Үҙен ихтирам иткән дәүләт һәм халыҡ милли үҙенсәлектәрен һаҡларға бурыслы. Милли сәнғәт тураһында һүҙ алып барғанда башҡорттоң төп милли мәҙәни үҙенсәлеге - ул бөйөк музыка ҡоралыбыҙ ҡурай, тиер күптәр, һәм хаҡлы булыр. Редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунаҡтарына ла ҡурайҙың туранан-тура бәйләнеше бар, сөнки ошо көндәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге эшләй башлауға 25 йыл тула. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе Салауат Илгиз улы КИРӘЕВ, ҡурай класы уҡытыусыһы Рөстәм Далха улы ҒҮМӘРОВ менән ошо үҙенсәлекле уҡыу йорто тураһында әңгәмәбеҙ, сөнки Башҡортостандың милли сәнғәте үҫеше ошо училище тәрбиәләгән, белем биргән уҡыусылар менән бәйле.
Халҡыбыҙ борондан һәләтле ҡурайсылары менән дан тотҡан, ә бына республикала профессиональ кимәлдә халыҡ уйын ҡоралдарын өйрәнеү, уҡытыу, уларҙы тергеҙеү, белемле ҡурайсылар әҙерләү Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылыу менән бәйлелер, моғайын. Саҡ ҡына артҡа әйләнеп күҙ һалғанда, уның башында кемдәр тора?
С. Кирәев: Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары сәнғәт училищеһының иң йәш бүлеге, ул 1992 йылда асылған. Быйылғы йыл беҙҙең өсөн тағы ла шуныһы менән иҫтәлекле: сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылыуға - 45 йыл. 1971 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы һәм уҡытыусы Ғата Сөләймәнов училищела беренселәрҙән булып тынлы уйын ҡоралдары бүлеге эсендә ҡурай класы асыуға өлгәшә. Был мәлдә Өфө сәнғәт училищеһының директоры булып Камил Вәлиев эшләгән була. Ошо датаны ҡурайҙы профессиональ кимәлгә күтәреү һәм профессиональ кимәлдә уҡытыуҙың башы булып тора, тип иҫәпләй алабыҙ. Тәүге йылда уҡыусыларҙы райондарға сығып, үҙе йыя Ғата ағай, төрлө сәбәптәр менән уларҙың барыһы ла уҡыуын тамамлай алмай, ҡайһыларылыр әрме сафына алына. Өс кеше уҡып бөтә һәм улар араһында хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артисы тигән данлы исеме булған Ришат Рәхимов та була. 1992 йылда Виктор Линник, Ришат Рәхимов, Айрат Ҡобағошовтар тырышлығы менән тотош бүлек - башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге барлыҡҡа килеп, ҡурай класына думбыра, ҡыл ҡумыҙ, баян кластары ҡушыла. Ҡурайсылар Ришат Рәхимов, Таһир Хәмитов, думбырасы Сабир Әбхәлимов, баянсы Фирдус Шәрәфуллин, Башҡортостанда беренсе башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе Дамир Әбүбәкировтар - тәүге уҡытыусылар була. Оркестрҙы юҡҡа ғына телгә алманым, ысынлап та, тарихта беренсе башҡорт уйын ҡоралдары оркестры тап училище базаһында барлыҡҡа килә. Унан инде сәнғәт институтында оркестр төҙөлә, уның иң ҙур һөҙөмтәһе булып Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендәге Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры тора.
Р. Ғүмәров: З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурай класы 1990 йылдан эшләй, ә башҡорт музыкаһы факультеты 1997 йылда ғына үҙ ишектәрен аса. Йәғни, сәнғәт училищеһы оҙайлы ваҡыт профессиональ ҡурайсылар әҙерләүсе берҙән-бер белем усағы була. Ғата Сөләймәновтың халҡыбыҙҙың ҡурай уйнау традицияларын һаҡлап ҡалыуҙағы, профессиональ кимәлдә өйрәнеүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүсе тәүге әсбап авторы ла ул. Утыҙҙан ашыу уҡыусыһы уның эшен дауам итә бөгөн. Бөгөн уларҙың һәр береһе башҡорт рухиәтенең һағында тора, тип әйтә алабыҙ. Училищеның тағы бер мөһим маҡсаты ана шунда ла - ул уҡытыусылар әҙерләй. Быуындар күсәгилешлеген бөгөн ҡайғыртмаһаң, иртәгә һуң булыуы бар. Әле лә училищела ҡасандыр ошо уҡ уҡыу йортонда белем алған уҡытыусылар эшләй. Шулай уҡ сәнғәт институты уҡытыусылары ла студенттарға белем бирә, Азат Айытҡолов кеүек шәхестәрҙән һабаҡ алыуы үҙе бер тәрбиә мәктәбе бит. Минең дә беренселәрҙән булып ҡурай серҙәренә төшөнөргә ярҙам иткән һәм ҙур ышаныс бағалап Өфө сәнғәт училищеһына юл күрһәткән уҡытыусым Азат Миңлеғәле улы Айытҡылов булды. Ә училищела профессиональ кимәлдә үҫешергә Ришат Рәшит улы Рәхимов ҙур көс һалды.
Тимәк, Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге үҙен киләсәктә ҡурайсы итеп күргән егеттәр өсөн мәктәп менән сәнғәт институты араһын тоташтырыусы күпер булып тора?
С. Кирәев: Музыканттарға шулай оҙайлыраҡ уҡырға тура килә инде. Өфө дәүләт сәнғәт институтының, мәҫәлән, ҡурай класына тура уҡырға инеү өсөн абитуриент йә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатын, йә урта махсус музыкаль колледжды тамамлаған булырға тейеш. Республикала бындай махсус уҡыу йорттары күп түгел. Беҙ иһә, һәләте булған һәм, иң мөһиме, үҙ теләге менән килгән музыкаль белеме булмағандарҙы ла уҡырға алырға тырышабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат - сифатлы музыканттар һәм уҡытыусылар әҙерләү. Һәр кем юғары белем алғыһы килә, шуға ла училище сәнғәт институты өсөн студенттар ҙа әҙерләй, тип тә әйтеп була.
Заманы шулайҙыр инде, хәҙер училищеға конкурс үтә ҙур тип әйтә алмайым. 2000 йылдар менән сағыштырғанда айырма күренә. Балалар сәнғәтте яратмай, йәки хәҙер һәләттәр кәмене, тип әйтеп булмай, бының сәбәбе икенселә. Ил етәкселегенең мәҙәниәткә түгел, башҡа йүнәлештәргә, әйтәйек, хәрби өлкәгә күберәк иғтибар биреүен улар ҙа күреп, дөрөҫ булмаған һығымталар яһай. Йәғни, хәҙер музыканттар түгел, башҡа һөнәр эйәләре кәрәгерәк, тип уйлайҙар. Шулай уҡ бала саҡтан хыялланып та, уйнарға өйрәнеү өсөн мөмкинлектәре булмағандар һәләттәре булһа ла беҙгә килергә ҡыймай. Белем алырға бер ҡасан да һуң түгел, тип әйтер инем уларға. Уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә балаларын сәнғәт юлынан ебәрергә ашҡынып тормай. Музыкант аслы-туҡлы көн күрә, ғаиләһен дә ҡарай алмай, тигән ҡараш хата ул. Күреп йөрөйөм, егеттәр сит ил машиналарында йөрөй, һәр береһенең фатиры бар, тимәк, һөнәрҙәре менән аҡса ла эшләй алалар. Ә ялҡау кешене ниндәй генә вазифаға ултыртма, ниндәй генә эш бирмә, ул барыбер зарланып йөрөүҙән уҙмаясаҡ. Эш урындарына килгәндә, бөгөн республикала ҡурайсыға ғына 30-ҙан ашыу вакансия эленеп тора. Һәр бер районға кәрәк улар, хатта Өфөлә һәр музыка мәктәбендә ҡурай класы бар, тип әйтеп булмай. Балаларҙы ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтергә, һәр мәктәптә бындай кластарҙы асырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Ошоға ынтылырға тейешбеҙ беҙ. Ана, Ҡаҙағстанда үҙен ҡаҙаҡ тип һанаған һәр кеше думбырала уйнай белә. Ни өсөн һәр башҡорт ир-егете үҙе өсөн, балаларында милли рух тәрбиәләү өсөн генә булһа ла ҡурайҙа уйнамай?
Р. Ғүмәров: Төптәнерәк уйлаһаң, тап бөгөн беҙгә профессиональ ҡурайсылар күберәк кәрәк. Ҡурайсы халыҡ көйҙәрен мәңгеләштерә, пропагандалай. Интернет технологиялары үҫешеү менән милли мәҙәниәттәр хәүеф аҫтында ҡала, уның аша беҙгә сит ил музыкаһы ла үтеп инә. Донъя мәҙәниәтен үҙ халҡыңдың ҡарашы аша ҡабул итергә өйрәнгәндә генә беҙ ситтәрҙең көйөнә бейемәйәсәкбеҙ. Унан һуң, үҙебеҙҙең сәнғәтте башҡа, сит көйҙәр менән бер тигеҙ үҫтереү, таратыу өсөн дә үҙебеҙ яуаплы.
Глобалләштереү, ысынлап та, сиктәрҙе юя бөгөн. Шул иҫәптән, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһен бер формаға әйләндерергә тырышыу ҙа бар. Етмәһә, ҡурайҙы башҡа милләттәр ҙә үҙҙәренеке тип раҫларға ғына тора. Был бәхәстәргә буласаҡ ҡурайсылар ниндәй ҡарашта?
С. Кирәев: Уҡыу барышында төрлө фәндәр уҡыйҙар студенттар, башҡарыу тарихы кеүек дәрестәр инә, йәғни улар ҡурайҙың башҡорт халыҡ уйын ҡоралы икәнен яҡшы белә. Уралда ғына үҫкән ҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт өҙөп алған һәм уйнаған. Шуға ла провокацияларға бирелергә кәрәкмәй, тип иҫәпләйем. Һәр көйҙөң бөгөлдәре, традицион башҡарыу алымдары башҡорт халҡында ғына осрай, ә ул көйҙәр беҙгә ҡурайсынан-ҡурайсыға күсеп килеп еткән. Бындай буталсыҡтар булмаһын өсөн беҙгә ҡурайҙы ситтә лә күберәк күрһәтергә кәрәк. Һуңғы осорҙа был йәһәттән Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт дәүләт филармонияһы тарафынан күп эштәр башҡарыла. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә ҡурай байрамдары ойошторабыҙ, Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ошо арала ғына ҡайҙа ғына булманы. Башҡорт кеүек ҡурайҙы күкрәк менән берәү ҙә уйнай белмәй, ошоно башҡалар ҙа күрергә, ишетергә тейеш. Яңы йылдан һуң да ҡаралған бындай гастролдәр. Тағы ла сит илгә сығарыу ҙа яйға һалынһа, күп ерҙә ҡурайҙы белерҙәр һәм бәхәстәргә урын ҡалмаҫ, тип уйлайым.
Р. Ғүмәров: Тап глобалләштереүҙән һаҡланыу өсөн дә бөгөн халыҡтар милли музыкаға, милли уйын ҡоралдарына иғтибар итә башланы. Халыҡты уның теле, йырҙары, көйҙәре, йолалары, йәшәү рәүеше һаҡлай. Ҙур дәүләт эсендә үҙебеҙҙе шул милли мәҙәниәтебеҙ менән генә һаҡлап торабыҙ ҙа инде беҙ ҙә. Бына шуның өсөн дә милли-рухи ҡиммәттәр ныҡ булырға тейеш, ә уның төп өлөшөн милли музыка алып тора. Классик музыка, эстрада һәйбәт ул, әммә дөйөм музыкаль мәҙәниәттең ҙур өлөшөн халыҡ көйҙәре, йырҙары алып торорға тейештер, шул саҡта ғына йәштәр милли рух менән йәшәйәсәк һәм эшләйәсәк.
Башҡортостандың мәҙәни тормошонда ҡурайҙың үҙ лайыҡлы урыны бармы?
С. Кирәев: Бөгөн бер генә концерт та ҡурайһыҙ үтмәй, тимәк, ул үҙәк урында тора, тип тә әйтергә мөмкин. Этно төркөмдәр күбәйҙе, уларҙың һәр береһендә ҡурайсы бар. Ҡурайсыларҙың айырым концерттары ла йыш үтә хәҙер, Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солистары айырым концерт эшләй. Башҡорт мәҙәниәтендә ҡурай, шөкөр, үҙенең урынында. Тамашасылар ҙа ҙур теләк менән йөрөй бындай тамашаларға. Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡоловтарҙың бер елле идеяһы бар, бөтөн ҡурайсыларҙы бер майҙанға йыйып, бергәләшеп башҡорт халҡының берәй мәшһүр көйөн уйнарға. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы ғына ошо йылдар эсендә 700-гә яҡын ҡурайсы уҡытып сығарған, унан тыш, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Сибай, Учалы, Салауат ҡалаларында сәнғәт училищелары бар, байтаҡ ҡына ҡурайсы йыйылыр ине, ай-һай! Олатаһына, атаһына ҡарап, уларҙан уйнарға өйрәнгән таланттар ҙа халыҡ араһында бик күп. Шуға ла ошондай берәй сара ойоштороу киләсәктә тора әле.
Р. Ғүмәров: Өфө дәүләт сәнғәт институтында Айрат Ҡобағошев, Гөлназ Ғәлина, Гүзәл Хәмитова, Әхмәт Сөләймәновтар экспедицияларҙа йыйған бай фонотека һаҡлана, улар нотаға һалынған, бик боронғо көйҙәрҙең яҙмалары ла бар. Ғилми йәһәттән был өлкәлә эштәр әле лә бара. Интернеттан да теләгән көйҙө бер нисә секунд эсендә табып була. Шуға ла, теләк булһа, ҡурай уйнарға өйрәнергә бөтөн уңайлыҡтар бар.
Шулай итеп...
Юғары сәнғәттең әһәмиәте шунда: ул кешелекте яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәй - әңгәмәселәребеҙҙең ошолай тип раҫлауына ҡушылып, ҡурай - ул башҡорт халҡының бөйөк музыка ҡоралы һәм уның төп әһәмиәте үткәндәр менән бәйләүҙә лә, беҙҙе халыҡ итеп һаҡлауҙа ла, тип кенә өҫтәйбеҙ беҙ ҙә. Һөйләшеүебеҙҙә Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә лә, ҡурайсыларҙың хеҙмәтенә лә баһа биреп маташманыҡ та, был мөмкин дә булмаҫ ине. Иң мөһиме, беҙҙең фиҙаҡәр ҡурайсыларыбыҙ, уларҙы әҙерләүсе ошондай уҡыу йортобоҙ бар һәм уның ишектәре милли сәнғәтте һөйөүселәргә һәр ваҡыт асыҡ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА