Күптән түгел миңә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының социаль культурология һәм антропология үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосоповтың "Юрматыларҙың генографияһы" тип аталған лекцияһын тыңларға тура килде. Йәш ғалим үҙенең сығышында башҡорт милләтенә ҡараған ырыуҙар вәкилдәренең ҡандарына ентекле анализ үткәрелеүе һәм уларҙың бер-береһе менән ҡатнашып, аралашып йәшәүе һөҙөмтәһендә уртаҡ күрһәткестәре булыуын, ә бына башҡаларҙан айырмалы юрматыларҙың ҡандары таҙа килеш ҡалыуын әйтеп, быға ғәжәпләнеүен дә белдерҙе.
Ысынлап та, юрматылар айырым бер утрауҙа йәшәмәй, башҡа милләттәштәре кеүек үк, Көньяҡ Уралды төйәк итеп, шунда ғүмер кисерә. Башҡа ырыуҙарҙан да кәләш әйттерә, уларға ҡыҙ бирә. Ә бына ҡандары нисек сағыштырмаса таҙа булып ҡалған һуң? Был һорау, әлбиттә, мине лә ғәжәпкә ҡалдырҙы һәм башыма ҡылт итеп бәләкәй саҡта ишеткәндәрем иҫкә төштө.
Минең олатайым Шәйәхмәт Багаев тирә-яҡҡа шөһрәтле тип даны таралған мулла булды. Ул фарсы, ғәрәп телдәрен дә бик яҡшы белеп, шул телдәрҙә яҙылған күп һанлы китаптарынан доғалары менән бергә беҙгә әкиәттәр, хикәйәттәр ҙә уҡып ишеттерә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул китаптарҙың береһе лә юҡ - олатайым, тәләфләнеп, әрәм-шәрәм булып йөрөрҙәр, тип, үҙе үлгәс, һандыҡҡа тултырып, башы осона күмергә ҡушҡайны, һәм шулай эшләнеләр ҙә. Ул беҙгә уҡыған бер хикәйәт юрматыларҙың тарихына ҡағыла ине һәм унда яҙылғандарҙы ун йыл самаһы элек башҡа берәүҙең ауыҙынан да ишеттем. Ишембай районының Һайран ауылында йәшәүсе Ғаяз Яҡупов исемле уҙаман мулла олатаһының йәш саҡта ғәрәп илдәренең береһендә белем алыуын һәм унан алып ҡайтҡан ҡулъяҙмаларының береһендә юрматыларға ҡағылышлы хәл-ваҡиға һүрәтләнеүен әйтеп, уның эстәлеген һөйләп биргәйне. Унда ла мин олатайымдан ишеткәндәр һүҙмә-һүҙ тип әйтерлек ҡабатлана, тик тауҙарға ҡағылышлы ерендә генә айырма бар.
Бик борондан юрматылар Уралтау ҡуйынын төйәк иткән, һунар итеп, мал аҫрап, иген игеп, бик иркенләп донъя көткән, тиеберәк башлана ине ул хикәйәт. Шулай байлыҡта-муллыҡта рәхәтләнеп йәшәп ятҡанда Юрматы иленә йот килә. Өс йыл рәттән күктән бер тамсы ла ямғыр төшмәй, бар йәшеллек кибеп, тирә-йүн ҡара ергә әйләнә. Аяуһыҙ ҡояш нуры мул һыулы йылғаларҙы ҡорота, ағастарҙы ҡоро һөлдәгә ҡалдыра. Аслыҡтан көтөү-көтөү малдар ҡырыла. Һунар итерлек ҡош-кейек ҡалмай. Үҙҙәренә лә үлем ҡурҡынысы янауын, тотошлайы менән юҡҡа сығасаҡтарын аңлаған Юрматы халҡы тыуған төйәген ташлап китергә мәжбүр була. Йәшеллек эҙләп көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай юл тота улар. Шыҡһыҙ ҡаҙаҡ далаларын да үтеп, ярты йыл тигәндә Һиндостан сигенә барып сығалар. Бындағы йәшеллек, муллыҡ әсир итә килеүселәрҙе һәм улар ошо ерҙә төпләнергә ҡарар итә.
Йылдар артынан йылдар, быуаттар артынан быуаттар үтә. Юрматылар ошо ергә яраҡлашып, джунглиҙарҙа һунар итеп, мул һыулы йылғаларында балыҡ тотоп, йәшелсә-емеш үҫтереп, мал аҫрап донъя көтә. Өҫтәренән тире-күн кейемдәр, ҡулдарынан уҡ-һаҙаҡ, һөңгө төшә. Еңелсә генә кейенеп, хатта һунарға ла ағыулы уғын ауыҙға ҡабып ҡына атыусы көпшә тотоп йөрөй башлайҙар. Аттарҙы ҡулға өйрәтелгән филдәр, тары-бойҙайҙы дөгө алыштыра…
(Ошо урында башыма, был хикәйәт дөрөҫлөккә яҡындыр, тигән уй килде. Әгәр әҙәм балаһы күреп аралашмаһа, ҡулланмаһа, ер аяғы ер башындағы кейек-хайуандарҙы фил, маймыл, тутыйғош, дөгө тип үҙенсә исем ҡушмаҫ ине. Африкала йәшәмәгәс, ундағы хайуандарҙың, мәҫәлән, жираф, бегемот һәм башҡаларҙың башҡортса исемдәре юҡ бит. Тимәк, башҡорттоң йәшәйешендә ҡасандыр юлбарыҫы ла, маймылы ла булған).
…Ваҡыт үткән һайын элеккеләр аҡрынлан хәтерҙән юйыла. Юрматылар ҙа үҙҙәренең ҡайҙан булыуҙарын, был тарафтарға нисек килеп сыҡҡандарын онота, үҙҙәрен мәңге ошо ерҙә йәшәгән кеүек тоя башлай. Бер заман ырыу башлығы Абдулла өс көн рәттән бер үк төш күрә. Ап-аҡ кейемдәге, аҡ һаҡаллы ҡарт янына килеп: "Һеҙ башҡорттар, ә башҡорт иле бынан бик алыҫта, Урал тауы тарафында. Унда һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙың һөйәктәре ята. Уларҙың рухы һеҙҙе саҡыра. Ҡайтығыҙ үҙ илегеҙгә", - ти. Ырыу башлығының уны нисек табырға тигән һорауына ҡарт: "Унда көмөш һыулы Аҡ йылға булыр. Ярында береһе йөрәкте, икенсеһе ҡатын-ҡыҙҙар күкрәген хәтерләткән, өсөнсөһө иң бейеге булып, түбәһе күккә ашып торған дүрт тау булыр. Бына шунда юрматыларҙың тыуған төйәге, башланғысығыҙ", - тип Урал тауҙарына юл күрһәтә (Бында дүртенсе тау нисек һүрәтләнеүе хәтерҙә ҡалмаған). (Ә бына Ғаяз уҙаман тауҙар хаҡында башҡасараҡ, йәғни ҡарт: "Унда өс тау булыр. Береһенән (Торатау) ҡалған икәүһенең түбәһе күренеп торор. Ә ул икәүҙән (Арҡыялан менән Алатау) бер-береһе күренмәҫ", - тип әйткән тигәйне…) Ҡарттың әйткәндәре Абдулланың башынан сыҡмай һәм ул ныҡлы ҡарарға килеп, был тауҙарҙы эҙләп табыр өсөн сапҡынсылар ебәрә. Улары байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң әйләнеп ҡайтып, тауҙарҙы күреүҙәрен, әммә уның тирә-яғында мадьяр тигән халыҡтарҙың йәшәүен әйтә. Бер-береһен бүлдереп, ундағы байлыҡ-муллыҡ, гүзәллек хаҡында бәйән итә. Абдулланың да шул яҡтарҙы бик тә күрәһе килеп йөрәге ашҡына, күңеле тынысһыҙлана башлай һәм ул ырыуҙаштарына тиҙ арала йыйынып, юлға сығырға бойороҡ бирә.
Тормош кәрәк-яраҡтарын филдәргә артмаҡлап, мал-тыуарҙарын әйҙәп, юлға сыға улар. Ҡаҙаҡ далаларына еткәс, әйберҙәрен дөйә, аттарға йөкмәтәләр. Саҡрым-саҡрым юлдар үтеп, ниһайәт, Суҡан йылғаһы (Яйыҡтың боронғо исеме) буйына килеп етәләр. Йылғаның икенсе ярында, артабан үткәрмәҫкә теләп, уларҙы урындағы юрматыларҙың ғәскәре ҡаршы ала. Күп ҡан ҡоймаҫ өсөн ике яҡтан да унар яугирҙы бер-береһенә ҡаршы баҫтырырға булып, еңгән осраҡта ғына юрматылар йылғаны кисеп сығып, артабан юлдарын дауам итә, теләгән ерендә төпләнә ала, тип һөйләшеп килешә яҡтар.
Ситтән килгән ҡәүем яугирҙарының ҡулында йәйә-уҡ, һөңгө-фәлән күрмәгәс, тиҙ арала ҡыйрата һалырбыҙ, тип уйлағандарҙыр, күрәһең, урындағы юрматылар. Әммә улар ҡаршы сығып, уҡтарын тоҫҡаған арала Һиндостан юрматылары ауыҙҙарына көпшә ҡаба һалып, ағыулы уҡтары менән тегеләрҙең унауһын да түшәп һала.
Бына шулай ҡайтып төпләнә Һиндостан юрматылары ата-бабалары төйәгенә. Был хәл VIII-IX быуаттарҙа булған тиеберәк хәтерҙә ҡалған. Артабан улар урындағы юрматылар менән һыйышып, бер-береһенә ҡыҙ биреп, ҡоҙалашып йәнәш йәшәй. Мәҫәлән, Һиндостандан ҡайтҡан юрматы бейенең улы урындағы юрматылар башлығы Солтандың ҡыҙы Мәрипәгә өйләнә. Тап улар күсеп китә лә инде Венгрия тарафтарына һәм үҙҙәре менән 2 мең ырыуҙашты бергә алып китә. Улар менән китеүселәр араһында йәнәй ырыуы башҡорттары ла була. Башҡорттарҙың Венгрияға барып урынлашыуы һәм уларҙың артабанғы тормошо хаҡында Әхмәтзәки Вәлиди бик асыҡ яҙып ҡалдырған.
Ысынмылыр-бушмылыр, Венгрияның баш ҡалаһы Будапештҡа ла башҡорттар исем ҡушҡан, тип һөйләйҙәр. Башҡорттар буҙа әҙерләгәндәр ҙә Дунайҙың икенсе ярында йәшәүселәрҙе "Буҙа беште, килегеҙ!" тип, ҡунаҡҡа саҡырғандар һәм был һүҙ ҡалаға исем булып йәбешеп ҡалған, тиҙәр.
Ҡулымда рәсми документтар булмағас, үрҙә яҙылғандарҙы ысынлап та булған хәл, тип әйтә алмайым. Дөрөҫ булһа, бәлки, бер заман улары ла табылыр. Әммә юрматыларҙың башҡа башҡорт ырыуҙары менән бик аралашмай, сағыштырмаса таҙа ҡанлы булыуҙары әйтелгән хәл-ваҡиғаларҙың дөрөҫлөгөн раҫлаған кеүек миңә. Сөнки башҡаларҙан айырылып, байтаҡ ғүмер айырым йәшәгәндә генә таҙа ҡанлы булып ҡалырға мөмкиндер.
Мөҙәрис БАГАЕВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА