Һәр миҙгелдең үҙенең матурлығы бар. Әлеге миҙгелем - ҡартлыҡ. Миңә ҡалһа, ул күпте күреп, күпте уҡып, аҡыл кергән миҙгел. Шуға күрә лә йәшәүҙең мәғәнәһен аңлайһың, күңелең көр, ирекле. Үпкәләү, ғәрләнеүҙәр, кәмһенеүҙәр ҙә артта ҡалды. Нисек кенә тапап-иҙеп китмәһендәр, шуның артынса уҡ "шытып " сығаһың. Һине хаҡһыҙға кәмһеткән кешенең үҙен йәлләп ҡарайһың. Мин хәҙер ошондай хәлдә йәшәйем. Ләкин минең ошо эске торошомдо йәштәр, урында эшләүсе чиновниктар, ҡайһы саҡта врачтар ҙа аңламай, уларҙы бимазалап йөрөгән бер йолҡош кеүек ҡарайҙар, оло тип тормайҙар - ҡаты бәреләләр.
Бер ваҡыт шулай, Өфөлә көнө буйы бер поликлиникала ултырырға тура килде. Ярты йыл элек үк сиратҡа яҙылып, операцияға ятырға тип килгәйнем. Үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһы поликлиникаһында тикшереү үткән анализдарымды килтермәгәс, дауаханаға һалманылар. Мине инеп ала торған машинаны оҙаҡ көтөргә тура килде. Дауаханаға һалалар, тип уйлап, сумка тултырып ризыҡ алып килгәйнем. Шуларҙы бер аҙ бушатайым, тип, бал банкаһын һәм бауырһаҡты үҙем әле генә булып сыҡҡан кабинеттағы врачҡа ҡалдырып китергә уйланым. Ҡорбан байрамы алдынан сауап булыр, йәнәһе. Ишек төбөндә көтөп ултырыусы берәү ҙә булмағас, кабинетына инеп, врачты буласаҡ байрам менән ҡотлау телмәремде башларға ла өлгөрмәнем, уның тупаҫ ҡысҡырыуынан баҙап, туҡтап ҡалдым. "Выйди сейчас же!" тип екерҙе врач миңә, үҙенең әсәһе йәшендәге инәйгә. Үҙебеҙҙең милләт кешеһе, фән кандидаты, күренекле врачтың турһайған, ҡыҙарған йөҙөнә ҡарап, бик ныҡ аптыраным, күстәнәсте лә бирә алмайынса, боролоп сығып киттем.
Был хәлде шул дауаханала дауаланып сыҡҡан бер хажия әхирәтемә һөйләгәйнем. "Үпкәләмәнеңме? Мин булһам, илар инем, һинең иманың көслөрәк икән", - тине әхирәтем. Иман ҡартайғас ҡына нығына шул (әхирәтем минән ун йәшкә йәшерәк).
Ярай, дауаханаларға мөрәжәғәт итеүселәр бер беҙ генә түгел, врачтар, ысынлап та, беҙҙән, ҡарт-ҡоронан йөҙәп тә бөтәлер инде. Әммә беҙҙе, пенсионерҙарҙы, яҡларға тейешле учреждениеларҙа ла шундай уҡ тупаҫлыҡ менән осрашабыҙ бит. Халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтарын әйтәм. Йөҙ һумлыҡ льготаға яңы ҡарар сыҡһа, унарлаған белешмә йыйып аптыраталар. Ә уларҙың үҙҙәрендә бөтә мәғлүмәттәр ҙә бар. Бер шулай, халыҡса әйткәндә, соцобесҡа инеп, бер документ тураһында мәғлүмәт алырға уйланым. Мин инә торған кабинеттың ишек төбөндә бер кеше лә юҡ, эстә бер пенсионер ғына ултыра. Ул килеп сыҡҡас, кабинетҡа инергә уҡталһам, ишекте теге яҡтан этеп, астырмайҙар. Шунан бер ҡыҙҙың башы күренә һәм "Технический перерыв" тип, "Минең һорауым бәләкәй генә..." тиеүемде лә ишетмәйенсә, ишекте шап иттереп ябып ҡуя. Ә бит минең һорауыма "Эйе" йә "Юҡ" тип кенә әйтергә кәрәк ине. Ошо яуапты алыр өсөн "Технический перерыв"та сәй эскәндәрен ярты сәғәт көтөп ултырҙым...
Үҙем өсөн бер нәмә асыҡланым: беҙҙең кеүек ғүмер аҙағына яҡынлашҡан әбей-бабайҙы берәү ҙә яратмай. Мөхәббәт тураһында әйтмәйем, һүҙем көндәлек тормошобоҙ хаҡында бара. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, хакимиәт етәкселәренәме, магазинғамы, табипҡамы, беҙҙе этәләр, ҡыуалар, кәмһетәләр. Был хәлгә өйрәнеп тә бөтөп барабыҙ шикелле. Һәр хәлдә, йәш саҡтағы кеүек ярһымайбыҙ, иламайбыҙ, рәнйемәйбеҙ. Киреһенсә, көлөңкөрәп ҡарайбыҙ. Башҡалар нисектер, үҙем шулай. Бөгөн йылы кабинеттарҙа маһайып ултырған чиновниктарҙың алдағы тормоштарын күҙ алдына килтерәм дә, үҙҙәрен йәлләп тә ҡуям. Тағы бер нисә тиҫтә йылдан улар үҙҙәре лә беҙҙең хәлгә төшә ләбаһа, шуны аңламайҙармы икән ни? Хәйер, беҙ үҙебеҙ ҡылғандарҙы бик күреп бармайбыҙ шул, үҙ ваҡытында баһа бирмәйбеҙ. Ә Аллаһы Тәғәлә күрә, һәр бер аҙымыбыҙҙы, ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе теркәп бара. Аҙаҡ килеп, шулар өсөн һәр беребеҙгә яуап тотор көн киләсәк.
Беҙҙе яратмауҙарының тағы бер сәбәбе барҙыр, тип уйлайым үҙемсә. Беҙ хәҙер йәмһеҙ, ҡартлығыбыҙ йыйырсыҡтар, сәстәребеҙгә ҡунған сал булып, әллә ҡайҙан йәштәрҙе өркөтөп тора. Аяҡтарыбыҙҙа - быйма. Өҫтөбөҙҙә ҡасандыр эшләгән ваҡыттарҙа алынған кейем-һалым. Ошондай ҡиәфәттә беҙ фырт ҡына кейенеп, ҡиммәтле хушбуйҙар һөртөп, һөрмәләр тартып йөрөгән йәштәрҙең тыныслығын боҙорға батырсылыҡ итәбеҙ, етмәһә. Башҡа һыйырлыҡ хәлме ни был?..
Нисек кенә булмаһын, мин әле ғәйепләберәк телгә алған белгестәр үҙ эш урынында тырышлыҡ күрһәтеп, уңышҡа ла өлгәшәлер, етәкселәренә лә ярай беләлер. Әммә кешегә эш фәнен белеү генә етмәй шул, иң тәүҙә ниәттәрең изге, башҡарғаның ихлас булырға тейеш. Бәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған бит: "Кеше башҡаларға рәхимле, шәфҡәтле, мәрхәмәтле булмаһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенә лә рәхмәт ҡылмаҫ..." Ҡөрьән-Кәримдә: "Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ ғүмер оҙаймаҫ"- тигән юлдар ҙа бар. Тимәк, изгелекле булмаһаҡ, ғүмерҙең ҡыҫҡарыуы ла ихтимал. Шуға күрә лә йәлләйем мин изгелеккә, шәфҡәтлеккә, рәхимлеккә һаран әҙәмдәрҙе.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА