Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы журналистар өсөн ят урын түгел. Ниндәй редакцияла ла улар хаҡында беләләр һәм: "Ә-ә-ә! Ҡыпсаҡтар шәп ул, бигерәк тә мәктәптәре шәп!" - тип тә өҫтәп ҡуялар. Һәм улар сираттағы тапҡыр шәплектәрен иҫбатланы - мәктәптәрендә Матбуғат көнөн билдәләне. Республиканың "Киске Өфө", "Йәшлек", "Йәншишмә", "Башҡортостан", райондарының "Таң" гәзиттәре һәм "Шоңҡар", "Аҡбуҙат" журналдары редакцияларынан вәкилдәр саҡырып, матбуғат менән дуҫлыҡтарын, уҡыусыларҙың һәм ауыл халҡының милли баҫмалар яҙмышына, ғөмүмән, илдә барған милли мәсьәләләргә лә битараф түгеллеген иҫбатланы.
Урман яғында ауылдар алыҫтан күренмәй ҙә инде. Тау-таш һәм боролмалар араһындағы тар юлдан киләһең-киләһең дә, ер аҫтынан үҫеп сыҡҡан кеүек ҡапыл ғына күҙ алдында ауыл пәйҙә була. Ҡыпсаҡ (ауылдың боронғо атамаһы) та шулай Урал армыттары араһына һыйынып, ирәйеп кенә ята. Өфөлә әле ҡара ер туҙаны туҙғып ятып ҡалған булһа, бында ҡыш хөкөм һөрә. Ҡырпаҡ ҡар донъяны ағартып уҡ ташлаған. Мөрйәләрҙән быу булып йыбырлап йылы сығып тора. Тимәк, хужалар инде мейестәрен йылытып, баҫырға әҙерләнә. Был инде иртәнсәктең көнүҙәгенә ауа башлаған мәле, иртәнге туғыҙ-ундар тирәһе.
Мәктәп тәңгәлендә туҡтап, бергилке ауыл һиллеген, бер ҡайҙа ла ҡабаланмаған, сәбәләнмәгән кешеләр тормошон күҙәтеп торҙоҡ. Ауыл халҡы ситтән килгәндәр менән ҡыҙыҡһынмай. Беҙҙе лә күргән, ҡайһылары таныған хәлдә лә, тыныс ҡына иҫәнләшәләр ҙә үтеп китәләр, хатта боролоп та ҡарамайҙар. Был да бөрйәндәрҙең - урман халҡының бер ҡыҙыҡ ғәҙәте бит ул. Был яҡтар бер ваҡытта ла сит кешегә артыҡ иғтибар күрһәтмәйҙәр, бик белгеләре килгәндә лә, улар менән ҡыҙыҡһыныуҙарын һиҙҙермәйҙәр. Алсаҡланып, сөсөләнеп, күҙгә инеп бармайҙар, хисләнеп сиселеп китмәйҙәр, ҡолас ташлап ҡаршы йүгереп сыҡмайҙар, үпәсләшеп оҙатмайҙар. Тыйнаҡ ғорурлыҡ артындағы ихласлыҡтарын, ҡырыҫыраҡ ябайлыҡтарын бары иғтибарлы булғанда ғына тоярһың.
Мәктәп ишеген ашатлауыбыҙ булды, тыштағы һиллектән бер нәмә лә ҡалманы ла ҡуйҙы. Бында гөрләп торған айырым тормош икән дә баһа. Холда уҡ уҡыусыларҙың бөтөнләй тәнәй генәләре ҡаршыланы. Йырлап, йырлаған ыңғайы тыптырлап, бармаҡтарын шартлатып тора үҙҙәре. Ирекһеҙҙән беҙҙең дә ҡулдар сәпәкәйләне, күңелдәр йырға ҡушылды.
Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев мәктәп буйлап экскурсия ойоштора, һәр кабинеттың тәғәйенләнеше, унда башҡарылған эштәр, уңыштар, алдынғы уҡыусылар, абруйлы уҡытыусылар, ҡаҙаныштар хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләй. Беҙҙе бигерәк тә компьютер, робототехника синыфтары, спорт залының байлығы ҡыҙыҡһындыра. Белмәгәндәр өсөн Әбделмәмбәт мәктәбенең яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм спорт буйынса республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә уңышлы сығыштар яһауы хаҡында әйтеп китәйек. Ябай ауыл мәктәбендәге балаларҙың һәр яҡтан да әүҙем, минең ҡарамаҡҡа хатта үтә лә тығыҙ һәм ҡыҙыҡлы көн итеп ятыуҙары, моғайын, мәктәп хакимиәте һәм айырым уҡытыусыларҙың тырышлығынан тыш, ошо ерлек шауҡымынан да торалыр. Борон-борондан "ҡыпсаҡ" тигән дандары бар бит уларҙың.
Конференцияның беренсе өлөшөндә саҡырылған матбуғат вәкилдәре, бүленешеп, төрлө синыфтарҙа класс сәғәттәре үткәрҙе. Миңә 9-сы класс эләкте. Класс етәкселәре Айгөл Үтәбаева етәкселегендә үҫмерҙәр менән әҙәби әҫәрҙәр, уларҙағы йәштәргә ҡағылышлы темаларҙы, бөгөнгө быуын проблемаларын анализлап үттек. Дәрестең үҙенсәлеге шунда - бында ата-әсәләр ҙә саҡырылғайны. Ололар, моғайын, балаларының ҡыҙыҡһыныуҙарын, уйланыу, белергә теләү юҫыҡтарын самалап ултырғандыр, тимен.
Артабан ата-әсәләр, ағинәйҙәр, уҡытыусылар ҡатнашлығында дөйөм ултырыш ойошторолоп, ауылдың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары, өлгөлө әсәләр, үрнәк алырлыҡ ғаиләләр, һәләтле балалар хаҡында телмәрҙәр һөйләнде. Әйткәндәй, конференцияның бер темаһы Әсә көнөнә арналғайны. Шуға бәйле, ҡатын-ҡыҙҙың бөгөнгө йәмғиәттә тотҡан урыны, уйнаған роле хаҡында психологик күҙәтеүҙәр кимәлендәге тос фекерҙәр ишетелде. Күренеп тора, бында күҙ буяу өсөн уҡылған докладтар түгел, ә күҙ алдында булғанды күҙәтеү һәм шуларҙан сығып һығымталар яһау алға ҡуйылған. Был һөйләшеүгә журналистар ҙа әүҙем ҡушылып, оло бер ҡор килеп сыҡты.
Матбуғат көнөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, китапханасы Мәүлиҙә Ғәликәева ауыл һәм мәктәп буйынса гәзит-журналдарға яҙылған һәм милли үҙаңды алғы планға ҡуйған ғаиләләрҙе исемләп тигәндәй һанап үтте. Уның әйтеүенсә, һәр өй тиерлек ниндәйҙер башҡорт матбуғатын алдыра һәм уҡый. Был тәңгәлдә лә башҡаларға үрнәк булырҙайҙары бар ҡыпсаҡтарҙың.
Аҙаҡтан шундай уҡ күмәк көс менән әҙерләнгән концерт ҡарап, тәмле сәйҙәр эсеп, урман төпкөлөндә гөрләп йәшәп ятҡан был үҙенсәлекле мәктәп менән хушлашып, юлға сыҡтыҡ.
Мәҡәләмде уҡыған уҡыусы, бәлки, ниңә был ауыл мәктәбен улай күккә күтәреп маҡтай әле, тип тә уйлар. Ундай уй килгәндәргә, шиктәрен таратыу өсөн, интернеттағы ошо мәктәпкә бәйле булған бер нисә төркөмдөң генә исемен атайым. Бына улар: "Спорт менән йәшә, ҡыпсаҡ!", "Тимербатыр" лагеры - "Аҡыллы ҡышҡы каникулдар", "Әбделмәмбәт мәктәбе" һ.б. Физик тәрбиә уҡытыусыһы булған Зиннур Боҫҡоновтың "ФотоЗинНур" төркөмөндәге профессиональ рәссам күргәҙмәләре, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимованың әҫәрҙәре үҙҙәре генә лә балаларҙың ниндәй ҡулдарҙа тәрбиәләнеүен үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләй.
Әйткәндәй, Әбделмәмбәт мәктәбе республика балаларын ҡышҡы каникулдарға йыя. Был лагерҙа ҡала балалары ауыл йәшәйеше менән яҡындан танышып, саңғыларҙа елеп, катокта йүгереп, саналарҙа шыуып, атта йөрөп, үрҙә һөйләгән роботтар ҡороу серҙәренә төшөнөп, инглиз телен өйрәнеүҙә белемдәрен арттырып ҡайтасаҡ. Ә инде урман һауаһын, тәбиғәтен һәм кисерәсәк тойғолар солғанышын әйтеп тораһы ла түгел.
Бөгөн, күп мәктәптәр журналистарҙан йөҙ борған, улар күҙенән ялтарып, йәшенеп ҡалырға тырышҡан ҡатмарлы көндәрҙә, күрәһегеҙ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе ишектәрен шарран асып, Матбуғат көнө үткәреп ташланы. Күрһәтер байлыҡтары, бүлешер шатлыҡтары, ғорурланыр ҡаҙаныштары һәм ғәм алдына сығарып баҫтырып, арҡаларынан тупылдатып һөйөр аҡыллы балалары булғанғалыр. Афарин, ҡыпсаҡтар!
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА