Билдәле булыуынса, "күркә" тигән ҡош донъяға Америка ҡитғаһы асылғандан һуң, унда Европанан күпләп халыҡ күсеп барып, улары әлеге ҡошто Европа ҡитғаһына килтергәндән һуң ғына таралып китә. Ҡырағай күркәләр тик Америка ҡитғаһында ғына таралған. Урыҫтар был ҡошто "индюк, индейка", тип атай. Азери төркиҙәр, ҡаҙаҡ туғандарыбыҙ, үзбәктәр "индей тауығы", тиҙәр. Башҡорт менән татар иһә, "күркә", ти.
Башҡортостанда Урал тауҙарында күркә менән бәйле "Күркәтау", "Күркәле" тигән бер нисә атама барлығы билдәле. Әгәр ҙә был ҡош үҙе Американан килтерелгән икән, нисек итеп башҡорт ерендә уның менән бәйле атама булыуы мөмкин икән, тигән һорау тыуа. Ҡырағай күркәләр бит Америка ҡитғаһынан тыш бүтән бер ерҙә лә булмаған.
Баҡтиһәң, күркә атамаһы башҡорттоң халыҡ булараҡ формалашыуын тикшергәндә лә үҙенә күрә бер ҡыҙыҡ һәм тос ҡына миҫал була ала икән. Билдәле булыуынса, Көньяҡ Урал һәм уның тирә-яғындағы тигеҙлектәрҙә иң боронғо дәүерҙәрҙә һинд-иран (арий), ә аҙағыраҡ иран телдәренең көнсығыш төркөмөндә һөйләшкән ҡәүемдәр донъя көткән. Бында, иран телле тигәндә, юл ыңғайы аңлатма биреп китеүҙе кәрәк һанайым. Сөнки беҙҙең ҡайһы бер ғалимдарыбыҙ иран телле халыҡтар тураһында һүҙ барғанда, яңылыш, фарсы телле, тип яҙалар. Был төптө дөрөҫ түгел, сөнки фарсылар иран телле халыҡтарҙың тик береһе генә. Беҙ бит башҡорттарҙың төрки телле булыуынан сығып ҡына бөтә төрки телле донъяны "башҡорт телле", тип атамайбыҙ ҙаһа. Башҡорттар төрки донъяһының бер өлөшө генә булған кеүек, фарсылар ҙа иран телле донъяның бер өлөшө генә булып тора. Иран телле халыҡтар донъяла бик күп. Фарсыларҙан тыш, осетиндар, талыштар, курдтар, тажиктар, Тажикстандың Памир тауҙарында көн иткән эреле-ваҡлы рушан, язгуләм, арашор, вахан, шугнан, барҙангиш, сарыкол тигән халыҡтар, шулай уҡ Афғанстандың төп халҡы пуштундар (үҙҙәрен пашто тиҙәр) ошо тел төркөмөнә ҡарай. Инде күптән юҡҡа сығып, тарих арбаһынан төшөп ҡалған скиф, саҡ, сармат, алан ҡәүемдәре лә ошо иран тел төркөмөнөң көнсығыш тармағына ҡараған телдәрҙә һөйләшкән, ти телсе-ғалимдар. Башҡорт ере булған Урал тауҙарында саҡтарҙан, сарматтарҙан, аландарҙан тороп ҡалған бихисап ҡурғандарҙы ҡаҙып, өйрәнеп, археологтар улар тураһында хәҙер ярайһы уҡ тулы мәғлүмәт тупланы. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Филипповка тигән ауылы эргәһендәге ҡурғандарҙың береһенән табылған алтын боландар ошо көнсығыш иран телдәренең береһендә һөйләшкән сарматтарҙан ҡалған мираҫ. Тарихсылар ошо ҡурғандарҙы ҡалдырған көнсығыш иран телле саҡ, сармат, аландар субстрат булараҡ башҡортто формалаштырыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан, тип иҫәпләйҙәр. Ана шул көнсығыш иран телдәрендә Krka, Kurka - "тауыҡ, әтәс", боронғо һинд телендә "әтәс" була. Ҡыҙыҡһынып тикшеренә торғас, баяғы "Күркәтау", "Күркәле" тигән атамалар булған ерҙәрҙәге башҡорт һөйләшендә элегерәк ата һуйырҙы "күркә" тип атағандары беленде. Билдәле булыуынса, һуйыр тышҡы ҡиәфәте, бигерәк тә елпеүес кеүек киң таралып торған ҡойроғо менән күркәгә тартымыраҡ ҡош. Америка ҡитғаһынан Европаға килтерелеп, аҙаҡ бөтә донъяға таралып киткән, быға тиклем беҙгә билдәһеҙ ҡошто күргән башҡорттар уны ата һуйырға оҡшатып, "күркә" тип атай башлағандарҙыр, моғайын.
Шулай итеп, был ҡоштоң "күркә" тигән атамаһы башҡорт этногенезында туранан-тура ҡатнашҡан көнсығыш иран телле боронғо ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған бер мираҫтыр. Һәм бындай мираҫ бер "күркә" генә түгелдер. Эҙләнә, тикшерә башлаһаң, уларҙың бихисап икәне күренер. Шуға ла телсе ғалимдарыбыҙ башҡорттоң килеп сығышында ҙур роль уйнаған боронғо һинд-иран (арий), иран телле ҡәүемдәрҙән ҡалған мираҫҡа иғтибарлыраҡ булһа ине, тип тамамлағы килә был мәҡәләне.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
ғилми хәҙмәткәр.
КИРЕ СЫҒЫРҒА