Көн һайын эшкә барғанда, беҙҙең йорт янындағы былтыр ғына ишектәрен асҡан өр-яңы, һәләк ҡупшы балалар баҡсаһы янынан үтергә һәм көн һайын тип әйтерлек ошо баҡсаның семәрле кескәй генә ҡапҡалары янында ҡысҡырыш, әр, илаш-тартыш күренешенең ихтыярһыҙ шаһиты булырға тура килә. Айырыуса бер көн 3-4 йәштәрҙәге ҡыҙыҡайҙың кескәй генә ҡулдары менән әлеге семәрле ҡапҡаға сытырҙатып йәбешеп: "Не хочу!"- тип сәрелдәүе, ярһыған әсәнең баланы йолҡа тартып, түпәләй-түпәләй баҡса ишегенә табан һөйрәкләүен күргәндән һуң туҡталышыма урау булһа ла икенсе юлдан йөрөй башланым...
Юҡ, мин баланы ла, уның әсәһен дә, баҡсаны ла яманларға йыйынмайым, тик бер һорауға яуап ҡына эҙләй инем. Йәйғор төҫтәргә буялған, әллә ҡайҙан уҡ балҡып үҙенә саҡырып ултырған әкиәт йортолай был баҡса, уның ишек алдындағы хатта өлкәндәр өсөн дә ылыҡтырғыс донъя: уйын майҙансыҡтары, бәүелсәкле беседкалары, спорт ҡоролмалары, хатта ике вагонлы паровозы ла баланы ҡыҙыҡтыра алмай микән ни?..
Кескәй күңелен әсир итеү өсөн былар ғына етмәй, күрәһең... Тик нимә? Арыуыҡтан бирле борсоған ошо һорауға мин баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районына ҡараған 221-се башҡорт балалар баҡсаһында булып ҡайтҡандан һуң яуап таптым. Әллә ни яңы бина ла түгел, тыштан да ялтырап ултырмай, етмәһә, паровозы ла күренмәй: Өфөләге йөҙәрләгән башҡа шундай уҡ мәктәпкәсә учреждение тибындағы ҡәҙимге бер баҡса инде. Тик шуныһы ғәжәп тойолдо: алыҫ тип, яҡын тип тормай, баш ҡалабыҙҙың төрлө райондарынан ошонда йөрөүсе кескәйҙәр байтаҡ булып сыҡты. Бер ғаилә хатта Дим районынан фатир алһа ла, бала, үҙемдең баҡсаға барам, тип ныҡыша торғас, 221-гә йөрөтөүҙе дауам иткәндәр. Бындай хәлдең сере миңә унда барып ингәс тә сиселде: тыуған өй йылыһы, ғаилә мөхите булдырылған бында, йәғни бала тыуған йортонан үҙенең тағы бер өйөнә килеп инә - шул ғына. Тупһанан үтеп, Өфө шарттарына күнегелгәнсә, урыҫса сәләмләүемә, "Һаумыһығыҙ!" тип күптәнге танышылай башҡортса ихласлап ҡаршы алған мөләйем йәш ҡатын - йыйыштырыусыны күргәс тә аңлашылды был. Балаларҙың башҡортса йырлап, шиғырҙар һөйләүен, матур, дөрөҫ итеп туған телдә аралашыуҙарын ишетеүҙән, хеҙмәткәрҙәрҙең алсаҡлығы, яғымлы мөғәмәләһенән, ысынлап та, яҡын туғандарың янына килеп ингәндәй булаһың.
Был башҡорт балалар баҡсаһына юғары категориялы педагог Ләйсән Усманова 13 йыл етәкселек итә. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы өлкәһендә ике тиҫтә йылдан ашыу бай эш тәжрибәһе бар. Үҙе кеүек, бала йәнле, эш өсөн янып торған дәртле, йәш коллектив туплаған. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙағы иң ҙур һәм йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә иң уңышлы эшләүсе ошо 221-се баҡса үҙенең тыуған көнөн - ойошторолоуына 20 йыл тулыуҙы билдәләне. Өлкәндәрҙән бигерәк, балалар ныҡ әҙерләнгән байрамға: Башҡортостан - тыуған төйәк, туған тел, Салауат батыр тураһында сатнатып башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырланы ла, ҡурай сәскәһенең тажын кейеп бейене лә кескәйҙәр. Өҫтәүенә, улар хатта ҡумыҙ сиртергә лә өйрәнгән! "Алыҫ булһа ла, Черниковка биҫтәһенән ҡыҙыбыҙҙы ошо баҡсаға йөрөтөүебеҙгә бик шатмын. Йәшәгән йортобоҙға яҡын баҡсаға барманы, бындағы тәрбиәсеһе Рәзилә Зиннур ҡыҙын бик ярата," - тип һөйләй 6 йәшлек Әмиләнең әсәһе Әлфиә Абдрахманова. Әмилә былтыр баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районында халыҡ әкиәттәрен башҡортса һөйләү буйынса "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында еңеүсе лә булған хатта. Был, әлбиттә, баҡса тәр-биәһе һөҙөмтәһе. Киләһе йыл ул мәктәпкә йыйына. "221- се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре эргәләге 99-сы дөйөм белем биреү мәктәбенә уҡырға бара, - тип һөйләй Орджоникидзе район хакимиәтенең мәғариф һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса идаралығы методисы Зөлхизә Вәлиуллина. - Милли мәктәп булмаһа ла, бында башҡорт теле дәресе инмәгән бер генә класс та юҡ. Һәм, ғөмүмән, 99-сы мәктәптә был йәһәттән бер ниндәй проблема юҡ. Мәктәп етәкселеге лә, район мәғариф идаралығы начальнигы Юлия Владимировна Мостафина ла мәсьәләнең асылын аңлап хәл итәләр, аңлашылмаусылыҡҡа юл ҡуйылмай..." Ғәжәп хәл! Өфө буйынса ғына түгел, республика кимәлендә башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы булып ятҡан ығы-зығы еле был тарафтарға мәрхәмәт ҡылып, урап үткән, шөкөр. Күрәһең, ихласлап үҙ эштәрен башҡарыусыларҙың иғтибарын тарҡатырға теләмәгәндәрҙер, сөнки бында милләт айырып, милләт кәмһетеп, тасма-тас килеүселәр юҡ. Бары тик тыуған-үҫкән ерен яратырға, уның хаҡында тағы ла күберәкте белергә һәм киләсәктә ошо ерҙең ысын илһөйәрҙәре булып үҫергә өйрәтеүселәр эшләй бында.
Республика һәм бигерәк тә Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә башҡорт теле урындағы милли ҡиммәттәргә төкөрөп ҡараусы агрессив төркөм ҡыҫымын кисергән мәлдәрҙә үҙ эшенең изге һөҙөмтәһен күрергә күнеккән коллектив аҡыллы бер сабырлыҡ менән балаларҙы халҡыбыҙҙың рухи хазиналары өлгөһөндә яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләүҙе дауам итә, уларҙың күңелен байыта, киләсәккә әҙерләй. Эйе, хас та халыҡ аҡылы өйрәткәнсә - кемдер өрә, ә кемдер йөрөп тора. Кескәйҙәренең тап ошо баҡсаға килтерергә теләгән ата-әсәләрҙе мәктәпкәсә учреждение атамаһындағы "башҡорт" һүҙе өркөтмәй, киреһенсә, үҙенә саҡырып тороусы бер мәртәбә. "Ошо баҡса балалары әллә ҡайҙан айырылып тора: улар тәрбиәле, тәртипле, шуға рус милләтенән булһаҡ та, улыбыҙҙы махсус ошонда йөрөтәбеҙ", - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер Юлия исемле йәш әсә.
Әйткәндәй, 221-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Абдулла ҡыҙы яңыраҡ өҫтәмә рәүештә асылған 6-сы төркөмгә хатта үҙ кабинетын биреп, үҙе методист тәрбиәсенең бәләкәй генә ҡыҫыҡ бүлмәһенә "өйҙәш" булып күсеүҙән дә тартынып тормаған, сөнки педагог аңлай: уның урыны ҡупшы кабинетта түгел, ә балалар араһында.
Фирҙәүес ИШБИРҘИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА