«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ УТ АРАҺЫНДА ШИК-ШӨБҺӘ, КҮЛӘГӘ ЮҠ, БАР НӘМӘ АҢЛАЙЫШЛЫ, ЯБАЙ
+  - 

Был көндәрҙә танылған шағирә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ИЛЬЯСОВА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уға өс һорау бирҙек.

Ниндәй ул шағирә булмышы?


- "Аҡҡош" тигән шиғырымда шағирә булмышына ошондай һығымта яһағандаймын:

Аҡҡош ниндәй гүзәл осҡан саҡта,
Һоҡланырлыҡ күлдә йөҙгәндә.
Ярға сығып, аяҡ баҫыу менән,
Матурлыҡтан улар өҙөлә.
Йорт ҡаҙылай, ябай йорт ҡаҙылай
Хәрәкәте ерҙә аҡҡоштоң.
Эй, шағирә, донъя көткән саҡта
Һин дә шул бисара аҡҡошһоң.

Шуның һымаҡ, шағирәлек гел генә яҡты, ҡанатлы тойғолар уятмай. Уға тетрәнеү, һыҙланыу ҙа хас.
Минең аңымдағы Алла - ул ғаләм аҡылы. Ошо аҡылдың хискә бәйле өлөшө Ерҙә, кешеләр араһында, шиғриәт аша, юғары кимәлдәге һүҙ аша үҫешә. Тимәк, шағир ниндәйҙер дәрәжәлә донъяны төҙөкләндереү эшен алып бара. Әммә ул үҙе, һәр әҙәм балаһы кеүек үк, йомшаҡлыҡтарҙан, етешһеҙлектәрҙән азат түгел. Ижадында булмышындағы иң илаһи, төп асылы менән асыла, шуның менән шиғриәт юғары һәм уҡыусы күңеленә лә ҡанатланыу бирер ҡөҙрәткә эйә.
"Кем мин? Мин ни ҡыйраттым? Бары тик күргәнемде, ишеткәнемде, күҙәткәнемде файҙаландым. Әҫәрҙәремдең сығанағы меңәрләгән кешенән килә: уларҙың берәүҙәре зирәк, икенселәре шыр тиле. Бала сағым, өлгөрөү мәлем, ҡартлығым - ғүмеремдең һәр миҙгеле үҙ инаныуы, үҙ өмөтө, үҙ һәләте менән килде. Мин, асылда, бүтәндәр сәскән уңышты йыйҙым", - тигән Гете. Бүтәндәр сәскән уңышты нисегерәк йыяһың бит әле - ижадта төп талап ошо. Әгәр яҙғы көндә сағыу йәшеллекте генә күрәһең икән, моғайын, шиғыр яҙыу кәрәкмәйҙер, быныһы ғына һәр кемдең күҙенә салына. Ябай ғына күренештә лә фәлсәфә йә образ тойоу мөһим.
Ерҙең тартыу көсө Ньютонға ҡәҙәр ҙә булған. Барҙың серен генә асҡан ул. Шағирҙар ҙа шулай. Һәр ижадсы өсөн донъя яңынан ярала. Минең бер шиғырым тап ошо уй менән башлана:

Донъя миңә яңы яраламы,
Түңкәрелеп, ҡупҡанмы ҡиәмәт,
Селпәрәмә килә табынғаным,
Ни ҡәҙерле миңә, нимә ҡиммәт?

Һин донъяны үҙеңә нисек асаһың, үҙең генә нисек ғәжәпләнәһең, тетрәнәһең - шулай яҙаһың. Һәм бына һинең ошо тетрәнеүең тағы ла кемдәрҙеңдер күңеленә ауаздаш булһа, улар һинең уҡыусыңа әйләнә.
Шағирҙар күп. Йәшәү асылы бер. Бөтөнләй әйтелмәгән һүҙ, бәлки, юҡтыр ҙа. Ҡайһы саҡ мин үҙем, бары тик үҙем генә йәшәй-йәшәй, уйлай-уйлай килгән фекеремде уҙған быуаттарҙа яҙылған бер әҫәрҙә осратам. Ҡыйын була. Сөнки һәр табыш буш урында тыумай, уның нигеҙендә һинең көсөргәнешле күңел хеҙмәтең һәм зиһен эшмәкәрлегең ята. Бәлки, даһиҙар ғына үҙ һуҡмағын яра алалыр. Талантлы йәки ябай шағирҙарҙың һуҡмаҡтары ҡушылып, буталып бөтәлер. Һыуҙа ла бит эҙ ҡалмай, эҙ ҡалыу түгел, һыуҙың булыуы мөһим. Бәлки, шиғриәт тә шулайҙыр.
Ысын шиғриәттә ваҡыт - үтә күренмәле генә сик. Шекспирҙың ҡайһы сонеттары әле ултырып яҙылған кеүек. Классик музыка, халыҡ көйҙәре шулай быуаттан быуатҡа күсә. Бындай әҫәрҙәрҙең тыуыуы иҡтисадҡа ла, сәйәсәткә лә, муллыҡҡа ла, ғүмер һәм йыл миҙгелдәренә лә, хатта әҙәбиәткә ҡағылышлы талаптарыбыҙға ла бәйле түгел, минеңсә.
Ниндәйҙер халыҡты белгең килһә, уның шиғриәтен уҡырға кәрәктер, тип иҫәпләйем. Сөнки сәсмә әҫәр дөйөмләштеүгә ҡорола, ул тулыһынса авторҙың сағылышы түгел барыбер, драматургияның - үҙ ҡанундары. Ә бына ысын шиғыр (яһалма шиғриәт күҙ уңында тотолмай) йөрәктән түгелеүе менән милләттең төп булмышын һынландыра, тип уйлайым. Шуға күрә, шиғыр һәр заманда ла, бәндәнең күңел кисерештәре кеүек үк, һис бер өҙөлмәүсе сикһеҙлек булып ҡаласаҡ.

Ә бына дәүләт эшмәкәре булыу һеҙҙең өсөн ниндәй мәғәнәгә эйә? Ул һеҙҙең шағирәлеккә ҡамасауламаймы? Үҙегеҙҙе ике ут араһында итеп тоймайһығыҙмы?

- Мин шиғыр яҙып ҡына йәшәр инем. Үкенескә ҡаршы, беҙ әҙәбиәткә килгән совет дәүерендә лә үҙеңде ижадта раҫлап, китаптарыңдың гонорарына кинәнгәнсе эшләп ашарға кәрәк булды. Унан үҙгәртеп ҡороуҙар осоро башланды, илебеҙ баҙар мөнәсәбәттәренә сумды. Беҙ күңел фажиғәләрендә ҡаңғырған арала дәүләт мөлкәтен йылдам ғына үҙләштереүселәр табылды. Хәҙер инде хөкөм ҡылып маташыу файҙаһыҙ. Шуны ғына әйтергә теләйем: ошо ҡатмарлы мәлдәрҙә башҡорт матбуғаты ғәжәйеп бер яңырыу юлына аяҡ баҫты, улай ғына ла түгел, халыҡ менән бер бөтөнгә әйләнде. Өр-яңы баҫмалар барлыҡҡа килде. Мин дә моңһоу һәм шаҡ ҡатырлыҡ заманға әрнегән йөрәгемде тынысландырыу әмәлен "Йәшлек" гәзитендә таптым. Унан - "Башҡортостан" ға күстем, "Башҡортостан ҡыҙы" на.
Депутат булырмын, мөһим дәүләт эштәре менән шөғөлләнермен, тип һис бер ынтылманым, уйламаным да. Уҡыусылар тарафынан журналисҡа, бигерәк тә баш мөхәрриргә ҡуйылған талаптар яҙмышымды көтөлмәгән һуҡмаҡҡа алып сыҡты. Уның мәғәнәһе шуға ла тәүҙән үк кешеләргә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға, ғаиләгә ярҙам күрһәтеү тип билдәләнде. Үҙем түгел, мине йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә этәргән шарттар ошо бурысты ҡуйҙы. Был маҡсат шағирәнең тынғыһыҙ йәненә һис ҡамасауламай, киреһенсә, уны бушҡа өҙгөләнеүҙән һаҡлай, бар мөмкинлектәргә таянып, ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә әйҙәй.
Ике ут араһы ике яҡлап йылыта, яҡтырта. Ике ут араһында шик-шөбһә, күләгә юҡ, бар нәмә ап-асыҡ, аңлайышлы, ябай. Ике ут араһында, әлбиттә, һаҡлыҡ та, тигеҙлек нисбәте лә мөһим. Быныһы - үҙе бер тормош дәресе.

Һеҙ шағирә, журналист булараҡ та, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та халыҡ араһында, сәйәси солғанышта. Ошо хәл-торошоғоҙ һеҙҙә ниндәй уйҙар, маҡсаттар, киләсәккә күҙаллауҙар уята? Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө булһын өсөн, һеҙҙең ҡарашҡа, ниндәй эштәр атҡарырға кәрәк? Ошо маҡсатыбыҙ юлында бөгөн ниндәй кәртәләр күрәһегеҙ?

- Ысындан да, һайлаусыларым һәм, ғөмүмән, халыҡ араһында йыш булам. Журналист сағымда кешеләр яҡты яҡтан ғына асылһа, депутаттан улар йәнен өҙгөләгән мәсьәләләрҙе йәшермәй, дәғүә лә белдерә, асыуын да күрһәтә. Шуға ла халыҡты бар асылында беләм, тип әйтә алам.
Ошо күҙәтеүҙәремдән тыуған ҡарашым: бөгөн халыҡ үҙе йәшәгән төбәк (ҡала, район, ауыл) өсөн көнүҙәк эштәрҙе иңенә алырға әҙер, тик ул әйҙәүсегә, ойоштороусыға мохтаж. Сөнки һәр эшмәкәрлек, уның даимилыҡ, көстө дөрөҫ туплап, һөҙөмтәгә йүнәлтеү һымаҡ яҡтарына иғтибар бүлмәһәң, тәғәйенләнешен юғалта. Төрлө кимәл, бигерәк тә район, ауыл депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙ иңдәренә халыҡ менән фиҙаҡәр эшләү яуаплылығын алһа, беҙ ыңғай үҙгәрештәргә йөҙ тотор инек, тип уйлайым. Проблемалар беҙҙе халыҡтан айырмаһын, ә, киреһенсә, берләштерһен.
Рәсәй Президенты В.В. Путин да гражданлыҡ йәмғиәте тураһында юҡҡа ғына ҡат-ҡат иҫебеҙгә төшөрмәй. Демократия үҙебеҙ теләгән юҫыҡта хәрәкәтләнеүгә юл аса. Үҙебеҙ теләгән юҫыҡтың дөйөм мәнфәғәттә булыуы уғата фарыз. Өмә ойоштороп, шишмә, урмандарҙы таҙартыу, ауылдарыбыҙҙы матурлау, мәҙәниәт йорттары, китапханаларҙың буш тормай, рухиәт, гүзәллек урынына әүерелеүе, эскелекте, социаль етемлекте иҫкәртеү, кәметеү кеүек бихисап һәм ғәҙәти генә алымдар ғәзиз төйәгебеҙҙе һаҡлауға, ҡурсалауға, күркәмләүгә, моғайын, үҙ өлөшөн индерер ине.
"Ғаиләһе ныҡтың биле ныҡ", ти халҡыбыҙ мәҡәле. Ғаиләһе ныҡтың иле лә ныҡ бит ул. Дәүләтебеҙҙең һәр шәхесе ғаиләлә тәрбиә ала. Ата-әсә яуаплылығы тигән төшөнсә бөгөн иң юғары рәсми даирәләр өсөн - көнүҙәк мәсьәлә. Хөкүмәт ҡаҙнаһының ҡәҙерле өлөшөн ата-әсәһе иҫән көйө ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы үҙенә алыусыларға тәғәйен сығымдарға, унан инде ошо сараһыҙ етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеүгә бүләбеҙ. Был ҡара бушлыҡ киңәйгәндән-киңәйә. Уны ҡаплау ысулы үҫмерҙәр, йәштәр менән уртаҡ тел табыу, уларҙы матур итеп өйләнеп, булдыҡлы атай, мәрхәмәтле әсәй булыуҙан да изге ғәмәл юҡлығына инандырыу. Ошоға бәйле саралар уҙғарыу. Һәм, әлбиттә, бәндәне боғаҙынын алып бахыр иткән араҡы тигән йыланды ауыҙлыҡлау буйынса көрәш һәр беребеҙҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине. Беҙ бәләкәй саҡта төрлө ойошмаларға, хеҙмәт урындарына агитаторҙар ебәрелә торғайны. Ҡасандыр уларға йөкмәтелгән бурысты бөгөн депутаттар, район, ҡала хакимиәттәре эргәһендәге йәмәғәтселек, йәштәр советтары ағзалары үҙенә күсерә ала.
Халҡыбыҙ һәр саҡ иманын ҡәҙерләп һаҡлаған, дәһшәтле, шаҡ ҡатырғыс әллә нисәмә дәүер аша эскерһеҙлеген, тәбиғилеген, яҡшыға ышанысын юғалтмай үткән. Бөгөнгө ябай ғына түгел заманда ла ғәжәйеп күркәм сифаттары менән һоҡландыра. Шуға ла ул үҙен яратыуҙың һүҙҙә генә ҡалыуын ҡабул итмәй. Ул һис ҡасан булмағанса эшлекле яратыуға мохтаж. Әгәр һин уҡытыусы икән, шундай төплө белем бир: сығарылыш синыфының Берҙәм дәү-ләт имтихандарын шәп итеп тапшырыуы мәктәпте, ә, тимәк, ауылдың киләсәген яҡлауҙың төп нигеҙенә әйләнһен. Уҡытыу сифатын яҡшыртырлыҡ шарттар, юғары кимәлдәге уҡытыусылар юғыраҡ икән, мөмкин бит тәжрибә хужалығы ойоштороп, районға өлгөлө майҙансыҡҡа әйләнергә, ошо ысул менән мәктәптең һүнеүенә, бәлки, ябылыуына юл ҡуймаҫҡа.
Әгәр һин ауыл биләмәһе башлығы икән, халҡыңа яратыуыңды үҙеңә тапшырылған күләмдә иҫбатла. Юғиһә, мәктәп ихатаһынан сүпте сығарыу үтенесе менән республика парламенты депутатына мөрәжәғәт итәләр. Башҡортостаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың киләсәге - бөгөнгө көндә, өмөтөбөҙҙөң төплө, ҡөҙрәтле генә түгел, ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән асылында. Хәҡиҡәткә таянып, таш аҫтынан да балҡып килеп сыҡҡан гөл була белеүҙә. Үҫеш юлыбыҙҙы кәртәләр ҡороуға исрафламай, бөйөклөккә һәм бейеклеккә йүнәлтәйек. Ә инде әлегәсә яңылышлыҡ менән ҡоролған кәртәләрҙе лә йә нығытырға, йә алып ташларға мөмкин. Һайлау хоҡуғы - үҙебеҙҙә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.17 | Ҡаралған: 899

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru