Уның геройҙары эскерһеҙлеге менән айырылып тора. Балаларса ихласлыҡ сағылған күҙҙәр һине шунда уҡ ышандыра һәм үҙең дә һиҙмәҫтән уның геройының арбауында ҡалаһың. Кешенең асыҡ була белеү һәләтен баһалаусылар өсөн - тамашасымы ул, режиссермы, быныһы мөһим түгел - был актриса ҙур табыш. Шулай ҙа иң һоҡландырғаны - уның тормошта ла шулай уҡ ихлас булыуы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Милена СИРАЕВА-ИШАЕВА менән әңгәмәбеҙ уның һөнәре, геройҙары һәм, әлбиттә, йәшәү асылы тураһында.
Тамашасы һөйөүе мәңгелек
М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын (институтын) тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлауыбыҙға быйыл 10 йыл да тулды. Тормошон театрға арнаған һәр кем өсөн был ярайһы ҙур ғына дәүер. Ошо ваҡыт эсендә театр икенсе өйөбөҙгә, коллегаларыбыҙ яҡын туғандарыбыҙға әүерелде. Театр беҙҙең курстың ҡайтыуын оло ваҡиға кеүек ҡабул итеп, ололап ҡаршы алғайны. Моғайын да, беҙ башҡорт театры традицияларын лайыҡлы дауам итәбеҙҙер, тип ышанам. Ун йыл эсендә сыҡҡан төрлө спектаклдәрҙә уйнаныҡ, үҙебеҙҙең тамашасыбыҙ ҙа барлыҡҡа килгәндер. Әйткәндәй, тамашасының яратҡан артисына нисек тоғро була алғанына ла шаһит булдыҡ. "Бәхет хаҡы" (Х. Мөҙәрисова) музыкаль мелодрамаһына, "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме..." (Ф. Бүләков) трагикомедияһына, "Мин һинең ҡәйнәң булам" (С. Белов) комедияһына халыҡ һаман ағылып йөрөй, сөнки Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Олег Ханов, Нурия Ирсаева ижадын яраталар, улар менән һоҡланалар.
Мәскәүҙә белем алған мәл һаман да хәтерҙә. Институт та, беҙ йәшәгән ятаҡ та ҡаланың үҙәгендә булды. Төрлө театрҙарҙың спектаклдәрен ҡараныҡ. Шәхестәрҙең уйнағандарын күреү улар тураһында ишетеп-белеүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. 200 йыллыҡ тарихы булған институттың коридорынан үтеү, ошо боронғолоҡ саңын һулау үҙе лә мәртәбә.
Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау мөһим
Мин Өфөнөң 136-сы лицейын тамамланым. Уҡыған саҡта йырланым да, бейенем дә. Театр сәнғәте оҡшай ине, әммә театр артисы булам, тип хыялланманым. Лицейҙан спектаклдәргә лә алып йөрөйҙәр ине, Башҡорт дәүләт академия драма театрының бинаһы, артистарҙың эленеп торған портреттары оҡшаһа ла, унда эшкә барырға мөмкин икән, тип уйлағаным да булманы. 11-се класты тамамлап йөрөгәндә директорға саҡырҙылар. Һәйбәт уҡыйым, тәртип боҙмайым, нишләп саҡыралар икән, тип аптыраным. Кабинетына инһәм, театрҙан ике актер килгән, Щепкин исемендәге институтҡа курс йыябыҙ, тиҙәр. Директорыбыҙ, бына һин, һин бараһың, тип, үҙе һайлап алды беҙҙе. Һайлап алыу турына кеше күп килде, театр тулы халыҡ икәнен генә хәтерләйем. Ике этапты ла уңышлы үтеп, июнь башында уҡ артабан белем аласаҡ уҡыу йорто билдәле булды. Әсәйем технолог, әммә сәнғәткә ғашиҡ кеше. Театр юлын һайлауым да унан киләлер. Апайым балалар табибы, әле Мәскәүҙә эшләй. Ҡустым техник һөнәрле. Әсәйем балалары араһынан мине сәхнәгә яҡыныраҡ күргәндер, шиғырҙар өйрәтә ине. Институтҡа ла уның менән бергә әҙерләндек.
Уҡый башлағас, актер һөнәре - минең тәғәйенләнешем икәнен аңланым. Мин уға үҙемде тулыһынса бағышлайым һәм ошонан ҙур ҡәнәғәтлек алам. Бер көнгә, хатта бер секундҡа үкенгәнем юҡ. Яратҡан һөнәреңде тап һәм һиңә бер көн дә эшләргә тура килмәйәсәк, тиҙәр бит, дөрөҫ икән. Эшемде эш тип тә ҡабул итмәйем. Декрет ялында ла эшемде һағынам, аҙнаһына 1-2 тапҡыр спектаклдә уйнарға театрға барып килһәм, танһығым ҡанып, күңелем баҫылып ҡала.
Барыһы ла ҡәҙерле
Ролдәремдең береһен дә айырып ҡарамайым, барыһы ла ҡәҙерле. "Әхмәтзәки Вәлиди" (Н. Асанбаев) спектаклендәге Нәзмиә күңелемә яҡын. Беренсе ролем "Мулла" (Т. Миңнуллин) драмаһында Нәлимә ине, ул һаман да сәхнәлә бара. "Ай тотолған төндә" спектаклендәге Шәфәҡ тәбиғәте менән миңә яҡын. "Мин ҡатын-ҡыҙ"ҙа (Т. Миңнуллин) ла үҙенсәлекле генә ролем бар. Шукшиндың хикәйәләре буйынса ҡуйылған "Ҡыҙыҡ был тормош!" тигән спектакль бар ине репертуарҙа, шунда телһеҙ ҡыҙҙы уйнағайным, уны ла һағынам. Шукшиндың теле шул тиклем ябай, ул шундай итеп яҙа, һин ул ауылда булған, шул һауаны һулаған һымаҡһың. Кешеләрҙең ябай тормошон, уларҙың күңелен, һыҙланыуҙарын да шундай яҡын, аңлашылырлыҡ итеп яҙа яҙыусы. Шуға ла был спектакль бик эскерһеҙ, ихлас килеп сыҡҡайны. Әҫәр бына ошондай бер үк ваҡытта ябай ҙа, бер үк ваҡытта барлыҡ кешелек өсөн мөһим темаларға арналырға тейештер ул. Ғөмүмән, тормошто артыҡ ҡатмарлаштырырға кәрәкмәй, барыһы ла бик ябай унда. Ни өсөн тамашасы "Мулла"ға һаман йөрөй, уны илай-илай ҡарай? Сөнки унда тап ошо мәңгелек темаһы бар - кешенең кеше булып ҡалыуы, нимәгәлер ышанып йәшәүе, өмөт. Ә режиссер роль бирә икән, актер уны кейем һымаҡ кейергә, уны шатлыҡ-ҡайғылары менән аңларға, кисерештәрен тойорға бурыслы. Геройың нимә менән йәшәй, нимә өсөн шулай эшләгән, ни өсөн шулай уйлай - быныһы инде актерҙың эше, һин уны аҡларға ла, аңларға ла, башҡаларға ла аңлатырға тейешһең. Шулай уҡ эшләргә тура килгән һәр режиссер биргән һабаҡтар ҙа миңә бик ҡәҙерле. Олег Ханов, Айрат Абушахманов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Искәндәр Сакаев - һәр береһе менән бер-беребеҙҙе тойоп эшләнек. Буласаҡ ролдәрем дә минең күңелемдә үҙ эҙен ҡалдырырына ышанам.
Әсәй булыу - төп бурыс
"Ай тотолған төндә" спектаклендәге Шәфәҡте яратам, тигәйнем инде. Мостай Кәрим дә әйтә бит, бөтөн спектаклдәремде алып ҡарағанда, иң яратҡан ҡатын-ҡыҙ ролем - ул Шәфәҡ, тип. Уға автор башҡорт ҡатын-ҡыҙының бар тәбиғи булмышын шул тиклем үҙ итеп, яратып, иң мөһиме, аңлап һалған. Минең өсөн Шәфәҡ ниндәйҙер йола, йәмғиәт ҡанундарына буйһоноп, кеше һүҙенә ҡарап ғәзиз йәнен ҡорбан иткән кеше түгел. Шәфәҡ - ул саф күңелле, сабыр, шул уҡ ваҡытта ғорур ҙа. Бары тик ул аша атлап сыға алмаған төшөнсәләр һәм яҙмыш бар.
Бөгөн дә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шулай тыйнаҡ, итәғәтле, тип иҫәпләйем мин. Римма Ҡаһарманова менән икәүләп эшләнек был ролде. Ошо уҡ ваҡытта башта - мин, минән һуң Римма декрет ялына киттек. Сөнки актрисаларға ғына түгел, ғөмүмән, бер ҡатын-ҡыҙға ла карьераны ғаиләнән алға ҡуйырға кәрәкмәй. Ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһәң дә, ғаиләңдә бәхетле булмаһаң, был баһаларҙың әһәмиәте юҡ. Институтты тамамлағанда Мәскәү театрҙарының береһенә эшкә лә саҡырғайнылар. Мәскәү кеүек ҙур ҡалала ғаилә ҡороу хыялы икенсе планға сығыр, тип хәүефләндем. Шулай ҙа иң ҙур ҡурҡыуым - унда башҡорт егетен осрата алмау ине. Шуға ла Мәскәүҙә ҡалманым һәм быға бер ҙә үкенмәйем. Мәскәү мине һөнәрле итте, ҡанаттар ҡуйҙы, ә бәхетемде мин Өфөлә таптым. Ирем - Илсур Ишаев, Ейәнсура егете, кинооператор. Ижад кешеһе булараҡ, ул мине тулыһынса аңлай. Ике ул үҫтерәбеҙ.
Атай абруйы
Улдарыбыҙ шул тиклем аталарын ярата. Өлкәне балалар баҡсаһында бер ҙә мине түгел, ә атайым шундай, атайым шуны эшләне, тип һөйләй икән. Мин эргәләрендә күберәк булһам да, телдәрендә атай ғына. Улдарыбыҙҙың икеһе лә - һинеке, тием иремә лә. Ғаиләлә минең эшем - уларҙы ваҡытында ашатыу, ваҡытында йоҡлатыу. Ҡалған ваҡытта аталары менәндәр.
Атай абруйын ғаиләлә әсәй тәрбиәләй, тигәндәре дөрөҫ. Атай әйткән һүҙ ҡанун булырға тейеш. Дөрөҫ әйтмәйһең, тип ҡыҫылырға, йәки атай әрләһә, кил әле, кил, тип йәлләргә тейеш түгел әсәй. Атайҙың һүҙенә мин дә буйһонам икәнен бала күрергә тейеш. Юғиһә, баланың аңында тәртип булмаясаҡ. Аталарынан бер аҙ шөрләһендәр ҙә, уның менән ғорурланһындар ҙа, тием. Үҫкәс, үҙ ғаиләләрендә атай буласаҡ кешеләр бит улар. Һөнәр һайлауҙа ҡыҫылмаҫҡа иҫәп, тик шулай ҙа әлегә үҙаллы дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмаған саҡтарында һәләттәрен үҫтерер өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәктер. Бала саҡта азатлыҡ һөйөүсән булаһың бит ул, мине әсәйем музыка мәктәбенә йөрөткәндә күңелдә шундай ҡаршылыҡ тойғолары уяна ине. Бөгөн ошо ваҡиғаға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайым, ярай әле, әсәй талапсан булған. Мәҫәлән, спортҡа ылыҡтырырға уйлайбыҙ. Әсәйем менән ҡәйнәм ейәндәрен ҡарауҙа ныҡ ярҙам итә. Өлкәнен йәш ярымлыҡ сағынан ауылда алып ҡалып ҡараны ҡәйнәм. Бәләкәсен дә, үҫә бирһә, ҡалдырырһың, тип кенә тора. Мин спектаклдә уйнаған кисте балалар менән әсәйем ултырып тора. Шөкөр, ғаиләм - ҡәлғәм, тип әйтә алам. Донъяла булған кире мәғлүмәтте үҙемә яҡын килтермәҫкә тырышам. Күберәк китап уҡыйым, музыка тыңлайым, үҙемдең ошо тормошомда йәшәү ҡыҙығыраҡ та, матурыраҡ та. Эргә-тирәбеҙҙә барған күп ваҡиғаларҙы беҙ үҙгәртә алмайбыҙ, шуға ла улар өсөн көйөүҙән ни фәтүә? Бик кәйефем булмаһа, өй йыйыштырырға тотоноп китәм, йә берәй тәмле нәмә бешерә башлайым.
Хыялдар бар әле...
Киләсәктә, балалар бер аҙ үҫкәс, киноға төшөргә саҡырһалар, үҙемде һынап ҡарар инем. Беҙ Мәскәүҙән ҡайтып ҡына төшкән йылдың беренсе йәйендә Таңсулпан Бураҡаева "Минең йондоҙом" тигән фильм төшөрҙө һәм унда щепкинсыларҙың күбеһе төштө. Шуға ла был фильм минең өсөн бер иҫтәлек кеүек - йәшбеҙ, матурбыҙ, көс ташып тора, ошо гүзәл ваҡытты мәңгеләштерҙе ул. Әйткәндәй, ирем менән дә ошо фильм арҡылы таныштыҡ, ул унда оператор булды. Айнур Асҡаровтың "Урғала" фильмында ла уйнаным.
Театрҙа ла уйнарға хыялланған ролдәр бар. Донъя драматургияһы - Шекспир, Мольер, рус классиктары әйберҙәре ҡыҙыҡлы булыр ине. Классика бит ул актерҙың тәжрибәһен арттыра, кимәлен күтәрә, тамашасыны ла тәрбиәләй, сөнки кешене уйландыра. Шуға ла уларҙың әһәмиәте бер ҡасан да юғалмай.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ысынында иһә, сәхнә генә түгел, тормош та яһалмалылыҡты яратмай ул. Эргә-тирәләге кешеләргә, хатта тормоштоң үҙенә ышана, үҙеңдең кире һәм ыңғай сифаттарыңа баһа бирә белеү, тойғоларың һәм хәүефләнеүҙәрең тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй алыу - үҙе ҡаһарманлыҡ түгелме ни? Актриса Милена Сираева-Ишаеваның тап ошондай тәбиғилеге уның геройҙарын да ихласыраҡ итә, шуға ла улар тамашасының йөрәгенә үк үтеп инә, ахыры. Ә беҙ беләбеҙ, тамашасы һөйөүе мәңгелек...
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА