БАШҠОРТОСТАН" ГӘЗИТЕНӘ - 100 ЙЫЛ
Нимә ул тәжрибә? Ул - донъяуи аҡыл, үткер күҙ, һаҡ ҡолаҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс, ул байлыҡ, ул хазина һандығы. Ә инде ошо хазина һандығының тулылығы, йөкмәткеһе, асылы һин үткән мәктәп дәрестәренә, остаздарың һабаҡтарына бәйле.
Үҙем алған тәжрибә мәктәбе тураһында һүҙ башлаһам, әлбиттә, ул ошо көндәрҙә 100 йыллығын билдәләгән "Башҡортостан" гәзите редакцияһында алған һабаҡтарым тураһында булыр. Журналист һөнәрендә нығыныуҙың иң иҫтәлекле лә, иң һынылышлы ла, бөтә яҡлап һынала торған мәлендә 20 йылдан ашыу эшләнем мин унда. Шуныһы ҡыҙыҡ: 80-се йылдарға тиклем журналислыҡ ир-егет һөнәре булып иҫәпләнгән булған икән. "Башҡортостан" гәзитендә лә ул саҡта, корректорҙарҙы, тәржемә бүлеген, машинкала баҫыусыларҙы иҫәпләмәгәндә, шау ир-егет эшләй ине. Был һөнәрҙең "иң түрендә" ултырыусы, уның бар нескәлектәрен үҙләштереүсе, булған ҡатмарлыҡтарҙы һис ниндәй ауырлыҡһыҙ ғәмәлгә ашырыусы, аслығын да, яланғаслығын да, тыл ауырлыҡтарын да татыусы, һуғыш юлдарын да үтеүсе ир-егеттәр ине улар.
1980 йылдарҙан һуң ғына "Башҡортостан" гәзите редакцияһының журналистар корпусында тәүгә ҡатын-ҡыҙ күренә башлай. Бына шул осорҙа киленде был редакцияға эшкә. Олпат, тәжрибәле ағайҙарҙың - Абдулла Исмәғилев, Абдрахман Йосопов, Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Абдрахман Баязитов, Аҡмалетдин Саптаров, Кинйәғәле Амантаев, Азат Байсурин, Әниф һәм Шәүкәт Бикҡоловтар, Ғәтиәт Үзбәков, Юныс Әхмәҙиев, Заһир Исмәғилев, Ислам Мырҙабаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Фәтҡулла Комиссаров, Мөхтәр Тимербулатов, Фәтих Абдуллин, Ильяс Иҫәнбаев, Хәмит Шәрипов, Рәүеф Насиров, Ризуан Хажиев, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәлим Хисамов, Сабир Шәриповтар мәктәбендә беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ - мин, Фәүзиә Иҙелбаева (Мөхәмәтшина), Гөлсирә Ғайсарова (Ғиззәтуллина), Динә Арыҫланова, Әлфиә Аҡбутина һабаҡтар ала, тәжрибә үҙләштерә башланыҡ. Профессиональ өлкәләге һынауҙарҙы ғына түгел, беҙгә, ҡатын-ҡыҙ журналистарға, үҙеңде ошо ирҙәр менән бер сафта булыр шәхси сифаттар буйынса ла һынауҙар үтергә тура килде. Йәғни, ауыр командировкаларға сығырға кәрәк икән, һиңә бер ниндәй ташлама ла яһалмай. Дежурлыҡтарҙан төнгө 2-3-тәрҙә ҡайтырға тура килә икән, шулай уҡ ташлама юҡ, йә редакцияла йоҡлап ҡалаһың, йә өйгә такси алып ҡайтып китергә тура килә. Өйөңдә балаларың көтөп ултырыу-ултырмау иҫәпкә алынмай - эштән һуң тотҡарланып, иртәгәге номерға тигән материалыңды тапшырмайынса, ҡайтып китергә лә хоҡуғың юҡ.
Мөхәррирҙәрҙең мөхәррире булған Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевтың "сыбыртҡыһы" беҙҙе, йәштәрҙе, күпкә өйрәтте: грамоталы яҙырға, бирелгән заданиены тиҙ генә үтәргә, журналислыҡ менән бергә, тәржемәсе, корректор кеүек йәнәш һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерергә, яуаплылыҡ, эҙләнеүсәнлек, теге йәки был мәсьәләне, ялыуҙарҙы, уҡыусылар хаттарын тикшергәндә алтын урталыҡта булыу кеүек мөһим сифаттарҙы уның ярҙамында үҙләштерҙек.
Ә бына унан һуң килгән баш мөхәррирҙең - Мансур Әнүәр улы Әюповтың эш стиле бөтөнләй икенсе булды. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Быға тиклем бикле булған темаларға ҡорғандар асылды. Мансур Әнүәр улы беҙҙе темалар, идеялар, фекерҙәр менән өйөп ташланы. Беҙгә яңы һулыш, үҙгәрештәр оҡшай ине. Шуға ла Мансур Әнүәр улының талаптарына күнергә тырыштыҡ. Заман һынауын ғына түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмарлылығын да, төңөлөүҙәр ҙә, фекерҙәр бәрелешен дә кисерергә тура килде. Иң мөһиме шул: "Совет Башҡортостаны" ул саҡта республикалағы иң ҡыҙыҡлы, абруйлы гәзиттәрҙең береһе булды. Шулай, үҙгәрештәр дауылынан редакциябыҙ "карабын" бик оҫта, лайыҡлы алып сыҡты Мансур Әнүәр улы. Ул беҙҙе ваҡыты менән дыуамал, ваҡыты менән сабыр булырға, кәрәк икән, утҡа инергә, әммә ләкин Хәҡиҡәт тигән бөйөклөккә тоғро ҡалырға өйрәтте.
Мансур Әнүәр улынан һуң килгән баш мөхәрриребеҙ Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов беҙҙең ажғырлыҡты бер аҙ баҫып, теҙгендәрҙе тарта төштө. Аҡыллылыҡ, сабырлыҡ, башта барыһын да бизмәнгә һалып үлсәп, шунан ғына һығымта яһауҙы талап итте. Журналист өсөн былары ла бик мөһим. Ғөмүмән, Тәлғәт Ниғмәтулла улының ошо "ете ҡат үлсәп" эш итеүе коллективыбыҙға суверенитет яулау йылдары һынауҙарын, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү осорон имен-аман үтергә ярҙам иткәндер, тим. Һәр хәлдә, яңы замандың яңы етәкселәре, ысын демократтар булды Мансур Әнүәр улы ла, Тәлғәт Ниғмәтулла улы ла. Беҙ, бер нисә йәш журналист, тап шул йылдарҙа редакция эше менән параллель рәүештә суверенитет яулаусылар рәтенә баҫып, документтар әҙерләштек, уларҙы машинкала баҫтыҡ, хат еткән бар ергә хаттар ебәрҙек, ҡултамғалар йыйҙыҡ. Был эштәрҙе ҡайһы саҡта редакциялағы эш ваҡыты иҫәбенә лә башҡара торғайныҡ. Ә етәкселәребеҙҙең беҙҙе "сит эштәр менән булаһығыҙ", тип киҫәткәнен, тыйғанын хәтерләмәйем...
Мөхәррирҙәрем генә түгел, хеҙмәттәштәрем дә төрлө булды. Егерме йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп эшләгән коллективыма, һәр кеменә рәхмәт тойғоһо һаҡлайым. Улар миңә дуҫлыҡ, тоғролоҡ, сабырлыҡ, изгелек, матурлыҡ, талантлылыҡ, маһирлыҡ өлгөһөн күрһәтте. Икейөҙлөлөк, ярамһаҡланыу, даланһыҙлыҡ, битарафлыҡ, эшлекһеҙлек өлгөһө күрһәтеүселәргә лә рәхмәтлемен, сөнки улар аша доньяла ошондай сифаттар, мөнәсәбәттәр барлығына, аҡты ҡаранан айырырға өйрәндем. Былары ла кәрәк журналисҡа. Аҡты ҡаранан айыра белмәһәң, орлоҡто кәбәге менән бутай торған булһаң, һинең журналист булып йөрөүеңә ни һан!
...Бына ошо иҫтәлектәр, хәтирәләр бер-бер артлы күҙ алдынан үтте теге аҙнала "Конгресс холл" бинаһында "Башҡортостан" гәзитенең 100 йыллығына арнап үткәрелгән кисәлә. "Ошо гәзиттә эшләүебеҙ, күпмелер ғүмер өлөшөбөҙ ошо гәзит менән бәйләнгән булыуы менән бәхетлебеҙ", - тине барлыҡ баш мөхәррирҙәр исеменән сығыш яһаусы Тәлғәт Ниғмәтулла улы. Эйе, бәхетлебеҙ. Оҫтаханаларҙың да оҫтаханаһы булған был мәктәптә беҙ, журналистар, эшләгән эшең, башҡарған ғәмәлең милләт алдында йөҙөңдө ҡыҙартмаҫлыҡ булырға тейеш, тигән һабаҡ алғанбыҙ, ғүмер юлында ошо маҡсатҡа ынтылып йәшәгәнбеҙ, эшләгәнбеҙ. Ошо маҡсат әле лә йөрәктә...
"КИСКЕ ӨФӨ"ГӘ - 15 ЙЫЛ
"Башҡортостан" гәзитендә туплаған "түл", уның мәшһүр баш мөхәррирҙәре, өлкән журналистар биргән хеҙмәт һабаҡтары, һис шикһеҙ, бынан 15 йыл элек баш ҡаланың башҡорт телендәге "Киске Өфө" аҙналығын ойошторғанда ярҙам итте. Был мәктәптең тәжрибәһе мәҡәлә яҙа белеү, текстарҙы мөхәррирләү менән генә сикләнмәй ине бит. Редакцияла эшләгәндә әүҙем йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға, гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторорға, төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барырға, оло вазифалағылар менән аралашырға өйрәнелгәйне.
Шулай итеп, 6 ноябрҙә "Киске Өфө" гәзите сыға башлауға ла 15 йыл тулды. Был урында бер аҙ тарихи һүҙ кәрәктер, шулай бит? Ә тарих шунан ғибәрәт: журналистар менән бер осрашыуҙа ул саҡтағы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов "Ни өсөн баш ҡаланың һаман да башҡорт телендәге үҙ гәзите юҡ?" тигән һорау-дәғүәһен әйтеп һала. Был һүҙҙәрҙе ҡолағына һәм күңеленә индереп, "Вечерняя Уфа" гәзитенең ул саҡтағы энтузиаст баш мөхәррире Марат Муллаҡаев үҙенең редакцияһы эргәһендә был проектты башлап ебәрергә тәүәккәлләй һәм "Башҡортостан" гәзитендә егерме йылдан ашыу эшләп, инде ҡанға һеңгән, инде күнегелгән эштән айырылырға теләмәгән миңә йүгереп килә. Бурыстың үтә ныҡ яуаплылығын аңлаған мин, күпмелер икеләнгәндән һуң, үҙемде "боҙло һыуға" ырғытам...
Юл башында, йәғни йәш журналистар Әлфинә Ҡарағужина, Айҙар Хәкимйәнов, Валера Ғәйнетдинов, Азат Ярмуллин, гәзитте версткалаусы Шамил Харисов, корректор-тәржемәсе Әминә Имашеваларҙан бер коллектив туплап, эш башлағанда Марат Муллаҡаев тәҡдим иткән проекттың бары тик "Киске Өфө" тигән атамаһы ғына бар ине. Проект бөтөн асылы, эстәлеге, рухы менән эш барышында ижад ителде. Иң тәүҙә, әлбиттә, баҫманың йөкмәткеһе барыбер үҙ уҡыусыларын ишәйтәсәк, тигән инанысыбыҙҙы алға ҡуйҙыҡ. Икенсенән, "Киске Өфө" ниндәйҙер гәзиттең күсермәһе йәки Өфөлә барған хәл-ваҡиғалар тураһында ғына мәғлүмәт биреүсе баҫма түгел икәнен раҫлап, уның "Башҡорт донъяһы" тигән йүнәлешен билдәләнек. Өфөбөҙҙәге башҡорт донъяһы - дөйөм башҡорт донъяһының сағылышы бит инде ул. Ә "Киске Өфө" ошо бер бөтөндө тоташтырыусы күпер һымаҡ булырға тейеш ине. Бына, мәҫәлән, Өфөбөҙҙәге берәй башҡорт ғаиләһен яҙабыҙ икән, уның йәшәү рәүеше өлгөһө, балалар тәрбиәләүе, йолалары, һәр даим аралашыуҙары - барыһы ла шул уҡ ауылда йәшәүсе милләттәштәребеҙ көнитмешенә бер тамсы һыуҙай оҡшаш. Был оҡшашлыҡты Өфөлә йәшәүсе ғаилә ағзаларының тамырҙары шул уҡ ауылға барып тоташыуы ла көсәйтә һәм улар тураһында уҡып, яҡташтары, ауылдаштары ҡыуана. Икенселәр иһә ошо ғаилә миҫалында Өфөләге көнитмеш хәлдәре тураһында мәғлүмәт ала. Был да мөһим, сөнки, иртәме, һуңмы, уның балаһы, туғаны баш ҡалаға уҡырға киләсәк, төпләнеп ҡалыуы ла ихтимал. Тимәк, баҫмабыҙҙы бер нисек тә Өфө гәзите, тип кенә сикләй алмай инек. Ул ҙурыраҡ, мөһимерәк әһәмиәткә эйә булырға тейеш ине, сөнки ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы гәзите бит!
"Киске Өфө" үҙ уҡыусыларының бик күп һорауҙарына яуап та бирергә, рухын да күтәрергә, сәмләндерергә лә, танһығын да ҡандырырға тейеш ине. Был маҡсатты үтәүгә, әлбиттә, гәзитебеҙҙең баш ҡала гәзите тип нарыҡланыуы ла бик-бик ярҙам итте. Фәһем алыр, фекер әйтер, өлгө күрһәтер шәхестәр Өфөбөҙҙә бит! Халыҡтың рухын күтәрер һүҙҙе улар әйтмәй, кем әйтһен? Ауылда тыуып үҫеп, мең төрлө кәртәләр аша үтеп, баш ҡалала төпләнеп, дәрәжәләр яулаған милләттәштең шәхси фиҙәҡәрлеге, баһадирлығынан башҡа тағы нәмә һәм кем өлгө була ала беҙгә, балаларыбыҙға? Баш йорттоң башҡорт донъяһы тураһындағы хәбәрҙәрен "Киске Өфө" аша Башҡортостаныбыҙҙың бар ауыл-ҡасабаларына таратыуға өлгәштек шулай.
Беҙҙең ошо ун биш йыл эсендәге ижадты сиҙәм аҡтарыу менән сағыштырырға булыр ине. Яңы баҫма яңыса ижад итергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте бик ныҡ һанлап, уны төп ҡағиҙәбеҙ итеп алып, матбуғат майҙанында үҙебеҙҙең ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле эҙебеҙҙе һалырға тырышыуыбыҙ бына. Шуныһын да әйтеп ҡуяйым: еңел мәғлүмәткә өйрәнгәндәр өсөн түгел беҙҙең баҫма. Теләһә ниндәй криминаль хәлдәр, ғәйбәттәр, имеш-мимеш хәбәрҙәр менән мауыҡҡандар өсөн дә түгел гәзитебеҙ. Аҡылын күңел төпкөлөнә йәшереп, ғәмен, дәртен ойотҡандар ҙа уҡый алмаҫ уны. Уйлана белгәндәр өсөн ул "Киске Өфө".
Нисек кенә булмаһын, Артур Миллер тигән бер аҡыллы кеше әйткән бурысты иңебеҙгә артмаҡлап алдыҡ. Ул шулай тигән: "Нимә ул яҡшы гәзит? Ул милләттең үҙ-үҙе менән һөйләшеүен ойоштора алған гәзит". Ун биш йыл буйы шуға ынтылабыҙ. Беләбеҙ, был ынтылыш әле... 110 проценты менән атҡарылып та бөтмәгәндер. 110 процентҡа эшләү генә камиллыҡты тәьмин итә, ти бит уңышлы кешеләр. Бәлки, беҙҙән һуң килгән быуын артылыр ул үргә. Һәр хәлдә, шул быуындың быуынын нығытырға ярҙам итергә тейеш гәзитебеҙ һүҙе, шәхестәребеҙ аҡылы. Ғөмүмән, халҡыбыҙға матбуғат һүҙе кәрәк икәненә инанғанбыҙ. Әҙип яҙған һүҙгә мөкиббән китеп ышаныу һаман йәшәй бит әле. Ошо ышанысты ҡаҡшатмаҫҡа ине ул, тип йәшәй ун биш йәшлек "Киске Өфө" гәзите.
Гөлфиә ЯНБАЕВА,
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире.
КИРЕ СЫҒЫРҒА