«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫУ ФАРЫЗ "УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫНА ЛА
+  - 

Өфөлә "Урал батыр" эпосына арналған һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бындай башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. Ваҡиғаны ике датаға - Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя фольклориадаһына тура килтереү күҙ уңында тотола.

Әлеге көндә Урал батырға һәйкәлде һынландырған архитектура комплексы проекты бар. Уны Ағиҙел йылғаһы буйындағы урман зонаһында урынлаштырырға тәҡдим ителә. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғарипов үҙенең тәҡдимен индергән. Автор башҡа башҡорт эпостарының персонаждарына арналған скульптура композицияларын урынлаштырып, тотош аллея булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов етәкселегендә эшсе төркөм ойошторолған.
- "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының символы, мираҫыбыҙ. Бөгөн ул донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән. Республикала эпосты яттан белгән кешеләр бар, уны конкурстарҙа һөйләйҙәр. Беҙ символдарҙы белергә, улар менән ғорурланырға һәм халыҡҡа күрһәтергә тейешбеҙ. Тимер юл буйлап ҡалаға ингән саҡта Салауат Юлаев ҡаршы ала. Аэропорт яғынан ингәндә лә шундай символ булһын ине, - ти Әмир Миңнеәхмәт улы. Уның әйтеүенсә, идеяны һәм уны хәл итеү юлдарын, тәү сиратта ғалимдарҙың фекеренә таянып, йәмәғәтселек вәкилдәре менән ентекле тикшереү зарур. Хәйер, зыялылар, ғалимдар бындай һәйкәл тураһында күптән һүҙ ҡуҙғата. Яҙыусы һәм ғалим Мирас Иҙелбаев: "Башҡортостанда Урал батырға һәйкәл кәрәклегенә шик юҡ. Республикабыҙ Европа менән Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан, "Урал батыр" эпосын иһә донъялағы ошондай мәҙәни ҡомартҡылар араһында иң боронғоһо, иң кешелеклеһе тип атарға мөмкин", - тип иҫәпләй. "Һәйкәлде төҙөгәндә бөтә нескәлектәргә иғтибар итеү мөһим. Урал батыр, эпостағы кеүек үк, арыҫлан өҫтөндә ултырырға, кейеме лә ошо дәүергә тап килергә тейеш", - тип билдәләй Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова.

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 1460

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru