Был донъялағы ҡатмарлы тормошобоҙ шулай ҡоролған: кемебеҙ менән булһа ла, әленән-әле төрлө хәлдәр булып тора. Һәр кешенең ғүмерен уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар оҙатып бара. Бизмәнгә һалып үлсәү мөмкин булған хәлдә, уларҙың сағыштырмаһы, ысынында, типә-тиң генә булыр ине. Сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн ваҡытлыса биргән ошо ғүмеребеҙҙә һис бер ғәҙелһеҙлек юҡ. Тик һәр әҙәм балаһы бар нәмәне фәҡәт үҙ үлсәме менән генә үлсәп, үҙ күҙлегенән сығып баһалай.
Һәр кемдең үҙ күлдәге үҙенә яҡыныраҡ, тигән әйтем дә йөрөй халыҡта. Шуның өсөн дә беҙ үҙебеҙгә Раббыбыҙ тарафынан бирелгән һанһыҙ ниғмәттәрҙе күпселек ваҡытта һиҙмәйбеҙ, күрмәйбеҙ, хатта күрмәмешкә һалышабыҙ. Үҙебеҙгә бирелгән ғүмеребеҙ, һаулығыбыҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, эшебеҙ, дәрәжәләребеҙ, йортобоҙ, мал-мөлкәтебеҙ һәм башҡа бихисап байлығыбыҙ өсөн Уға шөкөр итеп, зекерҙәр әйтеп йәшәргә һәр саҡ онотабыҙ, шуның менән үҙебеҙгә үҙебеҙ золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылабыҙ. Әммә, ниндәйҙер берәй юғалтыу кисерһәк, уның беҙгә ебәрелгән һынау икәнлеген дә күптәребеҙ танымай, шунлыҡтан, быны ифрат та ауыр кисерәбеҙ. Ул ғына ла түгел, берәй бәлә-ҡаза килһә, шунда уҡ "Кем быға ғәйепле?" тигән һорауға яуап эҙләй башлайбыҙ. "Бәлә-үн" һүҙе ғәрәпсәнән урыҫ теленә "испытание, беда", тип тәржемәләнә. Башҡа күп һүҙҙәр кеүек, был төшөнсә беҙҙең телебеҙгә шул көйө күскән. "Тапһаң - ҡыуанма, юғалтһаң - ҡайғырма" тигән мәҡәл дә бар. Быныһы һәммәбеҙҙең тәҡдиребеҙгә ышанып, яҙмышыбыҙ менән ризалаша белеү зарурлығын аңлаталыр.
Теге йәки был күңелһеҙ хәл булған һайын ғәйеплене һәр осраҡта ла мотлаҡ эҙләү кәрәкме икән? Бәлки, улай уҡ түгелдер? Кемдәргәлер ошо һорау сәйер йәиһә ғәжәп тә тойолоуы мөмкин, әммә мин ошо хаҡта йыш ҡына уйланып алам. Кемдер берәү икенсе кешенең әйберен урлаған, йорт-ҡаралтыһын үртәгән, йәиһә уны ҡыйырһытҡан һымаҡ аныҡ осраҡтар бар кешегә лә аңлашыла. Мәҫәлән, ошо араларҙа телевидение экрандарында күрһәткән ваҡиға: шуҡ малайҙы автомобиль менән төкөтөп "тәрбиәләгән" оло йәштәге бизнесмен, әлбиттә, был малайҙың йәрәхәтләнеүендә аныҡ ғәйепле! Бында һис икеләнеү юҡ... Бының һымаҡ осраҡтарҙа ғәйепле кешене табып, уны, һис һүҙһеҙ, тейешенсә яуапҡа тарттырыу мотлаҡ. Һәм шулай итәләр ҙә: аныҡ эш боҙоусыны, йә иһә енәйәтсене тейешле органдар кисекмәҫтән эҙләп таба. Ә ниндәйҙер бүтән төрлө, һис кемде лә ғәйепләп булмаҫлыҡ бәхетһеҙлек килә икән, бына шунда килеп тыуа ла инде, урыҫтар әйтмешләй, "кто крайний?" тигән һорау. Халҡыбыҙҙа бындай күренеште "йөйһөҙ ерҙән йөй эҙләү"гә лә оҡшаталар...
Киң мәғлүмәт сараларында ла йыш ҡына теге йәки был күңелһеҙ ваҡиғалар өсөн "ғәйеплеләр"ҙе эҙләү осраҡтарын ишетергә, йәиһә күрергә тура килә. Телетапшырыуҙарҙы даими ҡарап барған кеше булараҡ, бына шундай күренештәргә аҙым һайын тигәндәй юлығам. Ниндәйҙер берәй районда ғәҙәттәгенән иртәрәк яҙ килгәнлектән көндәр кинәт йылынып, ҡар шәпләп иреп китә икән, яҙғы ташҡын һыу өйҙәрҙе, кәртә-ҡураны баҫыуы мөмкин. Әммә шул бәлә-ҡазаны алдан күҙаллап, хәстәрлек саралары күрмәгән "крайний" кешенең мотлаҡ табылыуы миңә, мәҫәлән, әллә ни аңлашылып етмәй. Ҡар күп яуған райондарҙың береһендә, көрттө соҡоп уйнап, ишелеп төшкән ҡар аҫтында ҡалып фажиғәгә юлыҡҡан бала өсөн дә кемделер ғәйепләргә йыйыналар ине, буғай. Бала сағыбыҙҙа ундай "ҡар мәмерйәләр"ен беҙ ҙә яһарға ярата инек. Барлыҡ илдәге ҡар өйөмөн ҡайҙалыр ҡырға ташып сығарып бөтөү һәр саҡ мөмкин дә булмайҙыр шулай ҙа, тип уйлайым. Уның менән генә кемдеңдер башына төшәсәк бәлә-ҡазаны ла күҙаллап булмайҙыр. Был өлкәлә иң тәү нәүбәттә ата-әсәнең үҙ балаларына иғтибарлыраҡ булыуы зарур, минеңсә. Тәнгә һөртә торған "Энәлек" төнәтмәһен эскән һикһәнләгән кеше үлемендә ғәйепләп, һатыусыларҙы яуапҡа тарттырыуҙар ҙа илде баҫып алған эскелек һәм шуның арҡала йыш булып торған үлем осраҡтарын бөтөрөүгә булышлыҡ итмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Уның ҡарауы, нормаль һәм сифатлы араҡы эсеп тә, йыл да әллә күпме меңәрләгән кешеләр үлә. Тик был, ни өсөндөр, нормаль күренешкә һанала. Мин, мәҫәлән, "Принимать внутрь - опасно!" тип тышына ҙур итеп яҙылған шыйыҡсаны эсеп үлгән кешеләр үҙ үлемендә фәҡәт үҙҙәре генә ғәйепле, тигән инаныуҙамын.
Элегерәк, оҙайлы хеҙмәт иткән дәүеремдә шундай күренештәр беҙҙең әрмелә генә булалыр, тип уйлай инем. Илебеҙ тәненең айырып алып булмаҫлыҡ бер ағзаһы булған әрмебеҙҙә лә бындай миҫалдар етерлек. Хәрби табип булараҡ, һәр саҡ тиерлек шундай хәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булыу ғына түгел, уларҙың эсендә лә йөрөргә тура килә ине. Әммә, "күп тапҡырҙар килеп бәрелгән кирбескә өйрәнә алмаған баш" һымаҡ, сирек быуат дауамында ла "ғәйепһеҙгә ғәйепләүҙәргә" һис күнегеп китә алманым һәм быға гелән тәнҡит күҙлегенән сығып ҡараным. Шундай осраҡтарҙың бер нисәүһе хәтерҙә ҡалған.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Аҙағы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА