Август аҙағында Өфө ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең традицион кәңәшмәһенә йыйылып, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, яңыһына маҡсаттар билдәләне.
Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова, кәңәшмәнең көн тәртибенә ярашлы, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылды һәм йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү йүнәлешендә бойомға ашырылған проекттар тураһында һөйләне. Әлбиттә, баш ҡалабыҙҙа республиканың башҡа төбәктәре, хатта Рәсәй кимәлендә өлгө итеп күрһәтерҙәй ундай проекттар бихисап. Был турала кәңәшмәлә ҡатнашыусы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла телгә алды.
"Ил Президенты Владимир Путин, милләттәр, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр һәм халыҡтар дуҫлығы төрлөлөгө менән Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, беҙҙең бөтөн Рәсәй сағыла, тигән бик хаҡ һүҙҙәр әйткәйне, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы. - Бөгөн йәмғиәттә башҡорт телен уҡытыу һәм уны һаҡлап ҡалыу тураһында бик күп фекер алышыуҙар бара. Был мөһим, бәхәсле һәм бик нескә һорауға яуап эҙләгәндә, моғайын, ошо һүҙҙәргә таянып эш итергә тейешбеҙҙер. Шуға күрә Башҡортостан территорияһында ошо төрлөлөктө һаҡлап ҡалыу өсөн алдынғы педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар, ата-әсәләр, балалар, республиканың прокуратура вәкилдәренән торған эш төркөмө ойошторорға тәҡдим итәм. Беҙҙә ун дүрт туған тел уҡытылыуын иҫәпкә алып, һәр ваҡыт Рәсәй кимәлендә башҡаларға өлгө итеп ҡуя килделәр. Әлбиттә, бөгөн кәңәшмәлә күрһәтелгән тәжрибә - Өфө уҡытыусылары көн дә башҡарған эштәрҙең аҙ ғына өлөшө. Башҡортостандың үҙенсәлекле мираҫын һаҡлап ҡалыу юлдарын бергәләп эҙләйек".
Бик күптәрҙе борсоған был мәсьәләгә ҡарата БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова ла үҙ фекерен белдерҙе: "Психологтар ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәрен сағылдырыу өсөн "Светофор ҡағиҙәһе"н ҡуллана, - тине ул. - Ҡыҙыл төҫ икән - бала ғүмеренә ниндәйҙер хәүеф янай һәм ата-әсә киҫекмәҫтән сара күрергә тейеш. Әгәр һары төҫ булһа, баланың ниндәйҙер проблемалары бар, ләкин ата-әсә эргәлә булыуы мөһим булһа ла, уларһыҙ ҙа мәсьәләне үҙаллы хәл итеп була. Йәшел төҫ - бала тулыһынса үҙаллы үҫешә ала, ата-әсәләргә кәрәкле ярҙам күрһәтеп торорға ғына ҡала. Ошо ҡағиҙәне уҡытыусылар һәм ата-әсәләр миҫалында ҡулланһаҡ, башҡорт телен, ғөмүмән, туған телдәрҙе уҡытыу бөгөн ҡыҙыл зонаға инеп, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә булып китте. Әммә был дөрөҫ түгел. Сөнки телдәр өйрәнгәндә бала ғүмеренә хәүеф янамай, быны ата-әсәләр аңларға тейеш..."
Ысынлап та, күпме йылдар республика балаларына туған телдәр менән бер рәттән, дәүләт телдәрен уҡытыуҙың ыңғай тәжрибәһе булғанда, ҡапыл ғына ғауға күтәреп, бөтә яуланған уңыштарҙы юҡҡа сығарыу төптө дөрөҫ булмаҫтыр. БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова был мәсьәләлә һәр кемдең, бигерәк тә атай-әсәйҙәрҙең фекерен иҫәпкә алып эшләргә кәрәклеген белдерҙе белдереүгә. Әммә беҙҙең Берҙәм дәүләт имтихандары менән ҡурҡыуға ҡалған атай-әсәйҙәр бындай имтиханға әҙерме, тигән һорау тыуа. Ә шулай ҙа министрҙың: "Министрлыҡ атай-әсәйҙәр араһында мониторинг үткәрҙе, уның буйынса Башҡортостанда балаларына туған телен уҡытырға теләгән атай-әсәйҙәр 70 процентҡа яҡын", - тигән мәғлүмәте бер аҙ көсөргәнеште йомшарта.
Әлбиттә, аҡылы бар кеше балаларын туған телдән мәхрүм итмәҫ. Әммә бындай шау-шыу тыуҙырған ваҡиғаның тағы бер сәбәбе бар: республикала Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы итеп төҙөлгән яңы дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, дәфтәрҙәр һәм башҡа кәрәкле материалдарға гриф алыу мәсьәләһе әлегәсә тулыһынса хәл ителмәгән. Башланғыс синыфтар өсөн әҙерләнгән дәреслектәр федераль исемлеккә индерелгән, ә бына 5-11 синыф уҡыусыларына белем биргәндә элекке дәреслектәрҙе ҡулланып булмаясаҡ. Ошоғаса дәреслектәрҙе Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы хәлгә килтереүҙе хәстәрләмәгән министрлыҡҡа тәнҡиттән башҡа ни әйтәһең инде...
Ҡыҫҡаһы, сиселмәгән, аңлашылмаған проблемалар менән аяҡ баҫа бөгөн яңы уҡыу йылына уҡытыусылар. Шуның өсөн был кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың насар кәйефе йөҙҙәренә үк сыҡҡайны. Был аңлашыла ла. Кем әйтмешләй, мәғариф системаһынан башҡа бер генә тармаҡ та шулай туҡтауһыҙ реформаларға, үҙгәрештәргә дусар ителмәй бит. Әлеге йыйылышта Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, Рәсәйҙең яңы мәғариф министры Ольга Васильева ла быны аңлай һәм реформаларҙы туҡтатасаҡтары тураһында белдерә, имеш. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүгә, юғарылағы етәкселәргә бөгөн бөтә йәмәғәтселекте тетрәндергән туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе өсөн борсолоуҙар ҙа барып етһен һәм уны хис-тойғоға, кемдәрҙеңдер йоҙроҡ болғауына ҡарап түгел, ә закондарға таянып хәл итеү зарурлығы алға һөрөлһөн ине. Шуны теләй барыһы ла.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА