«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛДАРХАН МУТИН - МИЛЛИ ХӘРӘКӘТ ЭШМӘКӘРЕ
+  - 

Башҡортостан автономияһының ойошторолоу тарихы бер нисә этаптан тора. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһы иғлан ителә, шул уҡ йылдың декабрендә Ырымбурҙа үткән 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында раҫлана. 1918 йылда ул ғәмәлгә ашырыла. Ә инде 1919 йылдың 20 мартында ике яҡлы килешеү нигеҙендә Башҡортостан автономияһы совет власы тарафынан таныла.

Башҡортостандың милли дәүләтселеге өсөн көрәштә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла әүҙем ҡатнаша. Улар араһынан милли хәрәкәт лидерҙары үҫеп сыға. Шуларҙың береһе Илдархан Ибраһим улы Мутин. Сығышы менән Минзәлә башҡорттарынан. 1888 йылдың 21 июлендә Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙенә ҡараған Үрге Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Бөгөн был ауыл Татарстандың Аҡтаныш районына ҡарай. Әйткәндәй, революцияға тиклем 150 мең башҡорт йәшәгән Минзәлә өйәҙе 1920 йылда яңы төҙөлгән Татар АССР-ына индерелә. Ә алты йылдан, 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, унда мең ярым ғына башҡорт теркәлә.
Илдархан Мутин башҡорт старшиналары һәм дворяндары Мутиндар нәҫеленән. Ғалим Ә. З. Әсфәндийәров яҙыуынса, дворянлыҡты улар XIX быуаттың икенсе яртыһында алған. 1900 йылда Мутиндарҙың нәҫелле дворянлыҡ хоҡуғы (потомственное дворянство) Сенат тарафынан раҫланған. Мутиндар династияһына XVIII быуатта йәшәгән Гәрәй улысы старшинаһы Мөтә Йәнырыҫов нигеҙ һала. Уның исеме, бәлки, Мөтиғулла булғандыр. Әммә урыҫ документтарында Мутя Янурусов тип телгә алына. Ул Таҡталасыҡ ауылында йәшәй. Ауылдың исеме - Таҡталасыҡ - уның килеп сығышы тураһында әйтеп тора. Ул Гәрәй башҡорттарының йәйләү урыны булған. Сөнки Аласыҡ һүҙенең бер мәғәнәһе йәйләүҙә көн итеү өсөн ҡабыҡ йәки ситәндән эшләнгән ҡаралтыны аңлата. Ә бында ауылдың исеме үҙе үк Таҡта аласыҡ икәнен әйтеп тора. Архив документтары 1745 йылда М. Йәнырыҫовтың яһаҡ түләүсе татарҙарҙы (ясашные татары) үҙ ерҙәренә индереүе, 1746 йылда Ҡаҙан губернаһынан килгән урыҫ крәҫтиәндәренә 15 йылға Ағиҙел йылғаһындағы балыҡ тотоу урындарын ҡуртымға биреүе тураһында һөйләй.
Артабан Гәрәй улысы старшинаһы вазифаһы Мөтә Йәнырыҫовтың улы Тимер Мутинға күсә. 1756 йылда Пруссия менән һуғыш башланғас, Тимер Мутинды яуға киткән башҡорт ғәскәрҙәре (2500 яугир) башлығы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, Т. Мутин Ете йыллыҡ һуғышта (1756-1763) ҡатнашып ҡайта. Ул һуғыштың аҙағына тиклем булмай.
1755-1756 йылғы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, Сенат Санкт-Петербургҡа килеп, батшабикә Елизавета Петровнаға тоғролоҡҡа ант биреү өсөн башҡорттарҙан вәкилдәр ебәреү тураһында указ сығара. Әммә вәкилдәр өс йылдан һуң ғына, 1759 йылда ғына һайлана. Башҡорттарҙан 6 кеше, улар араһында Ҡаҙан даруғаһы башҡорттары исеменән Тимер Мутин вәкил булып Санкт-Петербургҡа бара. Башҡорт вәкилдәре пайтәхеткә барыу форсаты тейгән саҡта халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү сараһын күрергә тырыша. 1759 йылда Санкт-Петербургта булған саҡтарында һайланмыш башҡорттар Тимер Мутин инициативаһы менән Сенатҡа үтенес хаты яҙа. Улар башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу, купчийҙарҙы (ер һатып алыу тураһында килешеү) бөтә улыс ризалығы менән генә раҫлауҙы һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итә. Сөнки 1755-1756 йылғы башҡорт яуын баҫтырыуҙан файҙаланып, казактар башҡорт ерҙәрен баҫып ала башлай. Башҡорттарҙан һорап тормайынса, ялған купчийҙар менән аҫаба ерҙәрҙе үҙҙәренә яҙҙырыу осраҡтары күп була. Сенат 1759 йылдың 29 сентябрендә башҡорт вәкилдәренең үтенесенә ҡолаҡ һала һәм башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы ҡәтғи тыйыу тураһында указ сығара.
Тимер Мутинға Санкт-Петербургтан тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай, ул 1759 йылдың декабрендә вафат була. Гәрәй улысында старшиналыҡ вазифаһы уның улы Аҙнағол Тимеровҡа күсә. Уның 1763 йылдан старшина булғанлығы документтарҙан билдәле. Ул 1773-1775 йылдарҙағы Бүгәсәү яуында ҡатнаша. 1774 йылдың ғинуарында Алабуға ҡәлғәһен (хәҙерге Татарстандың Елабуга ҡалаһы) ҡамауҙа тотҡан баш күтәреүселәр араһында була. 17 октябрҙә Ҡаҙан ҡалаһына властарға "ғәйебен" танырға (с повинной) килә. Аҙнағолды аманат сифатында Ҡаҙанда ҡалдыралар. Башҡорттар баш күтәрмәһен өсөн батша властары борон-борондан старшина, тархандарҙың үҙҙәрен йәки улдарын аманат рәүешендә тотор булған. 1816 йылда Аҙнағол Тимеров 11-се башҡорт кантонында йорт (юртовой) старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның командаһында Гәрәй улысының 8 ауылы, шул иҫәптән Үрге һәм Түбәнге Таҡталасыҡ ауылдары булған. 1798 йылда кантон идаралығы системаһы индерелгәс, улыстар йорттарға (юрт) бүленә. Йорттар исем менән түгел, ә һандар менән билдәләнеп йөрөтөлә. Был осорҙа инде Аҙнағолдың улы Әхмәҙей Аҙнағолов та (Мутин) йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның ҡарамағында биш ауыл теркәлгән. 1816 йылғы ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) буйынса Үрге Таҡталасыҡ ауылында 285 кеше (башҡорттар) көн иткән. Заманына күрә ҙур башҡорт ауылы булған ул. Түбәнгеһендә 52 башҡорт һәм 89 типтәр (килешеү буйынса килеп ултырғандар) иҫәпләнгән. Аҙнағолдың тағы бер улы Туҡтағол Мутин 11-се башҡорт кантонында зауряд-сотник булып хеҙмәт итә.
Йәш тарихсы Альбина Ильясова яҙыуынса, XIX быуаттың тәүге яртыһында Гәрәй улысы Таҡталасыҡ ауылынан Әбдрәшит Мутиндың (Тимер Мутиндың улы) Мөғәтәсим (йорт старшинаһы), Ғисмәтулла (зауряд-есаул), Әбделбасыр (хорунжий), Мөхәмәтша (зауряд-хорунжий), Әхмәтша (йөҙ башы) исемле улдарының 11-се башҡорт кантонында, Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәттә йөрөүҙәре билдәле. Ибраһим Мутин (Илдархан Мутиндың атаһы) Әбдрәшит Мутиндың кесе улы. Күрәһең, ул уның йәш ҡатынынан тыуған булғандыр.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1019

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru