Бөгөн бөтөн ерҙә киҙеүҙән вакцинация яһаталар - республика халҡының 25 проценты самаһы прививка эшләткән дә инде. Табиптар был сирҙең көслө ваҡыты ғинуарға тура килеү ихтималлығын күҙаллаһа ла, уҙған йылдан айырмалы, быйыл уның йомшағыраҡ үтергә тейешлеген белдерә. Шулай ҙа уның штаммдары үҙгәреп тороу сәбәпле, көтөлмәгән "сюрприздар" булыуы ла мөмкин. Киҙеү генә тип ҡараһаҡ та, уны ваҡытында дауаламағанда йәки кеше үҙ сәләмәтлегенә битараф булғанда, аяныслы эҙемтәләргә килтереүе лә билдәле. Редакциябыҙ ҡунағы, баш ҡаланың 4-се клиник инфекцион дауаханаһы бүлек мөдире, 1-се категориялы табип Фәғилә ҠОТЛОҒУЖИНА менән был юлы киҙеү тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.
Киҙеү - ул ниндәйерәк сир? Уның ОРЗИ, ОРВИ менән уртаҡлығы бармы?
- Юғары тын алыу юлдарының киҫкен вирус сирҙәре (респиратор вирус сирҙәре) бөтә йоғошло сирҙәрҙең төп өлөшөн тәшкил итеп, 60 процентҡа тиклем барып етә һәм йылдан-йыл күпләп теркәлә. Рәсәйҙә был сирҙәр менән йылына 27,3 - 47,2 млн кеше ауырый. Киҫкен респиратор сирҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе 200- ҙән ашыу вирус билдәле. Әммә табиптар грипп, парагрипп, риновирус, коронавирус, аденовирус тип аталған төрҙәренә ҙурыраҡ иғтибар бирә.
Киҙеү башҡа респиратор вирус сирҙәренән нимәһе менән айырылып тора һуң? Ул киҫкенерәк, тән температураһының бик юғары күтәрелеүенән башлана, интоксикация тип аталған синдром бик сағыу була, һуңынан юғары тын алыу юлдарының зарарланыуы билдәләре күҙәтелә. Киҙеү вирусының А, В, С тип аталған өс төрө билдәле. Был вирустар тотороҡло түгел, үҙгәреүсән, шуға ла йылдан-йыл кешенең иммунитеты булмаған яңы төрҙәре барлыҡҡа килеп тора. Киҙеү вирусы 4 градус йылыла тирә-яҡта - бер аҙна, ноль градуста бик оҙаҡ һаҡлана, 50-60 градус эҫелек уны тиҙ юҡҡа сығара. Шуға күрә ул ҡояш нурҙары, ультразвук тәьҫирендә тиҙ үлә. Киҙеү вирустары бөтә ерҙә лә киң һәм тиҙ таралып, эпидемия һәм пандемия рәүешендә сир барлыҡҡа килтерә.
Көтмәгәндә аяҡтан йығып, йылы түшәккә һалып ҡуйған был сирҙең төп сығанағы нимәлә?
- Киҙеүҙең төп сығанағы - сирле кеше. Ул ауырый башлағандың беренсе сәғәттәренән алып 3-5-се көндәргә тиклем тирә-яҡҡа вирус тарата. Киҙеү сиренән һауыҡҡан кешеләрҙең 15-20 проценты тағы ла 22-30 көн вирус сығанағы булып тороуы мөмкин. Йәғни һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә улар вирусты тирә-яҡ һауаға бүлеп сығара.
Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тиҙәр, шулай булғас, сирҙең тәүге симптомдарын да хәтергә төшөрөп китәйек...
- Киҙеү сиренең инкубация осоро бик ҡыҫҡа - йоҡторғандан алып ауырый башлағанға тиклем бер нисә сәғәттән алып 2 тәүлеккә тиклем ваҡыт үтеүе бар. Ул бик киҫкен башлана. Бер өшөтөп, бер ҡалтыратып, тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем кү-тәрелә. Юғары тән температураһы 4-5 көн тора. Был ваҡытта көслө баш һәм күҙ алмалары ауыртыуы, баш әйләнеүе, бөтә тән һыҙлауы, хәлһеҙлек кү-ҙәтелә. Аппетит юғала, йоҡо боҙола, күңел болғаныуы, ҡоҫоу ҙа был осраҡта йыш була. Сирҙе ауыр кисергәндә аң юғалыуы, ҡул-аяҡтар тартышыуы ла ихтимал. Киҙеү вирусы ҡан тамырҙарын зарарлау сәбәпле, төрлө ҡан китеүҙәр хәүефе лә бар. Сирләүҙең икенсе тәүлегенә тымау, ҡоро йүтәл барлыҡҡа килә һәм уртаса 7 көн дауам итә.
Киҙеүгә иғтибар итмәгәндә, ул ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтерергә мөмкин?
- Был сир күп осраҡта еңел һәм уртаса рәүештә үтә. Ә инде уның ауыр формаһы, билдәләп китеүегеҙсә, төрлө өҙлөгөүҙәргә килтереүе мөмкин һәм шуныһы менән ул хәүефле лә. Иң беренсе сиратта, әлбиттә, тын юлдарының зарарланыуы - үпкәләр ялҡынһыныуы, үпкәләргә ҡан һауыуы, унда һыу йыйылыуы. Был ауыр осраҡтар сирле кешенең ғүмере өҙөлөүенә килтерә.
Шулай уҡ киҙеү вирусының йөрәк-ҡан тамырҙарына насар йоғонтоһы ла билдәле. Киҙеү эпидемияһы ваҡытында йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре бермә-бер артыуы һәм үлем осраҡтары ла күберәк теркәлеүе тап ошо хаҡта һөйләй. Киҙеү сиренә йыш ҡына бактериялар барлыҡҡа килтереүсе төрлө эренле-ялҡынһыныу сирҙәр ҡушылыуы ла бик йыш осрай торған күренеш. Отит, гайморит, пиелонефрит тип аталған сирҙәр киҙеү менән сирләгән ваҡытта йыш теркәлә.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү саралар үткәреүе күпкә отошлораҡ, тип ҡабатлай табиптар. Киҙеү эләкмәһен өсөн ниндәй профилактик саралар ҡулланырға була?
- Иң мөһиме - прививка эшләтеү. Рәсәйҙә гриптан вакцинаға ҡаршы күп кешенең ҡарашы ыңғай булмауы ҙур борсолоу уята. Халыҡ араһында, "прививка эшләтһәң дә, эшләтмәһәң дә барыбер сирләйһең", тигән яңылыш фекер йәшәй. Күптәр прививка киҙеү вирусынан ғына һаҡлай икәнен иҫәпкә алмай. Ә респиратор вирустар бит 200-ҙән ашыу. Һәр бер киҫкен респиратор сир ул киҙеү түгел! Киҙеү сире тиҙ таралыусан, бер юлы күп кеше сирләй, уның кеше ғүмеренә хәүеф яһаусы өҙлөгөүҙәре күп, шуның өсөн киҙеүҙән ҡурҡабыҙ һәм һаҡланырға тәҡдим итәбеҙ. Йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы киҙеүгә ҡаршы төрлө вакциналар тәҡдим итә. Улар араһында тере вакциналар ҙа бар, һүндерелгәндәре лә бар. Рәсәйҙә етештерелгән "Гриппол" вакцинаһы, Францияла етештерелгән "Ваксигрипп", Германияла етештерелгән "Инфлювак", Бельгияла сыҡҡан "Флюарикс" вакциналары киң ҡулланыла. Быйыл вакцина эшләү сентябрь айы аҙаҡтарында башланды. Вакцинанан башҡа, киҙеү теркәлә башлаған осорҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙар ҡулланырға ла кәңәш ителә. Дарыуханала улар бар, ирекле һатыла, профилактик миҡдарҙа ҡулланыла.
Вакцина киҙеү теркәлеү башланғанға тиклем иң кәмендә 2 аҙна алдан һәм тик һау организмға ғына эшләнә. Ул мотлаҡ рәүештә: 6 айҙан ҙурыраҡ балаларға; мәктәп уҡыусыларына; урта һәм юғары уҡыу йорттары талиптарына; 60 йәштән уҙған ололарға; хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәргә; медицина, белем биреү өлкәһендә эшләгән кешеләргә; хәүеф төркөмөнә ҡараған сирле кешеләргә: шәкәр сире, онкологик сир, ҡан сирҙәре булғандарға эшләнергә тейеш.
Шулай уҡ киҙеү күпләп теркәлә башлаған осорҙа кешеләр күп булған урындарҙа йөрөргә кәңәш ителмәй, йә ундай ерҙә битлек ҡулланырға кәрәк. Бөгөнгө дарыуханаларҙа һатылған битлектәрҙе 2 сәғәт һайын алыштырып тороу зарур. Көн дә йоҡлар алдынан тамаҡты тоҙ, сода иретмәһе менән, аҡсәскә, тырнаҡ гөлө, шалфей төнәтмәләре менән сайҡатыу ҙа сирҙән һаҡлар. Һарымһаҡ, һуған, бал, гөлйемеш сирҙән һаҡлаусы тәбиғи саралар икәнен дә оноторға ярамай.
Йортоғоҙҙа берәй кеше киҙеү менән сирләп китте икән, мотлаҡ рәүештә уны башҡа һау кешеләрҙән аралағыҙ. Сирле ятҡан бүлмәне елләтеп, еүеш сепрәк менән һөртөп торорға кәрәк. Бер ваҡытта ла үҙаллы дауаланмағыҙ, дөрөҫ дауаны табип ҡына тәғәйенләгәнен онотмағыҙ.
Ә прививка ярамаған осраҡтар бармы?
- Йомортҡа ағына аллергияһы булғандарға, киҫкен йоғошло һәм бүтән сир менән ауырығанда, хроник сирҙәр әүҙемләшкән саҡта, ҡурылдайҙарҙың быума сире, үҙәк нервы системаһының, аутоиммун һәм башҡа төрлө ҡаты сирҙәр организмда булған осраҡта тыйыла.
Шулай ҙа, иммунитет ныҡ булғанда, вакцинаһыҙ ҙа киҫкен респиратор һәм киҫкен вируслы респиратор сирҙәр, киҙеү менән сирләмәҫкә лә мөмкиндер бит?
- Ғөмүмән алғанда, ысынлап та, иммунитеты ныҡ кешене атап үтелгән сирҙәр урап үтеүе бар. Һүҙ, әлбиттә, сәләмәт тормош алып барыу хаҡында. Һәр кеше үҙ һаулығын үҙе бала саҡтан хәстәрләп, сәләмәт тормош алып барһа, сирлеләр һаны күпкә әҙерәк булыр ине. Сынығыу, спорт менән дуҫ булыу, саф һауала йышыраҡ йөрөү, сама менән дөрөҫ туҡланыу, хеҙмәт һәм ял режимын һаҡлау, стрестарға ҡаршы тора белеү - былар барыһы ла һаулыҡты нығыта һәм киҫкен сирҙәргә ҡаршы тора алған иммунитетты барлыҡҡа килтерә.
Земфира ХӘБИРОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА