Арабыҙҙа шундай милләттәштәребеҙ бар, улар һүҙ һөйләп йөрөүгә ҡарағанда, күберәк эш менән мәшғүл. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа шундайҙар рәтенән. Һуңғы осорҙа башҡорт киноһы өлкәһендә барған ыңғай үҙгәрештәрҙә ул төшөргән фильмдарҙың да өлөшө булһа ла, эшмәкәрлеге тураһында сиселеп китеп һөйләшергә форсат сыҡҡаны юҡ ине. Йәш кинорежиссер, Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Фәрзәнә УТАРБАЕВА менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ башҡорт киноһы үҫеше һәм, әлбиттә, уның үҙенең ижады тураһында булыр.
Мин киноны һайланым
Кино сәнғәтен мин бала саҡтан уҡ һайлағанмындыр. Актерҙар, актрисалар менән ҡыҙыҡһына, гәзит-журналдарҙан уларҙың фотоларын, әңгәмәләрен ҡырҡып алып, дөйөм дәфтәргә йәбештереп, туплап бара торғайным. Йондоҙҙар тормошо ғәжәп тойола ине. Хәҙер уйлап ҡараһам, уларҙың йәшәйешенән бигерәк, ошо сәнғәт тигән донъя ҡыҙыҡһындырғандыр мине, моғайын. "Оскар" кинопремияһы кемгә, ниндәй фильмға тапшырыла - шуны күҙәтә инем. Мәктәптә уҡығанда рәсем төшөрөү менән мауыҡтым, һуңынан - фото төшөрөү менән. Өфөлә фотосессиялар ойоштороу менән шөғөлләндем, "Шоңҡар" журналында эшләнем, фотоһүрәттәрем уның тышлығын биҙәне. "E7E-Медиа" компанияһы егеттәре менән клиптар төшөрҙөк. Шулай үҙемсә ижад менән шөғөлләнеп йөрөгән сағымда кинорежиссер Айнур Асҡаров менән таныштым. Ул минең, кино төшөргөм килә, тигән хыялдарымды яңынан дөрләтеп ебәрҙе. Мин кино сәнғәте өлкәһен һайланым һәм ошо һөнәр минең ғүмерлек эшем булыр, тип ышанам.
"Аҡбуҙат" ҡанат ҡуйҙы
Өфөлә үткән II "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале сиктәрендә беренсе тапҡыр питчинг үтә, тигәнде ишеткәс тә, "Ҡайтыу" тигән сценарий яҙып, унда ҡатнаштым. Сценарийҙың исеме лә, өлөшләтә үҙе лә төҙәтеүҙәр индерә-индерә үҙгәрҙе һуңынан. Питчинг, йәғни, режиссерҙар, продюсерҙар алдында үҙеңдең проектыңды яҡлау ҙур мөмкинлектәр бирә - быны йәштәр белһен ине. Мин ул йылды, мәҫәлән, призлы урын алдым һәм "Башҡортостан" киностудияһы миңә фильм төшөрөү өсөн техника биреп торҙо. Шулай уҡ Мәскәү компанияһының фильмды буяу өсөн сертификаты тапшырылды. Былар барыһы ла бушлай, минең фильм төшөрөү өсөн киткән сығымдарымдың яртыһы тиерлек шулай хәл ителде. Был сценарийҙы Мәскәүҙә үткән питчингҡа ла ебәрҙем һәм ул 600 эш араһынан иң яҡшы 7-әү араһына инде. Киностудия фильмды бергә төшөрөргә тәҡдим итте һәм беҙ 2016 йылдың йәйендә "Ҡырағай" тигән фильм төшөрҙөк. Ул Яңы йыл алдынан ҙур экранға сыҡты.
Тәүге киноға бағыусылар эҙләгән саҡта Өфөнөң "Медстандарт" тигән холдингы ярҙамға килгәйне. Ошо холдинг ҡыҙыҡһынып китеп, тағы ла бер киноға заказ бирҙе һәм тулыһынса уны финанс яҡтан тәьмин итте. "Мой лечащий враг" тип атала ул. Табиптарҙың тормошо, уларҙың шулай уҡ ғәҙәти кешеләр булыуын, уларға ла төрлө тойғолар кисереү хас икәнен күрһәтергә теләнек. "Ҡырағай"ҙағы кеүек үк, бында ла бала һәм ата-әсә мөнәсәбәте сағылды.
Сценарийҙарҙы башҡортса яҙам, питчингтар өсөн уларҙы рус, кино төшөрөлгәс фестивалдәр өсөн инглиз теленә тәржемә иттек. Теләк булһа, сценарий яҙырға ла, кино төшөрөргә лә өйрәнеп була. Бөтәһенә лә ҡағылған темаларҙы яҡтыртырға тырышам. "Ҡырағай"ҙы яҙғанда күберәк эске тойғоларыма таяндым. Икенсе фильмға сценарий яҙырға миңә ярҙам иттеләр.
Британия һәм Америка кинорежиссеры, продюсер, сценарист Альфред Хичкок әйтеүенсә, яҡшы кино төшөрөү өсөн 3 төп нәмә кәрәк - сценарий, сценарий һәм сценарий. Әгәр ҙә сценарийың насар икән, миллиондар түгеп тә, фильм насар килеп сығыуы бар. Яҡшы сценарий менән телефонға төшөрөлгән кино ла яҡшы килеп сығасаҡ. Фильмдың нигеҙендә ятҡан фекер уны ҡиммәтле итә, ул тамашасаны уйландырырға тейеш. "Ҡырағай"ҙы ҡарағас, һәр кеше әсәһенә шылтыратһын, янына күптән ҡайтмаған булһа, ҡайтып килһен, тигән ниәтем тормошҡа ашты. Унан һуң, Өфөлә лә төрлө киномәктәптәр бар, уларға мөрәжәғәт итергә була. Макгаффин исемендәге киномәктәптә сценарий яҙыу курстары үттем һәм әлеге мәлдә минең өсөнсө сценарийым әҙер. Ул мистика жанрында һәм үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн тәғәйенләнәсәк.
Милли киноның яңы этабы
Һуңғы ваҡытта башҡорт киноһының үҫеше, уның үҙенә генә хас телен табыу тураһында күп һөйләнелә. Башҡорт телендә генә төшөрөргәме, юҡмы, тигән һорауҙар ҙа бар. Башҡортса фильм төшөрәһең икән, һин үҙеңдең тамашасыларыңдың һанын сикләйһең. Ә беҙгә бөгөн башҡорт киноһын үҫтерергә кәрәк. Уның үҫешенең киләһе баҫҡысы - ул республика ғына түгел, тотош Рәсәй прокатына сығыу тора, тип иҫәпләйем. Ҙурыраҡ майҙанға иҫәп тоторға кәрәк беҙгә, тип уйлайым. Шуға ла рус телендә лә төшөрөргә тура килә. Шулай ҙа үҙем өсөн ҡабул иткән бер принцип бар - 3 кино төшөрәм икән, уның 1-һе мотлаҡ башҡортса буласаҡ һәм мин һәр фильмымда башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт милли үҙенсәлеген күрһәтәсәкмен. "Мой лечащий враг"та ла башҡорт телмәре лә яңғырай, башҡорт көнкүреше лә сағыла. Был йәһәттән кинорежиссер Айнур Асҡаровтың "Из Уфы с любовью" фильмы матур өлгө булып тора, әлеге мәлдә ул киң Рәсәй прокатына сыҡты. Рус телендә булһа ла, ул башҡорт киноһы.
Хәҙер милли кино үҫеше яңы этабын кисерә, тип иҫәпләйем - беҙ төрлө-төрлө кинолар төшөрә башланыҡ. Был өлкәгә күпләп йәштәр килде, улар төрлө темаларға, жанрҙарға мөрәжәғәт итә. Әмир Абдразаҡов, Ғилван Әмиров, Малик Яҡшымбәтовтар нигеҙ һалған башҡорт киноһы сәнғәтен лайыҡлы дауам итербеҙ, тип ышанам. Ҡыҫҡа метрлы кинолар менән бер рәттән, тулы метрлы картиналар күбәйә. Быйыл ғына Булат Йосоповтоң "Бабич"ы менән Айнур Асҡаровтың "Из Уфы с любовью" фильмы сыҡты, улар әле тағы ла тулы метрлы фильм төшөрөү менән мәшғүл. Һәр хәлдә, мөмкинлектәр юҡ, тип зарланып ултырмай берәү ҙә. Киләсәктә мин дә тулы метрлы фильм төшөрөргә хыялланам, әлегә был яуаплы эшкә тотонор алдынан тәжрибә туплау дауам итә.
Үҫеш - ул хәрәкәт
Ныҡ итеп теләһәң, космосҡа ла осорға була, тиҙәр. Һәр эш ҙур теләктән һәм маҡсаттан башлана. Кино төшөрөргә теләгем шул тиклем көслө, башҡа өлкәлә үҙемде күрмәйем дә. Иң мөһиме, ваҡытлыса булған ҡайһы бер проблемалар, уңышһыҙлыҡтарға бирешмәҫкә. Кино төшөрөү - ул күп көс һәм күп аҡса талап итә. Ҡасандыр режиссерҙар ҙа административ бурыстарҙы хәл итеүҙән, аҡса эҙләп йөрөүҙән азат булып, тик ижад менән генә шөғөлләнә алыр. Әлегә күңелебеҙҙе генә һүрелтмәҫкә һәм үҙеңде борсоған темаларға сценарийҙар яҙырға, ҡулдан килгәнсә фильмдар төшөрөргә тейешбеҙ.
Һөнәремдә холҡомдоң бер урында ултырып сыҙамай торған яғы ла ярҙам итә. Мин гел хәрәкәттә булырға тейеш, шунда ғына үҙемде ирекле ҡош итеп тоям. Кино төшөрөү процесы оҡшай, шул ваҡытта тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлайым кеүек. Әсәйем бәләкәй саҡта уҡ, тик ултырып сыҙаманың инде, тип әйтә торғайны. Хәҙер улар ҙа минең йәшәү рәүешемә өйрәнде, нимә менән генә шөғөлләнһәм дә, һәр саҡ ярҙам итәләр һәм теләктәшлек белдерәләр. Үҫеш, төрлө танышлыҡтар булдырырға ярҙам иткән фестивалдәрҙә лә ҡатнашырға тырышам. Яңыраҡ "Ҡырағай" фильмы сценарийы Чебоксарҙа Х Халыҡ-ара кинофестивалдә "Иң яҡшы сценарий" номинацияһында еңеү яуланы. Сентябрҙә Ҡаҙанда Мосолман киноһы халыҡ-ара кинофестивалендә һәм Анапала үтәсәк "Киношок" Асыҡ фестивалендә ҡатнашасаҡмын. Федераль кино үҫешен төбәктәрҙә төшөрөлгән картиналар тәьмин итә, тип күптән әйтә кинотәнҡитселәр. Яңы исемдәр күберәк төбәктәрҙә барлыҡҡа килә. Шуға ла башҡорт киноһының йондоҙло сәғәттәре алда әле.
Шулай итеп...
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булма, был өлкәләге шәхсән уңышыңдың нигеҙен тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ алып торалыр, моғайын. Тормош көслө рухлыларҙы, ирекле фекер йөрөтә белгәндәрҙе ярата, тап Фәрзәнә кеүек тормоштоң һәр мөмкинлеген ҡулланып, үҙ яҙмышын үҙе яҙғандарҙы үҙ итә ул. Кино сәнғәтенә 24 йәшендә генә килгән һәм бөгөнгө көндә ике фильм төшөрөп, киноға сценарий яҙыу кеүек ҡатмарлы һөнәрҙе бар нескәлегендә үҙләштереп өлгөргән һылыуҙың исемен әле күп ишетербеҙ әле. Сөнки тап көслөләр генә һөнәрҙә лә, тормошта ла үҙ урынын таба.
Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА