Депутаттың эше - закондар сығарыуҙан ғына тормай, тигән фекерҙә бөгөнгө әңгәмәсебеҙ. "Һиңә ышаныс белдергән һәм һине яҡлаусыһы итеп тойған кешеләргә ярҙам итергә тырышам", - тигән һүҙҙәре лә хаҡ. Ошо арала үҙ көсөнә ингән яңы ҡанундар тураһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ менән һөйләшәбеҙ.
Зариф Закир улы, Дәүләт Думаһында яҙғы сессияла ҡабул ителгән закондар араһында Һеҙҙең өсөн иң әһәмиәтлеһе ниндәй?
- 2017 йылдың яҙғы сессияһында Дәүләт Думаһында, билдәле булыуынса, бик күп төрлө закон проекттары ҡаралды. Тормош бер урында тормай, закондар ҙа иҫкерә, уларға өҫтәмәләр индерергә, яңынан ҡарарға кәрәк. Алтынсы саҡырылыш депутаттарынан 2020 закон проекты ҡаралмай ҡалғайны, яңынан 1027 закон проекты тәҡдим ителде һәм ошоларҙың барыһына ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Әлбиттә, күп проекттар кире ҡағылды, 17 процент тирәһе ҡабул ителде. Әлеге мәлдә 840 закон проекты ҡалды, улары киләсәк эше. Шуға ла был сессия бик һөҙөмтәле булды, тип иҫәпләйем. Үҙем генә 82 тапҡыр сығыш яһаным, 8 закон проектын эшләүҙә әүҙем ҡатнаштым. Ғөмүмән, иң күп закондар мин ағзаһы булып торған Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитетында ҡаралды.
Улар араһында законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларға яуаплылыҡты арттырыуға ҡағылған ҡанундың ҡабул ителеүе әһәмиәтле булды. Был закон бик кәрәк ине, сөнки иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатҡан өсөн ғәмәлдәге яуаплылыҡ саралары тейешле һөҙөмтәне бирмәй. Йыл һайын Рәсәйҙә сифатһыҙ алкоголь эсеп, күпме кеше һәләк була, эскелек һөҙөмтәһендә енәйәт ҡылыуҙар арта, кешеләрҙең һаулығына зыян килә, ғаиләләр тарҡала. Әлегә тиклем сифатһыҙ спиртлы эсемлек һатыусыға 2,5 мең һум штраф ҡаралғайны. Хәҙер РФ Административ һәм Енәйәт кодекстарына үҙгәрештәр индерелде.
Уның буйынса, сифатһыҙ спиртлы эсемлек һатыусы физик шәхестәргә штраф күләме 200 мең һумға тиклем артты, шулай уҡ уның тауары ла конфискацияланасаҡ. Әгәр ҙә бер тапҡыр штраф түләгәндән һуң тағы ла был шөғөлдә тотола икән, уға енәйәт эше асыу мөмкин буласаҡ. Юридик шәхестәр, әйтәйек, магазиндар, предприятиелар законһыҙ алкоголь һата икән, уларға штраф күләме - 1 млн һум. Шулай уҡ эшмәкәрлектәрен 3 айға тиклем туҡтатыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Был закон үҙ көсөнә август аҙағында инәсәк һәм сифатһыҙ спиртлы эсемлек һатыу ҡырҡа кәмер, тип ышанам. Закон ҡабул ителгәс тә республика район хакимиәттәре башлыҡтарына, полиция, прокуратура вәкилдәренә хаттар яҙҙым, хәҙер законды халыҡҡа еткерергә кәрәк, халыҡ белһә, үҙе үк һатыусыларҙы тыйып торасаҡ. Ауыл хакимиәте башлыҡтары, ауыл старосталары, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр әүҙем булыр, тип ышанам. Беренсе сиратта, кешенең һаулығын ҡайғыртырға кәрәк, бындай юл менән табылған килемдең бер кемгә бәрәкәт килтергәне юҡ.
Шулай уҡ "Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача хужалығы һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон ҡабул ителде. Закон әлеге мәлдәге баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәренең статусын яйға һалыуға йүнәлтелә. Бындай ширҡәттәрҙең ойоштороу-хоҡуҡ формалары әлегә тиклем бишәү булһа, улар икәүгә - коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған йәшелсәселек ширҡәттәренә ҡалдырылды. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инә.
Был законда иң мөһиме шул: баҡса ерендә даими йәшәү өсөн капиталь йорт төҙөргә һәм унда теркәлергә мөмкин буласаҡ. Күп йәштәребеҙ ошо рәүешле торлаҡлы ла була, теркәлеү менән бәйле проблемаларын да хәл итә аласаҡ.
Ә бына йәшелсә участкаһында капиталь төҙөлөш объекттары иҫәбенә инмәгән хужалыҡ ҡаралтылары ғына төҙөргә яраясаҡ. Закон проекты ширҡәт ағзаларынан төрлө иғәнәләр түләтеүҙе лә тәртипкә һала. Иҫәпләүҙең дөйөм принциптары, иғәнә тотонолорға тейешле маҡсаттар билдәләнгән. Улар ширҡәт ағзаларының дөйөм йыйылышында раҫланырға тейеш. Был закон нигеҙендә баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеү өсөн тотороҡло хоҡуҡи база барлыҡҡа киләсәк.
Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырған яңы закондар менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
- 2017 йылдың яҙғы сессияһында Дәүләт Думаһы ауыл хужалығы өлкәһендә ҡабул иткән иң мөһим закондарҙың береһе - "Аквамәҙәниәт (балыҡсылыҡ) өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон актына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон. Рәсәй Федерацияһы Президенты уға 1 июлдә ҡул ҡуйҙы. Ошо закон менән ҡоролмалар ярҙамында ағын булған ерҙә яһалған быуаларҙа балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән ҡайһы бер саралар ғәмәлгә индерелде. Әлегә тиклем бындай быуалар федераль милеккә ҡарай ине. Әгәр ер участкаһының хужаһы унда быуа төҙөй икән, ер барыбер федераль милектә ҡалырға тейеш. Ә бындай быуаларҙа балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү рөхсәт ителмәй ине.
Яңы закон ер участкаһы милексеһенә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн үҙ ерендә быуа төҙөү хоҡуғын бирә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә лә ошондай быуалар төҙөргә була, төҙөлөштән һуң хужаның ергә милек хоҡуғы һаҡланып ҡала. Шулай уҡ урман ерҙәрендә лә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән ваҡытлыса ҡаралтылар урынлаштырырға мөмкин.
Башҡортостандың күп райондарында был законды көтөп алдылар. Әле генә Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе райондарында булдым, халыҡ был яңылыҡты бик ыңғай ҡабул иткән. Балыҡсылыҡты үҫтереү яңы эш урындары булдырыуға ғына түгел, республика, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәре халҡын балыҡ менән туйындырырға ла булышлыҡ итәсәк. Эшҡыуарҙарға был "йәшел юл" аса.
Ысынлап та, закондар халыҡтың йәшәйешен еңелләштерергә тейеш. Был йәһәттән үҙ көсөнә ингән тағы ла ниндәй закондарҙы халыҡ белергә тейеш?
- Быға тиклем дәүләткә 10 мең һум бурысы булғандар сит илгә сыға алмай ине. Был законға үҙгәрештәр индергәс, был сумма 30 меңгә күтәрелде. Кемгәлер дауаланырға, йәки яҡындарына ярҙам итер өсөн дә сит илгә сығырға тура килә, тормош булғас, төрлө хәлдәр булыуы бар. Бурысын түләгәндәр ҙә бер тәүлек эсендә сит илгә сыға аласаҡ, әлеге мәлдә 7-10 көн үтмәйенсә, мәсьәләне ыңғай хәл итеп булмай. Закон алимент түләмәй ҡасып йөрөүселәр, шулай уҡ енәйәт эшләп, мораль зыян килтергән өсөн һалынған штрафтары булғандарға ҡағылмай. Бурысын 2 ай эсендә түләмәгәндәр өсөн 10 мең һум бурыс сит илгә сығыу өсөн кәртә булып торасаҡ. Закон 2017 йылдың 1 октябренән үҙ көсөнә инәсәк.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында закон ҡабул ителде. Бөгөнгө көндә төҙөлөп ятҡан йорттан фатир һатып алып, алданғандар ҙа бар.
Һатып алыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн компенсация фонды булдырыласаҡ. Төҙөүсе ойошма өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһындағы килешеү хаҡының 1,2 процентын ошо компенсация фондына күсерергә бурыслы. Әгәр ҙә төҙөлөш ойошмаһы ниндәйҙер сәбәп менән йортто төҙөп бөтә алмай икән, өлөшләтә төҙөлөшкә аҡсаһын һалыусылар аҡсаларын кире алырға, йәки компенсация фонды иҫәбенә уны башҡа ойошма төҙөп бөтөүенә ризалығын бирә ала.
Яңы төҙөүсе ойошма конкурс аша үтәсәк. Закон үҙ көсөнә август аҙаҡтарына инәсәк һәм ул көсөнә ингән мәлдән генә эшләй башлаясаҡ. Йәғни, быға тиклем өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса күсереп, алданған кешеләр компенсация фонды механизмына бер нисек тә эләгә алмай. Төҙөүсе ойошмаларға һәм уларҙың финанс хәленә талаптар арта. Төҙөүсе ойошманың өлөшө төҙөләсәк йорттоң планлаштырылған суммаһының 10 процентынан да кәм булмаҫҡа, шундай уҡ сумманы ул гарантия сифатында банк иҫәбендә тоторға тейеш. Шулай уҡ Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәти системаһы булдырыла, унда төҙөлөш менән шөғөлләнгән предприятиелар тураһында бөтөн мәғлүмәт буласаҡ.
Алименттарға ҡағылышлы ике закон тәҡдим ителде, мин шулай уҡ уларҙың авторы булып торам. Беренсеһе - йәшәү минимумы үҙгәргән һайын, суд ҡарары менән билдәләнгән алимент күләме лә автоматик рәүештә артасаҡ. Быны алимент тотоп барыусы ойошма күҙәтәсәк. Сөнки әсә кешенең закондарҙы күҙәтеп бармауы ла бар. Унан һуң, суд приставына мөрәжәғәт итеп, алимент күләмен яңынан иҫәпләтеп йөрөү әсәгә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Икенсеһе - былтыр ҡабул ителгән законға төҙәтеү. Уның буйынса, алимент түләмәй ҡасып йөрөүсене енәйәт эшенә тарттырып булмай, башта административ штраф һалына. Суд приставтары штраф һалыр өсөн ул кешене тоторға тейеш, ә бының өсөн уларҙың вәкәләттәре юҡ ине. Шуға ла суд приставы полиция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп кенә был эште башҡара ала ине. Шул рәүешле әллә күпме ваҡыт юғала, процедура оҙаҡҡа һуҙыла. Хәҙер суд приставтарына бындай хоҡуҡ бирергә тигән закон проекты тәҡдим ителде. Ул тәүге уҡыуҙы үтте, көҙгө сессияла ҡабул ителер, тип уйлайым. Шулай уҡ штрафтары булғандарҙың суд приставы тарафынан банктағы иҫәбенә арест һалыу менән бәйле бер яңылыҡ бар. Суд приставы банктағы был иҫәптең ниндәй икәнен ҡарай ҙа алмай. Ә закон буйынса балаларға алимент, пособие алған иҫәпкә арест һалырға ярамай. Арест һалынғас, аҡсаларҙы кире ҡайтарыу өсөн кеше суд юлын тапарға мәжбүр була ине. Хәҙер улар өсөн айырым иҫәп булырға тейеш, уға арест һалыу мөмкин булмаясаҡ. Закон сентябрь айында ҡабул ителәсәк.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА