Ғәжәп хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килә ҡайсаҡ. Әҙәм балаларынан башҡа һәр төрлө кейек-йәнлектәр менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар айырыуса хәтерҙә ҡалыусан. Бөгөнгө һүҙем дә бер нисә йыл элек йорт ҡаҙҙары менән үҙем шаһит булған ваҡиғалар тураһында.
Раҡия инәйҙәрҙең йорто Урал тауы итәгендә ултырған Байым ауылының иң осонда, башҡа өйҙәрҙән айырымыраҡ урынлашҡан. Ауыл ситендәге ҡайын урманына инә биреберәк тора. Уларҙың ихатаһында, ялан һарайҙарында ла киҫелмәй ҡалған унлаған дәү ҡайын башын күккә сөйгән. Шуның өсөн дә, күрәһең, ҡуян, төлкө һымаҡ Урал урманы кейектәре уларҙың кәртә-ҡураһына, хатта ишек алдына ла, төндәрен, ҡайһы берҙә көндөҙҙәрен дә, инеп сыҡҡылай.
Ҡуяндар, билдәле, бесән һарайы тирәһендә уранғылай. Ә йыртҡыс төлкө, әлбиттә, ҡош-ҡорт маҙарҙы һағалай. Көнө-төнө йоҡлауҙан бушанмаған бәйҙәге ҡарт Муйнаҡты бар тип тә белмәйҙәр. Үәт замана йәнлектәре!
Инәйебеҙ яҙ һайын инкубаторҙан егерме биш - утыҙлаған ҡаҙ бәпкәһе алып, улар үҫеп еткәнсе көҙгә тиклем шулар менән булаша. Тик, Раҡия инәй үҙе әйтмешләй, инкубатор - инкубатор инде ул. Аҙ ғына күҙ яҙҙырыуың була, бәпкәләр бер нисә өлөшкә бүленешеп, тырым-тырағай таралышырға әҙер генә торалар. Көҙгә табан ғына, инде үҫеп етеп килгән себештәр араһында берәй лидеры табылып, башҡа иптәштәрен йыйып, эйәртеп йөрөй башлай башлауға, әммә йәй буйына "тәрбиәләү" өсөн уларға оло ҡаҙҙар кәрәк шул...
Шулай, үткән йыл инәйебеҙ башҡаса инкубаторҙан бәпкә алмаҫҡа ҡарар итте. Көҙөн ҡаҙҙарҙың икәүһен иткә һуйҙырмай, яҙғылыҡҡа ҡалдырҙы. Береһе аталыҡ, ә икенсеһе, кәүҙәгә бер аҙ ҡайтышырағы - инә ҡаҙ. Тик, ғәжәпкә, инәйәбеҙҙең һарайында ҡышлап сыҡҡан был ике ҡаҙ тәүҙәрәк тә, яҙға оторо ла бер-береһенә ҡарата битараф ине. Яҙ еткәс, Раҡия инәй күпме генә көтмәһен, ҡаҙҙары йомортҡа һалманы, сөнки... ҡаҙҙарҙың икеһе лә аталыҡ булып сыҡты. Бына һиңә - мә! Инде байтаҡ ҡына олоғайған инәйебеҙ хаталанған икән…
Был юлы ла Баймаҡтағы эшҡыуар Байрамғоловтың инкубаторынан бәпкәләр алып ҡайтырға мәжбүр булды ул. Ихатала торған ҙур ситлек эсенә ебетелгән икмәк, табаға һыу һалып, бәләкәстәрҙе шунда урынлаштырҙы. Сөнки оло ике ата ҡаҙ уларҙы ситһенеп, суҡып имгәтеүе ихтимал…
Ихатаға бәләкәстәр килеп инеү менән, ысынлап та, оло ҡаҙҙарҙың тыныслығы юғалды. Улар, муйындарын аҡҡошҡа оҡшата биреп дуғаландырып бөгөп, сәйер генә "ғо-ғо-ғо" тигән тауыштар сығарып, ситлек тирәләй әйләнешә. Үҙҙәренә һалған емде лә ашамайынса, бер-икене генә суҡып алалар ҙа, кемделер һыйларға саҡырғандай, ян-яғына ҡаранып ҡаңғылдашалар. Көндәрҙән бер көндө Раҡия инәй, шулай ҙа, бәләкәстәр өсөн бик хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, бәпкәләрҙе аталыҡтар янына сығарҙы. Берәй нәмә була ҡалһа тип, ҡулына тал сыбығын әҙерләп тотоп торған инәйебеҙ бот сабып хайран ҡалды. Инде һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған инәйебеҙ ике ата ҡаҙҙың кескенә бәпкәләрҙе бындай йылы ҡабул иткән хәлде бығаса һис ҡасан күргәне юҡ ине. Етмәһә, бәпкәләр үҙҙәренеке лә түгел бит әле.
Ситлек эсенән тайыш-тойош баҫып, берәм-һәрәм сығып килгән бәпкәләрҙе күреү менән ата ҡаҙҙар ҡысҡырышып ҡаңғылдашып ҡанат ҡағып алдылар, унан "ғо-ғо-ғо" тип, мөмкин тиклем йомшағыраҡ өндәшергә тырышҡандай, бәпкәләр тирәһендә йөрөй башланылар. Үҙҙәренең баянан бирле ашамай һаҡлаған емдәренә әйҙәй кеүек ине улар бәпкәләрҙе. Улары ла, һис ни булмағандай, оло ҡаҙҙарға эйәрҙе лә китте. Ата ҡаҙҙар табалағы емде бер-икене суҡыған булалар ҙа, һарыҡайҙар килеп, бәләкәй генә йомшаҡ суҡыштары менән ашағанын кинәнешеп ҡарап торалар. Хатта бик ирмәк итеп, ергә бер аҙ сүгә биреп, хас та кеше һымаҡ бейешеп тә алалар. Ул ғына ла түгел, һауытҡа ем өҫтәргә яҡынлашҡан Раҡия инәйгә ыҫылдашып ҡаршы килә башланылар, етмәһә… Хәҙер бәпкәләр тирәһенә ем урлашырға тауыҡтар ҙа килә алмай. Әллә ҡасан уҡ ошо тирәлә осоп әйләнгеләгән ала ҡарғаны бер нисә мәртәбә ҡурҡытып ҡыуып ебәрҙеләр. Яҙғы ҡояш болот артына йәшеренгәс, бер аҙ һалҡынайып, ямғыр күҙе төшә башлау менән бәпкәләрҙе ҡуйындарына алып, йылы ҡауырһындар араһына йәшерҙеләр…
Шулай итеп, был ике ата ҡаҙ кескәйҙәрҙе йәй буйына үҙ бәпкәләрендәй итеп ҡарап, һаҡлап алып йөрөнө. Ҡайһы ваҡыт үҙәнгә Таулы йылғаһы буйына алып барып йөрөп тә киләләр. Көҙгә тиклем егерме биш бәпкәнең барыһы ла иҫән генә йөрөп, инде ололарға тиңләшеп үҫеп тә етте. Ноябрь айы башланыуға йәш ҡаҙҙар кәүҙә ҙурлығы буйынса ололарҙан айырғыһыҙ ине инде. Тик оло ике аталыҡ ҡына уларҙы һаман да бала итеп күрә, ахрыһы, яндарына яҡынлашҡан сит кеше, йә эт-маҙарҙы шундуҡ ҡыуып ебәрә, һаман да булһа бәпкәләрен яҡлашалар ине.
Көндәрҙән бер көндө, таң яҡтырғас, Раҡия инәй тышта ҡаҙҙар ҡаңғылдаған тауышҡа тәҙрәгә баҡты. Ни күҙҙәре менән күрһен, йылтырап торған ҡыҙыл төлкө ялан кәртәгә инеп алған да, ҡаҙҙар тирәһендә урала. Ә ике ата ҡаҙ, улай-былай йүгергеләп, берәй ҡаҙҙы эләктереп алып китергә йәтешләп йөрөгән хәйләкәр йыртҡыстан башҡаларҙы ҡурсалап, ҡанаттарын йәйеп, тегене суҡырға маташа… Инәйебеҙ таяғын алып тышҡа йүгереп сығыуға яуыз төлкө бер ҡаҙҙы муйынынан тешләп, ҡойма ярығынан сығып та һыҙҙы. Барлап иҫәпләгәндән һуң, йәш ҡаҙҙарҙың барыһы ла иҫән, ә бер аталыҡ юҡ икәне беленде. Шулай итеп, ата ҡаҙ бәпкәләрҙе һаҡлап, батырҙарса үҙенең ғүмерен бирҙе… "Ә-ә-әй, меҫкенкәй, - тип уны йәлләп уфтанды Раҡия инәй, - күп кенә кешеләргә лә үрнәк булырлыҡ аталыҡ ине…"
Икенсе бер хикәйәтем дә ата ҡаҙ менән бәйле. Мин бала саҡта булды был хәл. Әсәйемдәр күрше Комсомол ауылында йәшәгән Әхмәтсафа ағайҙарҙан бер пар ҡаҙ алып ҡайтты. Аталыҡ менән инәлек. Инәлеге - түбәһендә өлтөкәйе булған ала ҡаҙ. Ә аталығы ифрат та аҡҡошҡа оҡшаған ап-аҡ, оҙон муйынлы ине. Үҙебеҙҙең ике инәлекте лә тиҙ арала үҙ итеп алды был ата ҡаҙ. Бергә килгән ала ҡаҙынан һис тә айырып ҡараманы, башҡаларға ла иғтибарын тигеҙ бүлде. Яҙға өс инә ҡаҙҙың барыһы ла себеш сығарҙы. Ә аталыҡ үҙенең бурысын намыҫ менән үтәй ине. Көн буйы быуанан ҡайтышмаған ҡаҙҙарҙы бәпкәләре менән эйәртеп, кискә өйгә алып ҡайта. Өс ҡаҙҙың үҫеп етеп килгән себештәре шул тиклем күп һымаҡ тойола, йәйелеп йөрөп, урамда үлән йолҡҡолап ашап йөрөгәндәрендә күпселеге аталары һымаҡ ап-аҡ булған себештәр өй ихатаһын бөтөнләйгә ҡаплап алған һымаҡ. Әллә ҡайҙан ҡулйыуғыстың һыуын ағыҙырға ла өйрәнеп алғандар. Гүйә, һыу буйынан һыуһап ҡайталар: килеү менән ихатала бағанала элеүле торған ҡулйыуғысҡа сиратҡа теҙелеп алырҙар ине лә, оҙон муйындарын һуҙып, суҡыштары менән ҡулйыуғыстың һыуын аҫтан ағыҙып, эсеп бөтөргәнен ирмәк итеп ҡарап тора торғайным. Көҙ еткәс, атайымдар ололарға тиңәлеп үҫеп еткән ҡаҙҙарҙы иткә һуйҙылар. Урынына себештәр араһынан бер йәш ҡаҙ ҡалдырып, инде ҡартайған, тип, әлеге аҡ аталыҡ менән бергә килгән өлтөкәйле ала ҡаҙҙы ла тотондолар. Бына шул көндән башланды инде әлеге аҡ ата ҡаҙҙың мажараһы. Ике-өс көн ихата буйлап ҡаңғылдап, унда-бында һуғылып йөрөнө тыныслығын бөтөнләйгә юғалтҡан аталығыбыҙ. Яҙғылыҡҡа тип ҡалдырған башҡа инәлектәрҙе бар тип тә белмәй. "Алаҡасты һағына, ахырыһы", тине әсәйем. Бер аҙҙан аҡ аталығыбыҙ урам тышына осоп сығып та китте. Артынан етеп кенә булмай. Туп-тура түбән оста йәшәгән Рауза апайҙарҙың өйөнә ҡарай йүнәлде. Шуларҙың урам тышында йөрөгән бер-нисә ҡаҙ төркөмөнә ҡушылып алды. Шунан алып, был ҡаҙҙарҙан айырып та алып булмай башланы уны. Күпмелер йөрөгәс, ҡышҡылыҡҡа тотоп алып ҡайтып, үҙебеҙҙең башҡа ҡаҙҙар янына бикләп ҡуйҙы әсәйемдәр. "Яҙға тиклеп ала ҡаҙҙы, моғайын, онотор, быларын ҡабаттан ҡабул итеп алыр", тинеләр. Әммә ҡышты бик бойоҡ үткәргән аталығыбыҙ башҡаса үҙебеҙҙең ҡаҙҙарға яҡынламаны, уларҙы үҙһенмәне. Мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡаҙыбыҙ Рауза апайҙарҙың өйөнә ҡасып сығып китер ине…
Ошо хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат иҫләйем дә, хайуандарҙың ҡайһы бер яҡтарын үҙебеҙ менән сағыштырып ҡарайым. Беҙ аҡылһыҙға һанап йөрөгән бәғзе хайуан, йәиһә ҡош-ҡорттарҙың шундай ғәжәп сифаттарын күреп, Раббыбыҙ тарафынан аҡыл тип аталған иң ҡиммәтле нәмә менән бүләкләнгән әҙәми зат хаҡында уйлана башлайым. Аллаһы Тәғәлә биргән ана шул оло ниғмәттең һәм башҡа бихисап, гүзәл нәмәләрҙең ҡәҙерен белеп, тик файҙаға ҡулланып, улар өсөн Аллаһы Тәғәләгә ғүмеребеҙ буйына шөкөр итеп, фәҡәт Уға ғына баш эйеп, был донъялағы үҙебеҙҙең төп тәғәйенләнешебеҙҙе аңлап, дөрөҫ кенә итеп йәшәргә тейешлегебеҙ тураһында фекер итәм. Шундай бурыс тик беҙгә генә, кешеләргә генә бирелгән, тип әйтһәм, әлбиттә, яңылышасаҡмын. Сөнки әҙәм балаларынан башҡа тағын да аҡыллы йән эйәләре - ендәр ҙә бар. Изге Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә уларға ла тап ана шундай бурыс йөкмәткәне хаҡында әйтә. Әммә ендәр беҙгә күренмәй, һәм уларҙың үҙ хәстәре. Мине әҙәм балалары нығыраҡ борсой.
А.ҠЫУАНДЫҠОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА