙаҡ йылдар Польшала йәшәгән милләттәшебеҙгә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уның үҙенә бирәйек.
Байтаҡ башҡорт китаптарында "рәссам-биҙәүсеһе Азат Ҡужин" тигән яҙыуға төртөлгән бар. Үҙегеҙ менән нығыраҡ таныштырып үтһәгеҙсе...
- Мин 1962 йылда Өфөлә тыуғанмын. 20-се мәктәптә уҡыным, 2-се һынлы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләндем. Өфө Нефть институтының архитектура бүлегендә юғары белем алдым. Унан, йәш хеҙмәткәрҙәр булараҡ, йүнәлтмә менән Сибай ҡалаһы башҡарма коммитетының Архитектура бүлегендә, Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләнем. 90-сы йылдарҙа Өфөлә, үҙнәшер ысулы менән "Төньяҡ Америка индеецтары", "Төньяҡ амурҙары" исемле тәүге китаптарымды нәшер итеүгә өлгәштем. 1990 йылда Польшала йәшәүсе дуҫыма ҡунаҡҡа барғайным, ундағы бер нәшриәткә һүрәттәремде күрһәтергә булдым. Улар миңә эш тәҡдим итте. Ҡабул иттем һәм ике йылдан һуң ғаиләмде алып, Польшаның анимациялар "баш ҡалаһы"- Белсько-Бялаға күстем. Бик мауыҡтырғыс, тынғыһыҙ эш башланды. Нобель премияһы лауреаты Х.Сенкевичтың киң билдәле триптихын ("Огнем и мечом", "Потоп", "Пан Володыевский") һәм "Крестоносцы" китаптарын биҙәүҙе миңә ышанып тапшырҙылар. Уңыштарымды күреп, бик күптәр шәхси күргәҙмәмде ойошторорға тәҡдим итте. "Юҡ, ваҡыт юҡ", тип баш тарта килдем. Поляктарҙың күңел киңлеге, ябайлығы һоҡландырҙы.
Польшала йәшәп китеү, эшкә урынлашыу ауыр булдымы?
- Закон буйынса ҡарағанда, сит ил кешеһен эшкә алыр алдынан эш биреүсе тәүҙә иғлан баҫтырырға тейеш. 10 кешене ҡарап, улар араһында ошо эшкә тап килгән лайыҡлы дәғүәсе табылмаған хәлдә генә ул сит ил кешеһен эшкә ала ала. Һәр хәлдә, ул йылдарҙа эшкә урынлашыу процедураһы ошолай ине. Икенсе төрлө әйткәндә, унда эшләү өсөн һин поляктарҙан кәмендә 4 тапҡырға шәберәк, яҡшыраҡ эшләргә тейешһең. Яҡшы белемле рәсәйле өсөн европалыларҙан шәберәк эшләү бөтөнләй ауыр түгел. Беҙҙең Өфө архитектура мәктәбе - бик алдынғы, шәп мәктәп. Беҙҙең академик һүрәт менән европалыларҙың һүрәте араһында айырма - Ер менән күк араһы. Бер мәл етәксем миңә: "Азат, һин ныҡ тиҙ эшләйһең, башҡалар өлгөрмәһә, уларҙы тәнҡитләйһең, етмәһә. Һинең менән бер кемдең дә эшләгеһе килмәй бит әле", - тип әйтеп һалды. Мин: "Ярай, улайһа...", - тинем дә, ул эштән киттем дә барҙым... Бер йылдан һуң ни күрәм: хеҙмәттәштәрем бүләктәр, һый тотоп, йүгереп килеп еткәндәр: "Азат, кире кил инде, беҙ бары тик һинең менән генә эшләргә ризабыҙ, башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Ҡалғандарға көнөбөҙ ҡалғайны, улар бишәүләп бер китапты тамамлай алмай аҙаплана, ҡайһыһына илһам кәрәк, берәүҙең ваҡыты юҡ..." - тиҙәр...
Ғөмүмән, техник белемле иллюстратор булараҡ, мин поляктарҙың күп кенә хаталарын күреп, элеп ала торған холҡом бар (техник белемем ижади ҡарашҡа ҡамасаулап та ҡуя, әммә, алтын урталыҡты тапһаң, ундай тәжрибә багажы менән дә эшләп була). Әйтәйек, нәшриәттә баҫмаға әҙерләнеп ятҡан китаптарҙың береһендә өй һүрәте аҫтына: "Был - ҡояш йылылығы ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән электр менән файҙаланған өй", - тип яҙып ҡуйылған. Ә өйҙөң әлеге ҡояштан көс йыя торған батареялары, көньяҡ урынына, көнбайыш менән көнсығышҡа ҡаратып төшөрөлгән. Тағы... Математика дәреслегендә бер мәсьәләлә караптың ярҙан ниндәй алыҫлыҡта ултырыуын һанап сығарырға ҡушылған. Мин һанап ҡарағайным, яуап 3 см килеп сыға. "Карап ярға ул тиклем яҡын килә алмай", - тип, тағы аңлатырға тура килде. Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә булыр ине, әлбиттә. Йәғни, әгәр һинең мәктәбең яҡшы икән һәм уға өҫтәп һин үҙ өҫтөңдә эшләйһең икән, теләгең булһа, Европала эшкә урынлашып була, тимәксемен.
Польшалағы халыҡ менән беҙҙәге халыҡ араһында айырма күҙгә ташланамы? Бәлки, иҡтисади йәһәттән айырма һиҙеләлер...
- Иҡтисади айырма юҡ кимәлендә. Быға тиклем Сибайҙа, Өфөлә эшләгәнемдә лә аҡсаға артыҡ мулыҡманым, Польшала ла "ҡайышты һыҡтырыбыраҡ" йәшәргә тура килде. Польшаға барып төшөү менән мәҙәни тетрәнеү кисерҙем былай. Уларҙа эшкә мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе. Унда нәшриәттә ни бары ике генә кеше эшләргә лә мөмкин. Ә беҙҙә... Ниндәй генә бүлектәр юҡ. Береһенә инһәң, улары гәп һата, икенсе бүлегендә - төшкө аш. Польшала "төшкө аш" тигән күренеш бөтөнләй юҡ. Беҙҙә төшкө аш мәлендә берәй кибеткә барһаң, ул ябыҡ була. Көнбайышта "төшкө аш мәлеңдә беҙгә кил", тип саҡырып торалар. Ә Рәсәйҙә ундай күренеш һирәк. Төшкө аш мәлендә йомошоңдо йомошлайым, тип, берәйһенә мөрәжәғәт итеп ҡара - әрләнеп тә сығаһың әле. Польшала банкта булһынмы, йәки башҡа урындамы - сират тигән нәмәне күргәнем юҡ.
Бер иптәштең: "Рәсәйҙә һинең ҡаршыңа килгән кеше мотлаҡ һиңә берҙе тондорасаҡ йәки шәхес тураһында таныҡлығыңды һораясаҡ", - тигәне дөрөҫ, минеңсә. Тегендә - бындай нәмә юҡ. Йәшә лә йәшә. Миңә шуныһы оҡшай. Шулай ҙа, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин унда Рәсәйҙе һағынып бер булам. Әммә Рәсәйгә ҡайтһам, ярты йылда бындағы көсөргәнештән арыйым.
Мин төндә эшләргә яратам. Әммә бында төн буйы урамда иҫеректәр тантана итә: һуғыша, йырлаша, ҡысҡырыша... Йә уларҙы полиция алып китә, йә - тиҙ ярҙам машинаһы. Арыта. Тегендә мин ял итәм: иҫеректәрҙе түгел, тиҙ ярҙам машинаһын да, полицияны ла күрмәйем, тиерлек. Ярты йыл "ял итһәм", тағы ялҡыта. Рәсәй кешеһе бит инде мин: "Ниндәй һаҙлыҡ был, бер нәмә лә эшләнмәй", - тип, тағы Башҡортостаныма ҡайтам.
Барыһы ла мине Польшала йәшәй икән, тип уйлай. Был төптө дөрөҫ түгел. Мин Польшала ла, Өфөлә лә йәшәйем. Мин бөтөн ерҙә лә йәшәйем. Ҡайҙа барам - мин шунда йәшәйем. Ҡайҙа төн уҙғарыуым мөһим түгел. Шулай ҙа, Ватан мәсьәләһенә килгәндә, икеләнеү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел... Мин Польшала үҙемдең башҡорт кешеһе булыуымды белгертеп йөрөйөм. Сараларға Башҡортостан флагын тотоп сығам Унда мине башҡорт тип беләләр.
2000 йылдар баштарында аниматорҙар курсы үттем һәм Польша, Германия, Франция, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә төшөрөлгән тулы метражлы анимацион фильмдар, йәғни йәнһүрәттәр өҫтөндә эш башланым. Шул уҡ ваҡытта, рәссам һәм дизайнер булараҡ, Рәсәй һәм Польша нәшриәттәре менән хеҙмәттәшлекте лә туҡтатманым. Мин әллә күпме эштә эшләнем. Анимация студияһында ла, нәшриәттәрҙә лә, бер типографияның нәшриәт бүлегендә лә. Хәҙер өйҙә ултырып ҡына эшләйем. Интернет аша эш һайлайым да, эшләй башлайым. Йәғни, фрилансермын. Хәҙер "Китап" нәшриәте менән дә, башҡа нәшриәттәр менән дә интернет аша аралашабыҙ. Уңайлы ла, тиҙ ҙә... Әгәр сымдарҙың теге яҡ осонда үҙ эшен белгән профессионал ултыра икән, ул ниндәй генә телдә һөйләшмәһен - беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Әгәр ҙә инде ялҡау, үҙ эшен белмәгән бер йүнһеҙ кеше ултырһа, ул хатта үҙ телеңдә һөйләшһен - эш барып сыҡмай.
Ә ни өсөн Рәсәй кешеһе Европа кешеһе һымаҡ эшләмәй?
- Польшала социализм ҡоролошо ваҡытында ла халыҡтан ергә аҫабалыҡ хоҡуғы тартып алынмаған. Шуға ла улар "минеке" тигән принцип менән йәшәй. Мәҫәлән, Польшала урамдың йәмен боҙоп ятҡан күләүекте кешеләр, тупраҡ ташып, киптерергә тырыша, "Кеше күрһә, оят", "Күрше алдында уңайһыҙ", ти улар. Ә беҙҙә ошондай уҡ хәл осрағында: "Минеке түгел дә инде, ята бирһен", - тиҙәр. Алдараҡ әйтелгән төшкө аш ваҡытында кешене хеҙмәтләндереү-хеҙмәтләндермәүгә, эргә-тирәңде тәртиптә тотоу-тотмауға ҡарата шуны ғына әйтә алам: барыһына ла тормош үҙе өйрәтә. Кәрәк икән, хәҡиҡәтте бер минут эсендә лә һеңдерә. Тимәк, Рәсәйҙә әлегә Европалағы һымаҡ итеп эшләү өсөн сәбәптәр аҙ. Шул уҡ конкурентлыҡ аҙ булыуы ла был ҡаҙанға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, әлбиттә. Шулай уҡ уларҙа закондар яҡшы эшләй. Мәҫәлән, ҡайҙалыр уҡығайным: бер ҡатын, ниндәйҙер магазин эргәһенән үтеп барышлай, туфлиенең үксәһен юлдағы ярыҡҡа ҡыҫтырып, аяғын ҡаймыҡтыра. Һәм үҙенең биләмәһендә бындай хәлгә сик ҡуйғаны, юлды тәртиптә тотмағаны өсөн магазин ҙур ғына штраф түләргә мәжбүр була. Бынан ары ул урында берәү ҙә аяғын ауырттырмаған. Ҡыйыҡтарҙы боҙбармаҡтарҙан таҙартыу эше лә һәр ойошманың үҙенә йөкмәтелә...
Мине поляктарҙың эшлеклелеге лә хайран итә. Бер ыңғай бер нисә эштә эшләүселәр күп. Бер танышым хатта юл төҙөүсе булһа ла, икенсе эштә эшләргә көс таба. Аптырарһың. Ә беҙҙә, Өфөлә, ике эштә эшләүсе таныштарым бөтөнләй юҡ.
Башлаған һүҙҙе дауам итеп, тағы шуны әйтке килә: поляктарҙың эште ойоштора белеүенең сере уларҙың ойошҡан булыуында ла түгел, ә тәжрибәле булыуындалыр. Әлбиттә, барыһы ла улай уҡ ябай түгел. Халыҡтың үҙенсәлеген генә түгел, ә уның барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған тарихи, гео-сәйәси процестарҙы, дини ғәҙәттәрҙе лә күҙ уңында тотоу кәрәк бында.
Азат Ғәлиәскәр улы, "Мәргән уҡсы" фестивалендә һеҙ халҡыбыҙҙың һыбай уҡ атыу төрөн үҫтерергә кәрәклеген әйткәйнегеҙ. Аттар мәсьәләһе Европала нисек ҡуйылған?
- Башҡортостанда йылҡы күп, ә аттар аҙ. Илдар Шәйәхмәтов һеҙҙең гәзиттә был турала аңлатып үткәйне инде: "Тәбиғи рефлекстары менән генә түл йыйып, көрәйеп, иркенлектә генә йәшәгән мал ул - йылҡы. Һарайында ите өсөн генә йылҡы һимертеүсе хужа, тимәк, атай-олатайҙар йолаһынан ситләшеп, тик ит ашап ятыусы ғына. Беҙҙең бурыс - һәр ҡолондо ат рәүешенә еткереү. Европала үҙҙәренең ат һарайҙары булған эшҡыуарҙар бихисап. Береһе ҡуртымға атын бирә, икенсеһе - ат һарайҙарын..."
Швецияға барып ҡайтҡан бер поляк менән әңгәмәләшеп торғайныҡ.
- Шведтар хоккей уйнарға ярата, хоккей нисек унда? - тип һорауыма ул: - Унда ниндәй хоккей булһын? Улар күмәкләшеп һыбай йөрөп ята ла инде. Һыбайлылар хәрәкәте ныҡ үҫешкән. Шведтарҙың утарҙарында реакреация, иппотерапия (аттар ярҙамында дауалау) аҙым һайын...- тине.
Польшаға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Краковта йәшәүсе бер танышым көн дә таңғы алтыла ат һарайына бара, атына атланып, уҡ атыу күнекмәһе үтә. Был шөғөл менән ул ун йыл буйы йыл әйләнәһенә, көн боҙолған, тип тормай шөғөлләнһә лә, ярыштарҙа беренсе урын ала алмай. Бына ниндәй кимәл! Йәки тағы бер танышым нисә тапҡыр чемпион булғандыр - һанағаным да юҡ. Уның да үҙенең ат һарайы бар. Атта һыбай йөрөү спорты менән 9 йәшлек сағында шөғөлләнә башлаған. Әле һанап киткән кешеләр - һыбай килеш уҡ атыу менән генә "йәшәй". Уларҙың эше лә - шуға бәйле. Улар уҡсылар әҙерләү курстары ойоштора, бөтөн донъянан уҡыусылар ҡабул итә. Шундай уҡыусыларҙың береһен - Ирандан килгән егетте мин дә беләм. Иранлының 6 аты бар. Ул бында уҡып ҡайтасаҡ та, 6 атын уҡ атыуҙа ҡатнашырға өйрәтеп, уҡ атыу спортын үҙҙәрендә үҫтерә башлаясаҡ икәнлеге шикһеҙ. Тағы бер швед егете тураһында ла алдағы һөйләшеүҙә әйтә биреп ҡуйғайным. Ул өс йәй һыбай йөрөп, уҡтан атып, оҫталыҡ дәрестәре алды ла, Швецияға ҡайтты. Уның мәктәбе Швецияла иң яҡшыларҙан һанала.
Поляктар Башҡортостанға солоҡсолоҡҡа өйрәнергә килә. Башҡорттарға иһә, һыбай килеш уҡ атыу серҙәрен Польшаға барып өйрәнергә кәрәк. Европала мал һанаулы, иҫәпле. Шуға ла улар малдарын күҙ менән ҡаш араһында тота, беҙҙәге һымаҡ иркенлеккә сығарып ебәрмәй. Һәр һарығына чип ҡуйған бер танышым бар.
Әле мин һөйләгәндәрҙән: "Европала шарттар уңайлы, шуға эшеңде асыуы еңел",- тигән һығымта яһаусылар табылыр. Еңел үк түгел шул, тип әйтеп ҡуйырға ашығам. Яңылыш аңламағыҙ берүк. Мәсьәләләр ҡайҙа ла бар инде ул.
Уҡ-һаҙаҡ менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡасан, ниҙән башланды?
- Хәрби-тарихи реконструкцияларҙан. Башҡорт яугиры булып сығыш яһайһың икән, һинең уҡ-һаҙағың мотлаҡ булырға тейеш. Беҙ Рафаэль Амантаев менән бергә эшләйбеҙ. Мин буласаҡ ижад емешенең һыҙмаһын ҡағыҙға төшөрәм, ә ул уны эшләп ҡуя. Тәүҙә Рафаэль Амантай йәйәләрҙе сәхнә өсөн генә эшләй ине. Әкренләп Ғәлинур Зарипов менән ысын уҡ-һаҙаҡ эшләргә өйрәнделәр. Бик ауыр, оҙаҡ өйрәнелә торған шөғөл ул - уҡ-һаҙаҡ эшләү. Уҡ-янды һатып алырға ла була. Ҡаҙағстанда уларҙы беҙҙең дуҫтар эшләй. Венгрия, Корея традицион уҡ-һаҙағын интернеттан да һатып алырға була. Мәҫәлән, һыбай килеш уҡ атыу өсөн 200 долларға ыҡсым Корея уҡ-һаҙағын ыһ та итмәй һатып алырға мөмкин. Мин әле өсөнсө ҡоралымды тотоп йөрөйөм. Таушалып тора, алыштырып торам. Бынан ары тик башҡорт оҫталары ғына етештергән уҡ-һаҙаҡ менән йөрөрмөн, Рафаэлдың йә Ғәлинурҙың ҡоралын алырмын, тим.
"Төньяҡ амурҙары" клубына нисек ылығып киттегеҙ?
- Уның элекке етәксеһе Исҡужин менән күптән хеҙмәттәшлек итә инем. Исҡужин менән "Төньяҡ амурҙары" исемле минең тәүге китабымды нәшер иттек. Ул китап АҠШ Конгресы китапханаһында ла бар, тиҙәр. Илдар Шәйәхмәтов менән иһә Әбйәлил районында уҙғарылған бер сарала таныштыҡ. Һөҙөмтәлә уның энтузиазмы менән ошондай эштәр атҡарырлыҡ көслө коллектив тупланды. Рафаэль Амантай, оҫта бейеүсе булыуҙан тыш, оҫта һөнәрсе лә. Ул бик ярҙамсыл кеше. "Француздар" ярата үҙен. Ул күренеү менән, тегеләр: "О, башҡорттар килде! Хәҙер улар беҙҙең ҡорал-яраҡты, эйәр-өпсөндө төҙәтеп, йүнәтеп бирәсәк", - тип, һырып алалар. Ул күндән аяҡ кейемдәре тегә, клубты баштан-аяҡ кейендерә. Кейемдәрҙең проектын мин һыҙам тип әйткәйнем инде. Мин - Польшала, Рафаэль Өфөлә саҡта ла бер төптән эшләйбеҙ. Сөнки беҙҙе берләштерер идея, башҡорт рухыбыҙ бар. Кинорежиссер, милләттәшебеҙ Нәсүр Йөрөшбаев менән Лейпцигта ла, бында ла күрешәбеҙ... Әйткәндәй, Өфөлә йәшәүсе кешеләр бер-береһе менән беҙгә ҡарағанда ла һирәгерәк осраша. Беҙ, төрлөбөҙ төрлө илдә булһаҡ та, йышыраҡ күрешәбеҙ һымаҡ.
Һеҙҙәге рухтың сығанағы нимәлә?
- Ген кимәлендәлер ул, тип фаразлайым. Әлбиттә, тәрбиә лә мөһим урын биләй: рухлы ата-әсә ҡулында тәрбиәләндем.
Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙсы...
- Ҡатыным менән ике ул тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Искәндәр - электронсы, Таһир - төҙөүсе. Әйткәндәй, Искәндәр бер Америка фирмаһында Башҡортостан ойошмаларына компьютер аша программалар ҡуйырға ярҙам итә. Йәғни, уның эше - Башҡортостанға ярҙам итеүҙән ғибәрәт.
Таһир минең менән бергә поляк балаларына башҡорттар тураһында лекциялар уҡый. Әйтәйек, яңыраҡ бер балалар баҡсаһына милли кейемдә барып ингәйнек, балалар беҙҙең "сәйер" кейемдәрҙән ҡурҡып, илап ебәрмәһенме... Был да ген хәтере, ахыры, тип, көлөп алам.
Бөтөн донъя интернет селтәре ярҙамында тоташҡан булыуы арҡаһында, мин бөгөн үҙемдең теләһә ҡайһы ҙурлыҡтағы һүрәттәремде бер секунд эсендә донъяның теләһә ҡайһы тарафына ебәрә алам. Инде 10 йыл интернет аша эшләйем, шунлыҡтан, ҡайҙалыр юлланыу мәсьәләһе юҡ. Экзюпери әйтмешләй, кеше менән шәхсән аралашып, донъяны - сит мәҙәниәттәрҙе, кешеләрҙе асыуҙан да яҡшырағы юҡ. Мин, мәҡәлдә әйтелгәненсә, мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡлы. Шуға ла мин йә бында, йә тегендә, йә башҡа ерҙә йәшәйем, шунда уҡ эшләйем дә. Гәзит уҡыусыларға һәм һиңә, Илгиз, телдәр өйрәнергә, донъяны үҙеңсә асырға кәңәш итәм. Барығыҙға ла - уңыштар!
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ошо һөйләшеүҙән һуң төшкө ашҡа һуңлабыраҡ ҡайттым да, ғәҙәттәгенән иртәрәк кире эшкә йүгерҙем. Азат Ғәлиәскәр улының, поляктарҙа эшкә мөнәсәбәт шул тиклем етди, уларҙа "төшкө аш" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ, тигән һүҙе шулай тәьҫир иткәндер. Һеңдерерлек, мауыҡтырғыс итеп һөйләй белә шул Азат ағай. Хас та рәсем төшөрә: барыһы ла күҙ алдына килеп кенә тора. Уның әңгәмәһе һеҙҙең күңелдәргә лә хуш килгәндер, тигән ышаныста ҡалам. Һүҙемдең аҙағында тағы бер генә күҙәтеүем менән бүлешмәй булдыра алмайым. Азат Ғәлиәскәр улы беҙгә асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, заман технологияларын уңышлы ҡулланыу серен өйрәтә бит. Интернет ғәли йәнәптәрен дөрөҫ файҙаланыу үҙ эшенең оҫтаһын донъя кимәлендәге оҫта итә ала, тимәк.
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА