Музыка йөрәктәргә үтеп инергә тейеш, тигән бөйөктәрҙән берәү. Бөгөнгө геройыбыҙҙың музыкаһы иһә һәр башҡорт кешеһенең йөрәгендә йәшәй - бында бер тамсы ла шыттырыу юҡ. Берәй ерҙә яңылыш ҡына ҡолағыңа салынып ҡалһа ла, көйҙөң уныҡы икәнен шунда уҡ таныйһың, уларҙың барыһын да ишетеп, хатта үҙең эстән генә көйләп йөрөйһөң. Шулай итеп, бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлеге етәксеһе, композитор Урал Мирас улы ИҘЕЛБАЕВ менән уның ошо үҙенсәлекле ижады тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Тамашаға әҙерләнәм
Ижад донъяһында юбилейҙарға арналған концерттар ят күренеш түгел хәҙер. Мин дә 30 йәшемә юбилей концерты эшләгәйнем. 2003 йыл ине һәм был мәлгә тамашасы иғтибарына тәҡдим итер әйберҙәр байтаҡ йыйылғайны. Киләһе концерт 2008 йылда үтте һәм 35 йәшкә арналды. Концертта минең көйҙәрҙе башҡарыусыларҙың барыһы ла сығыш яһай алманы, юғиһә, тамаша 4 сәғәттән дә оҙағыраҡҡа һуҙылыр ине. 10 йылдан һуң, быйыл, мин тағы ла ижадташ дуҫтарҙы һәм тамашасыларҙы концертҡа йыясаҡмын. Ул 2-3 февралдә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк. Юбилей концерты тигәс тә, был концерттарҙың юбилярҙы сәхнәлә сәскәләргә күмеп ултыртып ҡуйыу менән һис уртаҡлығы юҡ. Минең өсөн концерт ниндәйҙер кимәлдә эшләнгән эштәргә, үткән юлға ҡарап, һығымталар яһау өсөн кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, аҙаҡҡы 10 йыл эсендә күп әҫәрҙәр яҙылған, шуға ла ике көнгә һуҙылған концерт яһарға тура килә. Тәүге көндә этник стилдәге әйберҙәр яңғыраясаҡ. "Урал легендалары" тип аталасаҡ һәм унда 20 йыл эсендә яҙылған этник көйҙәр менән бергә халыҡ көйҙәренә аранжировкаларҙы ла ишетергә мөмкин буласаҡ. Икенсе көндәге "Урал аҫылташтары" тигән концертҡа төрлө жанрҙағы көйҙәр гөлләмәһе тупланған. Унда коллективтар сығыш яһаясаҡ, спектаклдәрҙән, кинофильмдарҙан йырҙар, айырым эстрада йырҙары һ.б буласаҡ. БР Халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ла ҡатнаша. Ҡасандыр мин "Аҡйондоҙ" төркөмөн етәкләй инем, халыҡ уны ла хәтеренә төшөрһөн, тип теләйем.
Баһаны халыҡ бирә
Халыҡ мине йышыраҡ этник стилдә ижад итеүсе композитор итеп таный. Композитор көйҙәренән тыш, йырсылар йыш мөрәжәғәт итеү сәбәпле, башҡорт халыҡ йырҙарына аранжировкалар ҙа эшләргә тура килә. Улар алдарға бирмәҫ, бер йыр өҫтөндә эш ярты йылға, ҡайһы осраҡта тотош йылға һуҙыла. Сөнки халыҡ йыры һаҡсыл ҡараш талап итә. Бер ҡасан да йырҙы боҙорға ярамай - үҙем өсөн ҡуйған ҡәтғи талап ошо. Халыҡ йыры аҫылташ икән, ошо аҫылташты тағы ла матурыраҡ балҡытырлыҡ итеп тирәс ҡуйыу минең бурысым. Йырсыларыбыҙ ситкә бәйгеләргә сыҡҡанда мотлаҡ ошондай йырҙарҙы алып сығырға тырыша, сөнки йырҙы ошо ерлектә ишетеп үҫмәгән сит тамашасыға халыҡ йырҙарын ҡабул итеүе ауырыраҡ. Аранжировкаларҙы, исемләп әйткәндә, Роберт Юлдашев менән күп эшләнек, "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбленең "Илкәйем" тигән композицияһын, Риф Ғәбитов менән Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә "Тархандар" бейеүенә халыҡ көйҙәренән аранжировканы һ.б. атарға булыр ине. Режиссер Рияз Исхаҡовтың халыҡ йырҙарына төшөрөлгән 4-5 фильмында композитор булдым, улар араһында "Һөйәнтөҙ", "Ҡаһым түрә" бар. Иң аҙаҡҡы фильмдарҙан "Етегән"де атарға була, унда күпселек йырҙар - "Әйтеш", "Хан ҡыҙы" һ.б минең эшкәртеүҙә яңғырай.
Халыҡ стилендәге композитор әҫәрҙәренә килгәндә, уларҙың ҡайһыларын, мәҫәлән, "Салауат"ты хәҙер халыҡ көйө тиҙәр. Был күренеште халҡымдың ижадыма баһаһы тип ҡабул итәм дә ҡуям. Берәй 100 йылдан исемем онотолоп, ижадым халыҡ көйө булараҡ йәшәһә - ғәжәп бит! Бөгөн беҙ "Буранбай", "Азамат" һ.б. йырҙарҙы халыҡ йыры тиһәк тә, уларҙы ла ҡасандыр бер кеше ижад иткән.
Эҙләнеүҙән туҡтарға ярамай
Ижадымдың тағы ла бер ҙур өлөшө театр менән бәйле. Спектаклдәргә көйҙәр яҙыуҙың ижад өсөн үҙенең ыңғай яҡтары күп. Һәр спектаклдең сюжеты бар, ул композитор өсөн сикләү түгел, киреһенсә, аныҡ бурыс, фантазияны ҡуҙғытып ебәреүсе сығанаҡ. Унан һуң, режиссер нимә күрергә теләүе менән мотлаҡ ҡыҙыҡһынам. Бөгөнгө көндә спектакль өсөн 150 тирәһе көй яҙылған. Һәр спектаклдең стиле, жанры булғанға күрә, көй яҙғанда былар ҙа иҫәпкә алына. Мәҫәлән, Сыңғыҙ Айтматовтың "Аҡ пароход"ындағы көйҙө башҡорт тамашасыһы ғына түгел, ә бөтөн төрки телле милләттәр халыҡ көйө итеп ҡабул итерлек булырға тейеш ине. Бөгөн уны "Ятаған" төркөмө "Нәркәс" менән берләштереп, уйнап йөрөй. Бына шулай ҡайһы бер көйҙәр спектакль сиктәренән сығып, үҙенең тормошо менән йәшәй башлай, был да ғәҙәти күренеш.
Шулай уҡ төрлө форматтағы 25-кә яҡын фильмда көйҙәрем яңғырай. Фильмға көй яҙыуҙың үҙенең үҙенсәлектәре бар, бында ла алдыңа аныҡ талап ҡуйыла. Режиссерға, тамашасыға күренмәһә лә, һәр проект өҫтөндә эшләгәндә үҙем өсөн яңынан-яңы бурыстар билдәләйем, көйҙәр бер-береһен ҡабатламаҫҡа тейеш. Шулай уҡ бөтөн проекттарҙың да билдәле ваҡыты бар, был да минең өсөн яҡшы. "Тылсымлы тибеү" тип йөрөтәм уны, сәғәт 10-ға көй яҙылырға тейеш икән, таңғы 6-нан эшкә киләһең дә, сикле ваҡыт эсендә көй яҙаһың.
Юҡҡа ғына ижадсылар араһында "Илһам ҡошо" тигән һүҙбәйләнеш ҡулланылмай. Ҡайһы саҡта үҙеңдең ҡасандыр яҙған әйберҙәреңде ишетеп, ул һинең үҙеңдең күңелеңде тетрәндереүе лә ихтимал. Тимәк, ниндәйҙер тылсымлы көс бар ул һәм һин ошо көс йоғонтоһонда ижад итәһең. Кемдер уны йондоҙҙар менән бәйләнеш тиер, бәлки, башҡаса атар - бына шуның тулҡынына көйләнә алһаң, бәхетлеһең. Балыҡ тотҡандағы кеүек, һинең ҡармағың - инструментың, тәжрибәң - белемең бар, әммә ҡармаҡҡа нимә эләгерен (эләкһә әле!) белмәйһең. Шуға ла ҡайһы берҙә "ҡармаҡ"ҡа үҙемде лә аптыратырлыҡ "балыҡ" эләгеп торһа, бик рәхмәтле булыр инем. Ә бына эш күп булыуы, үҙеңде даими эшләргә мәжбүр итеү тап ошо илаһи көс менән бәйләнештә булыуға ярҙам итә. Әлбиттә, профессиональ композитор илһам килгәнде көтөп ултырырға тейеш түгел, тип өйрәттеләр беҙҙе. Мин былай тип әйтер инем: гел эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Шул саҡта үҙең дә ижадтан ситләшмәйһең, мейең гел генә нимәлер уйлай, ә ижад иткән әйберҙәр араһында лайыҡлыһы мотлаҡ буласаҡ. Һеҙгә ниндәй музыка оҡшай, тип һорағандарға мин гел шулай тип яуаплайым - ысын күңелдән яҙылғаны. Жанры, башҡарылыуы йәһәтенән ул төрлө булыуы ихтимал, әммә тыңлаусының күңел ҡылдарын ҡуҙғытырға тейеш.
Һәләтте мөхит тә үҫтерә
Атайым үҙе һөйләүенсә, музыкант буласағымды миңә 6 ай булғанда уҡ аңлаған. Бәлки, бер аҙ шыттыралыр, әммә хәл былайыраҡ була. Өйҙә икебеҙ генә ҡалғанда, мин илағас, тынысландырам тип, ниндәйҙер көйҙө көйләгән. Илауҙан туҡтап, ошо уҡ көйҙө мин дә ҡабатлап күрһәткәнмен һәм, ишеттеңме, тигән кеүек атайыма ҡарағанмын. "Үҫкәс, музыкант булыр был бала, тип уйланым шунда", - ти атайым. Миңә 4 йәштәр тирәһендә уйынсыҡ пианинола хатта бик етди рәүештә "Варшавянка" кеүек революцион көйҙәрҙе уйнай инек ағайым менән. Беҙ бәләкәй саҡта Черниковкала йәшәнек, өйөбөҙгә башҡорт яҙыусылары йыш килә ине. Шулай кемдер: "Үҫкәс, кем булаһығыҙ?" - тип һораны. Ағайым нимә тип яуаплағандыр, хәтерләмәйем. "Урал кем була?" - тинеләр. Бер аҙға һуҙылған паузанан һуң кемеһелер: "Композитор", - тине. Нимә аңлатҡанын белмәһәм дә, был һүҙ оҡшап ҡалды. "Эйе, мин композитор булам", - тинем. Уҡый-яҙа белмәгән саҡта уҡ ноталарҙы белә инем.
Бер көндө балалар баҡсаһына атай менән әсәй килеп, көндөҙгө йоҡонан уяттылар ҙа, мине сәнғәт институтына алып киттеләр. Пушкин урамы буйлап барҙыҡ. "Хәҙер бер ағай менән осрашабыҙ, берүк башҡортса һөйләш, ул башҡортса һөйләшкәндәрҙе ярата", - тинеләр юлда. Хәҙер был кабинетта композиция кафедраһы урынлашҡан, шул кабинетҡа индек. Унда Заһир Исмәғилев ултыра ине. Фортепиано эргәһенә саҡырып, нота белеүемде, ритм, ишетеү һәләтен тикшереп, был малайҙы уҡытырға кәрәк, тине. 5 йәш ине миңә ул саҡта. Махсус музыка мәктәбендә, Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә уҡыным. Юлай ағай Ғәйнетдиновтың кәңәше менән сәнғәт училищеһын тамамланым. Сөнки бында музыка теорияһын Европа өлгөләрендә уҡыталар. Бөгөн ошонда алған белемем миңә этник музыканы Европа музыкаһы менән берләштерергә мөмкинлек бирәлер.
Үҙем ҡурайҙа уйнамайым, тик күп ҡурайсыларҙың минең көйҙәремде уйнауына бик шатланам. Былтыр Салауат һәйкәлендә 100 ҡурайсы йыйылып, сараны минең "Салауат" менән башлауын да тарихи ваҡиға тип ҡабул иттем. Ул Мостай Кәримдең "Салауат" пьесаһына 2004-2005 йылдар тирәһендә яҙылғайны. Башлап Азат Биксурин уйнаны спектаклдә. Эстон көйөн башҡорт көйө менән ҡушыуҙан үҙәктәрҙе өҙөрлөк һағышлы көй тыуғайны. Роберт Юлдашев та, Азат Биксурин да был көйҙө төрлө урындарҙа яратып уйнап йөрөй. Йәғни, "Салауат" та спектаклдән сығып, күптән үҙенең яҙмышы менән йәшәй. Тыуған ере, халҡының азатлығы өсөн көрәшкән Салауаттың ошо ерҙәрҙән йыраҡта йәшәргә мәжбүр ителеүе, ошо һыҙланыуҙы бирергә тырыштым һәм был килеп сыҡҡандыр, тип ышанам. Халҡыбыҙҙың яҙмышы тураһында уйланыуҙар шулай уҡ "Заманалар" тигән көйҙә сағылыш тапты. Аныҡ герой менән бәйле булмаһалар ҙа, аныҡ дәүер, тарих менән бәйле темалар минең ижадымда бик күп.
Шулай итеп...
Композитор Урал Иҙелбаев, ысынлап та, ғәжәйеп ижади яҙмышлы кеше ул. Драма әҫәрҙәренә, кинофильмдарға көйҙәр, балалар мюзиклдары, балалар балетына музыка, быға эстрада йырҙарын, академик әҫәрҙәрҙе лә өҫтәһәң - ижадының мең төрлө балҡышына һоҡланмайынса булмай. Үҙенә генә хас стиле булған композиторҙың ижады, үҙе әйтмешләй, ихлас йөрәктән сыҡҡанғалыр ҙа, тамашасыһының да күңеленә юлын таба.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА