2016 йылдың ноябрендә Францияла үткән грэпплинг, йәғни донъялағы бөтөн көрәш төрҙәре алымдарын бергә туплауҙан барлыҡҡа килгән спорт төрө буйынса Европа чемпионатында башҡорт егете Динар АҠМЫРҘИН көмөш миҙал яулағайны. Ул Башҡортостанда АDСС грэпплингы федерацияһына нигеҙ һалыусы, "Тархан" клубы етәксеһе, баш тренеры. Был юлы уның менән спорт донъяһы серҙәре һәм закондары тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Динар Ривал улы, тәрбиә орлоҡтары ғаиләлә һалына, донъяға ҡараш та атай-әсәй тәрбиәһе аша формалаша, тигән традицион ҡағиҙә һеҙгә лә ҡағыламы?
- Әлбиттә, ҡағыла. Учалы районында йәшәүсе атайым да, инәйем дә йәш саҡтарында спорт (инәйем - саңғы, ә атайым - еңел атлетика һәм дзюдо) менән шөғөлләнгән. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Һеңлем дә спортсы - яңыраҡ йөҙөү буйынса республика чемпионатында үҙен иң оҫта, иң етеҙ ҡатнашыусы итеп танытты. Шулай итеп, беҙҙең ғаиләлә барыбыҙ ҙа спортсылар, тип, ғорурлыҡ менән әйтәм. Ошоғаса спортта ниндәй генә уңыштарға өлгәшһәм дә, барыһы өсөн дә атайым менән инәйемә рәхмәтлемен. Ген йоғонтоһо арҡаһындамы, беҙгә спорт ят нәмә түгел икәнен аңлағанһығыҙҙыр. Спортҡа ылығыуым тураһында һүҙ алып барған саҡта ғаиләбеҙ йолалары факторын да иҫәпкә алмай булмай - атай-әсәйебеҙҙең спортсы булмышы, сәләмәт йәшәү рәүеше беҙгә, балаларына ла, күскән, әлбиттә. 4-5 йәшлек сағымда уҡ атайҙың миңә, халыҡса әйткәндә, "отжимание"нан башлап, "шпагатҡа ултырыуға" тиклем хәрәкәттәр күрһәтеп, төшөндөрөп биреүе әлегеләй хәтеремдә. Спорт донъяһы ишеген миңә атайым асты.
Тимәк, спорт донъяһына шулай атайығыҙ етәкләүендә еңел генә инеп киттегеҙ булдымы?
- Юҡ, әлбиттә. Мәктәпкә барыр алдынан, еңел атлетика секцияһына яҙылдым. Шул осорҙа футбол уйнарға өйрәнеп алдым. Тәүҙә футболсы булырмын тигән маҡсатым да булманы - секцияға йөрөргә кәрәк булған өсөн генә уйнаным был туп тибеү уйынын. Әкренләп ылығыу барлыҡҡа килде. Футбол булһа, бүтәне кәрәкмәй ине миңә ул ваҡытта. Бала саҡта башлыса һәүәҫкәрҙәр рәтендә уйнаһам, 18-19 йәшемдә үҙемде профессионалдар рәтендә һынап ҡараным. Баш ҡаланың "Өфө" футбол клубында (алыштырыу составында) һәм Учалының "Горняк" клубында уйнаным.
"Генерал булырға теләмәгән һалдат - йүнһеҙ һалдат", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Мин дә билдәле футболсы булырға хыялландым. Ғүмеремдең тәүге 20 йылы, профессиональ футболсы булам, тигән уй-хыялдар, маҡсат-ынтылыштар менән үтте. Киләсәктә футболсы булараҡ перспективам юҡ икәнен иң ҡәҙерле байлығымды - ваҡытымды сарыф итә-итә аңланым. Беҙҙең илдә футболдың хәлгенәһе шулайыраҡ шул, ҡалайтаһың. Ваҡыт туҡтамай үтте, бер мәл мин 20 йәшкә аяҡ баҫтым. Футбол өсөн был оло ғына йәш икәнен һеҙ ҙә беләһегеҙ. Ниңәлер, был спортта һөҙөмтә булманы. Тырышам да һымаҡ, тик нимәһелер килеп сыҡманы. Бәлки, яҡшы тренер ҡулы аҫтында шөғөлләнеү етмәгәндер? Хәйер, был турала уйлана, һөйләй башлаһаң, ваҡыт етмәҫ. Шул ғына факт: һәүәҫкәрҙәр рәтендә уйнаған сағымда яҡшы ғына килеп сыға ине, ә профессиональ футболсылар рәтенә күскәйнем, ниндәйҙер тотҡарлыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы. Нимәлер ҡамасауланы...
Ләкин һеҙ артҡа сигенмәгәнһегеҙ, бары тик спорт төрөн генә алыштырып, юлығыҙҙы дауам иткәнһегеҙ, шулаймы?
- Әлбиттә, бала саҡта футбол менән бер рәттән, һәр ваҡыт көрәш алымдары менән дә таныша йөрөнөм. Төп йүнәлешем көрәш булмаһа ла, ул һәр ваҡыт миңә яҡын булды. Беҙҙең ауылда еңел атлетика, баскетбол, футбол ише спорт уйындары яҡшы үҫешкәйне. Шуға күп балалар ошо секцияларҙан ҡайтышманы. Унан һуң, көрәш түңәрәге асылғас, мин шунда уҡ көрәшкә, бокс асылғас - боксҡа барҙым. Ауылыбыҙҙа күнекмәләр үтеү мөмкинлеге яҡшы уйлап ойошторолғайны. Спорт майҙансыҡтары, спорт залдары, көрәш залдары, тренажер бүлмәләре - барыһы ла бар. Спортҡа шул залдарҙа, секцияларҙа "көс йыйып" аяҡ баҫҡанмындар ҙа инде...
Футболдағы карьерам барып сыҡмаҫын аңлаған бер мәлдә дуҫтарым мине лә көрәшкә яҙылырға саҡырҙы. Ул ваҡытта Бразилия джиу-джитсуһы секцияһы асылған ғына саҡ ине. Зәңгәр экрандар аша ғына белгән был спорт төрөнә икеләнмәйенсә яҙылдым. Сөнки ҡатнаш алыш төрҙәрен яратып ҡарай торғайным. Джиу-джитсу ҡатнаш алышта киң ҡулланылған көрәш. ММА көрәшселәренең барыһы ла джиу-джитсуҙы өйрәнә. Был - ММА нигеҙен тәшкил иткән төп төрҙәрҙең береһе. Дуҫтарым ошо секцияға яҙылған саҡта минең футбол сезоным да ябылып ҡына тора ине, бик уңай булды. Унан ярыш артынан ярыш китте. Шулай итеп башланды ла инде минең көрәшсе юлым. Бер аҙ ваҡыт шөғөлләнгәндән һуң: "Был бит тап мин эҙләгән юл!", - тигән аңлауға килдем.
Футболда һин бер үҙең түгел - һинән тыш майҙанда ун иптәшең, тағы тренерың бар. Ул теләһә, һине, объектив сәбәбе булмаһа ла, уйынға сығармаҫҡа мөмкин. Нимәң менәндер оҡшамаһаң - сығармай ҙа ҡуя. Командала яңы кеше булһаң, бигерәк тә һинең менән бер кем дә "сөсөләнмәйәсәк". Көрәштә миңә шуныһы айырыуса оҡшаны - бында һин яңғыҙһың. Дәғүәсеңдән еңелгән хәлдә лә, һин барыһы өсөн дә үҙеңде генә ғәйепләйһең. Футболда зарланыр, кемделер ғәйепләр өсөн сәбәбе табылып ҡына тора: пасты ҡыйыш биреүҙәре, майҙанға сығармай ҡалдырыуҙары, һин яҡшы уйнаһаң да, командаңдың һин көткәнсә яҡшы уйнай алмауы һәм башҡа сәбәптәр. Бында - һин һәм һинең дәғүәсең генә.
Спорт өлкәһе ир-егет өсөн оло һынау икәнен беләбеҙ. Ә шулай ҙа ауыр һынылыш мәлендә кемгә, нимәгә таянаһығыҙ?
- Иң тәүҙә миңә ысын ир-егет тәрбиәһе биреп үҫтергән, мине тәрбиәләүгә бар көсөн, түҙемлеген, ваҡытын йәлләмәгән атайым Ривал Ғарифулла улына һәм әсәйем Гөлсара Талха ҡыҙына таянам. Миңә дин һабаҡтары биреүсе хәҙрәт Айнур Арыҫлановты ла таянысым тип иҫәпләйем. Ул: "Һин, ҡустым, тырышһаң, чемпион буласаҡһың", - тип, гел дәртләндерә торҙо. Айнур хәҙрәттең ҡыйыу һүҙҙәре тормошҡа ашмаҫ һымаҡ ине миңә, ҙур еңеүҙәр Ҡаф тау артында һымаҡ ине... Үҙемдең барлыҡ дуҫтарыма кәрәк саҡта терәк булғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Минең спорт карьерама ғаиләм дә, үҙ өҫтөмдә эшләү ҙә йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Бөгөнгө ысынбарлыҡта һәр кем үҙ өҫтөндә эшләргә, оҫталығын камиллаштырырға тырышырға бурыслы.
Ауыр, һынылышлы мәлдәремдә һәр ваҡыт дин ярҙамға килә. Бөтөн бәрәкәт, бөтөн көс Алланан киләлер, тип уйланыла. Беҙ, башҡорттар, күңелебеҙ менән барыбер ҙә ныҡлыбыҙ. Беҙ тәбиғәтебеҙ менән ҡырыҫ, артҡа сигенә белмәҫ яугирҙар. Ошо милли һыҙатыбыҙ ҙа минең холҡомдо билдәләгәндә ситтә ҡалмағандыр. Әйткәндәй, был һүҙем менән үҙемде кемдәндер айырып ҡуйырға йыйынмайым - был һыҙат һәр кемдә бар. Кемдер уны үҙендә асып еткерә генә алмайҙыр.
Ахыр сиктә, спорт үҙе лә рухты сыныҡтыра: бала саҡтан төрлө тән йәрәхәттәре алынды, еңеү-еңелеүҙәр кисерелде. Уларҙы лайыҡлы үтергә өйрәнелде. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ошо һынауҙар мине үҫтерҙе.
Белеүебеҙсә, һеҙ "Тархан" клубында шөғөлләнәһегеҙ, ул клубты үҙегеҙ етәкләйһегеҙ. "Тархан" спорт клубы, унда шөғөлләнгән команда ҡасан, нисек, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килде?
- Беҙ күпмелер ваҡыт дуҫтарыбыҙ менән бер тренерҙа шөғөлләндек тә, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, тренерыбыҙ икенсе эшкә күсте. Шуға ҡарамаҫтан, күнекмәләребеҙҙе дауам иттек. Быға тиклем алған белемдәребеҙгә, төрлө семинарҙарҙа тәжрибәле спортсыларҙан өйрәнгән һабаҡтарға таянып, залда үҙаллы шөғөлләндек. Төркөмөбөҙ үҫә барҙы, үҫә барҙы, мин, үҙем дә һиҙмәҫтән, ошо төркөмдөң лидерына әйләнгәнмен. Был командабыҙға хәҙер 4 йыл самаһы. Оҙайлы ғына ваҡыт команданың исеме лә булманы. Исем һайлау тураһында уйламағанбыҙ ҙа - күнекмәләр, ярыштар донъяһында ғына ҡайнап йәшәгәнбеҙ. Яңы кешеләр килә торҙо, беҙгә өҫтәлә торҙо, үҙ оҫталыҡтарын арттыра торҙо. Шулай бер осор командабыҙға исем ҡушып, уға рәсми төҫ бирергә кәрәк, тигән тәҡдимдәр күбәйҙе. Йәшермәйем, тәүҙәрәк үҙемә, әлеге спорт төрө менән 2 йыл ғына шөғөлләнгән кешегә, тренер вазифаһын, ярлығын элеү сәйерерәк тә, уңайһыҙыраҡ та тойола ине. Мин йыш ҡына: "Мин ниндәй тренер булайым, ти. Кешеләр тренерлыҡҡа спорт менән утыҙар йыл шөғөлләнгәндән һуң ғына килә", - тип, ҡаршылаша килдем. Миңә яуап итеп, дуҫтарым: "Һинән өйрәнергә килгән кешеләр үҙҙәренә яңы ғилемдәр ала бит, шул еткән", - тип, мине өгөтләүен белде. Һәм, уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, егеттәр менән командабыҙға "Тархан" исеме бирҙек. 1,5 йыл беҙҙе ошо исем менән беләһегеҙ.
Командағыҙ тураһында ла бер аҙ һөйләп үтһәгеҙсе...
- Командабыҙҙа барыбыҙ ҙа бик йылы, дуҫтарса, туғандарса мөнәсәбәттәбеҙ. Быны беҙгә әле генә килгән яңы кешеләр әленән-әле әйтеп кенә тора. Милли состав буйынса ҡарағанда, күпселекте башҡорттар тәшкил итә. Шулай уҡ бүтән милләт вәкилдәре лә күп. Барыбыҙ ҙа дуҫ, татыубыҙ. Хатта ки, яңы кеше килһә, уның тәүге мәлдәрҙә була торған хаталарынан, уңышһыҙлыҡтарынан бер кем дә көлмәй. Киреһенсә, һәр кем уға хәленән килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Әгәр кемдер ауыр тормош һынауы кисерҙе икән, команда ярҙамға килергә әҙер тора. Ошондай команда туплауға өлгәшеүебеҙ өсөн мин ифрат та шатмын. Ә был аҫыл егеттәрҙең уҡытыусыһы булыуым менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам. Командабыҙ Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында шөғөлләнеүсе кешеләрҙән тора. Һәм беҙгә ҡушылырға теләүселәр күп. Өс йыл эсендә беҙҙә бөтәһе 200-ләгән кеше шөғөлләнеп өлгөрҙө. Был иҫәпкә балаларҙан алып, профессионалдарға тиклемге кешеләрҙе индерәбеҙ. Быларҙан тыш, беҙҙең райондарҙа ла филиалдарыбыҙ бар. Райондарҙа шөғөлләнеүселәрҙе лә ҡушып һанаһаҡ, әлеге көндә, сама менән әйткәндә, 300 кеше әүҙем күнекмәләр үтә, тип әйтергә була. Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында үҙ вәкиллектәребеҙ бар. Әлеге көндә тағы бер нисә район беҙҙе үҙҙәренә саҡыра, уларҙың тәҡдимен тормошҡа ашырыу буйынса эшләйбеҙ. Миҫал өсөн, февраль айы баштарында бер аҙналыҡ сәфәр менән Әбйәлил районында булдыҡ. Урындағы йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр ойошторҙоҡ. Слеттың аҙағында "Урал аръяғы чемпионаты" уҙғарҙыҡ. Шулай итеп, райондан Өфөгә барырға ваҡыттары, мөмкинлектәре булмаған ауыл егеттәренә чемпионат ойошторҙоҡ. Ғәҙәттә, барлыҡ спорт ярыштары ла ҙур ҡалаларҙа уҙғарыла. Ә беҙ үҙебеҙҙең сараларҙы төпкөлдәрҙә үткәрергә тырышабыҙ. Спорт ул яҡтарҙа ла үҫһен, тибеҙ. Мин дә ауылда тыуҙым, шунлыҡтан, баш ҡалаға ғына түгел, айырым осраҡтарҙа район үҙәгенә барып әйләнеүҙең ни тиклем ҡыйын эш икәнен аңлап торам.
Өс йыл эсендә беҙҙең йыйылма командабыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Йыйылма командаға ингән егеттәрҙе хәҙер теләһә ҡайһы кимәлдәге ярышҡа ебәр - береһе өсөн дә йөҙ ҡыҙартырға тура килмәйәсәк. Улар көн һайын килеп, оҫталығын камиллаштыра. Ошо 3-4 йыл эсендә грэпплинг, хәрби самбо, кикбоксинг, панкратион, ҡатнаш алыш кеүек спорт төрҙәре буйынса тиҫтәләгән республика чемпионы тәрбиәләнек. Шулай уҡ Волга буйы федераль округы кимәлендәге ярыштар еңеүселәре һәм халыҡ-ара турнирҙар призерҙарыбыҙ ҙа бар.
Ә шулай ҙа бындай ҙур команданы туплау өсөн ниндәйерәк механизмдар ҡулландығыҙ? Әйтәйек, күнекмә урындарын табыуҙы ғына алайыҡ, ул бит ҡыйбат ҡына тора?
- Эйе, ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар ҙа бар, әлбиттә. Беҙҙә, Дағстан, Чечня менән сағыштырғанда, спортҡа ҡараш һүлпәнерәк. Барыһы ла: бинаны, ҡоролмаларҙы ҡуртымға алыу хәстәре үҙебеҙҙең иңгә төшә. Шунлыҡтан мин спортсы ғына түгел, тренер, менеджер, функционер вазифаларын да башҡарам. Ярыштарға үҙ иҫәбебеҙгә барып ҡайтабыҙ. Рәсәй ярыштарына үҙ аҡсабыҙға йөрөйбөҙ, Францияға ла үҙ аҡсама юлландым. Бындай мәсьәләләрҙе сисеүҙә башлыса беҙҙә шөғөлләнгән эшҡыуар егеттәр ярҙам итә. Әммә ундайҙар һирәк. "Тархан"ға ғына түгел, башҡа командаларға ла ярҙам итеүсе меценаттар булһа, республикала спорт тағы ла нығыраҡ таралыу табыр ине. Сөнки ҙур ярыштар, чемпионаттарға барыу тураһында һүҙ сыҡһа, барыһы ла аҡса мәсьәләһенә килә лә төртөлә.
Тренерлыҡ менән шөғөлләнеүҙән үҙегеҙгә ниндәй ҙә булһа матди файҙа алаһығыҙмы һуң?
- Эйе, беҙҙең күнекмәләр түләүһеҙ була алмай, сөнки беҙгә, әйткәнемсә, бинаны ҡуртымға алған өсөн түләргә, тренерҙарға эш хаҡы бирергә тура килә. Әлеге көндә ике тренер: көрәш буйынса тренер - мин һәм һуғыу, тибеү техникаһы буйынса - Азамат Смаҡаев эшләй. Һеҙҙең һорауығыҙға ҡыҫҡа ғына итеп яуап биргәндә, минең фекеремсә, кеше йәмғиәткә файҙа килтерә икән, ас, ярлы була алмайҙыр. Йәмғиәткә, туғандарыма, яҡындарыма файҙам тейә икән, мин дә астан үлмәйәсәкмен. Әле яңғыраған һүҙҙәрем зар ауазы булып ишетелмәһен ине. Ә ысынбарлыҡ сағылышы булып ҡына аңлашылһын ине. Кеше бит һинең уңыштарыңды, еңеүҙәреңде генә күрә. Ә мин "миҙалдың" һул яғын аса биреп ҡуйҙым. Был хәл беҙҙе һис кенә лә туҡтатмай. Уларға ҡарап ҡына танауҙы төшөрмәйбеҙ. Һәр ваҡыт ниндәйҙер сараһы сығып тора. Тағы, әйтергә кәрәк, әгәр ярҙам ҡулы һуҙыусылар булһа, уларҙың ярҙамынан да баш тартмаҫ инек. Республикала йәштәргә ярҙам иткән кешеләр күберәк булһын. Йәш егеттәрҙе беҙ спорт ярҙамында тәрбиәләйбеҙ, спорт менән уларҙы алама ғәҙәттәрҙән, хәтәр уйҙарҙан йолоп алабыҙ. Спорт ярҙамында ирҙәр физик һәм рухи көсөн арттыра, холоҡ-фиғелен нығыта.
Спорттан башҡа мауығыуҙарығыҙ бармы, буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
- Ялымда әүҙеммен: тәбиғәткә сығып китәм, туғандарым, дуҫтарым менән аралашам. Атай-әсәйем алыҫта булғанлыҡтан, ауылға йыш ҡайтып йөрөп булмай, шулай ҙа форсаты сығыу менән ҡайтырға тырышам. Ял ваҡыттарында тарихи китаптар, биографик хроникалар уҡырға әүәҫмен. Әҙәби китаптарҙы ла әҙ-әҙләп уҡыйым. Тағы, дәртләндерә, илһамландыра торған (русса уларҙы мотивация бирә торған тибеҙ) китаптарҙы ла яратам. Йөкмәткеле, бер тында уҡыла торғандарын үҙ итәм. Шундайҙарҙың береһе - Пауло Коэльоҙың "Алхимигы". Йәнә әҙ-әҙләп йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнәм. АDCC грэпплингының Башҡортостандағы Федерацияһын ойошторҙоҡ, әле уны үҫтереү буйынса эшләйбеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының спорт секторы етәксеһе лә булып торам. Яңыраҡ Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайында мине Спорт бүлеге мөдире итеп һайланылар. Ялымда ла үҙебеҙҙең спортты үҫтереү тураһында ҡайғыртыла инде ул. Был өлкәлә ниндәйҙер кимәлдә тәжрибәм бар икән, уны ватандаштарға еткереүҙе лә бурысым итеп һанайым.
Һеҙ алып барған хәрби самбо, грэпплинг, панкратион һымаҡ көрәш спорт төрҙәре беҙҙең халыҡ өсөн ҡайһы яғы менән уңайлы?
- Көрәш, көс һынашыу беҙҙең халыҡҡа танһыҡ та, яҡын да спорт төрө ул. Ата-бабаларыбыҙҙы алып ҡараһаҡ, барыһы ла бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән. Таҫыллы, тос булғандар. Атта сабып барышлай уҡтан атып, сәпкә тейгеҙә алғандар. Һабантуйҙы ғына алып ҡараһаҡ, был байрамда бөгөнгәсә үткәрелгән ярыштар, уйындар борондан килә. Улар етеҙлекте, көслө булыуҙы, сос булыуҙы талап итә. Теләһә ҡайһы халыҡта сәм, көнләшеү уятырлыҡ батырҙарыбыҙ ҙа юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Һәр быуында даны башҡорт иленән сит яҡтарға ла таралған үҙ батыры булған. Батырҙарыбыҙ бөгөн да бар. Мин райондар буйлап йыш йөрөйөм, унда балалар, үҫмерҙәр, йәштәр менән аралашам. Балаларыбыҙ физик яҡтан бик һәләтле, тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алам. Ул балаларҙы әҙ генә дәртләндереп, спорт төрҙәренә өйрәтеп ебәрер кешеләр генә кәрәк. Әгәр беҙ эшебеҙҙе артабан да ошо йүнәлештә дауам итһәк, беҙҙең төбәк тә Рәсәйҙә көрәш спорты буйынса иң алда барған Төньяҡ Кавказдан ҡалышмаҫ. Мин әлегә Дағстанда булғаным юҡ, киләсәктә унда барып, көс һынашып ҡарарға хыялланам ғына. Уның ҡарауы, был республикала тыуып үҫкән таныштарым, дуҫтарым бар. Уларҙың һөйләүе буйынса, Дағстанда 5 йәш тулыу менән ир баланы көрәш түңәрәгенә бирәләр. Ниндәйҙер сәбәп менән һине көрәшкә бирмәгәндәр икән, тимәк, йә һин ҡыҙ, йә - инвалид. Был - ғәҙәти хәл. Был ғәҙәт ниндәйҙер бер ауылға ғына түгел, бөтөн республикаға хас. Бер көндө статистика мәғлүмәттәрен ҡарап ултырғайным. Унда күренеүенсә, маталар һатып алыу буйынса Дағстан Рәсәй төбәктәре араһында иң алда килә. Ә беҙҙә районда ғына түгел, Өфөлә лә ҡайһы саҡта залды маталар менән йыһазландырыу ҡыйынға төшә. Дағстанда һәр ауылда көрәш залы бар. Беҙҙең ир-егеттәребеҙ өсөн дә көрәш менән шөғөлләнеү ғәҙәти хәл булған, ошо йоланы әле лә кире ҡайтарыу мөмкин. Иманға ҡайтырға кәрәк беҙгә. Иманға ҡайтып ҡына мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә алабыҙ. Ә спорт тәрбиәһе - мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө лә инде.
Һеҙҙең хыялдарығыҙҙың барыһы ла тормошҡа ашып бөттөмө, әллә улар тағы бармы, буласаҡмы?
- Хыялдар бөтһә, тормош та бөттө, тигән һүҙ бит инде ул. Бәләкәй саҡтан алыштар, көрәштәр, һуғыштар тураһында бәйән иткән "Рокки" һымаҡ фильмдарҙы ҡарарға яраттым, уларҙан дәрт, илһам ала торғайным. Минең дә кино геройҙары һымаҡ рингҡа, келәмгә сығып баҫып, үҙ көсөмдө һынап ҡарағым килде. Шулай ҙа мин ундай оҫталығым юҡ икәнен һәр саҡ хәтерҙә тоттом. Ул саҡтағы үҙем өсөн тип кенә шөғөлләнеүем һөҙөмтә бирмәй ине шул. Шунлыҡтан, профессионалдар рәтенә сығыу маҡсатым хыялға тартымыраҡ ине. Уның ҡарауы, ҡатнаш алыш төрҙәре, ММА, грэпплинг, панкратион менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, үрҙәрәк әйткән хыялдарымдың тормошҡа аша барыуын аңлағандай булам. Дөрөҫ, көндәлек мәшәҡәттәр шауҡымында был турала уйлай һалып бармайһың. Ә уйлай башлаһаң, әлеге тормошоң - хыялдағы тормошоңдоң үҙе икәнлеген аңлап, бәхет кисерәһең. Миңә лә бындай тойғо ят түгел: хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы тойғоһо. Әйткәндәй, һеҙҙең һүҙ ыңғайында биргән һорауығыҙға яуап бирәйем, күңелем түрендә йөрөткән артабанғы хыялым менән уртаҡлашайым. Мин күптән түгел грэпплингтың нага төрө буйынса Францияла уҙғарылған Европа чемпионатында еңеп ҡайттым. Эске һиҙемләүем, Европа чемпионатында еңеүем иң юғары уңышым түгелдер әле, тип әйтергә нигеҙ бирә.
Шулай итеп...
Динар Ривал улының әңгәмәбеҙ аҙағындағы һүҙҙәрен айырып ишеттерергә булдым. Бына улар: "Спортҡа килеүҙең бик шәп ыңғай яғы барлығы тураһында һүҙ күптән йөрөһә лә, күптәр был факторға әһәмиәт биреп еткермәй. Миңә күнекмәгә йөрөгән зыялы ағайҙарҙан: "Залда шөғөлләнә башлағандан бирле эшкә барымым, сыҙамлығым, мейе эшмәкәрлегем яҡшырҙы", - тип, ҡыуанып һөйләүен йыш ишетәм. Шуға ошо майҙандан, "Киске Өфө" трибунаһынан йәштәштәргә, ҡусты-һеңлеләргә өндәшкем килә. Заманыбыҙҙың алдынғы кешеләре булайыҡ! Шундайҙарға уңыш йылмая. Әйҙәгеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе табайыҡ. Тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, ижад итәйек, бөйөк эштәр атҡарайыҡ, сәләмәт булайыҡ! Мин барыһын да спортҡа саҡырам. Һис юғы физкультура менән шөғөлләнәйек!"
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА