Беҙ, уҡытыусылар, милли мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортса фекерләргә өйрәтеү мөһим, тигән талап менән килешәбеҙ. Бының өсөн баланы башланғыс синыфтан алып башҡортса яҙылған дәреслектәр буйынса уҡытырға кәрәк. Ләкин бөгөнгө дәреслектәр ошо талапҡа ниндәй кимәлдә яуап бирә һуң?
Башланғыс синыфта уҡыу-уҡытыу комплектын һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, сөнки "Математика" (Демидова, Козлова), "Тирә-яҡты өйрәнеү" (Вахрушев) дәреслектәре генә башҡортсаға тәржемә ителгән. А.А. Вахрушев авторлығындағы "Тирә-яҡты өйрәнеү" дәреслегендә темалар эҙмә-эҙлекле бирелмәгән, был үҙләштереүҙе ауырлаштыра. Л.Н. Әминова, М.С. Дәүләтшина авторлығындағы "Рус теле" дәреслеге эш дәфтәре менән тап килмәй. Был уҡыусыларға дәрескә әҙерләнгәндә мәшәҡәт тыуҙыра.
Бындай етешһеҙлектәрҙе төҙәткәндә беренсе синыф уҡыусылары өсөн "Литературное чтение" дәреслеген (авторы: Т.Е. Харисова, Ф.Ш. Сынбулатова) өлгө итеп күрһәтергә булыр ине. Сөнки дәреслек менән эш дәфтәре бер-береһенә тап килтереп, эҙмә-эҙлекле итеп төҙөлгән. "Әлифба", "Башҡорт теле", "Әҙәби уҡыу" дәреслектәре лә уңышлы эшләргә мөмкинлек бирә, уҡыусылар яратып ҡабул итә.
Ә бына башланғыс синыфтар өсөн Т.Е. Демидова, С.А. Козлова авторлығындағы "Математика" дәреслектәрендә башҡорт балаларына таныш булмаған әкиәт геройҙары мәсьәләләрҙең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Мәҫәлән, беренсе синыф уҡыусылары Пеппи-Длинный чулок тураһында әкиәтте уҡымаған, улар был әҫәрҙәге геройҙарҙы белмәй. Әкиәт тураһында һөйләп, геройҙары менән таныштырмайынса, балалар мәсьәләнең айышына төшөнә алмай.
Әйткәндәй, Т.Е. Демидова авторлығындағы был математика дәреслеге өс киҫәктән тора. Мәктәпкә бала 1-10 араһында һандарҙы танып белеп, бер ни тиклем ҡушып-алырға өйрәнеп килә. Шуға күрә дәреслектең беренсе киҫәге ауырлыҡ тыуҙырмай. Был осорҙа һандарҙы берҙән унға тиклем өйрәнеп, уларҙың составы өҫтөндә ныҡлы эш алып барыла. Ә бына дәреслектең икенсе киҫәген үткәндә мәғәнәһе яғынан тормошҡа тап килмәгән мәсьәләләр осрай. Мәҫәлән, математика дәреслегенең 47-се битендә (3) шундай задание бирелгән: "Гөлбикә исемле ҡыҙҙың 3 бәшмәге бар, ә Гөлбикә исемле әбейҙең 2 бәшмәккә күберәк. Гөлбикә әбейҙең нисә бәшмәге бар?" Баланың башын бутап, бер төрлө исем алғансы, Миңлебикә - Гөлбикә тип яҙырға ла булыр ине.
50-се биттә (1) "Маймылдың 6 салбары һәм 3 күлдәге бар. Салбарҙар күлдәктәрҙән нисәгә күп?" - тигән мәсьәлә бирелгән. 58-се биттә (1) "Ҡарасҡының әхирәттәре - 3 ҡарға һәм 7 һайыҫҡан. Һайыҫҡан әхирәттәр ҡарға әхирәттәрҙән күпмегә күберәк?" - тигән заданиены үтәргә ҡушыла. 63-сө биттә (5) "Клоун Шпунтиктың - 5, ә клоун Мымриктың 4 өйрәтелгән сысҡаны бар. Шпунтиктың өйрәтелгән сысҡандары Мымриктыҡынан нисәгә күберәк?"
Ошондай мәсьәләләр осрағанда һанаулы ғына дәрес ваҡыты балаға бөтөнләй кәрәкмәгән нәмәләрҙең мәғәнәһен аңлатыуға сарыф ителә. Бының урынына Башҡортостандың географик атамаларын, төрлө башҡорт халыҡ уйындары, ғаилә ағзалары тураһында йөкмәткеле мәсьәләләр биреп була бит. Сит ил әкиәт геройҙары, йәнһүрәттәре геройҙарын ҡулланғансы, балаларға кескәй саҡтан билдәле башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге батырҙар тураһында мәсьәләләр төҙөү отошло килеп сығыр ине. Уҡыусылар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, мәҙәниәте, әҙәбиәте, тарихын белеп үҫер ине.
Беренсе синыф өсөн "Математика" дәреслегенең өсөнсө киҫәгендә лә 10-20 тиклемге һандар темаһы бик ауыр, аңлайышһыҙ бирелгән. Тиҫтә аша ҡушыу-алыу - башланғыс класта иң төп белемгә нигеҙ һала торған темаларҙың береһе. Дәреслектең 20-21-се битендәге теманы аңлатыу материалы бөтөнләй буталсыҡ, китапҡа ҡарап эшләрлек түгел. Шуға, күп осраҡта дәрестә математика китабын ҡулланмай, башҡа сығанаҡтарҙан кәрәкле материалдар табып уҡытырға мәжбүрбеҙ.
Дүртенсе синыфта ла балаларға ошо уҡ Т.Е. Демидова, С.А. Козлова, А.П. Тонких авторлығындағы "Математика" китабы буйынса белем бирәбеҙ. Был дәреслектә лә тәржемәләр дөрөҫ түгел, эш төрҙәре йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай төҙөлгән. Мәҫәлән, бер дәрес эсендә өс мәсьәлә, миҫалдар, тигеҙләмәләр, геометрик мәсьәләләрҙе эшләргә кәрәк. Уҡыусылар уларҙы эшләп өлгөрмәй, тиҙ-тиҙ генә үткән теманы аңламай ҡалырға ла мөмкиндәр. Сөнки икенсе дәрестә яңы тема көтә, ә класта психик үҫеше тотҡарланған балалар уҡыуы ла ихтимал бит.
Милли мәктәптәр өсөн дәреслектәрҙе үҙ ерлегебеҙгә таянып, башҡорт балаһына аңлайышлы, күңеленә ятырлыҡ итеп үҙ ғалимдарыбыҙ төҙөһә ине, тигән теләкте еткерәбеҙ тағы ла.
Ишембай районы Маҡар ауылы урта мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусылары.
КИРЕ СЫҒЫРҒА