«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКАБЫҘ ЯБАЙ ТӨБӘК ТҮГЕЛ - ХАЛЫҠ ШУНЫ ОНОТМАҺЫН ӨСӨН КӘРӘК БЫЛ БАЙРАМ
+  - 

Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө беҙ йыл да Республика көнө тип байрам итәбеҙ. Республикабыҙға үҙаллылыҡ яулау йылдарында ошо ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләр өсөн был байрам ниндәй әһәмиәткә эйә, улар был көндө нисек билдәләй һәм хәтергә ала икән?

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА, шағирә: Республика көнө хәтирәләрҙе яңыртып, ижадташ дуҫтар менән сәхнәләрҙә әҙәби кисәләр ойоштороп үткәрелә торған байрам минең өсөн. Быйыл, мәҫәлән, был мөһим дата айҡанлы 7 октябрь көндө шиғыр кисәһе үтәсәк, шулай уҡ был юлы Республика көнөнә арналған "Алтын тирмә" телевизион тапшырыуында ҡатнаштым, уны 11 октябрь көнө ҡарарға буласаҡ. Иң мөһиме, Башҡортостандың үҙаллылығына арналған, халҡымдың рухын байытырлыҡ, күңелемдәге хистәрҙе сағылдырған шиғырҙар ижад итеп ҡаршылайым был көндө. Суверенлы республика булыу өсөн көрәш барған саҡта мин алғы сафтарҙа булдым, ул йылдарҙа "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгендә сәркәтип булып эшләнем. Рәсәйҙәге бөтә милли республикаларҙа хәрәкәт башланды, митингылар, осрашыуҙар, ултырыштар үткәрелә ине. Был йылдарҙан ҡалған иҫтәлектәрҙең береһе: күрше Татарстан Республикаһынан Фәүзиә Байрамова менән бер төркөм татар йәштәре Башҡортостанға үҙаллылыҡ биреүҙе яҡлап килде. Һуңынан беҙ ҙә, башҡорттар, рәссам һәм эшҡыуар Фәтих Фазылов ярҙамында Ҡаҙанға барып, үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың суверенитетына теләктәшлек белдереп ҡайттыҡ. Был сәфәрҙә Минтимер Шәймиев менән осрашып, бик матур сығыштар тыңлау, фекер алышыу бәхете тейҙе.
Бөгөн бөтәбеҙ ҙә янып-көйгән мәсьәләне - башҡорт телен республиканың дәүләт теле итеп ҡабул итеү мәсьәләһен баштан уҡ күтәреп сыҡҡайныҡ. Әммә фекер алышыуҙар ваҡытында Фәүзиә Байрамова: "Башыбыҙ аждаһа ауыҙында саҡта был турала һөйләмәй торайыҡ", - тине. Ысынлап та, бер аҙ ваҡыт үтә биргәс кенә туған телебеҙгә ошондай юғары статус алыу буйынса эштәр башланды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөнгө башҡорт теленә бәйле хәлдәр үткән быуатта ла, унан алда ла актуаль булып ҡала килде. Был байрам көнөнә ҡағылышлы ваҡиғаларҙың әһәмиәтен республиканың социаль, иҡтисади, сәйәси хәле өсөн ниндәй мөһим булыуына бөгөнгө күҙлектән сығып баһа бирергә булыр ине. Суверенлыҡ яуланған ғына осорҙа, унан һуңғы йылдарҙа республикала бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды булыуға, әммә тора-бара яуланған уңыштарҙы юғалтып бөтә яҙҙыҡ. Әлеге көндә бик күп закондарға үҙгәрештәр индерелде, федераль стандартҡа яраҡлы булһын өсөн рәсми эш ҡағыҙҙарын башҡортса яҙыу, эш йөрөтөү туҡтатылды. Үткән быуаттың 70-се йылдарынан һуң тыуған быуын балаларына туған телде уҡытмауҙың, улар хәҙер үҙҙәре ата-әсә булғас, ниндәй хаталы эш икәне беленде. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләгәндә ошо турала онотмаһаҡ, киләсәк быуынға бар яуланған ҡаҙаныштарҙың әһәмиәтен аңлатып үҫтерһәк ине.

Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор: Үткән быуаттың 90-сы йылдарында, әле халыҡ ҡуҙғалып, уяна ғына башлаған мәлдә "суверенитет" тигән һүҙ юҡ ине. Республикаға үҙаллылыҡ яулау "Аҡ тирмә" йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә Башҡортостанға "Союздаш" тигән статус биреүҙе талап иткән хәрәкәт булараҡ башланды. Ул ваҡытта республиканың киләсәге өсөн янып-көйгән энтузиастар һәм Зөфәр Йәнекәйев менән юридик документтар өҫтөндә эшләнек, сығыштар яһаныҡ. Республиканың төрлө райондары, ҡалаларында халыҡты йыйып, лекциялар һөйләп, ҡултамғалар йыйып йөрөнөк. Һөҙөмтәлә 140 меңдән ашыу ҡултамға ҡуйылып, Мортаза Рәхимов өҫтәленә һалынды, артабан документтар әҙерләнеп, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы аша үтеп, бойомға ашырылды халыҡ теләге. Беҙ СССР-ҙы һаҡлап, Грузия кеүек союздаш дәүләт булыуҙы күҙаллап эш башлағайныҡ ул саҡта, ләкин Борис Ельцин барыһына ла суверенитет өләшә башланы. Шулай ҙа бының да файҙаһы булды булыуға. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республика үҙ байлығын, потенциалын үҙ файҙаһына ҡулланып, юлдар, газ үткәреп, яңы заводтар төҙөп ҡалды.
Башҡортостан суверенлы республика булып танылған йылдың йәй айҙарында Борис Ельцин Өфөгә килде. Ул заманда ла ҡыҙыу егеттәр бар ине, халыҡ үҙ һүҙен әйтеп, теләктәрен белдереп ҡалды. Уның был сәфәренең һөҙөмтәһе булды Башҡортостандың юл фондын булдырыу тураһындағы ҡағыҙ. Быларҙы нимә өсөн һөйләйем: революцияны идеологтар һәм энтузиастар башлай, битһеҙҙәр ҡуллана. Эш үткәс кенә кеше күбәйеп китте, ә халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йөрөгәндәрҙең береһе лә әллә ниндәй юғары вазифалар яуламаны, сөнки уның өсөн көрәшмәне бит улар. Ул замандағы әүҙем көрәшселәрҙең күбеһе юҡ инде хәҙер.
Бөгөн Республика көнөн байрам тип символик рәүештә генә үткәрәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы ябай төбәк булмауын халыҡ онотмаһын өсөн билдәләргә кәрәк был датаны. Сөнки ул башҡорттарҙың быуаттар буйы көрәшеп килгән хыялын тормошҡа ашырыу юлындағы тағы бер аҙымы. Башҡорт халҡы борондан Рәсәй батшалығы алдында үҙенең үҙаллылығын көрәш, ҡан түгеү аша раҫлап килгән, һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙе үҙ иле итеп күреп, сит ил баҫҡынсыларынан да һаҡлаған. Был донъяла булмаған феномен, беҙҙең халыҡ азатлыҡ өсөн, Рәсәйҙән айырылыу ниәтендә түгел, ә ошо илдә үҙаллы булыу маҡсатында көрәшкә сыҡҡан һәм һәр ваҡыт шул юлда торасаҡ та. Шуға, киләсәктә Башҡортостан Республикаһы көнө тип Рәсәйҙең бөтә төбәктәре суверенитет алған 11 октябрь көндө түгел, ә 1919 йылда Рәсәйҙе федератив дәүләт итеүгә нигеҙ һалынған көндө байрам итеп билдәләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, бәлки.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, БР Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры: Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләгәндә һәр саҡ егерме биш йыл элек булған үҙгәрештәрҙе ҙур өмөт менән ҡабул итеүем иҫемә төшә. Сөнки ул ваҡытта мин, егерме йәшлек студент, Башҡорт йәштәре иттифағын ойоштороусыларҙың береһе инем. Йәштәр ойошмаһы булдырып, беҙ үҙаллылыҡ өсөн кө-рәштә әүҙем ҡатнаштыҡ. Меңәрләгән кешенән торған митингтар йыя инек. Ә суверенитет иғлан итер алдынан бер аҙна элек Ленин урамында Нефтселәр мәҙәниәт һарайы алдында тирмә ҡороп, бер төркөм йәштәр халыҡтан үҙаллылыҡ өсөн имзалар йыйыу ойошторҙоҡ, аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Иттифаҡтың бөтә эшмәкәрлеге суверенитет алыу, үҙалылыҡҡа ынтылыу ине. Беҙ, ул ваҡыттағы йәштәр, революцион ҡарашлы, радикаль холоҡло инек. Шуға күрә суверенитеттың республика халҡына иҡтисади үҙаллылыҡ килтеререн, милли мәҙәниәткә, белем биреүгә яңы киңлектәр асылырын аңланыҡ. Һөҙөмтәләр ысынлап та яҡшы булды: төҙөк юлдар, газ үткән матур ауылдар, йәмле ҡалалар, үҫешкән милли мәҙәниәт, мәғариф, милли матбуғат - былар бөтәһе лә бөгөн халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ ҡаҙанышы. Ҡайһы берәүҙәр, суверенитет юлынан тайпылдыҡ, күп ҡаҙаныштарыбыҙҙан баш тарттыҡ, тип әйтер. Ләкин был йылдарҙа ҡан ҡойошһоҙ, тыныс юл менән иң ҙур уңыштарға ирешеүебеҙҙе барыбер тейешенсә баһаларға кәрәк. Үҙ илеңдең ҡәҙере, баһаһы сит өлкәләргә сығып йөрөһәң, сағыштырһаң айырыуса асыҡ күренә. Беҙҙең республикабыҙ иҫ киткес матур, халыҡ сағыштырмаса, арыу йәшәй. Шуны күреп, мин һәр ваҡыт ҡыуанам һәм был байрамдың әһәмиәте тап ошондалыр, тип уйлайым.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.17 | Ҡаралған: 1037

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru