Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыуҙы һәм 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үткәреләсәген күҙ уңында тотоп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Урал батырға һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән сыҡты. Шул уңайҙан, Башҡортостан ГТРК-һының медиа-үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте. Унда Ҡоролтай ҡарамағында ошо маҡсатта ойошторолған, составына телселәр, тарихсылар, философтар, башҡа белгестәр ингән эш төркөмө ағзалары ҡатнашты.
БДБҠ Башҡарма комитеты рәйесе, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов белдереүенсә, был бик яуаплы эш һәм уны өс этапта тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Беренсе этап - бөгөнгө фәндең барлыҡ тармаҡтарынан "Урал батыр" эпосы менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдарҙы бергә йыйып, улар менән әҫәрҙе төрлө күҙлектән тикшереп һәм мөмкин булған барлыҡ мөһим мәлдәрҙе асыҡлап, һәйкәлдең нисек булырға тейешлеге тураһында уртаҡ фекергә килеү. Сөнки эпос йөкмәткеһенә Ерҙә тормош барлыҡҡа килеү процесы һалынған икән, уны бер генә күҙлектән сығып баһалау һәм буласаҡ һәйкәлде ошо ҡараштан ғына һынландырыу мөмкин түгел. Был йәһәттән дә матбуғат конференцияһында төрлө фекерҙәр яңғыраны: Ҡоролтай уртаға Урал батырҙы ҡуйып, уның ике яғынан тағы ла етешәр эпостың төп геройҙары һынландырылырға тейеш, тигән фекер менән сығыш яһаһа, башҡалар был мемориаль комплекс йәки ансамблдә бары тик эпостағы эпизодтарҙы һынландырыу яҡлы. Шулай уҡ Уралдың скульптураһы нисек булырға тейешлеге мәсьәләһе лә етди ҡараш талап итә. БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова батырҙы ерҙән сығып килеүсе итеп күрә, йәғни һәйкәлгә күҙ күреп өйрәнгән пъедестал кәрәкмәй, батырҙы ер тыуҙыра. Әйткәндәй, яҙыусының икенсе фекере - Урал батырҙа бәйғәмбәрлекте сағылдырыу. "Тарихтан мәғлүм булыуынса, бәйғәмбәрҙәрҙән кешелеккә изге китап ҡала. Әгәр Ер яралған, ерҙә тормош башланғандан алып тарихты бәйән иткән - башҡорт халҡының ғына түгел, тотош кешелектең изге китабы булырҙай эпос беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән икән, тимәк, Урал да бәйғәмбәрҙәр затынан һәм был сифат та һәйкәлдә сағылыш табырға тейеш", - тине ул. Батырҙың арыҫлан йәки Аҡбуҙатҡа атланған булыу ихтималлығы ла инҡар ителмәне.
Әлбиттә, "Урал батыр"ҙа Уралдың үткән юлын кәүҙәләндергән, эпос менән таныш ниндәй генә милләт кешеһе килгәндә лә скульптуралар аша улар эпостың йөкмәткеһе менән таныша, уны аңлай алһын өсөн мемориаль комплекс йәки ансамбль бер бөтөндө тәшкил итергә тейеш. Шулай икән, бында Салауат Ғәлләмовтың теорияһына ла мөрәжәғәт итеү һәм Урал батыр һәйкәл-комплексын календарь рәүешендә, йәғни әйләнә, ҡулса формаһында эшләүҙе лә иғтибарға алырға кәрәктер.
Икенсе этапта архитекторҙар менән эш алып барыласаҡ. Йәғни эш төркөмө уртаҡ фекергә килгән образ Уралды һынландырырға теләге булған барлыҡ архитектор-ҙарға, скульпторҙарға ҡулланма булып торасаҡ. Шулай уҡ барлыҡ проекттар йәмәғәтселеккә фекер алышыуға ла сығарыласаҡ һәм иң уңышлыһы ғына һайлап алынасаҡ.
Өсөнсө этап - комплексты йәки ансамблде эшләү өсөн финанс мәсьәләһен хәл итеү. Тотош илде көрсөк ялмап алғанда, әлбиттә, был мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Әммә федераль әһәмиәттәге юбилей һәм халыҡ-ара сара алдынан төрлө кимәлдәге бюджеттар һәм бюджет булмаған фондтар уны йырып сығырға ярҙам итер, моғайын. Шул уҡ ваҡытта, тарих ҡабатлана, тигәндәй, заманында башҡорттар Каруанһарай мәсетен төҙөүгә бер төптән ҡубып аҡса йыйғанлығын да хәтергә төшөрҙө матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар. Ләкин бөтөн нәмәне халыҡ елкәһенә һалып ҡуйыу, бигерәк тә бөгөнгө эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ заманында оятыраҡ та һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта, матур бер фекер ҡолаҡҡа салынды: "Урал батыр" - ул башҡорт халҡының ғына түгел, ә донъя халыҡтарының ҡомартҡыһы, уның менән башҡа халыҡтар ҙа ҡыҙыҡһына һәм уны башҡа телдәргә тәржемә итергә һорап алалар. Шулай булғанда, ни өсөн, халыҡ-ара иҫәп тә асмаҫҡа? Аптырағандан тыуған уйҙар инде былары, сөнки Рәсәйҙә бөтөн нәмә аҡсаға барып төртөлә һәм, финанс булмағанда, былай ҙа ярай инде, тип, аҙ сығымлы проектты һайлау маҡсатҡа тура килмәҫ, моғайын. Эйе, аҙ бюджетлы һәйкәлдәр ҙә булһын, әгәр мөмкинлек табыла икән, улар һәр районда, һәр ауылда ҡуйылһын - бынан һис бер зыян юҡ, киреһенсә, йәш быуынды "Урал батыр" эпосы нигеҙендә тәрбиәләү өсөн этәргес кенә булыр. Ләкин әле хыялда булған һәйкәлде аҡса мәсьәләһенә бәйләп, осһоҙландырыу ярамаҫ. Сөнки Урал батыр образы аша дөйөм башҡорт милләтенә ҡуйыласаҡ һәйкәл - ул Салауат Юлаев һәйкәле кеүек рухландыра, ҡанатландыра, илһамландыра, дәртләндерә, көс өҫтәй торған урын, батырлыҡ һәм изгелек, кешелеклелек һәм намыҫ символы булырға тейеш.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА