«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ - МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 

2004 йылда баш ҡалабыҙ Өфөнөң 430 йыллығы билдәләнеп, байрам тантаналары ойошторолғайны. Эйе, 1574 йылда Иван Грозный әмеренә буйһоноп, Мәскәү баяры Иван Нагой командалығы аҫтында бында килгән батша стрелецтары Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғанын бер кем дә инҡар итергә йыйынмай. Әммә борон-борондан тап ошо урынды яҡын-тирәлә йәшәгән ҡәүемдәр төйәк иткән, уларҙың торлаҡ, оҫтахана, нығытма урындары әле лә табыла тора. Боронғо риүәйәттәр ҙә, тарихи документтар ҙа ошоға дәлилдер. Академик, тарих фәндәре докторы, билдәле археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә асылған "Өфө-2" ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Эҙәрмән-тикшеренеүсе Радик ВӘХИТОВтың "Сәмреғош ҡанаты аҫтына" исемле китабында бәйән ителгән, ошо мәсьәләгә арналған аналитик мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.

Революцияға тиклемге тарихи хеҙмәттәрҙә, мәҫәлән, Карамзинда, Өфө ҡалаһы Иван Грозный нигеҙләгән ҡалалар иҫәбендә иҫкә алынмай. Ул былай тип яҙа: "Ошо батшалыҡ итеү осорондағы маҡтауға лайыҡ эштәр иҫәбенә беҙҙең сиктәребеҙ хәүефһеҙлеге өсөн байтаҡ яңы ҡалалар төҙөүҙе индерергә була. Иҫкә алынған Лайыш, Чебоксар, Козмодемьянск, Болхов, Орел һәм башҡа ҡәлғәләрҙән тыш, Донков, Епифан, Венев, Чернь, Кокшажск, Тетюши, Алатыр, Арзамас ҡалаларына Иоанн нигеҙ һалды".
Башҡортостанда боронғо карталар тыйылғайны. Бары тик һуңғы ваҡытта, башҡорт халҡының күскенселек концепцияһы һәм Өфө ҡалаһы һалыныуҙың урыҫ версияһы авторҙары был донъянан киткәс кенә, беҙ А. Псәнчиндың "Башҡортостан боронғо карталарҙа" тигән китабын күрә алдыҡ.
Ә шулай ҙа 1574 йылда Сутолоканың уң ярында Иван Нагойҙың стрелецтары нимә төҙөгән һуң? Өфөгә оҡшатып төҙөлгән, Сутолокоград тип аталырға тейеш булған ошо Кремль ниҙән ғибәрәт булған икән? Был нығытма - дөйөм майҙаны 1,2 га булған дүртмөйөш. Стеналарының оҙонлоғо 440 метр. Стеналар имән бүрәнәләрҙән һалынған. Нығытмала имәндән буралған өс башня булып, икәүһе ат менән үтеп йөрөү, береһе йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ә хәҙер "Өфө тарихы" китабына күҙ һалып, ошо 1,2 га майҙанда нимәләр урынлашҡанын ҡарайыҡ. Күрәһең, ошо Сутолокоградҡа ниндәйҙер мөһабәтлек бирергә теләптер инде, уның авторҙары Кремлдә собор сиркәүе, дары мөгәрәптәре һәм ашлыҡ келәттәре, воевода өйө, приказ ыҙмаһы, төрмә, ҡаҙна һәм сиркәүгә ҡараған башҡа биналар булыуы тураһында яҙа. Иң билдәле кешеләр өсөн дә ошонда өйҙәр һалынған: йәнәһе, тыныс ваҡытта улар үҙ ауылдарында йәшәһә, хәүеф тыуғанда ошо ҡәлғәгә инеп йәшеренер булған.
Ҡәлғә стенаһы менән уратып алынған ошо 1,2 га ерҙе күҙ алдына килтерегеҙ инде. Ябайыраҡ итеп, был һәр яғы 120-125 метр оҙонлоғондағы дүртмөйөшлө майҙан, тиһәк, бигүк асыҡ булмаҫ. Был нығытманы нимә менәндер сағыштырып ҡарау яҡшыраҡ булыр. Ҡәҙимге ауыл өйө ихатаһының 30 сутыйлап йәшелсә баҡсаһы булһа, өй, мунса урыны, емеш-еләк баҡсаһына 10 сутый ер кәрәк. Бөтәһе бергә - 40 сутый. Тимәк, 1,2 га майҙанға өс хужалыҡ урынлаша ала. Юғарыла һанап үтелгәндәрҙе ошо территорияла нисек урынлаштырып бөтмәк кәрәк? Быны бер нисек тә эшләп булмаясаҡ.
Былар барыһы ла Сутолока ярҙарында стрелецтар төҙөгәндең баһаһын арттырыр өсөн уйлап сығарылған. Ошоға бәйле, XX быуаттың 50-се йылдары иҫкә төшә. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы емереклектәренән илебеҙ саҡ-саҡ ҡына ҡалҡынып килгән ваҡыт. Крәҫтиәндең һәр йортона ҙур налогтар һалынған. Ауыл кешеләре дәүләткә ит, йөн, йомортҡа тапшыра. Һәр бер райондың үҙенең әҙерләүҙәр контораһы бар.
Был учреждение тап бына ошо 1,5-2 га ерҙе биләй ине, бейек ҡойма менән уратып алынған, уның өҫтөнән сәнскеле тимерсыбыҡ һуҙылған. Мөйөштәрендәге вышкаларҙа һаҡсылар тора. Ике ҡапҡаһының береһе контора эргәһендә, төп инеү урынында булһа, ылауҙар сығып йөрөй торғаны артҡы яҡта була торғайны. Ошо территорияла, административ бинанан тыш, келәттәр, ат һарайы, башҡа һарайҙар, бәҙрәф бар ине. Ошо учреждениеның майҙаны бер район өсөн дә ҡыҫыныраҡ ине. Сутолока йылғаһы ярында Иван Нагой стрелецтары ошондай "заготконтораны" төҙөгән дә инде.
Кремль тип ололап аталған Сутолока нығытмаһы ҙур булмаған административ үҙәк булып, яһаҡ йыйыу һәм уны ылау менән Ҡаҙанға, йә тура Мәскәүгә ебәреү өсөн тәғәйенләнгән. Уны төҙөү 1572 йылда Ҡаҙан тарафтарында көслө бола сығыуҙан һуң башлана. Ҡырым ханы Дәүләтгәрәй менән берләшеп, татарҙар һәм сирмештәр баш күтәрә, Рәсәйҙән айырымланырға тырыша. Мәскәүҙе баҫып алып яндырған хан Иван батшанан Ҡаҙанды һәм Әстерханды үҙенә биреүҙе талап итә. 1572 йылдың көҙөндә Иван Ҡаҙанға ғәскәр ебәрә, әммә Дәүләтгәрәй Ҡаҙанды яуларға килмәй. Бер йылдан һуң баярҙар И. Мстиславский, Н. Романов-Захарьин, И. Шереметев һәм башҡалар етәкселегендә көсәйтелгән урыҫ армияһы Муромға йүнәлә. Бола тынһа ла, хәл ышаныслы булмай. Был хәлдә Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрендәге ҡалаларҙы нығытыу, башҡорттарҙан яһаҡ йыйыуҙы болалы Ҡаҙандан Өфөгә күсереү маҡсатҡа ярашлы була. Тап ошо ваҡытта арҙаҡлы баярҙар ҡулы аҫтында стрелецтар Муромдан Белая Воложкалағы Өфө ҡалаһына һәм Өфө йылғаһы үрендәге Сәғәтин ҡалаһына (урыҫ йылъяҙмаларында - Жукотин) йүнәлә лә инде. Улар бында үҙҙәренең нығытылған пункттарын - форттар төҙөй.
Башҡорттар Өфө ҡәлғәһен бер ни тиклем ваҡыт Имән ҡала тип атап йөрөтә. "Ҡала" һүҙе төркисә "калан"дан килеп сыҡҡан, ул хакимға түләгән яһаҡты белдергән. Өфө ҡалаһы Алтын Урҙа дәүерендә лә яһаҡ түләү урыны булған. Шуның өсөн башҡорттар тәүҙә яһаҡ түләү урынын - "ҡалан" тип атап, һуңынан "ҡала", тип әйтә башлаған.
Әлбиттә, һәр ҙур нәмә бәләкәйҙән башлана, әммә ошо Сутолокоград Өфө ҡалаһының башланғысы, тип әйтеп булмай. Дөрөҫөрәк әйткәндә, электән үк бында булған ҡалаға йәнәш һалынған ошо нығытманан Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостанда урыҫ хакимлығы башланған.
Әгәр ысынлап та Ағиҙелдең ошо бөгөлөндә яңы ҡалаға нигеҙ һалынған булһа, ул Өфө тип аталмаҫ та ине. Ул Бельск, Прибельск, йә Белорецк тип аталыр ине. XVIII быуатта 1,2 га ерҙә төҙөлгән Кремлде түгел, ә стеналары 4 метр бейеклегендә булған, һәр урамының башында торған алты ҡапҡалы яңы ҙур ҡәлғәне күргән П. Рычков ошо хаҡта ғәжәпләнеп яҙып ҡалдырған: "Өфө ҡалаһы атамаһының яңы ҡушылмаған булыуы, ә электән булғанының яңыртылыуы тураһында тоҫмалларға мөмкин... Өфө йылғаһынан ике тапҡыр ҙурыраҡ булған Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә төҙөлгән ҡаланы ошо йылғаға ҡойған Өфө исеме менән атауҙан бер мәғәнә лә булмаҫ ине".
Әлбиттә, Рычковтың бында ҡәлғә төҙөлгәнгә тиклем үк Өфө ҡалаһы булғанлығы тураһында яҙыуы тарихсыларға Өфөнөң урыҫ стрелецтары тарафынан нигеҙләнеүен иҫбатлау өсөн билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ҡара менән аҡҡа яҙылғанды балта менән тураҡлап бөтөрөп булмай бит. Шунан һуң бер нәмә икенсеһе менән алмаштырылып ҡарала башлай. Йәнәһе, бында кешеләр йәшәгән урын булһа ла, ҡала түгел, ә "шайтан ҡаласығы" тип аталған боронғо емереклектәр, ҡәлғә стенаһы һәм ур ҡалдыҡтары ғына булған. Был "иҫ киткес" идеяның да авторы шул уҡ Ә. Усманов була.
Әммә ул үҙ-үҙенә ҡаршы килә. Ҡаҙан ханы тарафынан ҡуйылған Өфө кенәзе Ҡара Килембәт 1505 йылда ошо харабалар араһында йәшәгән булып сыға түгелме һуң?

(Дауамы. Башы 37-38-се һандарҙа.)

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.16 | Ҡаралған: 1219

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru