Мексикала үткән Бөтә донъя фольклориадаһында Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм "Арғымаҡ" этно-төркөмө ҡатнашты. Улар унда республикабыҙ ғына түгел, ә тотош Рәсәй исеменән сығыш яһаны! 2020 йылда ошондай уҡ Фольклориада Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк. Фольклориада ниндәй юҫыҡта үткәрелә һәм үҙ эсенә фольклорҙың ниндәй төрҙәрен ала? Киләсәктә үҙебеҙҙә буласаҡ сараға беҙ нисек әҙерләнергә тейешбеҙ? Бөтөн был һорауҙарға яуап алыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе асыҡлау өсөн һөйләшеүгә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Филүс ҠАҘАҠБАЕВ менән "Арғымаҡ" этно-төркөмө етәксеһе Ринат РАМАҘАНОВты саҡырҙыҡ.
Егеттәр, иң башта был сараның тарихы һәм маҡсаты менән танышып китәйек әле. Ҡасандан үткәрелә был байрам? Байраммы ул, әллә эшлекле аралашыу формаһындағы осрашыумы? Ҡасандан, ҡайҙан башланған һәм ни өсөн тап башҡорттар унда барып юлыҡты?
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Бөтә Донъя Фольклориадаһы ул Бөтә Донъя фольклор һәм традицион сәнғәт Советының рәсми сараларының бер өлөшө булып тора. Олимпиада уйындары кеүек, үҙ флагы, гимны, символикаһы булдырылып, дүрт йылға бер үткәрелә килә. Девизы: "Ҡулда - ҡул". Был символ донъя халыҡтарының рухи ҡомартҡылары аша бәйләнештә булыуын аңлата. Беренсе Фольклориада 1996 йылда Нидерландияла ойошторолған булһа, унан Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм әле һуңғыһы Мексикала булды. Сакатекас ҡалаһы ла бушҡа ғына һайланмаған ине. Ҡаланың үҙәге Бөтә Донъя ЮНЕСКО мираҫына индерелгән. Ундағы йорттар, ҡоролмалар, урамдар һәм бер ҡайҙа ла күрелмәгәнсә итеп эшләнгән фонарҙәр үҙҙәре бер музей экспонаттары булып тора. Шул уҡ ваҡытта бында сауҙа менән мәҙәниәт тә ныҡ үҫешкән. Был ҡаланы "Мексиканың төньяғына сығыусы ҡапҡа" тип тә йөрөтәләр.
Ә инде беҙҙең, тап башҡорттарҙың, был байрамға барып юлығыуыбыҙҙың сәбәбе, иң беренсе сиратта, халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ фольклоры булһа, икенсеһе - 2020 йылда беҙ был сараны үҙ республикабыҙҙа ойоштороусылар булараҡ, махсус ҡунаҡтар рәүешендә саҡырылдыҡ. Ә инде сараға тап ошо ике коллективтың барыуын республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы хәл итте.
Хәҙер, әйҙәгеҙ, һеҙҙең ишеткән-күргәндәрегеҙ менән бүлешәйек. Нисек ҡабул иттеләр? Ниндәй мөғжизәләргә шаһит булдығыҙ? Киләсәккә фәһем алырлыҡ мәлдәр, күренештәр булдымы? Һәм, ғөмүмән, нисек йәшәп ята Мексика?
Ринат Рамаҙанов: Был сараның дөрөҫ атамаһы - Театрлаштырылған донъя фольклоры байрамы. Сөнки 50-ләп илдән килгән ике меңдән ашыу артист, һәр береһе үҙенең милли кейемендә булып, ниндәй генә кәсепте, йоланы, йыр-бейеүҙе һәм ауыҙ-тел ижадын күрһәтмәне. Сакатекастың 13 мең тамашасыны һыйҙырырлыҡ стадионы шығырым тулы булып, унда инә алмай ҡалыусылар артистарҙы башҡа нөктәләрҙә лә түҙемһеҙләнеп көтөп торҙо.
Беренсе көн, билдәле булыуынса, парад булды. Башҡалар кеүек, беҙ ҙә милли кейемдәребеҙҙә, милли музыка ҡоралдарында уйнай-уйнай, йырлай-бейей, сафтарға теҙелеп үттек һәм, әйтергә кәрәк, башҡаларҙан айырылып торҙоҡ, иғтибарҙы шундуҡ йәлеп иттек, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Ысын. Күптәрҙең күҙе беҙҙә булды.
Бер нисә көн эсендә 450-нән ашыу сара үтте. Беҙ ҙә шулар иҫәбендә планлаштырылған урындарҙа сығыштар яһаныҡ. Башта "Кемдәр икән былар?" тип ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы алһалар, бер-ике сығыштан һуң беҙҙе тамашасыларыбыҙ икенсе нөктәләге концерттарыбыҙға эҙләп килә башланы. Үҙҙәре үк килеп әйтә: "Беҙ һеҙҙе тегендә күрҙек тә, бында тағы ла ҡарарға тип эйәреп килдек", - тиҙәр.
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Өҫтәп китәйем әле. Донъя кимәлендә беҙ Рәсәй субъекты булараҡ Рәсәйҙе беренсе тапҡыр һынландырҙыҡ һәм ике төркөм дә Мексикаға шулай уҡ тәүге тапҡыр барҙыҡ. Был беҙҙең үҙебеҙ өсөн ҙур мәктәп булды. Ә инде тап Башҡортостандың 2020 йылғы Фольклориада ерлеге итеп һайланыуы республикабыҙҙың Рәсәй күҙлегенән, ил күҙлегенән яҡшы кимәлдә итеп баһаланыуы ул.
"Мәктәп" тип әйттем, сөнки беҙ унда Фольклориаданың ойоштороу үҙенсәлектәрен ҡарап-күҙәтеп йөрөнөк һәм шундай һығымтаға килдек: беҙ был сараны күпкә яҡшыраҡ итеп ойошторасаҡбыҙ, Алла бирһә. Мексика халҡының менталитеты ла, характер үҙенсәлектәре лә башҡамы, әллә тәртип яғы аҡһаймы - уларҙа ойоштороу тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Әйткәнемә йәшәү, ашау, концерттарҙы билдәләү һәм хатта гид хеҙмәтләндереүе лә инә. Унда, мәҫәлән, ҡунаҡханала бер карауатҡа икешәр кеше тура килгән, коллективтарыбыҙҙың ҡайҙа туҡланырға тейешлеген белмәгән осраҡтар ҙа булды. Йәки ҡайҙа-ҡасан сығыш яһарыбыҙҙы асыҡлай алмайбыҙ ҙа, кемдер ҡапыл килеп әйтә һәм беҙ йүгерешеп сығып китәбеҙ. Программа һорайбыҙ - юҡ, саралар планын һорайбыҙ - юҡ, нисә сәғәтлек концерт, нисәнсе булып сығыш яһайбыҙ - белгән әҙәм юҡ! Мексикандар күп нәмәгә бик еңел, ғәҙәти итеп кенә ҡарай икән. Инде лә бошмаҫ халыҡ! Улар "Әһә, былар сит илдән килгән ҡунаҡтар!" тип айырып ҡарай белмәй. Хатта беҙҙе йөрөтөүсе автобустың шоферы ла беҙгә ғәҙәти пассажирҙар кеүек кенә итеп ҡараны. Был, бер яҡтан, шул халыҡ араһына тиҙ генә инеп, яғылып китеү яғынан ҡыҙыҡлы ла, икенсе яҡтан, беҙҙең кеүек айырым миссия менән йөрөгәндәргә мәшәҡәтле лә. Беҙ бит, нисек әйткәндә лә, планлаштырылған, яйға һалынған тәртипкә нигеҙләнеп йәшәп һәм эшләп өйрәнгәнбеҙ.
Һеҙҙең коллективтарҙың сит илдә республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һынландырыуы мәртәбәгеҙҙе лә, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡты ла арттырҙы, шулай бит. Ошонан сығып шундай һорау: һеҙ етәкләгән коллективтар, һеҙ башҡарған эштәр, йәғни йыр һәм бейеү сәнғәте милли фольклорыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереүгә ни ҡәҙәр өлөш индерә, тип уйлайһығыҙ? Ансамбль етәкселәре булараҡ түгел, ә рухи ҡиммәттәребеҙгә битараф булмаған ябай башҡорт булараҡ бирәм мин һеҙгә был һорауҙы.
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең милли фольклорыбыҙҙы тергеҙеүҙә һәм мәңгеләштереүҙә һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ булыуын яңылыҡ итеп һөйләргә лә түгел, бары тик яуап итеп кенә иҫкә төшөрәм. Белеүегеҙсә, 1939 йылда талантлы бейеүсе, Башҡорт опера һәм балет театры артисы Фәйзи Ғәскәров етәкселегендә төҙөлгән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле ошо һигеҙ тиҫтәгә яҡын ғүмерендә 60-тан ашыу башҡорт бейеүен халыҡ хәтерендә тота ғына түгел, уларҙы йәш быуынға ла тапшыра килә. Шуларҙың "Зарифа", "Гөлнәзирә", "Заһиҙә", "Байыҡ", "Төньяҡ амурҙары", "Ҡороҡсолар", "Фермала", "Бесәнселәр", "Дуҫлыҡ", "Шишмә буйында" кеүек бейеүҙәре иң тәүгеләре була. Быларҙан ары килгәндәре лә барыһы ла халҡыбыҙҙың бай фольклорына, ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына нигеҙләнгән. Ә инде ансамблдең барлыҡҡа килгәндән алып үҙ ерлегебеҙҙә генә түгел, ә сит өлкәләрҙә, сит илдәрҙә йөрөп, башҡа халыҡтарға милли мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеүе, беҙҙең ошо ерҙә бар булыуыбыҙҙы, ерле, тарихлы булып йәшәп ятыуыбыҙҙы күрһәтеүе үҙе үк бер ҙур хеҙмәт.
Шулай уҡ ансамбль йәш быуынды тәрбиәләүгә, уларға әлеге милли мәҙәниәт хаҡындағы мәғлүмәттәр биреүгә, күңелдәрендә халыҡ традицияларына һөйөү уятыуға ла булышлыҡ итә. Республика һәм яҡын-тирә өлкәләр буйлап мәктәп уҡыусылары өсөн концерт-лекторийҙар ойошторола. Унда тәҡдим ителгән бейеүҙәрҙең дә төп өлөшө милли фольклорға нигеҙләнгән.
Ринат Рамаҙанов: Беҙ төркөмөбөҙҙө ойоштороп, эш башлағанда артабан нимә килеп сығырын үҙебеҙ ҙә белмәгәнбеҙҙер әле. Традицион фольклорҙы күрһәтеүселәр булһа ла, уны сәхнәгә заманлаштырып сығарыусылар әлегә юҡ ине. Ә беҙ регги, рок, диско, R’n’B, поп йүнәлештәрен дә индереп, ҡулланып, шул йүнәлештәргә милли мотивтарыбыҙ һалынған көйҙәр сығарырға тырыша башланыҡ. Башта үҙешмәкәрҙәр кимәлендә генә булдыҡ. Сөнки башта музыка ҡоралдарына, яҡшы аранжировкаларға, сифатлы яҙмаларға аҡса булманы. Тәүге музыка ҡоралдарын да кәләш менән Ҡарһылыу-Ҡыш бабай булып эшләүҙән килгән табышҡа алғайныҡ.
Шулай итеп, йәштәрҙе милли фольклорыбыҙға йәлеп итеүгә, уларҙың иғтибарын ошо юҫыҡҡа йүнәлтеүгә аҙ булһа ла өлөш индергәнбеҙҙер, тип уйлайым. Сөнки ошо этно-рок төркөмө килеп сыҡҡас, ул күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, башҡорт йәштәре: "Әһә, ошолай ҙа була икән", - тип уйланы. Уйлап ҡына ҡалманы, идеяны эләктереп тә алды. Бөгөнгө көндә үҙебеҙҙәге клавишник егет "Әссәләм" төркөмөн барлыҡҡа килтерҙе, ҡылҡумыҙсыбыҙ "Ятаған"да, барабансы "Splash" барабандар шоуында уйнап йөрөй, Екатерина Ямщикованың да үҙенең коллективы бар. Йәғни, төркөмдәге йәштәребеҙ һәр береһе шәхси үҫеш кисереп, ошо милли фольклор нигеҙендә үҙ ҡыҙыҡһыныуындағы проект булдырҙы. Әгәр киләсәктә үҙебеҙҙә фестивалдәр үткәрергә планлаштырабыҙ икән, беҙгә тамашасыға тәҡдим итер продукт кәрәк. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә һәр районда этно-төркөмдәр ойошто. "Байембәт", "Тамға", "Ҡатай", "Әйле-Ҡатай", "Елмерҙәк", "Аҡтамыр", "Урал тау", "Юлдаш", "Алпамыша" кеүек ун бишләп уңышлы эшләп килгән коллективтарҙы беләм. Йәй Салауат районында "Йорүҙән" конкурсы үтте. Республика Халыҡ ижады үҙәге грант алып, шул ярҙам менән был төркөмдәрҙе сәхнә костюмдары менән тәьмин итеп, сағыу, фәһемле бер сара үткәрҙе. Ошонда күренде инде һәр коллективтың үҙ стилен булдырырға тырышыуы, һәр кемдең эҙләнеү, ижад юлында икәне.
Бөгөн тарих, халҡыбыҙҙың үткәне, фольклоры һәм башҡа рухи ҡиммәттәре менән ҡыҙыҡһыныу үҫә бара. Сөнки милли нигеҙҙәге йәки темалағы һәр яңы әҫәр, пьесалар, йыр-бейеүҙәр, кейем-һалым күптәрҙе битараф ҡалдырмай. Фекер уртаҡлашыуҙар, бәхәстәр, ҡайһы саҡта тәнҡит тә ишетелеп кенә тора. Әйткәндәй, ансамблдең "Тархандар" бейеү костюмы тирәләй ҙә хәбәр күп булды. Был нимәнән, һеҙҙеңсә, халыҡтың күп белеүенәнме, әллә белмәүенәнме?
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Был халыҡтың ҡыҙыҡһыныусан булыуынандыр. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ансамбль ижадына битараф булмауынан, уларҙың белергә һәм аңларға теләүенән. Кем әйтмешләй, ҡыҙыҡлы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп була. Был бейеүҙе иһә беҙҙең данлыҡлы оҫтабыҙ, БР-ҙың халыҡ артисы Риф Ғәбитов ҡуйҙы. Алға китеп, шуны әйтер инем: Риф Фәтих улы бер сәхнә эшен дә, хатта бәләкәй генәһен дә, еңел-елпелек менән башҡармай, ул бик төптән уйлап, эҙләнеп, тарихсылар, этнографтар, архивтар, оло быуын вәкилдәре менән кәңәшләшеп, ҡайта-ҡайта тикшереп кенә башҡара торған кеше.
Ә инде бейеү тарихына килгәндә, милләтебеҙҙә бит бөтөн ҡатламдар ҙа булған, әммә профессиональ бейеү формалашҡан мәлдә эшсе-хеҙмәтсән халыҡ ҡатламына дан йырлау өҫтөн ҡуйылған, ябай халыҡты күтәреү өсөн геройҙар ҙа улар араһынан булырға тейеш булған. Бөтәһе лә йә һунарсы, йә көтөүсе булмаған бит. Араларында йөҙ, йәки мең кешегә бер лидер ҙа осраған. Бәләкәй генә берләшмәлә лә, ауылда ла башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртеүсе берәү була. Музейҙарҙа ла ябай халыҡтың кейемдәре һаҡланған, ә бейҙәрҙең, тархандарҙың кейемдәре юҡ, сөнки улар ысынлап та күп булмаған. Тархандар - улар төрки телле халыҡтарҙа йәмғиәттең иң юғары ҡатламы. Күрһәткән батырлығы, дәүләт эшендәге уңыштары өсөн бирелгән уларға был дәрәжә. Бейеүҙә ошо батырлыҡты, лидерлыҡты күҙ алдына килтерергә хәрәкәттәр ярҙам итә. Үҙ дәрәжәһен белеп, һалмаҡ ҡына бейей улар сәхнәлә. Музыка ла бейеүҙе тулыландырырға ярҙам итә. Халҡыбыҙҙың һәр ырыуының үҙенең дәүләтселек элементтары - тамғаһы, ҡошо, ағасы, ораны булған. Тамғалар - шулай уҡ боронғолоҡ күренеше. Башҡорт тамғалары ябайыраҡ күренһә лә, улар рун яҙмаларына барып тоташа. Ошо ябайлыҡ халҡыбыҙҙың холҡонда әле лә һаҡланып ҡалған бит.
Костюмдар буйынса ла ентекле эш алып барылды. Костюмдар традицион булһа ла, затлы заттан булыуын күрһәтеп тора. Тархандың эргәһендә уның аңына, дәрәжәһенә торошло ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Санкт-Петербургтың этнографик музейында "башҡорт кәләпүше" тигән баш кейеме һаҡлана, ул бейек итеп тегелә, тотош тәңкә менән биҙәлгән. Руденконың башҡорттар тураһындағы хеҙмәттәрендә был баш кейеме бик яҡшы итеп тасуирлана. Бына ошо "кәләпүш"те ҡуллана ла инде бейеүендә Риф Ғәбитов. Был үҙенә күрә бик уникаль күренеш булды. Санкт-Петербург этнографик музейында һаҡланған "кәләпүш"тең ауырлығы - 16 килограмм. Ҡатын-ҡыҙ матур булыу өсөн әллә ниндәй ауырлыҡтарға ла әҙер, быныһына шик юҡ. Әммә был биҙәнеү әйберҙәренең башҡа маҡсаты ла булған. Иң тәүҙә, тәңкәләр яуыз көстәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡлап торорға тейеш булған, күрәһең. Наталья Степанова тигән рәссам фекеренсә, көмөш тәңкәне тишһәң, аҡса берәмеге булараҡ, уның ҡиммәте юғала. Бының менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы, ҡарағыҙ, бына мин күпме байлыҡты биҙәнеү әйберенә әүерелдерә алған хәлле заттанмын, тип әйткән кеүек. Йәғни, биҙәнеү әйберенең байлығына ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге дәрәжәһен, затын да белергә була. Рәссамдың тағы бер версияһы буйынса, бына был кәләпүш - яугирҙарҙың шлемына оҡшаған. Алыҫтан ҡарағанда, ул шлем булып күренә. Борон ирҙәре менән бергә ҡатындар ҙа яуға йөрөгән, шул саҡта кәләпүштәр ялтырап күренеп, яугирҙар һаны икеләтә артыҡ күренгән. Был версияларҙың барыһы ла йәшәргә хаҡлы, тип уйлайым. Шунлыҡтан, "Тархандар" бейеүендәге милли кейемдең ҡулланылыуы нигеҙле һәм быны иҫбатлаусы тарихи мәғлүмәттәр етерлек. Заманында сәхнәгә "Еҙ үксә" бейеүе сыҡҡас та уны нисек кенә шелтәләмәнеләр. Әммә бөгөн "Еҙ үксә" - легенда! Ә инде бөгөнгө "тархандар" тирәһендәге бәхәстәргә килгәндә - улар булһын ул, был кемдәрҙеңдер беҙҙең сәнғәткә ҡарата битраф булмауын күрһәтә.
Ике йыл элек донъя кимәлендәге "Профессиональ дәүләт бейеү ансамблдәре" тигән Союз төҙөлдө, беҙ шул теҙмәгә ингәнбеҙ. Һәм бер-беребеҙ менән хәбәрләшеп, аралашып торабыҙ, шул иҫәптән проблемаларыбыҙҙы ла беләбеҙ. Күп бейеү ансамблдәренең репертуары киңәйә алмай, уларҙың бейеү һалыр темалары (йәғни фольклорҙары), бейеү ҡуйыр балетмейстерҙары юҡ. Элекке билдәле бейеү ҡуйыусылар, үкенескә ҡаршы, теге донъяға күсеп бөттө, уларҙы алмаштырыр оҫталар килмәне. Ә беҙҙең ансамблдә йыл һайын бер яңы милли бейеү яралып тора. Ошоларҙан сығып, шөкөр итә лә беләйек, йәмәғәт.
Ринат, ә бына һеҙҙең кеүек рок һәм башҡа төркөмдәрҙең ҡобайырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе, халыҡ йырҙарын үҙгәртеп, төрлө элементтар индереп башҡарыуы фольклорға зыян итмәйме икән?
Ринат Рамаҙанов: Беҙ төркөм ойоштороп, йырлап йөрөй башлағас, фольклорсы апай-ағайҙарыбыҙ "Фольклорҙы боҙаһығыҙ" тип әрләп тә ҡуя ине. Улар дөрөҫ әрләне. Беҙ уны аңланыҡ. Әммә шундай һорау торҙо: йәштәрҙе этно-музыкаға нисек йәлеп итергә һуң? Шул ваҡыт Юлай ағай Ғәйнетдинов бик фәһемле кәңәш бирҙе: ҡустылар, был һеҙҙең "гарнир" формаһында ғына булырға тейеш, ә төп өлөштө үҙебеҙҙең традицион фольклор биләһен, тине. Һәм беҙ яйлап тамашасыны заманса биҙәлештәр менән арбарға һәм тап уртала ысын ҡомартҡыларыбыҙҙы тәҡдим итергә өйрәндек. Быны нимәнән әйтәм - аңлап эшләргә кәрәк. Ә инде фольклорҙы дан һәм аҡса мәнфәғәтендә улай-былай һуҙғылап, боҙғолап тотоноу - енәйәт, минеңсә. Ундай йәштәргә ҡайыш кәрәк.
Беҙҙең милләттең рухи хәтере шәп. Үрҙә һөйләнгән бейеү янындағы бәхәстәр ҙә ана шул рухи хәтерҙең һаҡланып ҡалыуының дәлиле ул. Ололарҙан кемдәрҙер олатай-өләсәйҙәренән рухи хазинабыҙ өлгөләрен төп нөсхәһендә күргән, иҫләп ҡалған. Улар хәрәкәттәрҙәге, кейем-һалымдағы, йыр темпындағы саҡ ҡына башҡараҡ тонды ла ғәфү итә алмай, шундуҡ һуҡ бармағын күтәрә. Әммә шул уҡ ваҡытта был ҡомартҡылар элекке заманда ғына тороп ҡалмаһын, юғалмаһын һәм уларҙы бөгөнгө быуын ҡабул итеп алһын өсөн уларға ниндәйҙер төҙәтмәләр индерергә лә тура килә. Әммә бөтөн был ижад милли мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртып, үҙһаҡланыш хәстәрҙәрендә башҡарыла.
Бөтә Донъя Фольклориадаһына кире ҡайтҡанда, "Тамашасы тарафынан беҙгә айырым иғтибар булды", тинегеҙ. Ошо хәбәрҙе асыҡлап китәйек әле. Ни өсөн улай булды? Ни яғығыҙ менән айырылдығыҙ һеҙ башҡаларҙан?
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Мексикала егерме көн булдыҡ. Башта беҙҙең сығыштарҙы концерттың иң башында ҡуйҙылар, бер аҙҙан иң аҙаҡҡы номер итеп ҡалдыра башланылар. Ринат сығып ҡурайҙа "Урал"ды һыҙҙырып ебәрһә... бар тирә-яҡ тып-тын була! Унан китә алҡыштар! Шулай уҡ "Еҙ үксә" егеттәре килеп сыҡтымы йәки "Зарифа" тамамландымы - геүләү-хуплау урамдарҙы осороп алып бара. Был бер ҙә арттырыу түгел. Бына, мәҫәлән, Латин Америкаһы йәки Европа халыҡтары бейеүҙәрен алайыҡ. Бер-нисә минут шөғөлләнгәндә уны һеҙ ҙә башҡара алаһығыҙ, көй темпын ғына тотоп алыу фарыз. Ә беҙҙең бейеүҙәрҙе уларҙың береһе лә бейей алмай, һәм өҫтәп китәм, беҙҙең бейеүҙәрҙе башҡарған коллективтар ҙа Рәсәйҙә бер-икәү генә, сит илдәрҙә бөтөнләй юҡ. Хәрәкәттәрен ҡабатлап ҡарағанда ла, эстәлеген, кисерештәрен, бейеү моңон төшөнмәй, сағылдыра алмай улар. Ә беҙ үҙебеҙ "һә" тигәнсе уларҙың хәрәкәттәрен, бейеү характеры һыҙаттарын, шул энергетиканы, костюм биҙәлештәрен отоп алып ҡайттыҡ. Киләсәктә репертуарыбыҙға Мексика бейеүе лә өҫтәлер әле.
Ринат Рамаҙанов: Мин унда беҙҙекеләй костюмдарҙы күрмәнем. Юҡҡамы ни, урамда ла тотоп ҡарайҙар, бергәләп фотоға төшөргә һорайҙар. Ул тәңкәләр, ул еләндәр, ул баш кейемдәре генә лә ни тора! Беҙҙең кейемдәр шул тиклем халыҡты йәлеп итә. Ә инде ир-егеттәр бейеүендәге ирлек, ғәйрәтлек, ҡеүәтләү ауаздары биреп һындыра баҫыуҙар, һәр ваҡыт вальс формаһындағы һикрәнләп бейеүгә яраҡлашҡан халыҡты үтә лә тетрәндерҙе, ахыры. Беҙҙең егеттәр һикереп килеп баҫҡанда сәхнә алдындағы тамашасы артҡа сигенә биреп ҡуя ине хатта. Беҙ үҙебеҙ шул күренештән көлөп йөрөнөк әле. Сығыш яһаған ерҙәребеҙҙә лә егермеләп метрлыҡ сираттар торҙо - ысын! Килеп рәхмәт әйттеләр, беҙҙең арттан эйәреп йөрөнөләр. Хатта ҡайһылары: "Һеҙҙе күргәндән һуң Башҡортостанды барып күреү теләге тыуҙы, билет алырға булдыҡ", тип тә әйттеләр. Былар, әлбиттә, беҙҙе рухландырҙы ғына.
Ситтә беҙҙең милли мәҙәниәт ысынлап та күтәреп алына, был һеҙҙең һөйләгәндән дә күренеп тора. Ә бына үҙебеҙҙә, ниңәлер, ундай уҡ ҡыҙыҡһыныу юҡ. Был нимәнән, һеҙҙеңсә: ошо байлыҡты, тәрәнлекте төшөнөп етмәгәндәнме, аңһыҙлыҡтанмы, әллә ҡәҙерләй белмәүҙәнме икән?
Филүс Ҡаҙаҡбаев: Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Мин үҙебеҙҙең ансамбль өсөн генә яуап бирәм: ҡайҙа барһаҡ та залдар туп-тулы була, Аллаға шөкөр. Ә инде дөйөм алғанда, беҙҙә республика мәҙәниәт үҙәктәрендәге концерттар маркетингын төҙөү, планлаштырыу яғы аҡһай. Ситтән килгән концерт бригадаларына "йәшел урам" асыла. Былтырғы миҙгелдәрҙә, мәҫәлән, абруйлы ғына төркөмдәр, филармониялар залға тамашасы йыя алманы. Был уларҙың сығышы ни яғы менәндер башҡаларҙан кәм тигәнде түгел, ә урындарҙа эште ойоштора белмәүҙе генә аңлата. Был мәсьәлә республиканың Мәҙәниәт министрлығы кимәленә күтәрелде һәм яҡын арала ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ.
Был тәңгәлдә тағы ла бер нәмә бар, ул - тамашасының темпераменты. Улар һәр ерҙә һәр төрлө. Төрлө илдәрҙә сығыш яһарға тура килгәс, ошо күренеште күҙгә элмәй ҙә булмай. Бына әле һөйләп ултырабыҙ, мексикандар тамаша ҡылыуҙа бик ярһыу, күңелсәк халыҡ, тип. Япондар, мәҫәлән, бөтөнләй эмоцияһыҙ, һин уларға оҡшағанһыңмы, юҡмы икәнде лә белмәҫкә мөмкинһең. Шуның кеүек, беҙҙең халыҡтың да, тамашасы булараҡ, үҙенсәлеге бар. Улар бик тотанаҡлы, ипле, сабыр. Илаһа, илап ултыра, әммә ҡысҡырмай-һыҙғырмай, йүгереп сығып ҡосаҡлап үпмәй.
Ринат Рамаҙанов: Икенсе бер мәсьәлә лә бар: беҙҙең эстрада йәштәре концерттар менән йөрөүҙе аҡса эшләүгә генә ҡайтарып ҡалдыра. Улар гастролдәргә ике кеше, бер микрофон һәм бер колонка менән сыға ла китәләр. Концерттары тотош импровизация менән бара. Бер ниндәй сценарий, шоу-программа, сәхнә биҙәлеше, мәғәнә юҡ. Бөгөн ябай исем менән генә тамашасы йыйып булмай. Улар концерттан ял итеп ҡайтырға, иларға-көлөргә, хисләнергә, уйланырға, фәһем алырға тейеш. Тамаша ошондай ихтыяждарға яуап бирмәй икән, кеше бер килә, ике килә лә, өсөнсөгә ҡул һелтәй.
Сифатлы концерттар биреүгә, тамашасы зауығын ҡайғыртып эшләүгә өйрәнә барабыҙ ғына әле. Бына күптән түгел "Евразия йөрәге" фестивале үтте. Уның сиктәрендә "Этно төнө", "Симфония төнө", "Кино төнө", "Ҡурай-фест" һәм "Урал моңо" саралары ойошторолдо. Бына ошондай концерттарҙы башҡа ҡалаларға, райондарға йөрөтөп күрһәтергә ине. Был әлегә тәжрибә өсөн булды. Киләһеһендә ошондай концерттарҙы мотлаҡ башҡа ҡала-райондар ҙа, башҡорттар йәшәгән сит төбәктәр ҙә күрәсәк. Был миҫалдарҙа беҙ халыҡты ысын, матур, эстәлекле шоу-программалар миҫалында тәрбиәләй аласаҡбыҙ, тип уйлайым.
Фольклор - ул йыр-бейеү генә түгел, ул шул уҡ милли кәсептәр ҙә, көнкүреш шөғөлдәре, ауыҙ-тел ижады ла һ.б. Әлеге көндә бына ошо "фольклор" теҙмәһенә ингән ҡиммәттәрҙең ҡайһыныһы иң сетерекле хәлдә, ҡайһыныһы һуңғы сиктә булып, ярҙамға мохтаж?
Ринат Рамаҙанов: Бер яҡтан, айырым-айырым ҡараһаң, һәр береһе ярҙамға мохтаж кеүек. Ә икенсе яҡтан, дөйөм алғанда, улар, киреһенсә, үҫешә, ғәҙәти тормошобоҙға үтеп инә, ҡулайлаша барыу юлында. Яңыраҡ булып үткән "Өфөфорум" мәғариф проектын ғына алайыҡ. Мин үҙем ҡатнаша алған программаларҙы ғына әйтәм: мәҫәлән, милли колоритлы заманса кейемдәр тегеү, ҡортсолоҡ кәсебен тергеҙеү, милли мәҙәниәттә аҡса эшләү юлдары тураһында матур сығыштар тыңланды. Быларҙан башҡа ла ҡыҙыҡлы проекттар күп булды. Йәштәребеҙҙең был проекттар менән ҡыҙыҡһыныуын күреп шатланмау мөмкин түгел ине.
Күп халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, беҙҙең әле беҙ данлап һөйләп ултырған байлығыбыҙ - фольклорыбыҙ бар. Беҙ уны кәрәк юҫыҡта яңы-яңы ҡулланып өйрәнә башланыҡ ҡына. Яҡын киләсәктә ошо нигеҙҙә күтәрелеш буласаҡ: социаль, иҡтисади, мәҙәни, сәйәси һ.б. пландарҙа. Ошо тулҡынды дөрөҫ итеп тотоп ала һәм алға алып китә алһаҡ - отасаҡбыҙ. Был осраҡта беҙгә глобалләшеү ҙә ҡурҡыныс булмаясаҡ. Совет заманы сынығыуы алған быуынға, бәлки, былар аңлашылып та бөтмәҫ. Улар: "Юҡ менән булалар, иҫкене соҡоп маташалар", - тиерҙәр, әммә беҙгә, аңыбыҙ бер ниндәй зомбилаштырыуға ла, коллективлаштырыуға ла дусар булмаған быуынға, рухи ҡотобоҙҙо ҡабул итеү, рухи хәтирәләрҙе яңыртыу еңелерәк бирелә. Күҙәтегеҙ, беҙҙең быуын дингә лә күпләп килә, сөнки халыҡ борондан динле булған. Йәштәр милли кәсептәргә ҡыйыу тотона, сөнки был уларҙың таҙа аңында һаҡланған. Шулай уҡ улар атайлыҡ-әсәйлек бурыстарына тәбиғи яуаплылыҡ менән ҡарайҙар, сөнки ҡатын-ҡыҙ өсөн иң беренсе сиратта әсә булыу, бала бағыу, ә ир-атҡа ғаиләне аҫырау фарыз икәнлекте төшөнә улар. Йәғни, йәштәрҙең иманлы, аңлы, рухлы булырға ынтылыуҙан тыш, яһалма тағылған идеологияһы юҡ. Шуның менән беҙ бәхетлерәк тә.
Шулай итеп...
Бына ошондай фәһемле күренештәргә шаһит булып, донъялар күреп, уй-ниәттәр төйнәп ҡайтҡан егеттәр сәйәхәттән. Киләсәктә беҙгә лә ошо маҡсат менән киләсәк бит инде донъя халыҡтары. 2020 йылда Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Башҡортостанда үтәсәк Фольклориада башҡорт халҡының бар фольклор байлығын теҙеп һалып күрһәтер иҫ киткес сара булыр һымаҡ. Егеттәр әйтмешләй, үҙебеҙҙән бигерәк, килеүселәр өсөн ҡыуанам: күпме мөғжизә күреп ҡайтасаҡтар бит инде Башҡортостанда! Башҡорттарҙа!
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА