Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе алдынан БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәм БР Мәғариф өлкәһен контролләү һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы Айбулат Хажин ҡатнашлығында "Башинформ" агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Сара программаһы менән бер рәттән, журналистарҙы бөгөн көнүҙәк булып торған башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу проблемаһы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. "Гөлназ Радмил ҡыҙы, һеҙҙең яуаптарығыҙ аңлашылмай, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу мотлаҡ булып ҡаласаҡмы, әллә юҡмы? Әллә уны мотлаҡ уҡытыуҙы министрлыҡ йөкмәтәсәкме?" - тигән һорауға мәғариф министры: "Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытыуҙы Мәғариф министрлығы бер нисек тә йөкмәтә алмай, сөнки был - белем биреү ойошмаһының вәкәләте, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары (ФГОС) һәм "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында", "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында" закондар һәм Конституция нигеҙендә белем биреү программаһын улар эшләй һәм раҫлай. Беҙ бары тик "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында"ғы Законға ярашлы, Рәсәй төбәктәренең дәүләт телдәрен өйрәнеү хоҡуғы булыу тураһында ғына белдерәбеҙ. "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында"ғы Законда дәүләт телдәрен өйрәнеү Федераль дәүләт белем биреү стандарттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тиелгән. Ә Стандарттарҙа, мәктәп яңы уҡыу предметын белем биреү ойошмаһының коллегиаль органдары рөхсәте менән генә индерә ала, тип яҙылған. Бөтөн был эш майҙа уҡ башҡарыла, йәғни һәр йыл майҙа ата-әсәләр йыйылышы уҙғарыла һәм уларға киләһе уҡыу йылында уҡытыласаҡ предметтарҙың исемлеге күрһәтелә, уларҙың ризалығы һорала, был ҡарар ата-әсәләр йыйылышының протоколында теркәлә. Шулай уҡ белем алыусылар советы йыйылып, уларға ниндәй предметтар тәҡдим ителәсәге иғлан ителә һәм риза булыу-булмауҙары һорала, ҡарар протоколда теркәлә. Педагогик советта, коллегиаль органдарҙың - ата-әсәләр йыйылыштары һәм белем алыусыларҙың советының - фекерен иҫәпкә алып, һуңғы ҡарар ҡабул ителеп, шулай уҡ протокол менән нығытып ҡуйыла. Коллегиаль органдар тураһында һәр белем биреү ойошмаһының уставында яҙылған", - тип яуапланы.
Мәғариф министрының яуабы тағы ла уйланырға мәжбүр итә, сөнки матбуғат конференцияһында ташланған репликаға иғтибар йүнәлткәндә, ата-әсәләрҙең 99 проценты, моғайын, был хаҡта бөтөнләй белмәйҙер. Әммә Гөлназ Радмил ҡыҙы әйтеүенсә, Мәғариф министрлығы йәй дауамында теге йәки был райондан һайланма рәүештә белем биреү учреждениеһы етәкселәрен саҡыртып, документацияны - уҡыу пландарын, протоколдарҙы тикшерә. Ошо урында күптән түгел генә бер мәктәп директоры менән һөйләшеү "ҡылт" итеп иҫкә килеп төштө: "Мәғариф министрлығы, әгәр устав башҡаларҙыҡынан айырыла икән, уны ҡабул итмәй. Аптырағандың көнөнән типовой устав ҡабул итәбеҙ инде". Уйлап ҡараһаң, республикала милли мәктәп-гимназиялар, лицейҙар ҙа бар, улар нисек, мәҫәлән, рус мәктәбе йәки гимназияһыныҡына тап килгән устав менән эшләргә тейеш? Милли белем биреү ойошмаларының уставында, ойоштороу документтарында уларҙың милли булыуы айырып күрһәтелә һәм, шуға ярашлы, уларҙа белем биреү башланғыс синыфтарҙа булһа ла башҡорт телендә алып барылырға тейеш. Закон быны тыймай. Әммә бөгөн барлыҡ башҡорт ауылдарында ла милли тип йөрөтөлгән мәктәптәрҙең рус телендә яҙылған әсбаптар менән уҡытылыуы хәҙер аңлашыла шикелле бер аҙ. Шулай уҡ, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу, нигеҙҙә, рус мәктәптәрендә бәхәс тыуҙыра. Әгәр рус мәктәбенең коллегиаль советы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙан баш тартһа, тимәк, уларҙың талабы ҡәнәғәтләндерелергә тейеш булып сығамы? Коллегиаль советтың ҡарары законға нигеҙләнергә тейеш түгелме икән ни улай булғас? Икенсе яҡтан, хатта ата-әсәләр уҡытыу планы, предметтар менән таныш булған осраҡта ла, дәүләт теле булараҡ уҡытылырға тейешле һәм 1999 йылда ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон менән нығытылған, шунан алып белем усаҡтарында уҡытылған башҡорт (башҡа республикаларҙа үҙҙәренең теле) теле ҡасандан алып яңы предмет булып китте әле?
Мәғариф министрлығына төбәлгән һорауҙар ҡабатлана һәм улар яуапһыҙ ҡала. Әммә ул һорауҙарға яуаптарҙың законға таянған дәлилдәре етерлек бит. Улар хаҡында беҙ гәзитебеҙҙең үткән (31-се) һанында һөйләшкәйнек инде. Мәҫәлән, Мәғариф министры һылтанған Стандарттар иһә Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың төбәк, милли, этномәҙәни ихтыяжын иҫәпкә алып эшләнгән һәм күп милләтле Рәсәй халҡының мәҙәни, тел мираҫы күп төрлөлөгөн һаҡлауға, үҫтереүгә, туған телде өйрәнеүҙе тормошҡа ашырыуға, төп дөйөм белемде туған телдә алыу мөмкинлеген, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының рухи ҡиммәттәре һәм мәҙәниәтенә эйә булыуы мөмкинлеген тәьмин итеүгә йүнәлтәлә. Ул ғына ла түгел, Стандарттар уҡыу пландарының "Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге ҡануниәтендә ҡаралған осраҡтарҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт телдәрендә һәм туған телдә (рус булмаған) уҡыу, шулай уҡ уларҙы өйрәнеүҙе тәьмин итә һәм синыфтар буйынса (йылдар буйынса) уларҙы өйрәнеүгә бүленгән уҡыу сәғәттәрен билдәләй".
Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2013 йылдың 4 июнендәге N МОН-П-2004 "Телдәрҙе өйрәнеү тураһында"ғы хатында ла был хаҡта асыҡ яҙыла: "Общие вопросы языковой политики в области образования регулируются Законом Российской Федерации "О языках народов Российской Федерации", вопросы изучения государственных языков республик в составе Российской Федерации - законодательством этих республик". Йәғни бында Стандарттарға һылтаныу урынлы түгел, сөнки бәхәсле мәсьәлә килеп тыуғанда һуңғы һүҙ Төп Законға, йәғни Конституцияға таянып хәл ителә. Был йәһәттән хаттың тағы бер өлөшөнә иғтибар йүнәлтке килә: "К сведению сообщаем, что Конституционный суд Российской Федерации, исследуя вопрос об обязательном изучении государственного языка республик в их образовательных учреждениях применительно к Республике Татарстан, пришёл к выводу, что введение её законами изучения татарского языка как государственного в общеобразовательных учреждениях республики само по себе не нарушает закреплённое в части 2 статьи 26 Конституции Российской Федерации право каждого на свободный выбор языка воспитания и обучения постольку, поскольку предполагается, что изучение татарского языка должно осуществляться в соответствии с определёнными законодательством Российской Федерации федеральными государственными образовательными стандартами и не препятствовать прохождению итоговой аттестации, выдаче документа о получении основного общего образования и получению образования более высокого уровня (постановление от 16.11.2004 N 16-П). Данная правовая позиция сохраняет свою силу и может быть распространена на случаи, связанные с изучением в общеобразовательных и других учреждениях в республиках государственного языка соответствующей республики (определение от 27.01.2011 N 88-О-О)". Рәсәй Федерацияһы субъекттарына шундай хат ебәрелеп тә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының ни өсөн бөгөн бер ярҙан икенсеһенә бәргеләнеүе генә аңлашылмай.
Тағы бер сетерекле мәсьәлә: сығарылыш синыфы уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Берҙәм дәүләт имтиханын бирә алһын, башҡорт телен уҡытыу хоҡуҡлы тип танылһын өсөн уҡыу әсбаптары РФ Мәғариф һәм фән министрлығының грифын алырға тейеш. Был хаҡта бынан тиҫтә йылдар самаһы элек билдәле булһа ла, проблема 3-4 йыл элек ныҡлап күтәрелде, сөнки 2018 йылға тиклем элекке китаптар менән уҡытырға рөхсәт булды. Матбуғат конференцияһынан һуң, мөмкинлекте файҙаланып, Гөлназ Радмил ҡыҙынан ошо хаҡта һорағас, ул "Беҙгә яуап юҡ әле, үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ", тип яуапланы. Тиҙҙән 1 сентябрь - яңы уҡыу йылы башы. Мәғариф системаһында 2018 йыл Яңы йылдан түгел, уҡыу йылының беренсе көнөнән башлана. Тимәк, әгәр 1 сентябргә әсбаптар тейешле хуплау алмаһа, тотош Башҡортостан буйынса туған тел булараҡ башҡорт телен уҡытып йөрөгән китаптар ғәмәлдә булмаясаҡ. Ә бит был мәсьәлә күптән хәл ителергә тейеш ине.
...Матбуғат конферецияһының темаһына урап ҡайтҡанда, уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе үтер ҙә китер, әммә ул республикаға исем биргән халыҡтың бөгөн көн үҙәгендә торған мәсьәләһенә нөктә ҡуйырмы, әллә уны тағы ла нығыраҡ ҡуйыртырмы?
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА