Был юлы рубрикабыҙҙа яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсүл СӘҒИТОВ сығыш яһай. Рәсүл Хәсән улы башлыса заман журналисының ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге, матур телмәр, һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу оҫталығы һәм башҡалар тураһында фекер йөрөтә.
- Заман журналисы күп төрлө һәм күп ҡырлы булырға тейеш. Мәҫәлән, бай эске донъялы. Асыҡ зиһенле, таҙа намыҫлы, һәр һүҙе, хатта уйы өсөн тәрән яуаплы. Талантлы бөтә яҡлап талантлы, тиҙәр бит - алтын һүҙҙәр былар. Чеховтың күркәмлек тураһында әйткәне лә мең тапҡыр дөрөҫ - тышҡы ҡиәфәте лә ыҫпай булһын һөнәрҙәшемдең - ил күҙендәге кеше бит ул. Тап - ыҫпай, бөхтә, ә модаға артыҡ ылығыу, тимәк, ниндәйҙер дәрәжәлә зауыҡһыҙ, хаттин ашыусы түгел. Ижади һөнәр эйәләренең һалбыр-һолборораҡ, ҡырынмайыраҡ йөрөүе, бәлки, ошо ижадилыҡ билдәһелер ҙә, һәм был да хөрмәткә лайыҡтыр, әммә банк хеҙмәткәре ише "текә" кейенеү ҙә һәләтте кәметеп ебәрмәй ҙәһә. Минең ижад шишмәмде көндәлек галстук, ҡаптырылған өҫкө төймә һис тә быумай. Кемгә нисектер, әлбиттә, ә миңә был фекер дисциплинаһы бирә. Ижади тәртипһеҙлек - арыу нәмә, ләкин оҙаҡҡа китһә, саң баҫа, яңы идеялар, уның әрпешлеген күреп, танауын сирырға, сөскөрә башларға, ҡул һелтәп сығып китергә мөмкин.
Төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булһын журналистың. Шахмат уйнаһын, мейе өсөн һәйбәт гимнастика тиҙәр уны. Бына мин уны уйнай белмәйем. Йәнә лә журналистың киң ҡарашлы булыуы һәйбәт. Бының өсөн ваҡиғаларҙы, һәр хәлдә, үҙ йүнәлешеңдәге хәл-күренештәр, тенденцияларҙы даими күҙәтеп барырға кәрәк. Белемле булыу шәп. Бында филфакты, журфакты йәки ошо эшкә килер алдынан вуздың ҡайһылыр башҡа факультетын тамамлауҙы ғына күҙҙә тотмайым, уларҙан тыш, эш барышында үҙләштерелгән һөнәрҙәргә ишаралайым. Миҫалға, юрислыҡҡа уҡып алыу бик арыу - ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр менән шөғөлләнәһең икән, дәүләт ҡоролошон төптән белергә ҡәтғи бурыслыһың. Дәүләттең закондар сығарыу, башҡарма, суд хакимлығы тармаҡтары барлығын ғына йәиһә парламенттың нисә палатанан торғанын белеү генә әҙ, бында тамырғаса төшмәле асыҡ ғилем талап ителә. Шәхсән үҙемә заманында конституция хоҡуғы буйынса диплом яҡлауым әле булһа таяныс. Хәбәрҙарлыҡ ҡына ла етмәй, фараз ҡылыу бурысы ла бар журналистың, ә бының өсөн аң даирәңдең киң дә, тәрән дә, бейек тә булыуы ҡаты шарт. Социология ла, политология ла, фәлсәфә фәне лә ҙур ярҙамсы һиңә. Иҡтисадта, исмаһам, бассейндағы спортсылай йөҙмәйенсә, был тармаҡта диҡҡәтте йәлеп итерлек тапшырыу эшләрең дә, мәҡәлә яҙырың да икеле. Белгес фекерен бирә алаһың, ләкин уға йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ һорау бирер өсөн дә, материалды йомғаҡлап ҡуйырға ла шәхси юғарылыҡ талап ителә.
Хәбәрсенең ижтимағи-сәйәси тормошта вазифауи яҡлап та үрҙәр яулауы, мәҫәлән, депутатлыҡҡа ынтылыуы насар түгел. Бығаса үҙ мәҡәләләре - тапшырыуҙарында күтәргән проблемаларҙы үҙе хәл итә башлар, һайлаусылар менән туранан-тура осрашыуҙар уға профессиональ яҡтан үҫергә ярҙам итер ине. Журналистың үҙе эш хаҡы алған киң мәғлүмәт сараһы менән генә сикләнеп ҡалмауы ла дөрөҫ, минеңсә. Бында соцмедианы күҙҙә тотмайым, дәүләттең рәсми теркәлгән, ҡағыҙҙа сыҡҡан, йәки интернетта донъя күргән мәғлүмәт сараларына ишаралайым. Радиола бөтә нәмәне әйтә лә алмаҫҡа мөмкинһең, быға проектыңдың форматы тура килмәй - күберәк әңгәмәсеңде һөйләтергә тейешһең. Ә үҙеңдең фекерҙәрең, теләһәң-теләмәһәң дә, ситтә ҡала. Быны мин үҙемсә хәл итә киләм, әлбиттә, йәғни гәзит-журналдарҙы, телевидениены, Мәскәү баҫмаларын файҙаланам. Үҙемдең сикләнмәҫкә тырышыуымдың бер сағылышы - китаптарым. Бөтәһе алтау, ә тап журналистика тураһындағылары әлегә икәү. Өсөнсөһө әҙер, Алла бирһә, бәлки, көҙгә ҡулға ла алып ҡыуанылыр. "Имен-аман тороғоҙ!" тигәне 2013 йылда "Китап" нәшриәтендә сыҡты. Быйыл шунда уҡ баҫылған "Словом красен человек" исемле икенсеһендә лә Һүҙҙе данлайым. Уны мин ошолай, Һүҙ Ғәли Йәнәптәре тип, ҙур хәрефтәр менән яҙам. Һәр мәҡәлә аҙағында йомғаҡлауҙар бар һәм бөтәһендә лә Һүҙгә дан йырлана. Атамаларҙа ла "слово" һүҙе йыш ҡабатлана. Тәүгеһендә башлыса башҡорт телле журналистикаға, башҡорт теленә иғтибар ителгәйне, быныһы инде - ғөмүмән, тел сәнғәте хаҡында.
Әйткәндәй, журналистың төп сифаттарының береһе - телмәр оҫталығы, тел шымалығы тураһында бер нисә һүҙ. Ысын мәғәнәһендәге бөйөк яҙыусыларыбыҙҙы уҡыһаң, теләйһеңме-юҡмы, шул һәйбәт һөйләү һуҡмағына төшөп китәһең. Артыҡ бөҙрә лә, сөсө лә түгел был һуҡмаҡ, тураһы ла әйтелә, тоҙо ла етешә, ҡуйылығы ла таман, майы ла үлсәүле, ҡыҫҡаһы, барыһы ла - тап самаһы ғына. Һәм быны әйткәндә мин тәү сиратта телмәр ағышы, һөйләм ҡоролошо, халыҡҡа хас һалмаҡлыҡ, еткереп, һеңдереп әйтә белеү кеүек ҡолаҡҡа ныҡ бәрелмәгән, шуның менән бергә ғәйәт мөһим нәмәне күҙҙә тотам. Тел ғилеме өйрәнгән төрлө бүлектәрҙәге раҫлауҙар, билдәләмәләр, ҡағиҙәләр генә түгел был, яҙылмаған үҙенсәлек. Ошо донъяға инеү лексиканы ла ишәйтә, синтаксисты ла рәтләй, фонетиканы ла төҙәйтә. Тел байлығын халыҡтан да эҙләргә кәрәк, әлбиттә. Төрлө ерҙәрҙә йөрөгәндә, бигерәк тә ололар менән күрешкәндә тулыландырам тоғомдо. Һәүетемсә, башҡа телдәрҙе ҡушмайынса, теүәл итеп, ошо мәғәнә өсөн тейешле, тик шуға ғына килешле һүҙен табып, әйтеп бирә замандашым. Әйткәнендә ҡыл күперҙә барған һымаҡ ул миңә - уңға сайҡалһа, сағыулыҡ кәмей, һулға яҙа баҫһа, теүәллек бүҫкәрә. Тураға бара, ҡыйыу бара. Ҡыйыулыҡты матди нәмәләр аҫтында ҡалмаған рухи көс, ҡаныңдан килгән тәбиғилек бирә. Дөрөҫ телмәр шулай булырға тейеш, ти уйлайым. Ошо телде эфирға ла, интернетҡа ла, ҡағыҙға ла сығарырға тырышам. Замандың яман күренеше - телде өндәрҙән бигерәк хәрефтәр баҫып алыуынан да ҡурсалар ине әлеге халыҡ һөйләше. Шулай тигәндә, башҡорт теленең фонетик үҙенсәлектәренә иғтибар итмәйенсә, нисек яҙылған, шулай уҡылыуға, эштең һәр хәрефте айырым тигәндәй ҡарау-ҡулланыуға барып еткәненә, йәғни яҙма телмәрҙең тере телмәрҙе аяуһыҙ боҙғанына һуҡтырам.
Сығышымды былай тип түңәрәкләп ҡуяйым - журналист булып һөнәрҙе бөтә йөрәге менән яратҡандар, быны аҡса эшләү урыны тип кенә күрмәгәндәр, тәбиғәттән тел тойғололар, ил тойғололар, һүҙҙең бөйөклөгөн баһалағандар, әүеш-тәүеш менән генә шөғөлләнмәгәндәр, ысын мәғәнәһендә ижади йәндәр эшләһен.
КИРЕ СЫҒЫРҒА