Стәрлетамаҡ филармонияһы - ошо төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған үҙенсәлекле сәнғәт усағы булараҡ билдәле. Унда төрлө милли ансамблдәр бер сәхнәлә ижад итә. Мәҙәни институт булараҡ, филармониялар бөгөн ниндәй хәлдә? Ысынында һүҙҙә генә булған, шулай ҙа тотош армия һәүәҫкәр йырсыларға йәшел юл асҡан "шоу-бизнес" халыҡҡа профессиональ сәнғәт тәҡдим иткән филармонияға ниндәй уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра? Ошо һәм башҡа һорауҙарға 25 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы редакциябыҙға йыйылған стәрлетамаҡтар - "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәзинур ХУЖАХМӘТОВ, Бейеү театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил ЛОҠМАНОВ, музыка белгесе, лектор Гөлназ РӘХМӘТУЛЛИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.
Бөгөнгө көндә тотош илдә филармониялар еңел булмаған осор кисерә кеүек. Суверенитет емештәре булған республика филармонияларының хәле нисек бөгөн? 25 йыллыҡ ижад байрамын билдәләгәндә филармония асылған ғына мәлдәге күңел күтәренкелеге тойоламы артистарҙа?
Ғ. Хужахмәтов: Стәрлетамаҡ филармонияһына нигеҙ һалған "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө лә, филармонияның тағы 4 коллективы - Әҙәби-музыкаль лекторий ҙа, Бейеү театры ла, Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ла, "Сарби" сыуаш эстрада-фольклор ансамбле лә, һәр ваҡыттағыса, ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән эшләп йөрөйбөҙ. Һәр бер коллектив заман талаптарына яуап бирерлек эҙләнеү юлында. "Ашҡаҙар" төркөмөнөң төп бурыстарының береһе - башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихыбыҙҙы көй-моңдар аша еткереү. Әлбиттә, филармониялар фестивалдәре үткән ваҡыттарҙа тотош республикаға шаулаған мәлдәр ҙә булды. Республиканың 5 филармонияһында ла яңы бейеүҙәр һалына, яңы йырҙар һайлана ине. Бына ошолай үҙ-ара аралашып йәшәү етмәй бөгөн. Бөтәбеҙ бергә бер ижади майҙанда инек ул мәлдә, ошондай мөхиттә милли сәнғәт тә ышаныслы, һөҙөмтәле үҫеш юлында ине.
Р. Лоҡманов: Заманалар ауыр, тип йәшәһәң, бөтөнләй күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә була. Бейеү театры 2000 йылға тиклем айырым йәшәне, ә ул асылған ғына мәлдә Хәлил ағай Ишбирҙин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумынан, ауылдарҙан бейеүселәр йыйып алып килде. Хатта эш хаҡы алмай эшләгән мәлдәр була торғайны. Күңелдәрҙә рух, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә тоғро хеҙмәт итергә теләк булһа, ҡалған ваҡ-төйәккә иғтибар итмәйһең ул. Шулай ҙа Ҡаҙан ҡалаһының юғарыраҡ эш хаҡы тәҡдим итеп, бейеүсе егеттәребеҙҙе үҙ яғына ауҙарыуына йән әсей. Рух тигәндән, мин 20 йылға яҡын балалар менән эшләйем, бөгөн ата-әсә балаһы менән туған телендә һөйләшмәүен күреп йөрөйөм. Мин иһә, тәрбиәләнеүселәрем менән тик башҡортса ғына һөйләшәм. Тимәк, талап итеп булһа ла, туған телдә аралашырға кәрәк, сөнки милләтте, тәү сиратта, тел һаҡлай. Туған телдә һөйләшәбеҙ икән, рух та була.
Г. Рәхмәтуллина: Башҡортостандағы филармонияларҙың Рәсәйҙә мәҙәниәт менән сәнғәткә бөтөнләй иғтибар булмаған дәүерҙә барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алғанда, мин үҙебеҙҙе етди һынауҙар үтеп, хәҙер инде биле нығынған, үҙенең һуҡмағы һалынған сәнғәт усағы итеп ҡарайым. Беҙҙең филармонияны бына Ғәзинур ағай, Рәил ағай һымаҡ шәхестәребеҙ тотоп тора ла инде. Тап улар ундағы дөйөм кәйефте булдыра, йәштәрҙе тәрбиәләй. Әле бына йәштәр филармониянан китә, тинеләр, ләкин тормошон сәхнәнән тыш күҙ алдына ла килтермәгәндәр бер ҡайҙа ла китмәй ул. Әлбиттә, берәү ҙә уҡыу йортонан әҙер артист булып килмәй, уларҙы ошо ижади мөхит үҫтереп ала. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, кимәлебеҙҙе һаҡлайбыҙ, яңынан-яңы программалар әҙерләйбеҙ. Биш төркөм дә үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй, һәр беребеҙҙең үҙенә генә тәғәйен эше бар.
Бөгөнгө көндә филармонияларҙың хәҙерге заман менән бөтөнләй бәйләнеше юҡ һымаҡ. Был ойошмаларҙа профессиональ музыканттар, музыка белгестәре эшләй, әммә улар йәмғиәткә ҡыҙыҡ түгел, сөнки сәхнәләрҙе шоу-бизнес берәмектәре күптән баҫып алды. Тамашасы ла еңел-елпе йырҙарҙы күберәк тыңлай. Ошондай шарттарҙа филармониялар ҙа үҙгәрергә тейешме?
Г. Рәхмәтуллина: Стәрлетамаҡ филармонияһының ғына түгел, ғөмүмән, республикала эшләгән филармонияларҙың барыһы ла шуныһы менән үҙенсәлекле - улар бер ҡасан да милли ерлектән айырылманы. Бына "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмөн генә алығыҙ, улар бөгөн башҡорт йыр-моңон һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай. "Сарби" сыуаш эстрада-фольклор ансамбле лә республикала берҙән-бер профессиональ ансамбль. Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ла үҙ йүнәлешендә шулай уҡ берҙән-бер профессиональ коллектив. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тамашасыһы бар.
Р. Лоҡманов: Бейеү театрының исеме үк әйтеп тора - ул ғәҙәти генә бейеү ансамбле түгел. Бер актлы ғына булһа ла, 30-45 минутлыҡ хореографик спектаклдәр ҡуйыла ине элек. Уларҙы Хәлил Ишбирҙин әҙерләй ине. Уға, Рима апайға беҙ рәхмәтлебеҙ ошо театр өсөн һәм ул һаман да гөрләп эшләп килә. Тимәк, Бейеү театры - шулай уҡ уникаль күренеш башҡорт сәнғәтендә. Хәлил Ишбирҙиндан һуң театрға Риф Ғәбитов ҙур көс һалды, уны ла юбилей менән ҡотлайбыҙ. Әле лә уның бейеүҙәрен бейейбеҙ. Ситтән саҡырылған балетмейстерҙар менән дә эшләйбеҙ. Ваҡытында 10-12 пар бейеүсе тота инек, тырышһаң, бөгөн дә был һанға еткерергә була. Әле шул беҙҙең бәкәлгә һуға - үҙебеҙҙең төп балетмейстер юҡ.
Г. Рәхмәтуллина: Унан һуң, беҙҙең артистар йәштәр менән дә эшләй. Мәҫәлән, Рәил Лоҡмановтың "Торатау" халыҡ ансамбле "Байыҡ" Республика балалар бәйгеһендә Гран-при яуланы, был да уларҙың юғары кимәле тураһында һөйләй. Күп кенә артистар Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында уҡыта. Ошо йәштәр киләсәктә беҙгә эшкә килмәһә лә, тамашасы булып киләсәк барыбер, сөнки уларҙы үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ. Әҙәби-музыкаль лекторий ҙа классик темаларға мөрәжәғәт иткәндә уны һис кем аңламаҫлыҡ итеп әҙерләмәй. Шул уҡ ваҡытта классик музыкаға нигеҙләнгән программалар ҙа бар һәм уларҙы тамашасы яҡшы ҡабул итә.
Шулай ҙа тамашасы нимәгә өҫтөнлөк бирә, нимә тыңлай?
Ғ. Хужахмәтов: Ысынлап та, бөгөн профессиональ музыка тигән генә түгел, профессиональ композитор тигән төшөнсә юғалып бара. Бөгөн сәхнәләрҙә композитор йырҙары етешмәй. Һәүәҫкәрҙәр насар, тигәндән әйтмәйем быны, әммә профессиональ йырсыны композитор йырҙары ғына үҫтерә ала. Әле яңы ғына Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған концерт ойошторҙоҡ, әммә унда хылыҡ ағылып килде, тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта, ни эшләп башҡорт концерттарын аҙ ҡуяһығыҙ, тип мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Г. Рәхмәтуллина: Филармонияларҙың төп бурысы ла бит - халыҡҡа профессиональ музыка тәҡдим итеү. Профессиональ йырҙар табыуы еңел түгел шул, ысынлап та. Шуға ла артистар ретро йырҙарға йышыраҡ мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Тамашасыларға килгәндә, беҙҙең үҙебеҙҙең тамашасыбыҙ бар. Тик бөгөн йәшәү ритмы үҙгәрҙе һәм, элекке кеүек, тамашасы концертҡа үҙе теләп, ҡыҙыҡһынып килмәйәсәк. Шуға ла филармониялар эшен бер аҙ үҙгәртергә лә тейеш бөгөн, йәғни, баҙар иҡтисадына яраҡлашырға бурыслы. Концерт була, шул-шул артист сығыш яһай, тигән иғлан бер туҡтауһыҙ уның күҙенә салынып, ҡолағына ишетелеп торорға тейеш. Концерт администраторҙар тарафынан эшләнһә, зал тула була һәр саҡ. Ирекле һатыуға ҡуйыла икән, аҙыраҡ була, әммә был беҙҙең үҙебеҙҙең тамашасыны асыҡларға мөмкинлек бирә. Быға тиклем бит филармонияның үҙенең сәхнәһе лә булманы. Хәҙер уны башҡорт дәүләт театры менән бүлешһәк тә, концерттар һаны күбәйҙе тип әйтер инем. Бер ижад миҙгеле эсендә һәр коллектив аҙ тигәндә икешәр концерт бирә, ә берләштерелгән тамашалар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бейеү театрының концерттарына билет та булмай ҡайһы саҡта.
Бынан бер нисә йыл элек республика филармонияларының Өфөгә Филармониялар фестиваленә йыйылыуын күңелле осор тип хәтергә алдығыҙ. Бөгөн филармонияларға үҙ-ара аралашып, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бармы? Әллә иҡтисади көрсөк һеҙҙе үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнарға мәжбүр итәме?
Ғ. Хужахмәтов: Стәрлетамаҡҡа күптән түгел Нефтекама дәүләт филармонияһы юбилей концерты менән килеп ҡайтты. Бик оҡшаны концерт беҙгә, уларҙың тын алышын, ниндәй юҫыҡта ижад итеүен күреп-белеп ҡалдыҡ. Заманалар үҙгәрһә лә, урындарҙа филармонияларҙың эше гөрләп тора ул, шөкөр. Былтыр сибайҙар килеп ҡайтты, уларға халыҡ зал тултырып килде. Башҡа ҡалаларҙа ижад иткән хеҙмәттәштәребеҙҙең финанс хәле лә беҙҙекенән айырылмауын күрҙек.
Р. Лоҡманов: Сибайҙарҙың Өфөгә лә килеп ҡайтҡанын ишетеп шатландыҡ. Әгәр ҙә алдан килешеп, мәҫәлән, улар беҙҙең концертҡа билеттар һатышһа, беҙ ҙә уларға барыр инек. Беҙ уларға был йәһәттән ярҙам итә алабыҙ. Ҡунаҡҡа йөрөшөү башҡорт халҡының иң күркәм йолаларының береһе бит инде ул.
Г. Рәхмәтуллина: Нефтекама менән бәйләнештәр нығынды беҙҙең хәҙер. Улар "Урал батыр" эпосы буйынса балаларға көндөҙгө һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән киске концерт алып килде. Беҙ уларға яҙ барырға уйлап торабыҙ. Улар концертта йәш артистарының ижадын күберәк күрһәтте, йәштәр беҙҙә лә күп, ҡыҙыҡлы ғына программа әҙерләй алырбыҙ, тип уйлайым. Өфө баш ҡала булараҡ, ауырыраҡ яулана, унда мин - һиңә, һин - миңә тип һөйләшеп булмай, залды арендалау хаҡын ҡаплау мәсьәләһе лә бар. Әммә стәрлетамаҡтарҙың гастроль георграфияһы киң генә. "Ашҡаҙар" төркөмө Силәбе өлкәһенән тыш, быйыл Һамар өлкәһенә, Пермь крайына ла барып етеп ҡайтты. Лекторий үҙ ваҡытында Рәсәй төбәктәре буйлап күп йөрөнө. Йәй һайын Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар һабантуйҙарында ҡатнашабыҙ. "Ашҡаҙар"ҙың йәш артистары яңы ғына Үзбәкстанға барып, лайыҡлы сығыш яһаны. Үҙебеҙҙең зал булмағанда ситтә күберәк тә эшләй инек, хәҙер үҙ ҡалабыҙҙа ла йыш сығыш яһайбыҙ.
Меценаттар башҡорт сәнғәте өсөн һаман ят күренешме? Ярҙам итергә теләүселәр бармы Стәрлетамаҡ филармонияһына?
Р. Лоҡманов: Элек меценаттар булмаһа ла, дәүләт ойошмалары ярҙам итә ине. Стәрлетамаҡта заводтар гөрләп эшләп тора ине, бөгөн уларҙың да хәлдәре яҡшынан түгелдер, ахыры. Бер бейеүсене кейендереү өсөн генә 20 меңгә яҡын аҡса кәрәк. Ситек үҙе генә 4-5 мең тора. Шуға ла был проблемаларҙы белгәнлектән, хаҡлы ялға сыҡҡас, бейеүселәр үҙҙәре ошондай кәсептәргә тотона, мәҫәлән, әле үҙебеҙҙә бер бейеүсе ситек тегә башланы. Бөгөн берәй грант отоп ҡына ҡайһы бер мәсьәләрҙе хәл итәбеҙ.
Г. Рәхмәтуллина: Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге грантына лайыҡ булып, махсус программа әҙерләй алды. Ә ҡала заводтарының хужалары хәҙер йә мәскәүҙәр, йә бөтөнләй сит ил кешеләре шул. Шуға ла уларға урындағы милли сәнғәттең торошо ҡыҙыҡ та түгел. Фиҙаҡәр ярҙамды бары тик үҙ милләтең вәкиле генә эшләй алалыр, шул уҡ филармониялар асылған дәүерҙе хәтергә төшөрөгөҙ - ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының өлөшө ҙур булды бит ул саҡта. Бөтөн филармониялар ҙа уларҙың ярҙамы менән нығынып китте һәм бөгөн дә эшләп килә. Унан һуң, халҡының иҫәбе буйынса республикала икенсе урында торһа ла, Стәрлетамаҡ бәләкәй ҡала, баш ҡаланан ситтә лә. Өфөлә әле генә эшҡыуарҙар хәйриә спектаклендә ҡатнашып, мохтажлыҡ кисергән балаларға ярҙам күрһәтте, ә беҙҙә бындай хәл мөмкин түгел. Был йәһәттән "Сарби" ансамбленә бер аҙ бәхет йылмая, уларға үҙ милләттәштәре йыш ярҙам итә. Бәлки, үҙҙәре лә уларға сығыу юлдарын эҙләй беләлер.
Ғ. Хужахмәтов: Беҙгә уларҙан үрнәк алырға кәрәк шул. Ялынмаған осраҡта ла, һораһаң, берәү ҙә юҡ тимәҫ ине, моғайын. Милләтебеҙҙең менталитеты икенсерәктер инде, оялабыҙ былайтып йөрөргә.
Р. Лоҡманов: Стәрлетамаҡты филармониянан тыш күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел хәҙер. Эйе, кемдер, филармония шоу-бизнес кеүек актуаль, заманса түгел, тиер, әммә беҙ теләһә нәмә бейемәйбеҙ, теләһә нәмә йырламайбыҙ һәм уйнамайбыҙ, беҙ милли үҙенсәлектәргә тоғробоҙ.
Шулай итеп...
Милли мәҙәниәттәрҙе, шул иҫәптән башҡорт милли сәнғәтен үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа филармонияларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Бөтөн илдә ҡасандыр, йыраҡ XIX быуатта, музыка һөйөүселәр берләшмәһе булараҡ барлыҡҡа килгән филармониялар совет заманында дәүләт учреждениеларына әүерелеп, бөгөн дә ошо формала йәшәй бирһә лә, Башҡортостан филармонияларының бурысы башҡараҡ шул. Уларҙың эшмәкәрлеге - милли сәнғәт менән бәйле, шуныһы менән дә ҡәҙерле улар беҙгә, тамашасыларға.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА