Башҡа бейеү төрҙәренән айырмалы рәүештә, халыҡ бейеүенең бер мөһим тәғәйенләнеше бар, ул халыҡты һаҡлай. Әгәр ҙә халыҡ бейеүе онотолоуға дусар ителһә, халыҡ үҙе лә яйлап юҡҡа сыға, сөнки бейеү - ул халыҡтың күңел хазинаһын, уның донъяға ҡарашын сағылдырыусы ғына түгел, ә рух сығанағы ла. "Дарман" балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт ХӘМИҘУЛЛИН менән бейеү һәм ансамблдең эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Бейеү - әлеге көндә иң популяр сәнғәт төрөлөр, моғайын. Балалар өсөн бейеү студиялары ла киң таралған күренеш. "Дарман" ансамбленең ижад юлы ҡайһы мәлдән башланғыс ала?
- Үҙем Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегәндә үк балалар ансамбле төҙөү теләге бар ине. Шамонинола йорт һала башлағас та урындағы мәктәптә түңәрәк астыҡ. Кәләшем Алина Хәмиҙуллина "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә бейей, уның менән кәңәшләштек тә, балалар йыя башланыҡ. Дүрт йыл ваҡыт үтте был ваҡиғаға, тәүҙә бер нисә бала ғына йөрөнө. Финалға үтә алмаһаҡ та, беренсе йылда уҡ "Байыҡ" балалар телевизион конкурсында ҡатнаштыҡ, был беҙҙең өсөн ҙур уңыш ине. Хәҙерге көндә 100-гә яҡын бала шөғөлләнә. Теләүселәр шул тиклем күп. Ошо түңәрәктә башланған эшмәкәрлек киңәйеп, хәҙер беҙ "Танцуй" ижади берекмәһе төбәк йәмәғәт ойошмаһы тигән исем аҫтында эшләйбеҙ.
Иғтибар итһәгеҙ, күп кенә балалар ансамблдәрендә башҡорт бейеүҙәре боҙоп ҡуйыла. Йә көйө яңылыш ҡулланыла, йә хәрәкәттәре дөрөҫ түгел, башҡорт характерына тура килмәй. Иң әсендергәне, рух һиҙелмәй. Башҡорт бейеүе минең өсөн, тәү сиратта, рух сығанағы. Шуға ла был эшкә тотонорға булдыҡ та. Ансамблде Шамонинола асыу ныҡ уңышлы булды, сөнки унда башлыса башҡорт ғаиләләре йәшәй. Ҡан хәтере тигән әйбер бар: бейеүҙең бер хәрәкәтен генә күрһәтһәң дә башҡорт балаһы уны шунда уҡ отоп ала.
Балаларҙы йыйыу - бер эш, ансамблде бит матди яҡтан да тәьмин итергә кәрәк. Костюмдар тектереү ҙә ярайһы сығымдар талап итә. Был мәсьәләләрҙе нисек хәл итәһегеҙ?
- Бөгөнгө көндә бар нәмәне тулыһынса ата-әсәләр көсө менән хәл итәбеҙ. "Дарман" тупланып, бер ғаиләгә әйләнеп бара. Тәүҙә һәр төркөм үҙе өсөн генә тектерһә, хәҙер йыйылышып, тәүҙә бер төркөмгә, унан икенселәренә костюмдар тектерәбеҙ. Бер-беребеҙҙе аңлап эшләргә тырышабыҙ. Ҡуртымға зал алып тороуға ла ярҙам итәләр. Әле бына майҙың 27-һе Өфөгә концерт менән килергә йыйынабыҙ, унда ла ата-әсәләр ярҙам итте. Киске 6-ға бар тамашасыларҙы Балалар филармонияһында көтөп ҡалабыҙ. Репертуарҙа күберәк башҡорт бейеүҙәре, шулай уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә бейейәсәкбеҙ. Ярҙамға ике коллектив киләсәк, Стәрлетамаҡтан "Солнышко", Өфөнән "Эксклюзив" бейеү ансамлдәре лә сығыш яһаясаҡ. Халыҡҡа үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайтырға ниәтләнәбеҙ.
Халыҡтың холоҡ-ҡылығын бар нескәлегендә тойоп бейеү ижад итеүселәр ҙә, башҡарыусылар ҙа һирәк хәҙер. Бейеүҙәрҙе нисек һайлайһығыҙ?
- Бейеүҙәрҙе күберәк үҙебеҙ һалабыҙ. Балалар балаларса инде, тиһәләр ҙә, "Дарман" ансамблендә шөғөлләнеүселәрҙең сығышын тамашасылар бик юғары баһалай. Хәрәкәттәрҙе дөрөҫ башҡарыуҙы талап итәбеҙ. Киң таралған бейеүҙәрҙе, мәҫәлән, Фәйзи Ғәскәровтың "Гөлнәзирә"һен репертуарға индерҙек, сөнки уны һәр башҡорт коллективы белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ул бейеү шул тиклем камил, саф башҡортса, унда егеттәрҙең дә, ҡыҙҙарҙың да ҡул хәрәкәттәре лә, аяҡ йөрөштәре лә ҡуйылған. Ул башҡорт бейеүенең нигеҙе, тип әйтергә лә була.
Шулай итеп...
Әле күптән түгел генә Мәскәү ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең "Алтын Ай" бейеү ансамбле Өфөлә концерт ҡуйып, матур өлгө күрһәткәйне. Уларҙың сығышын "Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамбле эләктереп алыуы ла матур күренеш булмаҡсы. Иң һоҡландырғаны, был ансамблдәрҙең етәкселәре рухлы һәм илһөйәр башҡорт егеттәре. Уларҙың маҡсаты ла бер - халыҡ бейеүҙәрен һаҡлау, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәген бар итеү. Бәлки, был бейеү марафонына башҡалар ҙа ҡушылыр?
Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА