"Тарихсыларҙың тарихты дөрөҫ итеп яҙыу кеүек ауыр эше бар. Ышаныслы тарих йәки хәҡиҡәт бик күп тарихи мәғлүмәттәрҙе үтә нескә иләк менән иләгәндән һуң ҡалғандарҙан ғына хасил була ала", тигән Әхмәтзәки Вәлиди. Тарихты һәм тарихсының ролен юғары баһалаған һүҙҙәренә раҫ итеп, ғалимдың башҡорттарҙың тарихы һәм этнографияһы буйынса хеҙмәттәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Ә. Вәлидиҙең башҡорт халҡының этнографияһы һәм тарихына ҡағылышлы хеҙмәттәре араһынан "Бөрйән башҡорттары араһында" тигәнен айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Был хеҙмәт 1913 йылда йәйге каникулда, бөрйән башҡорттары йәшәгән райондарға яһаған ҙур булмаған сәйәхәтенән һуң яҙыла һәм шул уҡ йылда "Шура" журналының 19-20-се һандарында донъя күрә.
Мәҡәләлә хикәйәләү автор исеменән алып барыла. Беренсе биттән үк беҙ уның яңғыҙы ғына түгел, ә студент дуҫы менән бергә сәйәхәт ҡылыуын төҫмөрләйбеҙ. Сөнки ул мәҡәләнең аҙағынаса "беҙ" алмашын ҡуллана, әммә дуҫының исемен атамай. Ул Башҡортостанға Вәлиди менән бергә ял итергә һәм ҡымыҙ эсергә килеүсе татар яҙыусыһы Фуат Туҡтаров булып сыға. Был хаҡта Ә. Вәлидиҙең "Хәтирәләр"ендә телгә алына.
Был хеҙмәтендә Ә. Вәлиди тарихи процесты өс осорға бүлә: ҡырағайлыҡ, вәхшилек һәм цивилизация. Үҙе йәшәгән осорҙағы башҡорттарҙы ул өсөнсө баҫҡысҡа - цивилизациялы осорға индерә. Башҡорт халҡының төрлө төркөмдәренең ижтимағи, иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендәге айырмаларын билдәләй. Бөрйән ырыуы - иң төп башҡорт ырыуы, тип иҫәпләгән Небольсиндың фекеренә ҡушылып, былай ти: "Хәҡиҡәтән, башҡорттар менән яҡын танышлыҡ күрһәтә ки, бөрйәндәр кәрәк мәғишәт, тел вә ғәир хосустарҙа башҡорттарҙың иң саф булғандарын тәшкил итәләр". Ошо фекерҙе артабан да үҫтереп һәм үҙенең тәжрибәһенә таянып, "беҙ булған был ауылдар мәғишәт тарафынан ҡыҫылып, икенсенән, күрше башҡорт үә татарҙар йоғонтоһона бирелә төшөп, бер аҙ үҙгәргәндәр", - тип яҙа.
Вәлиди фекеренсә, "бөрйәндәр - башҡорттарҙың саф булғандары - үҙенсәлектәрен тамам юғалтып баралар". Рустар һәм татарҙар менән аралашыу башҡорттарҙы бөтөнләй үҙгәртте тип иҫәпләй ул: "Тел, ғоруф вә ғәҙәттәрендә юғары ике күрше ҡәүемдәренең йоғонтоһо күренеп тора. Бынан зыян да юҡ кеүек, әммә уларҙың эске һәм тышҡы мәҙәниәттәренә (әхлаҡ вә мәғишәттәренә) йоғонтолары быларҙы был көн тамам аяныс хәлгә килтереүе мөмкин". Башҡорттар тормошоноң традицион шарттары үҙгәреүен Ә. Вәлиди кире баһалай. Цивилизацияның башҡорттарға, уларҙың рухи мәҙәниәтенә кире йоғонто яһауы хаҡында һүҙ йөрөтә. Ул боронғоно идеаллаштыра һәм цивилизация йоғонтоһона эләкмәгән бөрйәндәр әхлаҡи яҡтан тарҡалмаған, тип иҫәпләй.
Башҡорттар хаҡында төрлө мәғлүмәттәрҙе ҡулланып яҙылған этнографик характерҙағы был мәҡәләһендә автор башҡорт халҡының тарихына историографик күҙәтеү яһай. Никольский тарафынан төҙөлгән һәм 1899 йылда "Этнографическое обозрение" журналында донъя күргән башҡорттар тарихы буйынса хеҙмәттәрҙең каталогын айырым билдәләп үтә һәм "башҡорттар тураһындағы әҙәбиәтте өйрәнеүҙе" еңелләштерҙе, ти.
Ә. Вәлиди башҡорттар тарихының насар өйрәнелеүенә зарлана һәм былай ти: "Беҙҙең ғоләмә һәм ғилми йәмғиәттәр Себерҙең әллә ҡай соҡорҙарындағы, бөтөн халҡы ике меңдән ғибәрәт булған ваҡ таифәләрҙе өйрәнеү юлында байтаҡ ҡына аҡса сарыф итәләр. Әммә күҙ төбөндәге башҡорттарҙы өйрәнеү хосусында эшләмәйҙәр". Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы профессор Н.К. Дмитриев та башҡорт теленең революцияға тиклем Рәсәйҙә аҙ өйрәнелеүен билдәләй. Былай тип яҙа ул: "Революцияға тиклем башҡорт теле элекке Рәсәйҙә иң аҙ өйрәнелгән телдәрҙең береһе булған, хатта үҙе ингән төрки телдәр төркөмө эсендә лә. Әзербайжан, сыуаш, ҡаҙаҡ, татар телдәре генә түгел, хатта үҙәктән алыҫта булған яҡут йәки урәнхәй (тува) телдәре лә күп мәртәбәгә яҡшыраҡ өйрәнелгән булған. Күренекле тюркологтар: академик В.В. Казембек, И.Н. Березин һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә башҡорт теле телгә алынмаған тиергә була, алынған хәлдә лә, авторҙар йыш ҡына уны тулыһынса яңылыш күҙ алдына килтерә". Был һүҙҙәр Ә. Вәлидиҙең фекере менән ауаздаш.
Әхмәтзәки Вәлиди Рәсәй ғалимдарын "беҙҙең ғалимдар" тип атаһа ла, сығыштары буйынса төрки булған ғалимдарҙы уларҙан айыра. Был осраҡта ул һуңғыларын "беҙҙеке" тип йөрөтә. Башҡорттар хаҡында тикшеренеүҙәрҙә былай тип яҙа ул: "Беҙҙең үҙебеҙҙә инде бер нәмә лә юҡ тиһәк тә ярай. Тик һуңғы көндәрҙә бер-ике мәҡәлә илә бер китап сығып ҡалды". Шул китаптар һәм мәҡәләләр араһынан ул Һаҙый Атласиҙың "Башҡорт тарихы" исемле китабын, Ғ. Ғүмәриҙең "Башҡорттар бөтәрме?" тигән әҫәрен, М.Өмөтбаевтың "Йәдкәр"ен атап китә.
Һ. Атласиҙың китабын тикшергәндә, Әхмәтзәки Вәлиди Игнатьев һәм Гурвичтың "Справочная книга Уфимской губернии" тигән китабын тәр-жемә итеп, тик ҡайһы бер мәғлүмәттәр генә кереткеләүе өсөн уны бик ныҡ тәнҡитләй. Артабан ул башҡорт тарихын өйрәнеүгә талаптар ҡуя: "Әммә "Башҡорт тарихы" булһа, унда ул ҡәүемдең Русия ҡулына кереүҙән элгәре хәлдәре, мәғлүм булған ҡәҙәре хандары вә Русия ҡул аҫтына кергәндәре һуңынан хөкүмәттең, мәҫәлән, уларҙың ерҙәргә вә идара хосустарына ҡарап төҙөгән тәдбирҙәре үә ул тәдбирҙәрҙең вә мәғишәтенең ошо һуңғы заманғы башҡортто нисек килтереп сығарыуы һөйләнергә тейеш ине". Был талап Вәлидиҙең башҡорт тарихын системалы өйрәнеү теләген сағылдыра. Уның башҡорт шәжәрәләрен ғәрәп һәм Европа сығанаҡтары менән сағыштырып, башҡорт тарихын өйрәнеүҙе ниәт итеп ҡуйыуы ла ошо фекерҙән сығып эшләнә һәм ул "уларҙың асылдары, этник составы хаҡында шул ваҡытта ғына бер ҡарарға килергә кәрәк", тигән һығымта яһай.
Башҡорттарҙың килеп сығышына килгәндә, Әхмәтзәки Вәлиди, улар финдар йоғонтоһо булған төрки ырыуҙарҙан барлыҡҡа килгән, тип фаразлай. Уның был фекере хәҙерге башҡорт тарихсыларының тикшеренеүҙәре менән тап килә.
М. Рәмзиҙең "Тәлфиҡ әл-әхбәр" тигән китабына таянып, ул "бөрйән халҡы ла бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең тыуыуынан элгәре үк тарих битенә инеп ҡалған һәм был көнгә ҡәҙәре онотолмай килгән бер ҡәүем" тип ғорурлыҡ менән яҙа.
Ә.Вәлиди үҙенең хеҙмәтендә башҡорт халыҡ йырҙары тураһында былай ти: "Улар моңлораҡ, уларҙа ниндәйҙер үҙенсәлекле киңлек, үҙенә генә хас гүзәллек бар, ниндәйҙер билдәһеҙлеккә, уйсанлыҡҡа ынтылыш һиҙелә. Ғөмүмән, башҡорт йырҙары эстәлегендә тормош фәлсәфәһе элементтары, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарауға йүнәлеш күренә", - тип яҙа. Ул башҡорт көйөнөң милли үҙенсәлеген дә билдәләп үтә: "Башҡорт көйҙәрендә көнсығыш стилендәге биҙәүҙәр аҙыраҡ: уларҙың ритмы тигеҙлек менән айырыла".
Ә. Вәлиди Рыбаковтың тикшеренеүҙәре менән таныш булған һәм башҡорт музыкаһын тасуирлағанда йыш ҡына уның фекеренә һылтанған. Әммә шул уҡ ваҡытта Рыбаковтың төркиҙәр тарихын насар белеүен һәм башҡорт көйҙәрен европаса ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтә. Рыбаковтың "Европа кешеһенең ҡолағы башҡорт көйҙәренә тиҙ эйәләшә алмай" тигәне менән Вәлиди килешмәй. Ул Рыбаковтың һүҙҙәрен төрки халҡының милли байлығына бер ниндәй тарихи ерлекһеҙ хасланыу тип иҫәпләгән.
Музыка хаҡында бәйән иткәндә, Ә. Вәлиди милли мәсьәләгә лә ҡағылып үтә. Ул үҙҙәрен "мәҙәни" тип һанаған һәм башҡалар өсөн ҡарарҙар ҡабул иткән кешеләрҙе ғәйепләп яҙған. Уныңса, төрки халыҡтарының милли музыкаһы тергеҙелеүе уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи йоғонтоһонан һаҡлай алыр ине. "Беҙ үҙебеҙҙең милли музыкабыҙҙы юғалтһаҡ, киләсәгебеҙ өсөн ҙур енәйәт яһаған булырбыҙ", - тип ул башҡорттарҙы иҫкәртә.
Әхмәтзәки Вәлиди төрки халҡының ассимиляцияға бирелеү сәбәбен эҙләй һәм уны ғәскәрлектә, юлбашсы артынан эйәрергә ғәҙәтләнеүендә күрә. Был фекер француз тарихсыһы Леон Каендыҡы. Беренсе тапҡыр ул Ә. Вәлиди тарафынан "Төрк вә татар тарихы" китабында ҡулланыла. Ә был мәҡәләһендә ғалим бөрйән башҡорттарының пассивлығын тәнҡитләү өсөн Л. Каенға һылтанмалар эшләй.
Ҡарап үтелгән мәсьәләләрҙән тыш, "Бөрйән башҡорттары араһында" мәҡәләһенә башҡорт, ғөмүмән, төрки халыҡтарының тарихы, этнографияһы буйынса мәғлүмәттәр, Вәлидиҙең бөрйән башҡорттарының йәшәү рәүеше хаҡындағы күҙәтеүҙәре ингән.
Шулай итеп, Ә. Вәлидиҙең "Бөрйән башҡорттары араһында" тигән хеҙмәте көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһен ҡуҙғата һәм революция алдынан башҡорт йәмәғәтселегенә ҙур йоғонто яһай. Ул башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә тәүге аҙым була.
Әхәт СӘЛИХОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА