«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ҺЫНДАР НИ ҺӨЙЛӘЙ?
+  - 

Бынан бик күп йылдар әүәл оло әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ҡарамағындағы музей фондтарында мәңге һаҡланырға тейеш тип табылған әйберҙәр тураһында бөгөн һүҙ. Рәсәйҙең төрлө музейҙарындағы әллә күпме экспонаттар араһында XIX быуатҡа ҡараған башҡорт ир-егетен һынландырған скульптураларҙы ла осратырға була. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә айырым туҡталып китәйек.

Мәскәү ҡалаһындағы Керамика дәүләт музейының "Рәсәй халыҡтары" исемле балсыҡ әйберҙәр коллекцияһында ҙур булмаған "Башҡорт" скульптураһы һаҡлана. 25 сантиметр бейеклектәге төҫлө һын 1880 йылдарҙа Мәскәүҙән 90 саҡрым алыҫлыҡтағы Вербилки ҡасабаһындағы фарфор заводында эшләнгән. Инглиз сауҙагәре Гарднерҙың фарфор заводы шул ваҡытта уҡ һауыт-һабаһы менән бар донъяға билдәле була. Заводта Рәсәйҙең тиҫтәләгән башҡа халыҡтарының да һындары эшләнгән. Башҡорт уҙаманы буҫтауҙан ҡыҙыл ҡалпаҡ, күк камзул, күн итек кейгән, ҡылыс таҡҡан. Эшләү техникаһы - алтын ялатылған, биҙәлгән фарфор, тиелгән. Антропологик тибына килгәндә, йөҙ бик таныш кеүек тойола. Ул рәссам П. Захаровтың әлеге мәлдә күсермәһе киң ҡулланылған "Башҡорттар" картинаһындағы ир-егеткә оҡшаған. Ул рәсем тәүге тапҡыр Рәсәй этнографы, сығышы буйынса немец Г. Паулиҙың "Рәсәй халыҡтары" тип аталған төҫлө иллюстрациялы хеҙмәтендә 1862 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыға. Гарднер заводы рәссамдары тап ошо картинаны ҡулланып эш итеүе лә бар.
Башҡорт Тағы бер "Башҡорт" статуэткаһы иғтибарға лайыҡ. XIX быуат аҙағында - XX быуат башында Рәсәйҙың фарфор-фаянс сәнәғәте өлкәһендәге иң мәртәбәле ойошмаларҙың береһе Тверь губернаһы Конаково заводында ла һауыт-һабанан тыш, ҙур булмаған скульптуралар етештергәндәр. Был бәләкәй һындың төп нөсхәһенең һаҡланыу-һаҡланмауын асыҡлайһы бар. Ә бына 1990 йылдарҙа эшләнгән күсермәһен (сәнғәттә ҡабатлау тип атала) интернет селтәре аша бер әҙәм һатыуға ҡуйған. Һындың бейеклеге 28 сантимер. Башҡорт ир-егете шулай уҡ XIX быуатҡа хас тула ҡалпаҡ, камзул кейгән. Тик был осраҡта кейеме һоро төҫтә сағылдырылған.
XIX быуатта 38 йыл ғүмере эсендә билдәле рәссам булып танылған, иҫ киткес матур, зауыҡлы бихисап сәнғәт өлгөләре ҡалдырған Евгений Александрович Лансереның эштәре араһында кәмендә өс һыбайлы башҡорт скульптураһы бар. Тамбов губернаһы Моршанск ҡалаһында француз ғаиләһендә тыуып үҫкән Евгений Лансере Петербург университетының юридик факультутында белем ала. Йәштән үҙаллы әүәләп әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә. Сәнғәттең был йүнәлеше менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Скульпторҙарҙың оҫтаханаларында йыш була. 1867, 1876 йылдарҙа Парижда бронзанан (аҡ ҡурғаш ҡушылған баҡыр иретмәһе) ҡойоп әйберҙәр яһауҙы өйрәнә һәм музейҙарҙа һаҡланған сәнғәт өлгөләре менән таныша. Йыл һайын Урта һәм Көньяҡ Рәсәй, Украина, Кавказ, Ҡырғыҙстан, Ҡырым һәм Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә. Лансереның бар эштәре үҙенә генә хас милли-тарихи, этнографик колорит менән башҡарылған. Махсус белеме булмаһа ла, натураны, һындарҙы шул тиклем тәрән тойомлаған тәбиғи һәләте булған уның. Евгений Лансере сюжетлы пластик миниатюра оҫтаһы булараҡ, бөтә донъя күргәҙмәләрендә - Лондонда, Венала, Парижда һәм башҡа ҡалаларҙа танылыу яулай. Тау, дала халыҡтарының аттарын да, үҙҙәрен дә бик килешле һынландыра. Уның эштәре, әйтерһең дә, туҡтаған бер мәл, ысынбарлыҡ. "Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел", "Ҡамсы тотҡан башҡорт", "Йылҡы көтөүсе башҡорт" эштәре нескә һәм нәфис башҡарылған. Милли кейемдәге ир-егет бына-бына хәрәкәтен дауам итер кеүек тойола. Башҡорт аттарын да, башҡа төбәктәрҙекенән айырмалы рәүештә, нисек бар, шулай һынландырған оҫта. Кәүҙәгә ҡайтыш, талымһыҙ, арығыраҡ улар, барыһы ла йүгәнләнгән. Скульптураларҙың бейеклеге 22-26 см. "Башҡорт. Ҡапыл иҫкән ел" скульптураһында ҡолаҡсын, камзул кейгән эйәр өҫтөндәге ир-егетте күрәбеҙ. Ул ҡоралланған - ҡылыс таҡҡан, һырланған ҡалъянында йәйәһе бар. "Ҡамсы тотҡан башҡорт" эшендә лә һыбайлы ир-егет күрһәтелгән. Кинәт кенә атын туҡтатып, ҡамсыһы менән киҙәнгән ул. Лансереның өсөнсө "Йылҡы көтөүсе башҡорт" статуэткаһында һыбайлы ҡулына оҙон арҡан тотҡан. Рәссамдың бронзанан ҡойоп, һырлап яһалған әйберҙәренең күсермәләре XIX - XX быуаттарҙа алдынғы заводтарҙа, Ф. Шопен, Н. Штанге, А. Моран, К. Бертоның шәхси оҫтаханаларында һәм Уралдағы суйын иретеү заводтарында күпләп эшләнгән.
Тышҡы ҡиәфәттән тыш, милли характер, хатта этник психологияны өйрәнеү йәһәтенән был сәнғәт әҫәрҙәренең мәҙәни һәм тарихи әһәмиәте, һис шикһеҙ, бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 1012

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru