«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРЕҢДЕ ДӨРӨҪ ҺАЙЛАУ КӘРӘК
+  - 

Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты магистранты Марат ТӨХВӘТУЛЛИН менән Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү, һөнәр һайлау һәм лидерлыҡ сифаттары тураһында әңгәмәләштек.

Бөгөнгө заманда һәр кем юғары белем алырға тырыша. Хатта күңелдәренә ятмаған һөнәрҙе үҙләштерһәләр ҙә, иң мөһиме - диплом, тип ҡарай йәштәр һәм уларҙың атай-әсәйҙәре. Ә һин буласаҡ һөнәреңде нисек һайланың?

- Етенсе синыфтан алып баш ҡалала Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алдым. Бер саҡ гимназияны тамамлаған йәштәр осрашыу үткәрҙе һәм Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһындағы вуздар тураһында һөйләне. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгәндәргә үҙ тәжрибәләренән сығып кәңәштәр бирҙе. И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында белем алыу хыялы шулай барлыҡҡа килде. Туғыҙынсы синыфтан алып был университеттың тау инженерҙары әҙерләгән факультетына инеү өсөн тырышып уҡыным, теүәл фәндәр һәм инглиз телен яҡшылап өйрәндем. Ул саҡта республиканан ситкә уҡырға киткән башҡорт йәштәре һирәк ине, хәҙер генә Санкт-Петербург һәм Мәскәү вуздарында белем алыусылар күбәйҙе. Үкенескә күрә, уҡырға инеп тә, беренсе-икенсе семестрҙа имтихандарын тапшырып бөтә алмай ҡыуылыусылар ҙа бар. Сөнки мәктәп менән вуз араһында айырма ҙур, Мәскәүҙә һинең өйгә эшеңде тикшереп тороусы атай-әсәйең дә, аңламаһаң, ҡабат-ҡабат бер үк теманы һөйләгән уҡытыусы ла юҡ. Ғөмүмән, абруйлы вузда белем алырға теләп, үҙе хушһынмаған һөнәрҙе үҙләштерергә тотонған кешеләр ҙә бар. Йәштәр буласаҡ һөнәрен һайлауға илке-һалҡы ҡарай шул, хатта мин дә, алдан әҙерләнеп йөрөһәм дә, етдирәк булмағанмын икән, тип уйлайым хәҙер. Мин ҡайһы ҡалала уҡырға, ниндәй өлкәлә эшләргә теләүемде белә инем, әммә аныҡ рәүештә кем булып эшләремде күҙ алдына ла килтермәгәнмен. Бер нисә йыл үткәс кенә аңланым быны, шуға хәҙер Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында белем алыуымды дауам итәм. Ә бит күптәр эш хаҡы юғары булһын, ипотека түләргә етһен, тип йөрөп, бөтә ғүмерен үҙе теләмәгән эш менән шөғөлләнеп үткәрә. Күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнеп йәшәү өсөн һөнәрҙе дөрөҫ һайларға кәрәк.
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына уҡырға ингәндә, әлбиттә, сит телдәрҙе, ғәҙәттә, инглиз телен яҡшы белеү талап ителә. Башҡорттарға сит телдәрҙе өйрәнеүе күпкә еңел, сөнки беҙ бала саҡтан ике телде аңлап, башҡортса һәм русса һөйләшеп үҫәбеҙ. Ғөмүмән, башҡорт телен белгән кешегә сит телдәр өйрәнеү еңел бирелә. Чехтарҙың шундай мәҡәле бар: "Нисә тел өйрәнһәң, шунса ғүмер йәшәйһең". Нидерландынан килгән бер танышым һөйләүенсә, уларҙағы мәктәптәрҙә балалар туған теленән тыш, тағы ла ете сит телде өйрәнә икән. Һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, бөтәһе лә инглиз, немец, француз, итальян, грек, испан, латин телдәрен мотлаҡ белергә тейеш. Ә беҙ бер сит телде көскә үҙләштерәбеҙ...

Былтыр Норвегия университеттарының береһендә белемеңде камиллаштырып ҡайтҡанһың икән. Ошо турала тулыраҡ һөйләп үт әле...

- Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты бик күп сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итә һәм үҙ студенттарына төрлө сит ил юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеге аса. "Халыҡ-ара нефть һәм газ бизнесы һәм Арктика ресурстарын үҙләштереү" тип аталған факультетта уҡыйым, Норвегияла ла ошо йүнәлеш буйынса белемемде камиллаштырып ҡайттым. Унда Будё ҡалаһындағы Nord University (йәғни Төньяҡ университет) тип аталған юғары уҡыу йортонда ярты йыл уҡыным. Был илдә бигерәк тә диңгеҙ нефть һәм газ индустрияһы яҡшы үҫеш алған һәм ошо йүнәлештә лә бик күп тәжрибә тупланым. Сит ил университетында стажировка үтеү өсөн махсус рәүештә имтихандар тапшырырға һәм талап ителгән белем кимәлен күрһәтергә кәрәк.
Норвегия бик ҡыҙыҡлы ил, мәҙәниәтенән алып йәшәү кимәленә тиклем Рәсәйҙән бик ныҡ айырыла. Норвегия халҡының мәҙәниәтен, көнкүрешен, телен бик ҡыҙыҡһынып өйрәндем, кешеләр менән күп аралаштым. Ләкин ул илдә йәшәргә ҡалыу теләге барлыҡҡа килмәне, кеше өсөн тыуған илдән дә ҡәҙерлерәк ер булмауына тағы бер инандым. Сөнки Башҡортостандан ситтә йәшәгәндә лә үҙ халҡыңдың рухи ҡомартҡыларының һәм туған телеңдең ҡәҙерен белә башлайһың, тамырҙарыңды юғалтмау мөһим булыуын аңлайһың. Норвегияла ни бары биш миллион халыҡ йәшәй, әммә ундағы диалекттарҙың һаны Башҡортостандағы кеүек бик күп. Башҡорттар ғына үҙ-ара аралашҡанда, һин ҡайһы ырыуҙан, ҡайһы райондан, тип белешә башлаймы тиһәң, норвегия кешеләре лә шулай таныша икән. Норвегия бик ҡиммәтле ил, донъяла ул хаҡтар буйынса икенсе урында тора. Норвегияның Төньяҡ университетында уҡытыу системаһы беҙҙәгенән бик ныҡ айырыла. Унда дәрес сәғәттәре аҙ һәм уҡытыусылар темаларҙы дөйөмләштереп кенә аңлата, студенттар үҙаллы өйрәнә. Бөтә йәштәрҙең дә китапханаларҙа шөғөлләнеүе, хатта төнө буйы ҡалып уҡыуы бик ғәжәпләндерҙе мине. Ике илдең уҡытыу системаларын сағыштырып, ҡайһыһы яҡшыраҡ икән, тип әйтеүе ҡыйын. Ләкин ваҡытын дөрөҫ бүлә белгән кеше өсөн Норвегияла белем алыуы уңайлыраҡ булыр ине, моғайын, сөнки унда студентҡа уҡырға ла, эшләргә лә форсат бар.

Уңыш ҡаҙаныу, маҡсаттарыңа өлгәшеү өсөн ҡайҙан көс табаһың?

- Үҙ маҡсатыма өлгәшмәйенсә, артҡа сигенмәй торған кеше булһам да, ҡайһы саҡта ниндәйҙер эш башҡарыу өсөн этәргес көс йәки мотивация таба алмаған осраҡтар була. Был мәғлүмәт күплегенән килә, ҡиммәттәр араһында аҙашып китәһең ҡайһы саҡ. Шуға кәрәкмәгән, бик мөһим булмаған нәмәләрҙе икенсе планға күсереп торорға тырышам. Уңыш ҡаҙаныу өсөн һәр ваҡыт аныҡ маҡсат ҡуя белергә кәрәк, һәр кем үҙе өсөн нимә мөһим булыуын аңларға тейеш. Ғаилә, карьера, байлыҡ теләйһеңме - ынтылыш булһын башта. Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр үҙенең нимә теләгәнен аңлай алмай, бигерәк тә йәштәр тормош һынауҙарын ауыр кисерә һәм зарланып ҡына уҡый, эшләй. Был дөрөҫ түгел, тормошта яратҡан шөғөлөң булһын ул. Мин һәр ваҡыт кешеләр менән аралашырға тырышам, улар менән бергә донъяны киренән өйрәнәм төҫлө.
Нишләптер, максималист холҡо насар һыҙат итеп ҡабул ителә. "Ул әле йәш, максималист, үҫә төшкәс, аҡылға ултырыр", тиҙәр. Киреһенсә, кеше ғүмер буйы максималист булып ҡалырға, янып йәшәргә тейеш. Мәҫәлән, бала саҡта беҙ космонавт булырға, айға осорға, донъя гиҙергә хыялланабыҙ. Әммә йәмғиәттәге ҡалыптар күптәрҙең күңелендәге шул ялҡынды, максимализмын, хыялдарын һүндерә. Бик һирәктәр генә максималист булып ҡала. Нимәгә тотонһа ла эшен аҙағына еткереп, юғары кимәлдә башҡарған, маҡсатҡа өлгәшеүсән ундай шәхестәр менән танышмын. Бәләкәй саҡта атай-әсәйҙең, кем менән аралашаһың, дуҫтарың кем, тип ҡыҙыҡһыныуы сәйер күренә ине. Кем менән уйнаһаң да, кем менән дуҫлашһаң да - барыбер, тип уйлайһың. Әммә күп нәмә аралашҡан кешеләрҙән тора икәнен һуңыраҡ аңлайһың. Шуға хәҙер кемдер берәү менән тығыҙ аралаша башлағас та, ул миңә ниндәй йоғонто яһауын анализлап ҡарайым. Юҡҡа ғына дуҫтарың кем икәнен әйт, һинең кем булыуыңды әйтеп бирәм, тимәгәндәр бит. Кеше - үҙенең иң яҡын биш дуҫының проекцияһы.

И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында һин студенттар ойошмаһының етәксеһе булғанһың. Лидерлыҡ тәбиғәттән бирелгән сифатмы?

- Камиллашырға теләмәгән кешеләр генә лидерлыҡ сифаты кешегә тыумыштан бирелә, тип иҫәпләй. Әлбиттә, башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртеү өсөн талант, харизма кәрәк, ләкин, иң мөһиме, кешенең эшһөйәр булыуы талап ителә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған, тәжрибәле кеше лидер булып үҫешә ала. Һәр һалдат генерал булырға хыяллана, тиҙәр. Хыялланырға ғына түгел, теләргә һәм бар көсөңдө һалып, маҡсатыңа ынтылырға кәрәк. И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында икенсе курста уҡығанда нефтсе инженерҙарҙың студент ойошмаһына барҙым. Дүрт йыл дауамында Нефть һәм газ сәнәғәте инженерҙары халыҡ-ара йәмғиәтенең студенттар секцияһы эшендә әүҙем ҡатнаштым. Ойошмаға килгән мәлдә уның президенты булырмын тип күҙ алдыма ла килтермәнем. Һөҙөмтәлә уны ике йыл етәкләнем, барыһына ла эш барышында өйрәндем. Лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү буйынса ғына түгел, йәмәғәт ойошмаһы эшендә кәрәк булған төрлө өлкәләрҙә белемемде камиллаштырыу ниәтендә курстар үттем, китаптар уҡыным һәм, иң мөһиме, үҙемдән алда эшләгән тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәрен тыңланым. Шуға, лидерлыҡ сифаты бала саҡтан уҡ һиҙелеп күренмәҫкә мөмкин, кеше тора-бара күңеленә ятҡан эште табып, үҙ юлын һайлағас, шул йүнәлештә үҙен лидер, фекерҙәштәрен артынан эйәртә алған шәхес булараҡ таныта алыуы бик мөмкин...

Ситтә белем алған йәштәр кире республикаға эшкә ҡайтмай, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ, тиҙәр. Һин был мәсьәләгә нисек ҡарайһың?

- "Мәскәүгә уҡырға киткәс, шунда ҡалаһың инде, республикаға файҙа килтергең килмәйме?" - тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Мин, тыуған төбәктән ситтә йәшәп тә файҙалы булырға мөмкин, тип иҫәпләйем. Сөнки хәҙерге заманда кеше бер урында ғына йәшәмәй, һәр ваҡыт үҫешкә ынтыла һәм эш урынын да алмаштыра, күсенеп китеүгә лә еңел ҡарай. Әлбиттә, киләсәктә Башҡортостанға ҡайтып та йәшәргә булыр, бында минең туғандарым, был минең кесе Ватаным. Шулай ҙа юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Мәскәүҙә башларға уйлайым, үҙемде һынап ҡарарға теләгән өлкәләр күп. Ғөмүмән, йәшәргә теләгән ҡаланы һайлау, ғаилә ҡороу, һөнәри үҫеш мәсьәләләре кешенең йәшенә һәм шәхес булараҡ формалашыу этаптарына бәйле. Шуға алдан пландар төҙөмәйем, күҙ күрер, тип кенә әйтә алам. Тыуған ерҙән, үҙ мөхитеңдән айырылып ситтә йәшәүе еңел түгел. Халҡыңдың рухи ҡиммәттәрен, туған телеңде, тамырҙарыңды онотмаҫҡа һәм тыуған төйәгең менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырышаһың. Быны аңлау һәр кемдең үҙенән тора, ә яҡташтар гел ярҙам итергә әҙер. Шуға ла Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыған йәштәр берләшеп, уртаҡ саралар үткәреп, башҡорт телендә аралашып йәшәй. Миңә һәм Эльмира һеңлемә рухи тәрбиә биреүҙә ата-әсәйем Фиҙиәтулла Рәхмәтулла улы һәм Әнисә Ахун ҡыҙының роле ҙур, улар бала саҡтан башҡорт халҡының мәҙәниәтенә ылыҡтырып, туған телгә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе. Был уларға еңел бирелмәгәндер ҙә, сөнки һөнәрҙәренә бәйле булған сәбәптәр буйынса беҙ Башҡортостандан ситтә йәшәнек. Шуға ла мин халыҡтың рухи ҡиммәттәрен киләсәк быуынға тапшырып ҡалдырыуҙа йәштәр һәм ололар араһындағы бәйләнеш ҙур роль уйнай, тип һанайым.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Берәү ҙә был донъяға белеп тыумай, һәр кем үҙе теләгән юҫыҡтағы эшкә ғүмер буйы белемен камиллаштырып, уҡып өйрәнә. Был әңгәмә тиҙҙән мәктәпте тамамлап, артабан белемдәрен юғары уҡыу йорттарында камиллаштырырға ниәтләгән йәштәр өсөн фәһемле булыр, моғайын. Өлгәшергә теләгән бейеклектәр, ҡаҙанырға уйлаған уңыштар тырышлыҡ һәм үҙ эшеңде яратып башҡарыу аша яулана икәнен үҙләштереү өсөн.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 978

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru