Тәбиғәт балаларҙа ял итә, имеш, тиҙәр. Ләкин тәбиғәт үҙе ял иткән арала, был раҫлауға саҡ ҡына үҙгәрештәр ҙә инеп китәлер, күрәһең. Шулай булмаһа, республикалағы арҙаҡлы шәхестәребеҙ балаларының ата-әсәһе юлын дауам итмәһә лә, тормошта лайыҡлы урын алып тороуын нисек аңлатырға? Бынан бер быуаттан ашыу элек республикала башҡорттарҙан беренсе профессиональ опера йырсыһы кимәленә күтәрелгән, Башҡортостанда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем алған тәүге йырсыларҙың береһе, "Салауат Юлаев" операһында иң беренсе булып Салауат ролен башҡарған Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы, СССР Мәҙәниәт министрлығының "Алдынғы хеҙмәте өсөн" знагына, "БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемдәренә лайыҡ булған һәм башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған Земфира ВӘЛИЕВА быға сағыу миҫал. Ул - рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы.
Тормошоғоҙҙоң ҡайһы мәлдәре хәтерегеҙҙә һаман да һаҡлана?
- Бала сағым музыка донъяһының йоғонтоһо менән үтте. Үҙемде иҫләгәндән бирле, әгәр гастролдә булмаһа, иртәнсәк атайымдың гаммалар һәм арпеджио йырлағанына уяна торғайным. Иҫке генә "Ҡыҙыл Октябрь" фортепианоһы артында өйрәнгән бөтә репертуары минең күңелемә бала саҡтан һеңде. Ә атайымдың репертуарында халыҡ йырҙары, бик күп ариялар, композиторҙарҙың башҡа әҫәрҙәре тупланғайны. Улар бөтәһе лә миңә бала саҡтан таныш. Шуға күрә, ете йәшемдән музыка мәктәбенә йөрөнөм. Шул күҙлектән ҡарағанда, музыканы ғүмерлек һөнәр итеп һайлауым, ғүмеремде балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлауым бик тәбиғи һәм һис ғәжәп түгел.
...Һирәк осрай торған көслө һәм ҙур диапазонлы драматик тенорға эйә ине атайым. Вокал сәнғәтендә юғары бейеклектәргә күтәрелеп, ул Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Шул замандарҙан алып минең иң яратҡан йырҙарым - башҡорт халыҡ йырҙары, яратҡан уйын ҡоралдарым - ҡурай, фортепиано һәм скрипка, Ер йөҙөндәге иң яратҡан урыным - атайымдың тыуған ере - Салауат районының Лағыр ауылы, йәмле Әй буйҙары.
Яҙмыш елдәре һеҙҙе илдең төрлө мөйөштәренә ташлаған. Сит мөхит, ят кешеләр - шул ваҡыттарҙа ошо башҡорт мәҙәниәтенә булған һөйөү баҫылып ҡалманымы?
- Ысынлап та, 20 йәшемдә тормош иптәшем - хәрби осоусы Юрий Вәлиевты осратып, уның менән ғаилә ҡорҙоҡ. Уға илебеҙҙең төрлө тарафтарында хеҙмәт итергә тура килде - Балтика буйы илдәренән алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем, хатта Германияла ла. Ошо яҙмышты икебеҙ бергә бүлдек, бергә кисерҙек, бергә үттек. Ләкин яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәһен, хыялымда ҡасан да булһа тыуған яғыма ҡайтып төпләнеү осҡоно йәшәне. Хәрби гарнизондарҙа офицер ҡатындарының күбеһенә эш булмаһа, минең музыкаль белемем бар урында ла кәрәк ине. Һәр ерҙә лә тиерлек музыка мәктәптәренә директор йәки уҡытыу бүлеге мөдире итеп саҡырҙылар. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр ваҡыт башҡорт музыкаһын пропагандаланым, атай-әсәйем ҡунаҡҡа килһә, атайымдың сығыштарын ойоштора инем.
Ә Өфөлә иң яратҡан урынығыҙ ниндәй?
- Телеүҙәк артында атайым менән әсәйем үҙ ҡулдары менән һалып сыҡҡан өйөбөҙ була торғайны. Мин ғаиләбеҙҙең нисә кешенән торғанын да әйтә алмайым. Сөнки беҙҙә бер өҙлөкһөҙ туған-тыумасалар, ауылдаштар, райондаштар йәшәне. Данлыҡлы кеше булыуына ҡарамаҫтан, атайым дуҫлыҡты юғары дәрәжәле кешеләр араһынан эҙләп йөрөмәне. Уның дуҫтары артистар, йырсылар, композиторҙар ине. Ул йомшаҡ һәм интеллигент кеше булды. Атай-әсәйемдең дуҫтарына, тирә-яҡтағы кешеләргә, туғандарына булған ҙур ихтирамы, мөхәббәте беҙгә, балаларына ла күсте. Мин үҙем атайымдың дуҫтарын ныҡ хөрмәт иттем. Заһир Исмәғилев һәм Ғилман Ниғмәтйәновтарҙы айырым атап үткем килә. Сөнки бер байрамыбыҙ ҙа уларҙан башҡа үтмәй торғайны. Хатта Мәскәү консерваторияһында уҡыған мәлдәрендә Заһир Исмәғилев менән Рәиф Ғәбитов һәр саҡ беҙҙә булды, беҙҙә йәшәне, тиһәм дә арттырыу булмаҫ.
Икенсе яратҡан урыным - Совет майҙаны, сөнки хәҙерге Урта махсус музыка колледжы урынында элек дауахана булған һәм мин шунда тыуғанмын. Һуңынан шунда музыка мәктәбендә белем алдым, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым, ошо мәктәптә директор булып эшләнем. Ғөмүмән, тормошом Совет майҙаны, Телеүҙәк һәм ошо ике араны тоташтырған Пушкин урамы менән ныҡлы бәйләнгән.
Энә ҡайҙа - еп шунда, тигәндәй, 17 йыл гарнизондан-гарнизонға күсенеп йөрөгәндән һуң, ҡабат Башҡортостанға ҡайтҡанһығыҙ...
- Заһир Исмәғилев Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры булып эшләгән ваҡытында мине ошо уҡыу йорто ҡарамағындағы Урта махсус музыка мәктәбенә директор итеп саҡырҙы. Союз буйынса музыка мәктәптәрендә тупланған тәжрибәмдең файҙаһын шунда ныҡ күрҙем дә инде. Бында хужалыҡ эштәре буйынса ғына түгел, ә милләтеңә нисек ярҙам итеү күҙлегенән сығып фекер йөрөтәм. Эйе, директорға хужалыҡ эштәрен дә йырып сығырға кәрәк, әммә заманында Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорттарҙы йыйып, Мәскәү консерваторияһына уҡырға ебәргән кеүек, беҙ ҙә ауылдар буйлап йөрөп, мәктәпкә уҡыусылар йыйҙыҡ. Сибай ҡалаһында, Урал аръяғы райондарында йәшәүсе һәләтле балалар сифатлы музыкаль белем алһын өсөн мәктәптең филиалын астырыу ҙа ҙур ҡаҙаныш булды. Белем усағында беренсе тапҡыр Заһир Исмәғилев призына конкурс ойошторҙоҡ, Юлай Ғәйнетдинов алып барған ҡурай класына йөрөүсе үҫмерҙәр "Һорнай" ансамбле менән сығыш яһай башланы. Бөгөн республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, донъя кимәлендә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнаусыларҙы, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһаусы милләттәштәремде күрһәм, ҡыуанысымдың сиге юҡ - уларҙың күпселеге беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар.
Башҡорт йырҙарына, музыкаһына һөйөү бала саҡтан килә, тинегеҙ, шулай ҙа йыр аша тормошоғоҙҙо асып бирергә тиһәләр, ниндәй йырҙы һайлар инегеҙ?
- Ғөмүмән, барлыҡ башҡорт халыҡ йырҙарын да яратам, сөнки атайымдың репертуарында ғына ла 100-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры бар ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы - үҙе бер тарих. Шулай ҙа, тормош юлымды Хөсәйен Әхмәтовтың Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙған атайым яратып башҡарған "Ғүмер тураһында баллада"һы менән сағыштырыр инем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, үҙемде тулыһынса хеҙмәткә арнаным, ҡайһы берҙә хатта ирем, ғаиләм, балаларым, ейәнсәрҙәрем өсөн ваҡыт та ҡалмағандыр, әммә эшемдең һөҙөмтәләрен күреү, коллективта йылы, эшлекле мөхит тыуҙырыу, балаларҙың шат тауыштарын ишетеү - минең бәхетле, халҡыма бағышланған ғүмеремдең бер өлөшө.
Атайығыҙҙы, Хәбир Ғәлимовты, бәлки, бөгөн күп йәштәр белмәйҙер, әммә ул башҡорт мәҙәниәтенең алтын бағаналарының береһе. Арҙаҡлы шәхес балаһы булыуы нисек?
- Атайымды белеүселәр уның бөйөк йырсы булыуына ҡарамаҫтан, изгелекле, йомарт, коллегаларына һәм тамашасыларына ихтирамлы булыуын иҫләйҙер. Дуҫтарын: "Ғәжәйеп матур, иҫ киткес яҡшы кеше", - тип, бер һөйләм менән генә баһалай ине. Әлбиттә, ошондай атай ҡыҙы булыу оло яуаплылыҡ та өҫтәй, һәр ҡайҙа үҙеңде лайыҡлы тоторға, атай абруйына тап төшөрмәҫкә, уның ҡаҙаныштарын арттырырға һәм һаҡларға, киләсәк быуындарға еткерергә бурыслыһың. Шәхсән үҙем атайымдың яҡты иҫтәлеген һаҡлау өсөн ҡулымдан килгәнсә тырышам: 2006 йылдың 11 мартында Лағыр урта мәктәбендә Хәбир Ғәлимов исемендәге музей асыуға өлгәштек. Шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, уның ижади мираҫын пропагандалау һәм популярлаштырыу, яңы сағыу исемдәр асыу маҡсатында Салауат районында "Оҙон көй" конкурстары үткәрелә. Ул хәҙер төньяҡ-көнсығыш төбәк конкурсына әүе-релде. Район үҙәгендә, Лағыр ауылында һәм башҡа ауылдарҙа Хәбир Ғәлимов исемендәге урамдар бар. Әлеге ваҡытта атайым тураһында китап әҙерләп, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә тапшырҙым. Өфө ҡала Советына баш ҡала урамдарының береһенә атайымдың исемен биреүҙе юллайым. Быны республика, баш ҡала йәмәғәтселеге лә хуплап сыҡһа, бик яҡшы булыр ине...
Шәрифә САЛАУАТОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА