«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ - МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 

2004 йылда баш ҡалабыҙ Өфөнөң 430 йыллығы билдәләнеп, байрам тантаналары ойошторолғайны. Эйе, 1574 йылда Иван Грозный әмеренә буйһоноп, Мәскәү баяры Иван Нагой командалығы аҫтында бында килгән батша стрелецтары Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғанын бер кем дә инҡар итергә йыйынмай. Әммә борон-борондан тап ошо урынды яҡын-тирәлә йәшәгән ҡәүемдәр төйәк иткән, уларҙың торлаҡ, оҫтахана, нығытма урындары әле лә табыла тора. Боронғо риүәйәттәр ҙә, тарихи документтар ҙа ошоға дәлилдер. Академик, тарих фәндәре докторы, билдәле археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә асылған "Өфө-2" ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Эҙәрмән-тикшеренеүсе Радик ВӘХИТОВтың "Сәмреғош ҡанаты аҫтына" исемле китабында бәйән ителгән, ошо мәсьәләгә арналған аналитик мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.

Боронғо ҡаласыҡ ҡалдыҡтары картаға төшөрөлмәй, ә Өфө ҡалаһы 1367, 1377, 1554 йылғы Европа карталарында бар. Өфө ҡалаһын нигеҙләүҙең урыҫ версияһын хөрмәтле тарихсыбыҙҙың ошо ҡулайһыҙ алымы ла ҡотҡара алмай.
Ә башҡорттарҙың ҡала төҙөүгә ҡарата позицияһы тураһында бына нимә әйтергә була. Башҡортостандың Мәскәү дәүләтенә ҡушылып, Рәсәй барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, нуғай һәм себер хандары, башҡорттарҙы үҙҙәренә яһаҡ түләүселәр итеп ҡарап, уларҙы талау маҡсатында яу сабыуҙарын туҡтатмай. Шул сәбәпле беҙҙең тарих фәнендә башҡорттарҙың үҙҙәрен күршеләренән ҡурсалар өсөн урыҫ хөкүмәтенә бында хәрби гарнизонлы ҡәлғәләр төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе тураһында тағы ла бер миф барлыҡҡа килгән. Был ҡараш "оло ағай"ҙың "бәләкәй ҡусты"лар, йәғни урыҫ халҡының бәләкәй халыҡтар өсөн ҡотҡарыусы ролен уйнауы тураһында фекер йөрөтөүгә тап килә. Шуға өҫтәп, был миф башҡорт халҡының күскенселек концепцияһына ярашлы булып, Мәскәү дәүләтенә ҡушылғанға тиклем башҡорттарҙың үҙ ҡала һәм ауылдары булмаған, тигән фекергә ҡулай килеп тора.
Әлбиттә, Өфө ҡалаһының урыҫ стрелецтары тарафынан башҡорттарҙың һорауы буйынса төҙөлөүе тураһындағы тезисты бер Ә. Усманов ҡына яҡламаған.
Билдәле археолог В. Иванов: "...1573 йылда башҡорттар батша Иван Грозныйға үҙ ерҙәрендә ҡала төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итте", тип яҙа. Һәм артабан былай тип өҫтәй: "Башҡорттарҙың теләгенә яуап итеп, батша 1560 йылда дворян Иван Артемьевты Башҡортостанға яңы ҡала өсөн урын ҡарап табырға ебәрә".
Беҙ тағы ла тоҡто тишеп килеп сыҡты түгелме? В. Иванов фекеренсә, батша Иван Артемьевты башҡорттарҙың һорауын үтәргә 1560 йылда ебәрһә, ошо ниәт тик 13 йылдан һуң, 1573 йылда ғына теркәлә!
XVI быуаттың 50-се йылдары аҙағында башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә яңы дәүләт - Рәсәй барлыҡҡа килә. Тәбиғи һәм айыҡ фекергә ярашлы, Рәсәй батшаһының тәүге аҙымдары урындарҙа дәүләт органдарын булдырыу, унда үҙе тәғәйенләгән кешеләрҙе ебәреү һәм яһаҡ йыйыуҙы ойоштороу менән бәйле була. Алтын Урҙала ла шулай була, һәм Иван Грозный ҙа шуға ынтыла. Тап шул сәбәпле ул дворян Иван Артемьев алдында "острог", "сторожка", йәғни нығытылған һәм һаҡлаулы административ үҙәк төҙөү урынын билдәләү маҡсатын ҡуя ла инде.
Батша Иван Васильевич башҡорттарҙың болаһыҙ һәм тыныс тормошон һаҡлау өсөн уларҙы үҙ ҡарамағына алмаған. Ҡаҙанды алған саҡта башҡорттарҙың хәрби булдыҡлылығын күргән батша килешеү буйынса уларға Рәсәйҙең көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш сиктәрен нуғай һәм Себер татарҙары һөжүменән ҡурсалау бурысын йөкмәтә. Ливон ордены һәм Польша менән туҡтауһыҙ һуғыш алып барған Рәсәй батшаһының көнбайышта хәл ителмәгән проблемалары ла етерлек була.
Башҡорттарҙы ҡурсалау маҡсатында урыҫ стрелецтарының Өфө ҡалаһын төҙөүе тураһында матур әкиәт һөйләүсе тарихсыларыбыҙ Өфө ҡәлғәһе һәм уның гарнизоны Каманан Тобол һәм Иртышҡа тиклемге киң территорияла йәшәгән башҡорттарҙы нисек итеп яҡлай һәм һаҡлай алыуын иҫбатлап ҡарарға ла баҙнат итә алманы.
Был ҡарашты артабанғы тарих ағышы бөтөнләйгә юҡҡа сығарҙы. Өфө ҡалаһында ҡәлғә төҙөлдө, гарнизон булдырылды, әммә Себер һәм нуғай хандары баҫҡынсыларының, һуңға табан ҡалмыҡ һәм ҡаҙаҡтарҙың башҡорттарға һөжүм итеп тороуына ҡарамаҫтан, урыҫ гарнизоны Башҡортостан тарихында бер генә тапҡыр булһа ла ерле халыҡты яҡлап сыҡманы.
Башҡорттарға ҡәлғә тик бер нәмә - ошондағы дәүләт органдарына туранан-тура яһаҡ түләү өсөн кәрәк ине, сөнки уларҙың яһаҡ йыйыусылары үҙҙәренең вазифаһын һәр саҡта ла халыҡты алдау өсөн файҙаланған.
Яһаҡ түләү өсөн Ҡаҙан алыҫ һәм уңайһыҙ була. Тарҡаулыҡ осоронда яһаҡты башҡорттар үҙҙәре йыйып, Ҡаҙанға алып барырға, ылауҙарҙы һаҡларға, дәүләт ҡаҙнаһына тапшырырға тейеш була. Был улар өсөн бик тә уңайһыҙ булып, төрлө буталсылыҡтарға һәм боҙоҡлоҡтарға килтерә.
Башҡорттар яңы дәүләт алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәргә тырыша, яһаҡ түләгәнлектәре тураһындағы документтарын һаҡлап тота, сөнки был уларға батша хөкүмәтенән килешеү шарттарын үтәүҙе, иң мөһиме, аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлауҙы талап итергә мөмкинлек бирә. Тик шуның арҡаһында ғына улар үҙ ерҙәренең бер өлөшөн ҡәлғә төҙөү һәм уның эргәһендә дәүләт хеҙмәтен башҡарыусыларҙы урынлаштырыу өсөн бирергә риза була.
Өфө ҡалаһындағы ҡәлғә батша хөкүмәтенә кәрәк була. Үҙ тарихының башынан уҡ ул беҙҙең яҡтарҙа Рәсәйҙең колониаль сәйәсәте терәгенә әйләнә. Бындай ҡәлғәләр һәм острогтар XVI-XVII быуаттарҙа бигерәк тә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек ҡалҡып сыға. Бында сауҙагәр Строгановтар Уралды һәм Себерҙе яулауҙы башлап ебәрә. Башҡорттар ҡаршылашып, ихтилалдар ойоштора. Тап шул саҡта уларҙы баҫтырыу өсөн Өфөнән каратель отрядтары сығарыла башлай. Был - тарихи ысынбарлыҡ.

(Аҙағы. Башы 37-39-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.16 | Ҡаралған: 1052

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru