Ай-ай-ай! Был ниндәй тәрән, ҡараңғы, бысраҡ соҡор? Эсе тулы йылан, ҡырғаяҡҡа оҡшаш бөжәктәр. Кешеләр ҙә күренгеләй шикелле. Тик бөтәһенең дә йөҙҙәре күм-күк, шешенешеп бөткәндәр. Был соҡорға нисек һәм ҡасан ҡоланым һуң әле? А-а-а! Ой-ой-ой! Теге йыландар, бөжәктәр аяҡ буйлап өҫкә күтәрелә башланылар. А-а-а!
…Ҡапыл күҙемде асып ебәрҙем. Уф, төш кенә булған икән әле. Ҡалай ҡурҡыныс төш. Әгәр төшөңдә ҡурҡышыңдан йөрәгең ярылһа, уяна ла алмай теге донъяға осорһоң. Һуңғы осорҙа йәш саҡтағы һымаҡ матур ғына төштәр күреп, йылмайып уянған юҡ. Өшкөрһә, бәлки, бөтөр, тип муллаға ла барып ҡараным. Ул ней: "Көмөшкә һатыуыңды ташла! Намаҙ уҡый башла! Шул саҡта ғына матур төштәрең кире ҡайтыр", - тип өҙә һуҡты. Эйе, әйтеүе генә рәхәт. Артабан мин ниндәй аҡсаға йәшәргә тейеш? Астан үлерһең. Мулла ағайға ошо хаҡта ауыҙ асҡайным ғына, ҡыуҙы ла сығарҙы. Хәйергә 100 һум аҡса һонғайным, алманы. "Кешенең күҙ йәшен түктергән, балалар ауыҙынан тартып алынған, халыҡты иман юлынан яҙҙырған аҡсаң кәрәкмәй миңә. Бар, күҙемдән юғал", тине лә таяғы менән һелтәнеп үк ҡуйҙы. Эләктерә инде, тип ҡурҡтым. Бүтән бармайым уға. Яман төшкә өйрәнеп бөткәнмен, аҡса эшләргә мулла кәрәкмәй, бойҙайым булһын да шәкәрем генә өҙөлмәһен.
Туҡта, берәү туҡылдата түгелме? Эйе, эйе, кемдер килгән. Ә, һин икән, нисә ярты алаһың? Икәү? Аҡсаң теүәлме? Мә, тот. Ҡапҡанан сыҡҡас, баҡса буйлап кит, кешегә күренмә…
Китте. Айнып та етмәгән, үҙе, башым ауырый, тигән була. Төнгө 2-ләрҙә 3 ярты алғайны, әллә йоҡламай эсәләр инде. Аҡсаһы бар, әйҙә, эсһен генә. Яңыраҡ ҡына шабашканан ҡайтты. Аруҡ аҡса апҡайтҡан тип ишеткәйнем. Бер юлы күберәк алмай, йөрөй ботинка туҙҙырып берәү-икәү артынан. Ҡайҙа әле, аҡсаны индерә һалып, йәшереп ҡуяйым. Бөкләнеп бөткән бит әле. Бысыраҡ-һасыраҡтарын тота ла киләләр. Ҡайһы тиклем йыйылып китте хәҙер улар. Тиҙ арала район үҙәгенә барып ҡайтмай булмаҫ. Шыма ғына, ҡыштырҙап ҡына торғандарына алыштырып һалып ҡуйырға кәрәк. Тотоп һанап ултырыуы ла күңелле уларҙы. Буяуының еҫе һуң әле…
Келәттә өр-яңы эш ҡорамалдары ла йыйылып китте. Балталарҙың ниндәйе генә юҡ: бәләкәйе лә, ҙуры ла, оҫталыҡ балтаһы ла… Ә көрәк, тырмаларҙы һанап та бөтөрлөк түгел. Магазиндан тура тигәндәй минең келәткә килеп ингән һауыт-һабаның, кейем-һалымдың да һанына сығып булмаҫ. Бик ныҡ күбәйеп китте әйберҙәр. Баҙар апайына алып барып бирергә кәрәк. Әйҙә, һатһын. Уға әҙерәк, миңә күберәк аҡса инер - ике яҡ та отолмаҫ. Симешкә майын, шәкәр, сәй кеүектәрен үҙемә ҡалдырайым. Ҡулдарында аҡсалары булмаһа, нимә генә тотоп килмәйҙәр. Эре малдың ҙур бер ботон 5 кенә яртыға алыштырғандары ла бар. Эскеләре килгәс, әйҙә, ташыһындар. Талап йәки урлап алмайым әле, үҙҙәре килтерә. Үткәндә берәүһе өр-яңы электройышҡыһына ике ярты алып киткәйне, бүтән килмәне, онотто инде. Шыр иҫереп йөрөмәһен. Айныҡҡас, ҡайҙа иттегеҙ, тип өйҙәгеләрен борҡоталыр әле. Икенсе электродреленә 3 ярты һорай. Тоттороромон өс яртыны, икәү ҙә бик еткән. Уй, ана тағы берәү инеп килә.
- Һаумыһығыҙ! Нисәү? Берәү генә? Биш йөҙлөкмө? Минең сдача юҡ. Бар ыуаҡлат. Ҡайҙа, тиһеңме? Уны мин ҡайҙан беләйем. Улайһа, биш йөҙөңә бөткәнсе ал. Эш ҡала, тиһеңме? Эш ней ғүмере бөтмәҫ. Үлгәндән һуң да өс көнлөк эш ҡала, тиҙәр. Йә, алаңмы-юҡмы? Бына шулай. Атыу тораһың һатыулашып. Тик баҡса буйлап ҡайт!
Айнып та етмәгән йүнләп, тағы килгән. Йә, мин саҡырып килтерәмме инде уларҙы, үҙҙәре киләләр бит. Кешенең хәленә инмәй булмай. Кисәге ҡалдырып киткән мең һум аҡсаһына аламы, тиһәм, юҡ, тағы тоттора. Онотҡан инде. Иҫе юғалғансы эскәненә мин ғәйепле түгел. Миндә ҡалдырмаһа, барыбер төшөрөп ҡалдырып юғалтыр ине. Берәй ингәнендә берәй яртыны буш тоттороп сығарырмын. Әй, юҡ, кешеләр һиҙеп ҡалыр. Юҡ, оноттоҡ ул мең һумды.
Тағы туҡылдаталар, шикелле.
- Һаумы, һаумы! Тағы симешкә майы тотоп килдеңме? Алмайым, етте һинең майыңды йыйыу. Бар, бар, сыҡ! Башың ауырыһа, мин духтырмы ней? Юҡ, тинем бит. Ныҡ ауырыйһыңмы ней? Ай әттәгенәһе! Ярай, һуңғы тапҡыр. Нисә шешә килтерҙең? Өсәү? Бәләкәс кенә шешә бирәм. Ике өлкән элек ине, хәҙер бер бәләкәс. Алмаһаң, бар сығып кит. Ярай, тот бәләкәсеңде, бүтән май алмайым, шәкәр алып кил.
Китте. Балалары бишәү. Ҡатыны менән икәүләп эсә торғайнылар, уныһы ташлаған, тип ишеттем. Ул ҡатын эсә башлаһа, балалары күршеләрендә. Күршеләре һәйбәт. Ә минең күршеләр, ана, урамға сыҡһам, ашарҙай булып ҡарап торалар. Мин уларҙың малына тейгәнме ней? Минең ихатаға тауыҡтары астан үлер хәлдә үҙҙәре килеп инәләр. Тәмһеҙ тауыҡтары, ҡалаҡҡа элеп алыр һөҙлөктәре лә юҡ. Ана, минекеләр һимеҙлектән арттарын һөйрәп саҡ йөрөйҙәр, текмәгә лә осоп менә алмайҙар. Уларға емде типәләп һалмайым. Тип-тип-тип тигәнде белмәй улар. Бер тоҡ бойҙайҙы ялғашҡа ауҙарам да эргәһенә һыу ғына ултыртам. Ямғыр яуып торһа, уныһы ла кәрәкмәй. Тик йомортҡаларын ғына йыйып өлгөр. Уларҙың еме лә 10 тоҡ самаһы ғына ҡалып бара, шикелле. Әйтер кәрәк әле, шешәмде бойҙайға алыштырып бирәм, тип.
Тағы ҡапҡа асылды. Әй, теге алкаш икән…
- Нимә, аҡсаң бармы? Ҡайҙан, ҡайҙан? Ә, бәләкәй ҡыҙыңдың эсенә аҡса йыйып барған айыуын урлап "һуйҙыңмы"? Йәтеш иткәнһең, бала саҡтан аҡса йыйып өйрәнмәһен, аҡса кешене боҙа. Уй, ҡайһы тиклем мелочь. Ярай, мә, тот яртыңды. Теге һаҡаллыны күрһәң, әйт, килһен. Утынды ярып бөтмәй ҡасҡанына көймәй, тиген. Аҡсаһы булмаһа, эш бар, тән яҙыр. Яртыһы ла булыр.
Ай әттәгенәһе, быныһы сығып өлгөрмәгән, тағы берәү килә. Теге пенсионер апай икән.
- Ниндәй мең һумлыҡ тағы. Уға алып бөттөң бит. Нисек өс тапҡыр ғына индең? Ә төнөн нисә тапҡыр индең? Ҡапҡанан сыҡҡас, ҡолап, шешәңде ярып, ярсығына ҡулыңды ҡырҡтырып, кире ингәнеңде оноттоңмо? Мин, йәлләп, бинт менән бушлай урап сығарҙым, бинт әрәм итеп. Өҫтәүенә тағы ике ярты тотторҙом. Әле аҡсаң бармы? Ә пенсияң ҡайҙа? Ярай, бирәм, бына яҙып ҡуям тағы. Бөтһә, ин. Өс көндән пенсия бирәләр бит. Яҙҙырып алып тор, әйҙә.
Сығып китте. Үҙе саҡ атлап йөрөй бит әле, үҙе һаман эсә. Барғас, әйҙә, эсһен. Бармай, тип, әллә күпме аҡсалы алыусыларым былай ҙа ташлап бөттө. Күптәре дингә ылыҡҡан - шул мулланың ғына эше.
Һине кеше яратмай, тиҙәр. Яратмаһындар! Миңә уларҙың мөхәббәте кәрәкмәй. Тик ҡапҡама ҙур итеп самогон тип яҙыуҙары ғына йәнде үртәй. Нисә тапҡыр яҙҙылар инде. Нисә тапҡыр буяным. Ауылда бер кемдең дә ҡапҡаһы ул тиклем буяу күрмәгәндер. Буяп та өлгөрмәйһең, яҙа ла китәләр. Яңынан буяп, уныһы кибеп тә өлгөрмәй, тағы яҙалар. Ярай әле, күрше егеттәргә самогонды бушлай бирә башлағайным, яҙыуҙан да ҡотолдом. Ул егеттәр ышаныслы, "Көмөшкә" тигән рейд ойошторолһа ла, килә һалып әйтеп китәләр. Рейд килһә лә, минең йорттан бер нәмә лә таба алмайҙар. Нисә тапҡыр ихата эсен байҡап сыҡтылар инде. Теге балта оҫтаһына рәхмәт. Йәшерен бүлмә эшләп биргәйне. Уйламаған ерҙә. Ҡайһы тиклем донъямды матурланы ул. Тупрағы еңел булһын. Кешеләр генә, оҫтаны һин үлтерҙең, тип зитҡа тейәләр. Мин уның ауыҙына шаҡарып көмөшкә ҡойманым бер ҡасан да. Оҫталыҡ инструменттарын алып, үҙе килә торғайны.
…Йәштәр инеп килә икән.
- Һаумыһығыҙ! Урманға пикникка сығаһығыҙмы? Шашлыҡҡа итегеҙ бармы? Минеке магазиндыҡынан осһоҙ. Нисә кило? Ярай, бына алты кило. Кисә генә һыуытҡысҡа үлсәп һалғайным. Тағы алты яртымы? Алығыҙ бер юлы бер унды, күмәкһегеҙ бит, етмәй ҡалыр. Тағы килергә тура килер. Аҡсағыҙ булмаһа, ҡайтҡас түләрһегеҙ.
Киттеләр. У-у, йәштәр генә күпме аҡса ҡалдырҙы. Уңышлы бара бөгөн көн. Яман төш күреп уяныуыма бер генә сәғәт, ә шул арала күпме аҡса йыйылды. Кем бер сәғәт эсендә ошо тиклем аҡса ала әле. Хәйер, мин генәме һуң инде ошо рәүешле аҡса эшләүсе…
Көмөшкәсенең монологын
Рәмил ВӘЛИЕВ
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА