Автономия өсөн көрәштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ, үкенескә ҡаршы. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди менән иңгә-иң терәп, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәрҙең күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбаны булып, уларҙың яҡты исемдәре нисәмә тиҫтә йылдарға онотолоуға дусар булды. Ошондай шәхестәрҙең береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров тураһында һүҙебеҙ.
Троцкий бойороғо буйынса Башревком май аҙағында Саранск ҡалаһына барып төпләнә. Бында Башҡорт хөкүмәте, тәү сиратта, ҡыҙылдарға сыҡҡандан һуң тарҡатылған ғәскәрҙе тәртипкә килтереү эшенә тотона. Тиҙ арала ғәскәрҙәрҙе туплап, Башҡортостанға ҡайтыу, дошман ҡулында ҡалған йөмһүриәтте азат итеү көнүҙәк маҡсат була.
Хәрби комиссар Зәки Вәлиди элекке башҡорт ғәскәрҙәренән ике кавалерия һәм ике уҡсы полктар ойоштора. Полктар Айырым Башҡорт бригадаһына берләштерелә. Яңы башҡорт ғәскәренә сәйәси комиссар итеп Вәлиди ышаныслы көрәштәштәренең береһе булған, һалдаттар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән эшмәкәр Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Сәйәси комиссар булараҡ, Әмировҡа ярайһы уҡ ауыр мәсьәлә йөкмәтелә: яңы шарттарҙа милли ғәскәрҙең рух ныҡлығын тәьмин итеү, башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең ҡатмарлы юлдарын төшөндөрөү. Башҡорт ғәскәрҙәре Көнсығыш фронтҡа барып, йәғни Башҡортостанға ҡайтып, Колчак армияһына ҡаршы һуғышырға ашҡынып тора. Ләкин 1919 йылдың июнендә Троцкийҙың башҡорт полктарын Украинаға ебәреү тураһындағы фарманы башҡорттар өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй була. Украинала Ҡыҙыл Армияның хәле мөшкөлләнеү сәбәпле, Троцкий Саранскийҙағы башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа, Деникин армияһына ҡаршы ебәрергә теләй. Башҡорт вәкилдәре был мәсьәлә буйынса Лениндың үҙенә үк инеп һөйләшеп, аңлатып сыға. "У меня были представители башкир; просят назначать их войска на восток, а не на юг. На востоке в своем крае они могут, дескать, помочь быстро взять Челябинск, ибо и киргизы пойдут с ними; на юге же они бессильны и боятся, что ничего не поделают. Очень прошу взвесить эти доводы, по-моему, серьезные", - тип Троцкийға яҙа Ленин. Әммә Реввоенсовет рәйесе үҙ уйынан кире ҡайтмай.
Әле аҙағынаса ойошторолоп бөтмәгән, хәрби кәрәк-яраҡтар менән тейешенсә тәьмин ителмәгән килеш башҡорт полктары Харьков ҡалаһына юллана. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, хөкүмәт сәйәси комиссар Хәлим Әмировҡа Башревкомдың махсус вәкәләтле вәкиле хоҡуҡтарын бирә, йәғни Украинаға киткән ғәскәрҙәр менән идара итеү бурысы йөкмәтелә. Сөнки башҡорт полктарының берҙәм командалығы булмай, Троцкий иһә, улар Харьков ҡалаһында гарнизон хеҙмәте генә үтәрҙәр, тип ышандыра Вәлидиҙе.
1919 йылдың июнь уртаһында башҡорт ғәскәрҙәре генерал Деникиндың армияһы менән ҡаты һуғышҡа инә. Комиссар Әмиров полк командирҙарын йыйып, кәңәшмә үткәрә һәм 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Сөләймән Ишмырҙинды бригада командиры итеп һайлайҙар. Ҡыҙылдарҙың 14-се армияһының тулыһынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүештә сигенеүе, Харьковтың улар менән идара иткән оборона Советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында Башҡорт бригадаһына ауыр юғалтыуҙар кисерергә тура килә. Фронт тотҡан күрше ҡыҙыл частарҙың сигенеүе арҡаһында башҡорт ғәскәрҙәре аҡтарҙың ҡамауында ҡала. Уның өҫтәүенә, Харьковтың аҡтар ҡулына күсеүендә башҡортарҙы ғәйепләп, Оборона Советы Сумы ҡалаһында Башҡорт бригадаһының штабын, шул иҫәптән Х. Әмировты ҡулға ала. Бындай хәл башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур риҙаһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡорт һалдаттары ҡулға ҡорал алып, командирҙарын ҡотҡарырға әҙер була. Быны күреп, Оборона Советы башҡорт командирҙарын иреккә сығарырға мәжбүр була. "Мы с боем и дорогой, ловя дезертиров, начали пребывать на Сумы. По прибытию первого эшелона - Штаба Башкирской бригады приказом члена Совета Обороны Зайцева, который так позорно раньше всех бежал из Харькова, Сумский отряд во главе с милицией и чрезвычайкой арестовал и разоружил весь Штаб Бригады во главе меня и командиров. Нас представили в округ Военком. Во время ареста наш эшелон подвергался обстрелу, хотя мы не сопротивлялись, потом нас освободили и за свои незаконные действия извинились. Во время ареста оставшиеся караул в нашем эшелоне, назначенный Чрезвычайкой произвел полную очистку вагонов от собственных вещей служащих Штаба Бригады. Пропали: масса денег, вооружения, белья, одежды и т. пр. Это явление на наши части, которые кровью, честно защищали свободу пролетариата Украины, сильно повлияло и нам с трудом удалось их успокоить. Нами Совету Обороны сданы более 10-ти эшелонов с ценностями народного достояния, которые нами были задержаны, так как они следовали без хозяина. Кроме того, проезжало много вагонов с деньгами тоже без хозяина. При таких условиях работать и оперировать на Южном фронте невозможно. Просим сейчас же принять меры к переброске нас на Восточный фронт", - тип яҙа бригада командиры С.Ишмырҙин менән комиссар Х.Әмиров республиканың хәрби комиссары Вәлидигә.
1919 йылдың июль башында Көньяҡ фронтҡа хәрби комиссар Зәки Вәлиди килә. Бында яңы килгән һалдаттар командирҙар менән тулыландырылып, Башҡорт бригадаһы Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. Ул дивизияның сәйәси комиссары итеп Нуриәғзәм Таһировты тәғәйенләй. Ә Хәлим Әмиров Саранскийға, Башревком ҡарамағына ҡайтарыла. Әммә уға хәрби эштәрҙән оҙаҡ айырылырға тура килмәй.
1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтында Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең хәле мөшкөлләнә. Юденич армияһы ҡыҙылдарҙы борҡотоп, революцияның бишеге - Петроград ҡалаһына яҡынлаша. Ҡыҙыл Армияға ярҙамға тағы ла һуғышсан, дисциплиналы башҡорт ғәскәрҙәре кәрәк булып сыға. Ленин менән Троцкий бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен тиҙ арала Петроградҡа ебәрергә тигән фарман бирә. "Троцкий Бәләбәйҙә ойошторолған өсөнсө һәм дүртенсе йәйәүле, өсөнсө һыбайлы полктарҙы Петроградҡа һөжүм итеүсе генерал Юденичҡа ҡаршы ебәреүҙе талап итә. Мин ул ғәскәрҙе өйрәтеү, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү эштәренең әле тамамланмауын әйтеп, хәҙергә ике батальонды бер-ике аҙна эсендә әҙерләргә полковник Әхмәровҡа әмер бирергә вәғәҙә иттем. Бәләбәйҙәге полковникты телеграфҡа саҡыртып, хәлде аңлаттым. Ул хәҙергә хатта ике батальондың да әҙер түгеллеген белдерҙе. Мин быны иртәнсәк Троцкийға еткерҙем. Был иһә башҡорт ғәскәрҙәренең Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашыуының башланғысы ине", - тип яҙа Зәки Вәлиди.
Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Дауамы. Башы 27-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА