«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМЕБЕҘ ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨ - УНЫ БАРЛАП, ТЕҮӘЛЛӘП АЛАҺЫБЫҘ БАР
+  - 



Бөгөнгө заманда бөтөн донъяла этник костюмдар халыҡтың милли үҙаңын сағылдырыусы бер сағыу өлгө булып тора. Халҡыбыҙҙың традицион архитектураһын, көнкүреш әйберҙәрен тормошобоҙға кире ҡайтарыу ауырыраҡ барһа ла, шөкөр, милли кейемде тергеҙеү йәһәтенән эш әүҙемерәк. Бында республикабыҙҙың һәр районында эшләп килгән ағинәйҙәр ҡорҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар милли күлдәк-камзуллы, селтәр, һаҡал, яғалы, ҡашмаулы булып бөттөләр, тиергә лә була. Улай ғына түгел, ағинәйҙәр хәҙер һәр төбәккә хас милли үҙенсәлекле кейемдәрҙе тергеҙеүгә тотондо. Башҡорт костюмына арналған ошондай сара декабрь башында Мәсетле районында ла үтте. Мәсетлеләр Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат райондары ағинәйҙәрен "Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейеме" тигән форумға йыйҙы. Сарала республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, фольклорсы Сәрүәр Сурина, башҡорт костюмдары буйынса белгес-модельер Сәрүәр Аслаева, башҡорт һөнәрселек мәктәбен тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе энтузиаст Илдус Ҡолһарин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Был төбәк башҡорттарына хас милли кейем быға тиклем иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Уҡа менән биҙәлгән елән, ҡашмау һәм мәрйен-тәңкәләрҙән яһалған һаҡалдан торған көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемен төп башҡорт кейеме тип иҫәпләй килдек. Әммә милли кейемдәребеҙҙең көньяҡ-көнсығыш башҡорттары костюмынан башҡа ла төрҙәре бихисап - ошоно раҫланы ла инде был форум.
"Милли кейемебеҙ - үҙебеҙҙең милли ризыҡтар, милли ғөрөф-ғәҙәттәр менән бер рәттән, йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булып тора. Райондарҙа ағинәйҙәр ҡорҙарын ойошторғас та, иң тәүҙә милли кейемебеҙҙе тегеп кейәйек тигән оран ташлағайныҡ. Кейемдәребеҙҙе кейеп, йолаларыбыҙҙы тергеҙгәйнек - йөҙҙәребеҙгә нур ҡунды, сөнки беҙ үҙ асылыбыҙға ҡайттыҡ. Мин ойоштороусы ғына, ҡалған эш үҙегеҙҙән тора. Һандыҡ төптәрендә ятҡан өлгөләргә таянып, үҙебеҙҙең милли кейемдәребеҙҙе үҙебеҙ тергеҙәйек һәм башҡорт таҡыяһы, ҡалпағы, муйсаларын башҡаларға ла күрһәтәйек", - тигәйне үҙенең сығышында республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Ҡеүәтләүсеһе табыла ул, иң мөһиме, башлап ебәреү фарыз. Быйыл "Берҙәмлек" Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә уҙған "Һомай" республика башҡорт костюмы байрамына әҙерләнгәндә ошо төбәккә хас милли костюмды тергеҙеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылған. Шулай ҙа Мәсетле ағинәйҙәренең сәменә тейгәне - йәй көнө Өфөлә уҙған башҡорт милли кейеме фестивалендә халыҡтың уларҙың милли кейемен танымауы булған. "Һеҙ ҡайһы райондан тип кенә түгел, һеҙ ниндәй милләт, тип һораусылар булды. Башҡортостандың 54 районы араһында кейеме менән ошо 5 район айырылып тора икән, уны беҙҙән башҡа бер кем дә тергеҙмәйәсәк, тип, ныҡлап тотондоҡ һәм бер йыл эсендә ярайһы уңышҡа өлгәштек", - ти Әбдрәхим ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Сажиҙә Фәйзрахманова. "Төбәгебеҙ үҙенсәлекле биҙәктәре, сигеү өлгөләре менән айырылып тора, хәҙер беҙ ошо байлығыбыҙҙы тергеҙеп, йәш быуынға ҡалдырыу өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Был форумдың да төп маҡсаты - шул", - тине үҙенең сығышында Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Халиҡ ҡыҙы Ҡадирова ла.
Фольклорсы Сәрүәр Сурина билдәләүенсә, милли костюм өҫтөндә эшләгәндә уның этнографик һәм тарихи ысынбарлыҡҡа тура килеүен күҙәтеү - мотлаҡ шарт. Башҡортостандың был төбәгендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар костюмы, тәү сиратта, баш кейеме менән айырылып торған. Көнкүрештә ябай яулыҡтар ҡулланылһа, халыҡ араһында "француз яулығы" булараҡ билдәле яулыҡтарҙы ҡушлап тегеп яһалған ҡушъяулыҡтар байрамса кейемдәр иҫәбенән. Туй яулығы тип тә йөрөтәләр уны. Ҡушъяулыҡ эйәк аҫтынан тәңкәләр баҫылған таҫма - һағалдырыҡ менән нығытылып ҡуя. Ә ҡушъяулыҡтың аҫтынан ҡалпаҡ (ҡалфаҡ) кейгәндәр, дөрөҫөрәге, кейәүгә сыҡҡандан һуң килен ҡалпағы өҫтөнән ҡушъяулыҡ кейә башлаған. Ҡалпаҡтың маңлай өлөшөнә йә тәңкәләр баҫылған, йә уҡа тегелгән, йә мәрйенләп сигелгән. Ошонан сығып, уның атамаһы ла төрлө: мәрйенле ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, сикә ҡалпаҡ. "Сикә ҡалпаҡты бер аҙ ауыштырып, ҡыландырыбыраҡ кейәләр. Уларҙың барыһы ла түбәтәй һымаҡ тегелә, тик бик бейек итмәйһең. Ҡәйнәмдең миңә бүләк итеп ҡалдырған ҡалпағын, яулығын, күлдәген һаман кейәм һәм өлгө булараҡ ҡулланым", - ти Венера Яҡупова. Ҡалпаҡтың таҡыя тигән тағы бер атамаһы киң таралған был төбәктә.
Беҙ һаҡал, селтәр, яға тип атарға күнеккән биҙәнеү әйбере иһә был төбәктә тик көмөш тәңкәләрҙән яһалған, аҡыҡ, фирүзә кеүек ҡиммәтле таштар ҙа ҡулланылған. Трапеция формаһындағы ерлеккә эшләнгәне муйса, муйынса тип йөрөтөлә. Был ерлек, ғәҙәттә, ҡара төҫтә була, ти Дыуан-Мәсетле ауылынан Мәүжиҙә Аллаярова. Форум сиктәрендә муйса буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреүсе Тәнзилә апай Ғәйнетдинова әйтеүенсә, тәңкәләрҙе бер-береһенә тейеп торорлоҡ итеп, өҫтө-өҫтөнә баҫырға кәрәк. Ғалимдар "түштек" тип йөрөтөлгән биҙәүесте лә атай, уның формаһы ярым түңәрәк һәм уны уҡа һәм таҫмалар менән биҙәйҙәр. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңыраҡ дәүерҙә сауҙа юлы менән үтеп ингән гәрәбә, мәрйендәрҙән теҙелгән муйсаларҙы етешһеҙерәк көн күргән ҡатын-ҡыҙҙар таҡҡан, тиҙәр. "Колхозлашыу осоронда ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың муйсаларын, трактор һатып алабыҙ, тип, йыйып алғандар. Өләсәйем үҙенең муйсаһын ашлы һыуға төшөрөп ебәреп кенә һаҡлап ҡала. Тик һуңынан был турала башҡаларға һөйләй һәм һүҙ артынан һүҙ китеп, уның муйсаһын етәкселәр килеп алып та китә. Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә ҡабаттан йыйып алына биҙәүестәр. Шуға ла был төбәктә муйсаларҙы табыуы ауыр", - ти Салауат районы Яңы Ҡаратаулы ауылында тыуып, әлеге көндә Яңы Ахун ауылында йәшәүсе Филүзә Хөснөтдинова. Оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Филүзә апай милли кейемдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә икенсе йыл эшләй. Тамбурлы сигеүҙе лә башлыса ошо төбәктә тап итә алабыҙ. Ысынында иһә, тамбурлы сигеү милли мәҙәниәтебеҙҙең сағыу бер өлгөһө ул. Төньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары уның менән йортон ғына түгел, күлдәк, алъяпҡыстарын да биҙәй. Балаҡатай районында 1998 йылда "Тамбур" биҙәү-ғәмәли сәнғәте халыҡ студияһын барлыҡҡа килергән Билән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, тамбурлы сигеүҙең шундай киң таралыу аласағы тураһында хыялланырға ла ҡыймағайныҡ, тиҙәр. Студияның етәксеһе Венера Мәжит ҡыҙы Ғәлиәкбәрова ла был форумдан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Хәҙер был төбәктә яйлап һәр ырыу, ауылға хас биҙәктәр өйрәнелә. Әйткәндәй, тамбур сигеүенән тыш, шаҡмаҡлап биҙәкләп сигелгән алъяпҡыстар ҙа осрай, тинеләр күргәҙмәлә ҡатнашыусылар.
Һәр биҙәктең үҙенең мәғәнәһе, тәғәйенләнеше булыуы, милли кейемдә ошо төбәккә генә хас йәшәйеш сағылыуы тураһында Өфө ҡунаҡтары ла, райондың "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе, Тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Фазылйән ҡыҙы Әхкәмова ла әйтте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли костюмы оҙайлы ваҡыт формалашҡан. Ул бөгөн дә яңынан-яңы биҙәктәр менән байый, тулылана килә. Әммә ниндәй генә дәүерҙә йәшәмәһен, кейемдәребеҙҙең төп үҙенсәлеге шунда - ул халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығының күрһәткесе. Шуға ла милли кейемдәребеҙ ҡиммәтен юғалтмаһын, нәзәкәтлеген, байлығын һаҡлап ҡалһын ине.

ӘйткӘндӘй...
Мәсетлеләрҙең был форумы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейемен тергеҙеү эшенә ҙур этәргес бирҙе, тиһәк, һис яңылыш булмаҫ. Дыуан районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Рәйсә Бәҙретдинованың хаҡлы билдәләүенсә, үҙ асылыңа ҡайтыу, үҙ тамырҙарыңды юллау һәм ошо байлыҡты балаларыңа тапшырыу теләге һәр кемдең күңелендә йәшәй ул. Тимәк, тиҙҙән тотош республикабыҙҙан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар араһында был төбәктең дә үҙенә генә хас йөҙө һәм төҫө буласаҡ. Башҡалар иһә ошо рәүешле башҡорт кейемен үҙе өсөн тағы ла яңы яҡтан асасаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 1385

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru