Аллаға шөкөр, республикабыҙҙа өлгө итеп ҡуйырлыҡ башҡорт ғаиләләре аҙ түгел. Ҡайҙа йөрөһәк тә: "Шул-шул ғаиләне гәзитегеҙгә яҙығыҙ әле, шулар матур пар, былар һоҡланғыс шәхестәр", - тип кенә торалар. Әле таныштырасаҡ Нурыевтар ғаиләһен дә шулай "күп тауыш" йыйып һайлап алдыҡ. Уларҙы белеүселәр, аралашып йәшәүселәр, бергә эшләүселәр: "Аңлашып ҡына йәшәй белеүсе күркәм ғаилә", - тип хупланы. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Гөлдәр Мирсаяф ҡыҙы менән Республика инженер интернат-лицейы директоры Фәнил Жәмил улы НУРЫЕВтар менән сәй артында булған ихлас һөйләшеүҙе һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.
Һәр ғаиләлә тәүге танышыу тарихы йәшәй. Уны, ғәҙәттә, ир менән ҡатын, аҙаҡ өләсәй менән олатай, балаларына, ейәндәренә һөйләргә ярата. Ғүмер үткән һайын был тарих ҡыҙығыраҡ булып тойола. Һәр кем уға үҙ мәғәнәһен һала, ҡасандыр иғтибарға алынмаған ерҙәренә, һүҙҙәргә баҫым яһала. Бындай тарих һеҙҙә лә бар, шулай бит?
Гөлдәр: Бар, әлбиттә. Абитуриент саҡ, ятаҡҡа урынлаштыҡ та әхирәтем менән коридор буйлап китеп бара инек, ҡаршыбыҙға ике егет осраны. "Башта һүҙ булған" тиһәләр ҙә, мөхәббәт тарихында башта күҙ ҡарашы булалыр. Беҙ ҙә бер-беребеҙгә ҡарашып үттек. Әхирәтемдән һорайым: "Башҡорттар, ивет?" Ул: "Әллә, ҡараманым", - тигән була. Аҙаҡ кухняға сыҡҡайным, егеттәрҙең береһе, Фәнил була инде, тәҙрә янында эре генә сигарет тартып тора. Өҫтөндә шундай модалы джинсы, зәңгәр күлдәк, сәстәре бөҙрә... Миңә һүҙ ҡушҡан булды, үҙе күҙҙәрен алмай ҡарай. Ә мин уның исемен һораным. "Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек, тип, һин мине бөтөнләй үлтерҙең", - тип яҙҙы аҙаҡ Фәнил тәүге хатында, ошо тәүге танышҡан мәлде иҫкә төшөрөп.
Абитуриент саҡта артыҡ байлыҡ юҡ, хатта сәй эсеүгә һауыт-һаба ла етешмәй бит инде. Киттем әле генә кухняла күргән яңы танышҡа стакан һорап. Барһам, былар ҡатыҡ эсеп ултыра. Артыҡ стакандарығыҙ юҡмы, тигәс, Фәнил иптәштәренә: "Егеттәр, тиҙ генә стаканды бушатып бирегеҙ",- тине. Мин тот та сәйгә саҡыр тегеләрҙе. Бүлмәләрендә майкала ултырған егеттәр баштан-аяҡ сынъяһау кейенешеп, бөхтәләнеп килеп инделәр бүлмәбеҙгә. Был да миңә тәьҫир итмәй ҡалманы, әлбиттә. Тора һалып ултырғыс тәҡдим итһенме, ишекте асып индерһенме - һәр тәрбиәле ир-егет өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр, әммә тап шулар Фәнилде үҙем белгән башҡа егет-елән, дуҫтарҙан бер башҡа юғары күтәрҙе лә ҡуйҙы. Беҙҙең Белорет яҡтарында егеттәр нисектер ҡырыҫыраҡ кеүек тойола миңә, ҡатын-ҡыҙға иғтибар күрһәтеүҙе түбәнһенеү тип ҡабул итәме, әллә оялалармы...
Бөтөн ошо танышлыҡ йәмғеһе өс көндө биләне. Конкурстан үтмәҫен белгәс, Фәнил, ғәрләнепме, миңә өндәшеп тә тормай, ауылына ҡайтҡан да киткән. Ишеген барам да шаҡыйым - яуап биреүсе юҡ. Ниндәйҙер ҡәҙерле генә нәмәмде юғалтҡан кеүек булдым. Урамда ла зәңгәр күлдәкле егеттәрҙе күреп тертләйем, күҙҙәрем халыҡ араһында уны эҙләй. Ниндәйҙер хистәр тоҡанып өлгөргәндер инде, күрәһең. Шулай бошоноп йөрөп ҡайтып киттем дә, ҡалдырған адресы буйынса хат яҙҙым. Яҙып һалыуым булды, унан да хат килеп төштө. Әле алып өлгөрмәгәнлеген аңлайым. Тимәк, икебеҙ ике яҡтан бер ваҡытта яҙғанбыҙ булып сыға. Ә иң мөһиме, минең кисерештәр уның хаттарында ла сағылыш тапҡайны. Ул хаттар һаман һаҡлана беҙҙә.
Фәнил: Гөлдәрҙе беренсе күргәндә сәсенә иғтибар иттем. Сәсе оҙон ине. Бындай сәстәрҙе матур итеп тәрбиәләп йөрөй алған ҡыҙҙың миңә лә сабырлығы етер, тип уйланым. Ә етди итеп әйткәндә инде, ул һөйләгән тарих шул уҡ минеке лә. Күрҙем, ғашиҡ булдым, яуланым.
Ғаиләлә кем баш? Һорауҙы дөрөҫөрәк итеп ҡуйғанда: һуңғы һүҙҙе кем әйтә?
Фәнил: Беҙҙә министрлыҡтар принцибы: кем ниндәй өлкәне яҡшыраҡ белә, шул йүнәлештә һуңғы һүҙ уныҡы.
Һеҙҙе бер-берегеҙҙәге ниндәй сифаттар арбай? Мәҫәлән, Гөлдәр, һине Фәнилдең ниндәй холоҡ һыҙаттары тота? Фәнил, һин Гөлдәрҙең ниндәй сифаттарын юғары баһалайһың?
Фәнил: Әле өйләнешмәгән саҡта ҡайнымдарға ҡунаҡҡа барып йөрөй башлағас, тәүге тапҡыр ат менән дуҫлашып киттем. Беҙҙең яҡта ат менән эштәр башҡарылмағас, уны хужалыҡта тотмайҙар ҙа ине. Ҡайҙалыр урманға эш менән сыҡтыҡ, ҡайным матай менән елдерҙе, мин атта. Бер тау ситендәге йырындан үтәбеҙ. Үҙем ни эшләргә белмәгәнлектән, атты яйына ҡуям. Аҡыллы малҡай шундай һаҡ ҡына итеп, самалап, аңғарып ҡына атлап үтте шул ҡурҡыныс ерҙәрҙе. Бына шул мәлдә лә, артабанғы төрлө эштәрҙә лә, был йән эйәһендәге сабырлыҡҡа һәм һаҡланыу көсөнә иҫ-аҡылым китте. Һәм әлеге мәлдә, ошо һорауға яуап уйламаҡсы булғанда, хәтергә әлеге ваҡиға килде һәм нисек кенә яйһыҙ кеүек булһа ла, Гөлдәрҙе шул башҡорт аты менән сағыштыра алам. Уның һөйләгән хәбәренән алып башҡарғанына тиклем тормошсан, айыҡ аҡыл нигеҙендә, көйлө. Шарт-шорт килеп, ҡабаланып, асыуланып хәл итмәй бер нәмәне лә. Әгәр ул ярһыу, күп һөйләгән, артығы менән ҡыҙыҡһынған йәки көнсөл ҡатын булһа, мин ни эшләр инем икән? Күҙ алдына ла килтерә алмайым! Ни генә булғанда ла, йөҙгә бәреп һорау бирмәй, ныҡышмай, ирекһеҙләмәй. Һиҙеү аппаратымы ни, хәл-торошомдо телефон аша уҡ аңғара ала, әммә баҫым яһамай, киреһенсә, өйҙә миңә бөтөн проблемаларҙан азат булырҙай зона яһарға тырыша. Бына шулайыраҡ инде, аңлата алдым микән... Башта телгә алған башҡорт аты кеүек, күҙгә-башҡа салынып бармай, йылҡылдап-йылпылдап тормай, шул уҡ ваҡытта һәүетемсә генә итеп үҙенән торғанды башҡарып йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә - ышаныслы. Тағы ла бер яғы - кире тип баһаланырҙай һәр хәл-ваҡиғала ла ыңғай нәмәләр таба белә, төшөнкөлөккә урын ҡалдырмай.
Гөлдәр: Йәш саҡтан уҡ Фәнилдең шундай бер һыҙатын билдәләгәнмен: ул бер осраҡта ла ситтән күҙәтеүсе генә булып ултырмай. Проблеманы асыҡлай һәм хәл итә белә. Төрлө яҡлап белемле, киң ҡарашлы. Артыҡ комплекстары юҡ. Урынһыҙға оялып, тартынып тормай. Кем менән булһа ла уртаҡ тел таба ала. Бер-бер хәл килеп тыуып, кемгәлер ярҙам итергә кәрәк булһа, шунда уҡ, уйлап та тормаҫтан, нимәлер эшләй башлай. Ошо сифаты әле һаман, ҡабатланған һайын, һоҡланыу уята. Мин үҙем дә ҡулдан килгәнсә ярҙамсыл булырға тырышам, әлбиттә, әммә уның кеүек үк булдыра алмайым.
Күптән түгел Фәнилгә шундай һорау бирҙем: "Әгәр ҙә бөтә нәмә менән тәьмин ителеп, аҡса табырға кәрәкмәһә, нимә менән шөғөлләнер инең?" Үҙемсә уйлайым инде, сәйәхәт итер инем, йә булмаһа, оҫтахана асып, ағас йә техника йыйыу-йүнәтеү менән булышыр инем, тиеберәк әйтер тием. Яуабынан үҙем дә шаҡ ҡаттым: "Дәрестәр генә алыр инем дә балалар уҡытыр инем", - ти.
Бына ошо йәшәйештә ярҙам иткәндәй ыңғай сифаттарығыҙҙың ҡайһылары һеҙгә ата-әсәйҙәрҙән күскән, тип уйлайһығыҙ? Ғөмүмән, әлеге ғаиләгеҙгә үҙегеҙ үҫкән ғаиләнең йоғонтоһо бармы, булдымы?
Гөлдәр: Роберт Кийосакиҙың киң билдәле ошондай һүҙҙәре бар: "Һеҙҙең мейегеҙ бар нәмәне лә булдыра. Иң мөһиме - үҙеңде быға ышандырырға кәрәк. Шул сағында һеҙ ысынлап та бөтә нәмәне лә булдыра алырһығыҙ". Әлбиттә, бала кеше быны аңлы рәүештә үҙе эшләй алмай. Унда үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү, һинең ҡулдан барыһы ла килә, тигән фекерҙе тыуҙырыу һәм үҫтереү - ата-әсәнең бурысы. Күңеле лә бөтөн шәхес тәрбиәләү өсөн тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыу ғына етмәй. Ошо йәһәттән бигерәк тә Фәнилдең ғаиләһен өлгө итеп ҡуйырға булыр ине. Бер генә миҫал: танышыуыбыҙға өс йыл тигәндә өйләнешеп, бергә йәшәй инек инде, ауылдан ҡайным килеп төштө. Ятаҡтағы тәүге йыһазды Фәнил үҙе яһағайны. Әйткәндәй, ул әле лә ағастан да, башҡа материалдан да кәрәк йыһазды тота ла үҙе эшләй. Стенаға яңы ғына эшләп эленгән этажерканы күреп, ҡайным шул саҡ: "Оо, минең улым конструктор икән дә", - тип маҡтап алды. Мин, атайымдың нимә тотһа, шуны эш итә белеүен күреп үҫкән кеше: "Уның нимәһе бар икән, егет кеше шуны ғына белергә тейештер ул..." - тип эстән генә аптырайым. Баҡһаң, был һәр ыңғай нәмәне күрә һәм баһалай белеү ғәҙәте икән. Үҙ-үҙеңә ышаныс, донъяға оптимистик ҡараш уятыусы бер алым.
Ҡайным ғүмер буйы тиерлек мәктәп директоры булып эшләне, ауылда ғына түгел, районда абруйлы кеше булды. Ҡәйнәм менән тауыш күтәреп һөйләшкәнен дә ишетмәнем. Ҡәйнәм ҡайсаҡ ҡатындарса зарланып алған була торғайны ла, ҡайным килеп инһә: "Жәми-ил", - тип ҡояштай балҡып уға ҡаршы атлар ине. Аҡыллы, һығылмалы холоҡло ҡатын булды. Балалары алдында ла, сит кешеләр алдында ла иренең абруйын күтәрҙе. Ҡайнымды маҡтап, хуплап, уның күңелен үҫтереп, уның яҡлауында ғына йәшәне үҙе. Мәрхүмә инде, йәне йәннәттә булһын. Ҡайныма хәҙер 86 йәш, һаман эҙләнеүҙән, нимәгәлер өйрәнеүҙән туҡтағаны юҡ. Аллаға шөкөр, әле һаман руль артына ла үҙе ултырып сығып китә, бал ҡорттары менән булышыр өсөн һәр яҙҙы көтөп ала.
Фәнил: Беҙҙең телдә иркенлек, байманлыҡ тигән матур һүҙҙәр бар. Бәпкә үләнендә тәгәрәп үткән бала саҡҡа ҡарата шуларҙы ҡулланыр инем. Мин тыуыуға атай-инәйем инде дүрт бала үҫтереп, тәжрибәле атай-әсәй булған, шуға педагогик тәрбиәнең иң "һыналған" алымдары минең "өлөшкә" төштө. Өйҙәге теләгән нәмәне һүтеп ташлай ала инем. Атайымдың әллә нисә фотоаппаратын шулай тиреп һалдым. Хатта мәктәптең техникаһына ла барып етешә инем. Электр приборҙары менән булышҡанда ла "Ярамай, ҡурҡыныс", тип тыйманылар. Берәү ҙә, бына шуның менән шөғөллән, шулай ит, тимәне. Ә үҙебеҙҙең балаларға килгәндә, улар, нисектер, икенсерәк. Эсен асып ҡарағығыҙ килмәйме ни, тип, фотоаппарат йә башҡа нәмәне махсус рәүештә биреп тә ҡуйғаным булды, юҡ, аҡтармайҙар.
Йәш саҡтан йыш хәтерләгән ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә барҙыр тормошоғоҙҙа?
Гөлдәр: Бер хәлде һаман көлөшөп хәтерләп алабыҙ. Дуҫлашып йөрөгәндә, Фәнил килһә, мин уны йәһәтләп ашатып ебәрергә тырыша инем. Егеттәр ас йөрөгән кеүек бит инде. Бер шулай, имтихандар ваҡыты, ул ашығып ҡына килеп инде. Мин тиҙерәк ашарға йүнәтә башланым, әммә был ашауҙан баш тартып сығып китте. Бик ҡаты асыуым килде. Ул ваҡытта бит телефон юҡ. Артынан барырға сәбәбем дә юҡ. Шунан ул биреп торған түшәкте күтәреп алдым да, ятағына киттем. Йәнәһе, ашымды ашамағас, түшәгеңде лә ал, үҙең дә килеп йөрөмә. Был түшәкте нисек күтәреп килдең ул, тип, Фәнил аптырай. Көлөп-көлөп, түшәкте кире алып килеп, бешергәнемде ашап, тынысландырып ҡуйҙы. Әле лә ашҡа ҡайтып өлгөрмәгәндә йәки ваҡыты булмағанда: "Түшәккә теймәҫһең ул?" - тип шаярта.
Фәнил: Ҡайным иҫән саҡта күмәкләшеп бесән эшләүҙәр матур бер хәтирә булып һаҡлана күңелдә. Беҙҙең Дыуан районында бесәнде ҡул менән сапмайҙар, шулай уҡ бесән сабыу ҡатын-ҡыҙ эше лә һаналмай. Белорет районында ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ Гөлдәр ҙә, балдыҙ ҙа зыйлатып бесән сабалар. Ҡәйнәм хаҡында әйтеп тә торорға түгел. Ҡайным салғыны янып бирә лә, шунан салғы артынан осоп сығып китәһең, ә инде артымдан ҡәйнәм төшһә, хәл бөтә лә ҡуя. Ҡара тиргә төшөп, быуындар ҡалтырап, саҡ барып сығам осҡа. Белореттарса кәбән ҡойорға ла өйрәндем хатта.
Малайҙар тәрбиәһе хаҡында һүҙ алып барғанда, уларға ҡаты булыу урынлымы икән, нисек уйлайһығыҙ? Йәки ғаиләһенә баш була алырлыҡ, уның бөтөнлөгө өсөн тулыһынса яуап бирә алырлыҡ ир-егетте үҫтереү алымдары бармы ул? Булһа - ниндәй?
Гөлдәр: Малайҙарыбыҙ бәләкәйҙән бик йыш икеһе генә өйҙә ҡала торғайны. Үҙем телеүҙәктә эшләнем, атайҙары мәғариф өлкәһендә, хатта ауырығандарында ла өйҙә ултырыр форсат булманы. Йыш ҡына бына шуларҙы иҫләп, малайҙарыма бәләкәй саҡтарында етерлек иғтибар бирмәнем, тип, эсем бошоп китә.
Үрҙә әйткәнемсә, беҙҙең ғаилә ир-егеттәре баҫым яратмай, шунлыҡтан мин уларҙы үҙ иректәренә ҡуйғанмын. Хатта күп тапҡыр кәңәшләшеүҙе лә улар аталары менән генә башҡарып, мин ҡайһы бер нәмәләрҙе аҙаҡтаныраҡ ишетеп ҡуям. Әммә үпкәләмәйем. Ҡыҙҙар булһа, минең янымдараҡ булырҙар ине, малайҙар шундай булырға тейештер, тип уйлайым. Уның ҡарауы, мин ҡурсаулы. Әле яңы ғына шундай хәлде күҙәттем: кесе улым менән кисен йүгерергә сыҡҡайныҡ. Шамонин ауылын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, йорттар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ултыра. Иғтибар итәм - улым минең әле бер яғымдан йүгерә, бара-бара икенсе яғыма сыға. Баҡһаң, ҡайһы яғымда абаулап эт өрә башлай, шул яҡҡа сығып, мине ҡурсалай икән балаҡайым, үҙе бер ни ҙә өндәшмәй.
Малайҙар улар аҙ һүҙлеләр, ҡыҙыҡһыныуҙарын да үҙҙәре һайлай, үҙҙәре билдәләй. Улары ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора. Әммә хәйләләшә, яраҡлаша белмәйҙәр. Шунлыҡтан, уларҙы үҙгәртеү, һин теләгәнсә итергә тырышыу ярамай, киреһенсә, үҙеңә улар яйына булырға, аралашыу, аңлашыу юлдарын эҙләргә тура килә. Ир баланы, ғөмүмән, балаларҙы ҡурҡытыу, баҫыу, ирекһеҙләү яҡшыға алып бармай. Билдәле бер йәшкә еткәс, ул әсәйҙән ҡурҡмаясаҡ та, аңлашыу ҙа мөмкин булмаясаҡ...
Фәнил: Дүрт йәштәр самаһы булды микән, апайым менән аҙбар артына уйнарға сыҡтыҡ. Ул, ҡыҙ кеше булараҡ, "ашарға хәстәрләй", мин, "ир заты", уға усаҡ әҙерләйем. Шул саҡ ут эргәләге бесән өйөмөнә тоҡанып, дөрләп янып китте. Ярай әле инәйем өйҙә ине, йүгереп сығып, күршенең йыуып эленгән еүеш простыняларын ҡаплап, өҫтөндә тәгәрәп йөрөп һүндерҙе. Үҙенең ҡулдары бешеп бөттө… Шул хәтлем ҡыйын булғанын хәтерләйем… Исмаһам, әрләмәнеләр ҙә. Бәлки, еңелерәк булыр ине. Ошонан һуң тәүге йәмәғәт "йөкләмәһе" алдым - өйгә ут яғыу минең бурысҡа әйләнде.
Ә дөйөм алғанда, тәрбиә тураһында бик тос итеп әйтелгән бер фекер бар, шуны тулыһынса ҡабул итәм: баланы тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, ул барыбер һиңә оҡшаясаҡ.
Күп йәш ғаиләләргә бер-береһенә өйрәнеп, бергә йәшәүгә күнеп киткәнсе төрлө ҡытыршылыҡтар аша ла үтергә тура килә. Ҡайһылар был һынауҙы үтә алмай, айырылышып та ҡуя. Бөгөн матур пар булыуығыҙға ҡарағанда, һеҙ был осорҙо уңышлы кисергәнһегеҙ. Иҫләйһегеҙме, нисек булғанын?
Гөлдәр: Хәтерләйем, әлбиттә. Мин бит инде бөтөн эште ир-егеттәр менән ҡатар эшләп өйрәнгән урман ҡыҙы. Кейәүгә сыҡҡас та, һәр эште үҙем башҡарырға тотона инем. Фәнилдең уйлағанын көтмәйенсә йәки уға әйтеп тә тормайынса, сарбаулап, ҡаңғырып йөрөп, үҙем хәл итәм. Фәнил тотонһа, һәр нимәне тыныс, тауыш-тынһыҙ ғына башҡарып ҡуя. Бер-ике йыл шулай ҡаңғырғас, мин яйлап етди мәсьәләләрҙе ир иңенә һалырға икәнде аңлап алдым. Бөгөнгө көндә мин коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең ҡайҙа, нисек түләнгәнен дә, үҙем йөрөгән машинаны хеҙмәтләндереү нескәлектәрен дә, ремонт-төҙөлөш мәшәҡәттәрен дә белмәйем.
Фәнил: Шулай тигән булһа ла, минең барлыҡ эштәремдә иң беренсе ярҙамсы һәм кәңәшсе инде ул Гөлдәр. Уҡыуҙы алданыраҡ тамамланы, эшләй башланы, мин икенсе юғары белем алыу өсөн уҡыуҙы дауам иттем. Ул бер ваҡытта ла минең менән ярышманы, бер ҡатар булырға ынтылманы. Киреһенсә, минең үҫештә уңдырышлы тупраҡ булды. Әйтәләр бит, һәр уңышлы ирҙең артында аҡыллы ҡатын тора, тип. Бына шул миҫал беҙҙә лә. Ҡатыным һәр ваҡыт иң беренсе мине ҡайғыртты, минең һаулығымды, кейенеүемде, ваҡытымды, кәйефемде үҙенекенән өҫтөнөрәк күрҙе. Бер ваҡытта ла эштән һуң ҡайтҡанда йәки һуңларымды хәбәр итә алмағанда "Гөлдәр нимә әйтер?" тип борсолманым. Ҡайтып "шулай-шулай булды" тип аҡланманым. Ҡайҙалыр барырға булғанда ҡатынды көйләп, аңлатмалар биреп ултырманым. Сөнки ҡатыным мине шул кимәлгә төшөрмәне, ваҡламаны, кәмһетмәне, һорау алып, яуап талап итеп йөҙәтмәне. Ә бит шундай мәшәҡәттәр йөкмәгән ир-егеттәр аҙ булманы эргә-тирәмдә.
Гөлдәр, ә был һорау һиңә. Нисек уйлайһың, иркәлек бөтә ҡатындарға ла хасмы, әллә был холоҡҡа һалынған үҙенсәлек кенәме? Һин бит инде үҫкәндә икенсерәк булғанһың һәм әле лә мин һинең ошо матур йылмайыуың артында ныҡлы ғына характер ҙа тоям...
Гөлдәр: Беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙында яугир ҡаны бар һәм бынан бер нисек тә ҡасып булмай. Ысынлап та, һеҙ әйтмешләй, көлөп торһам да, күп осраҡта юл бирһәм дә, ниндәйҙер айырым осраҡтарҙа мин ҡаты тора алырымды беләм. Көсөмдө лә, мөмкинлектәремде лә самалайым. Тик ғәҙәти көнкүрештә был ҡатылыҡ миңә кәрәк түгел. Әрһеҙ, ҡаты, ҡырҡыу булған ҡатынды ир-егет тә йәлләп, яҡлап бармай бит. Улар уны көслө, үҙаллы, ти ҙә ҡуя. Былай мин артыҡ хәйләләп, һылап-һыйпап та тормайым, тураһын, әммә ҡаты бәрелмәйенсә әйтә беләм. Сөсөләнеү миңә хас түгел.
Негатив уйҙар, насар хәбәрҙәр һөйләү кешенең үҙенә генә түгел, тирә-яғындағыларға ла кире тәьҫир итә. Позитивҡа көйләнеү, шул уҡ рәүешле, ыңғай энергия тыуҙыра. Шуға, һин ул кешене һайлап алғанһың, унан балалар тапҡанһың, бергә йәшәгең килә икән - яманлама. Унан ғына ул үҙгәрә лә, яҡшы булып китә лә алмай. Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ла уға ышаныуыңды белдер. Был ир кешегә яуаплылыҡ һала.
Фәнил, бына һин башҡорт ҡатын-ҡыҙын нисегерәк итеп ҡылыҡһырлар инең? Беҙҙең ир-егеттә "Ошо беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары..." тигән бер ғәйепләү тонындағы реплика ла бар бит...
Фәнил: Ишеткәнем юҡ ундайҙы һәм ҡабул да итмәйем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында тура һүҙлелек бар барлығын. Уларҙың артыҡ асыҡ-ярыҡ булмауы ла шул йомоҡлоҡҡа бер аҙ төҫ бирәлер. Уның ҡарауы, башҡорт ҡатындары улар шундай тоғро халыҡ. Мин быны Гөлдәр миҫалында ғына түгел, ә ошо йәшәйештә күҙәтә барғандарымдан да сығып әйтәм. Беҙҙең ҡатындарҙа ғаиләгә, балаларға ныҡ бирелеү бар. Ҡарап торһаң, бешмәгән генә бер ҡыҙыҡай ҙа, тормошҡа сығып, әсәй булып алһа, сат йәбешеп донъя көтөп ала ла китә. Балаларын инә бүреләй һаҡлай, иренә күнә. Ҡул аҫтымда эшләгәндәр араһында ла, эргә-тирәмдә лә уңған, аҡыллы, эшлекле, һәләтле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бихисап, улар менән кәңәшләшеп, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, аралашып йәшәп өйрәнгәнмен.
Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй кәмселектәр бар? Мәҫәлән, ниндәй ҡылыҡтарығыҙҙы үҙгәртергә теләр инегеҙ? Нимәләрҙе, киреһенсә, ҡағиҙә итеп индерер инегеҙ?
Фәнил: Ваҡытты артҡа әйләндереп булһа, балаларға күберәк иғтибар бүлер инем. Әлегә уларҙа бының борсолорлоҡ сәбәптәрен күрмәйем, әммә үҙемдең намыҫым тынысыраҡ булыр ине. Шулай уҡ ғаилә менән йышыраҡ була алмау ҙа минең өсөн артыҡ күңелле хәл түгел. Ә былай, башҡа үкенестәрем юҡ, Аллаға шөкөр.
Гөлдәр: Шундай кешеләр була бит, үтеп сыҡҡан, тиҙәр. Улар таба, һөйләшә, кәрәкле кешеләр менән мөнәсәбәт урынлаштыра, сәмләнеп, ярышып донъя көтә. Быларҙы мин һәйбәт сифаттар тип ҡабул итәм, әммә үҙебеҙгә ҡарата бер нисек тә ҡуллана алмайым. Өйҙә шул кәрәк, был эшләнмәгән, тип, бер-беребеҙҙе игәмәйбеҙ. Үҙ яйы менән барғанына күнеккәнбеҙ... Шулай уҡ, уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙе - планлы, көндәлек, ныҡышмал эш, тиҙәр бит инде. Режим, план буйынса йәшәү йыйнаҡлыҡҡа, ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүгә өйрәтә. Ошолар беҙгә һис кенә лә ҡамасауламаҫ ине.
Ғаиләнең яратҡан шөғөлдәре бармы? Башҡорт ғаиләһе булыуығыҙҙың ниндәй күрһәткестәре бар?
Гөлдәр: Бергәләп походҡа, тәбиғәткә йөрөргә яратабыҙ. Башҡорт мәҙәни сараларынан ҡалмайбыҙ. Әйткәндәй, шул сараларға Фәнилгә йыш ҡына саҡырыу ҡағыҙы тәҡдим итәләр. Ул унан мотлаҡ баш тарта, сөнки концертҡа ғына түләп инерлек хәл бар бит инде. Сараларға халыҡ йөрөмәй, тиҙәр, ысынлап та, курсташтарымдың күбеһе Өфөлә йәшәһә лә, мин унда таныштарымды һирәк осратам. Ә бит хәҙер бөтә нәмә иҡтисади яҡтан килемле йәки килемһеҙ тип баһаланған һәм ошонан сығып уның киләсәге хәл ителгән осорҙа мәҙәниәт усаҡтарының яҙмышын тамашасы ғына билдәләй.
Малайҙарға "башҡорт килене алып ҡайтаһығыҙ" тигәнде әйтеп ҡуйғанбыҙ, уларҙа милләттәш ҡыҙҙарына ҡыҙыҡһыныу булһын өсөн таныштарыбыҙҙың ҡыҙ-ҡырҡынын маҡтап телгә алып ҡына торам. Бер менталитетта, бер тамырҙа үҫкән иштәр союзының ҡатнаш никахтарға ҡарағанда булған өҫтөнлөктәрен миҫалдарҙа күрһәтәм. Ғәҙәттә, ғаиләлә ошондай хәбәрҙәр ысҡынғылаһа, бала-саға бәләкәйҙән атай менән әсәйҙең позицияһын аңғарып үҫә бит ул. Ҡәйнәм дә, ҡайным да үҙ ғаиләләрендә бер генә бала булып үҫкәндәр. Ейәндәре тыуғас, ҡайным атҡа менгәндәй булып ҡыуанғайны. "Затым ҡоромай икән, фамилиямды дауам иттереүселәр булды", - тигән булды. Малайҙарға ошо хәлде лә һөйләп-һөйләп алам. Улар бит, өндәшмәһә лә, мыйыҡтарына урап, күңелдәренә һеңдереп ултыра.
Беҙҙең шәжәрә әлегә тулы итеп ҡайным яғынан ғына төҙөлгән, атайымдың бер нисә быуын олатаһының исем-шәрифтәрен генә беләбеҙ. Ошо йәйҙә кесе улым Ирхан менән архивҡа йөрөп, инәйемдең, ҡәйнәмдең нәҫел тамырҙарын юлларға тигән ниәт бар. Ирхандың тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы көслө, шуға уның өсөн ул ҡағыҙҙарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп өйрәнеү, ата-бабаларының рухына ҡағылыу бөтә һөйләгәндәрҙән дә тәьҫирлерәк булыр, тип уйлайым.
Ауыл менән бәйләнеш бармы? Был бәйләнеш балаларҙа дауам итәсәкме?
Фәнил: Малайҙар бәләкәйҙән йәйҙәрен ауылда үткәрҙе. Бигерәк тә, тәүге ейәндәр булараҡ, Йөйәктәге олатай-өләсәй өсөн танһыҡ булды улар. Улыбыҙ Иҙел хатта олатаһы менән эшкә йөрөй торғас, бөтә ауыл тигәндәй уны танып бөттө. "Тамыр"ҙа сығыш яһауының да касафаты булғандыр. Мине инде "Иҙелдең атаһы" тип кенә белделәр.
Башҡорт милләтенә артабан йәшәү, рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫеү өсөн ниндәй алымдар ҡулланып ҡарау кәрәк, нисек уйлайһығыҙ?
Гөлдәр: Тел үҫешһен өсөн унда мохтажлыҡ булырға тейеш. Уны ҡулланыу даирәһен киңәйтергә, рәсми рәүештә ҡабул ителгән статусын ғәмәлдә тормошҡа ашырырға кәрәк. Уҡырға ингәндә, эшкә урынлашҡанда республиканың төп халҡының телен белеүселәргә ниндәйҙер өҫтөнлөк бирелә икән, был үҙенән-үҙе телде өйрәнергә этәргес буласаҡ һәм "көсләп уҡытыу" тигән фекергә урын ҡалмаясаҡ. Был инде иң юғары етәкселектең ихтыяри ҡарары булырға тейеш. Ә беҙ быны талап итергә хаҡлыбыҙ, сөнки милли ихтыяждарыбыҙҙы беҙ бары ошо ерҙә, ошо республикала ғына ҡәнәғәтләндерә алабыҙ. Беҙҙең башҡа Ватаныбыҙ юҡ.
Фәнил: Башҡорт теле күп һанлы төрки халыҡтар донъяһына ла асҡыс бит ул. Телде өйрәнгәндә, уҡытҡанда ошо ғәмәли яғына баҫым етеңкерәмәй һымаҡ.
Үҙем дини кеше булмаһам да, Алланы инҡар итмәйем һәм халыҡты һаҡлау өсөн иң прагматик юл - ул дингә килеүҙер, тип иҫәпләйем. Сәләмәт милләттең инде талаптары ла, маҡсаттары ла, ынтылышы ла анығыраҡ була. Ә инде рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу хеҙмәтен мин ғаилә яуаплылығында, тип иҫәпләйем. Кейек тә бит балаларын бөтөн нәмәгә үҙе өйрәтә. Һунарға ла, һаҡланырға ла, аҙыҡ табырға ла. Кеше лә шулай булырға бурыслы. Бөтөн башланғыстың инеше - ғаиләлә. Башҡорт итеп үҫтерһәк, балабыҙ башҡорт булыр, башҡа телдә, башҡа мәҙәниәт өлгөһөндә тәрбиәләһәк - ул бер кем дә булмаҫ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Дөрөҫ әйтте ғаилә башлығы: "Башҡа телдә, башҡа мәҙәниәт өлгөһөндә тәрбиәләһәк - ул бала бер кем дә булмаҫ". Ошо хәҡиҡәтте башҡалар ҙа аңлаһын ине. Һинең бөгөн башҡорт ғаиләһе булыуың - бер, балаларың, ейәндәрең ошо исемде күтәрә алырмы, лайыҡлы булырмы был атамаға - быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА