«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҪМА МАТБУҒАТҠА КӨРСӨК ҠАҒЫЛЫРҒА ТЕЙЕШМЕ НИ?
+  - 

Гәзиттәрҙең донъяға бар булыуы һәм үҫеше туранан-тура цивилизация менән бәйле икәнен тарихтан яҡшы беләбеҙ. Тәү башлап ташҡа, балауыҙ менән ҡапланған ағас таҡтаға, папирусҡа, туҙға, тирегә, металға һәм, ниһайәт, шулай итеп, ҡағыҙға яҙыла башлаған кешелек тарихын һөйләүсе йылъяҙма ул баҫма нәшриәт.

XVI быуатта Италияла баҫылып сыҡҡан тәүге ҡағыҙ гәзиттең атамаһы итальяндарҙың ваҡ монетаһы - gazette һүҙен аңлата, тиҙәр. Тимәк, тыуған көнөнән алып гәзит аҡсаға бәйле, сөнки нәшриәтселәр өсөн ул иң элек - һатыла торған тауар, ә ҡулланыусы уны һүҙ, мәғлүмәт, яңылыҡ рәүешендә, йәғни рухи ҡиммәттәрҙең береһе булараҡ ҡабул итеп өйрәнгән. Гәзиттең ҡиммәте, айырыуса уның туған телдәрҙе рәсми йәшәтеүсе һәм, кемдер әйтмешләй, милләттең үҙ-үҙе менән аралашыу, фекерләшеү сараһы булараҡ әһәмиәте төрлө милләт халыҡтары тормошонда мөһим урын тотоуы барыбыҙға ла мәғлүм ки. Тап бына шуға күрә лә бөгөнгө көндә баҫма матбуғаттың көрсөккә дусар ителеүен аҡыл аңлаһа ла, күңел ҡабул итә алмай. Гәзиттәр яҙмышы цивилизация, йәғни кешелек мәҙәниәте үҫешенә бәйле үҙгәрештәр кисерә, тигәйнек бая ғына. Быуаттар һуҙымындағы тарихҡа эйә яҙма матбуғатты бөгөн килеп әлеге шул уҡ цивилизация юҡҡа сығырыу, йотоу хәүефе менән янай түгелме? Бер яҡтан, уға интернет һәм шуның эҙемтәһе булған медиакоммуникация монополияһы һөжүм итһә, икенсе яҡтан, Рәсәй баҙарындағы оҙайлы көрсөк касафаты боғаҙҙан ала. Рәсәй Баҫма матбуғат, китап нәшриәте һәм полиграфия идаралығының быйылғы тармаҡ докладында билдәләнеүенсә, һуңғы ике йылда һумдың икеләтә тип әйтерлек осһоҙланыуы баҫма продукция етештереүен киҫкен ҡиммәтләндерҙе: ҡағыҙға, типография буяуы һәм башҡа төр полиграфия кәрәк-яраҡтарына хаҡтар артты. Ҡағыҙ матбуғат сараларының бөлөүенә килтереүсе өсөнсө сәбәп тә бар. Ул халыҡтың матди хәленең насарайыуы. Күптән түгелге әүҙем уҡыусыларыбыҙ алдына нисек итеп тамаҡ аҫырау, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһе торғанда, уларҙа гәзит уҡыу ҡайғыһы ла китеп торалыр, ахыры. Гәзиттең тиражы төшә, халыҡ гәзит уҡымай, тип уларҙы ла ғәйепләп булмай бит инде...
Гәзитте тауар, бизнес тип кенә ҡараған, ләкин шунан арыны күрмәгән, уның тәрбиәүи, мәғрифәтселек, фекер алышыу һәм туплау сараһы булған ролен һанға һуҡмаған дәүләт структураларына шул ғына кәрәк тә инде: баҫма матбуғат сараларын бергә ҡушырға, ҡайһыларын - ябырға, таратырға тигән фарман тормошҡа ашырыла ла башланы.
Матди көрсөктөң бер мәл рухи көрсөккә килтереп терәйәсәге тураһында әллә ни борсолоусы һиҙелмәй. Ҡайһы бер баҫмалар тулайым онлайн-системаға күсеүҙе хуп күрә. Яңылыҡҡа, прогресҡа ҡаршы килеп булмай - заман шулай ҡуша. Ләкин бындай юлдың милли баҫмалар өсөн ҡулай түгеллеге тураһында әйтеп кителгәйне инде. Өҫтәүенә, интернетта нигеҙҙә балалар, йәштәр һәм урта быуын вәкилдәре (40 йәшкә тиклемгеләр) ултыра. Ә улар унда гәзит уҡып ултыра, тип уйлайһығыҙмы? Бөтөн донъя гәзит ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, интернет менән файҙаланыусылар яңылыҡтар менән танышыуға үҙ ваҡыттарының ни бары 1(!) генә процентын сарыф итә икән, ә, белеүегеҙсә, ҡағыҙ гәзит материалдары яңылыҡтарҙан ғына тормай. Шулай булғас, электрон пресса аудиторияһы менән яҙма баҫмалар уҡыусылары араһында ер менән күк араһылай айырма ята икәнен һәр кем аңлайҙыр. Ошо айҡанлы бер тоғро гәзит уҡыусыбыҙҙың:"Гәзитте бит мин уны икмәк ашаған һымаҡ, ике ҡуллап тотоп уҡымаһам, күңелем булмай. Кәрәк икән, кеҫәмә тығып, үҙем менән юлға алам, сират көткәндә лә, поезда йә самолетта ла уҡып барам", - тигәне иҫкә төшә. Ысынлап та, гәзиттең ҡағыҙ форматы йылдар буйы уға өйрәнелгән өсөн генә түгел, бәлки, күреү хәтере һәм уҡыған материалға иғтибарыңды туплау йәһәтенән дә уңайлыраҡ һымаҡ, ти күптәр.
Иғтибар туплау, тигәндән, телевидение һәм интернет киңлектәрендә туҡтауһыҙ реклама биреү иғтибарҙы тарҡатып, йәнгә тейһә, хәҙер килеп, гәзиттәрҙең бөлөүендә лә реклама бирмәү төп сәбәптәрҙең береһе итеп ҡуйыла. Юҡ инде, гәзит бизнес эшләү хәстәрҙәренә күмелһә, гәзит уҡыусы менән йөрәктән-йөрәккә кем аралашыр һуң?
Ошо йәһәттән илдең төп яҙма баҫмалары булған бер нисә гәзиттең баш мөхәррирҙәре РФ Президенты В.В. Путин менән булған осрашыуҙарында киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген социаль хеҙмәттәр күрһәтеү тип таныуҙы һәм "Рәсәй почтаһы" предприятиеһына төбәк матбуғат баҫмаларын таратыу һәм уға булышлыҡ итеү маҡсаттарында ҡаралған 4 млрд. һум күләмендәге субсидияны ҡайтарып биреүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Рәсәй баҫма мәғлүмәт сараларына юғары дәүләт кимәлендә ярҙам ҡулы һуҙырға күптән кәрәк ине лә бит... Әйткәндәй, гәзит һәм китаптар нәшер итеү өсөн ҡағыҙға хаҡтарҙы арттырмау хаҡында Президенттың күрһәтмәһе лә бар икән хатта, ләкин, башҡарған эштәре күренмәһә лә, ҡаҙнанан миллиардлап аҡса ҡайырыусы һәр төрлө корпорациялар һәм уғрылыҡҡа "һәләтле" йылғыр чиновниктар бүҫкәртеп торған бюджет ҡытлығын хөкүмәт структуралары ябай халыҡ кеҫәһе һәм уның ихтыяждары иҫәбенә ҡаплауҙан һәм экономиялауҙан ары китә алмай.
Тарих ҡабатланып тора, тиҙәр бит. Заманында, үткән быуаттың 60-сы йылдарында ла шундайыраҡ хәл була матбуғат баҫмалары менән. Юҡ, ул заманда әле ҡағыҙ баҫмаларға цивилизация ҡаҙанышы янамай, ә бына милли телдә сығып килгән гәзиттәр тынғы бирмәй кемгәлер партияның Үҙәк комитетында. Милли гәзиттәрҙе урыҫ телендәге баҫмаларҙың туранан-тура тәржемәһе (дубляж) итеү хаҡында Мәскәүҙән фарман килеп төшә бер заман. Шул саҡ беҙҙең ил ағалары - ул саҡ улар йәш кенә булһалар ҙа шундай ҡыйыу аҙымға йөрьәт иткәндәр бит - ғәҙел һәм тура һүҙле илһөйәрҙәр, талантлы яҙыусы һәм журналистар Рәшит Шәкүр (ул саҡ студент әле), "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләп йөрөүсе Рәми Ғарипов, Рамаҙан Ҡотошов, Юныс Әхмәҙиев, Фуат Биишев, Венер Йәнбирҙин һәм башҡалар, шулай уҡ Яҙыусылар союзы идараһынан вәкилдәр, бындай ҡарар менән ризаһыҙлыҡтарын белдереп, өлкә комитет алдында йыйылалар. Өлкә комитеттың беренсе секретары ла аҡыллы һәм абруйлы шәхес булған бит. Башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренең бындай "баш китерлек" аҙымдары өсөн бер кем дә эҙәрлекләнмәй, киреһенсә, беренсе секретарь Зыя Нуриев Мәскәү менән һөйләшкәндән һуң, мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Бына шулай итеп, башҡорт телендәге генә түгел, ә татар телле гәзиттәрҙең дә үҙаллылығын яҡлап алып ҡала аҫыл егеттәр.
Тап шундай уҡ хәл тип әйтеп булмаһа ла, бөгөн дә бит милли гәзиттәргә бөтөү ҡурҡынысы янай. Был "тирмән"гә милләттәштәребеҙ ҙә "һыу ҡоя", сөнки гәзит-журнал тираждары йылдан-йыл кәмей. Ярты йылға ни бары 500 һум торған "Киске Өфө"нө лә хатта, шулай уҡ үҙ телендәге башҡа баҫмаларҙы ла алдырып уҡырға теләмәй халыҡ. Иң аңлылар, иң тәрбиәлеләр - ысын телһөйәрҙәр генә тоғро ҡала килә милләтебеҙ рухына. Ә кемдәргәлер тап ошо ғына кәрәк тә! Тираждар кәмеүен һылтау итеп алып, гәзит-журналдарҙан бөтөнләй ҡотолоу яйын ҡарайҙар бөгөн.
Ә айыҡ аҡыл менәнерәк уйлап ҡараһаң, милли баҫмалар бер төбәктә лә, бер ниндәй сәбәптәр менән дә ябылырға, бөтөрөлөргә, быуылырға тейеш түгел! Сөнки баҫма матбуғат әсә телебеҙҙе йәшәтеп килеүсе сараларҙың иң мөһиме. Иң мөһиме тип, әлбиттә, ғаиләлә балаларың менән үҙ телеңдә аралашыу, мәктәптә әсә телен ҡаҡҡыламай-һуҡҡыламай ғына уҡытыу бурысын әйтергә кәрәк тә бит, ләкин үҙегеҙ шаһит: быларҙың береһе лә һанға һуғылмай. Ни гәзиттәребеҙҙе күкрәктәрен ҡуйып яҡларлыҡ әлегеләй янып торған егеттәребеҙ ҙә күренмәй, исмаһам. Ҡайҙа бара һуң бөгөн был милләт балалары?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.16 | Ҡаралған: 1102

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru