Беҙ билдәле кешеләрҙе, ғәҙәттә, уларҙың ижады һәм хеҙмәте аша ғына беләбеҙ. Ә шәхес булараҡ улар беҙҙең күҙҙән ситтә ҡала. Шундай әҙибәләребеҙҙең береһе - Сәрүәр Сурина. Был көндәрҙә уның менән осрашып, ошо рубрикала һөйләшеү өсөн сәбәбе лә табылды: ул матур ғына юбилейын билдәләне. Әммә Сәрүәр апай был һөйләшеүгә бик һаҡ ҡына килде, хистәргә бирелеп, ҡәҙерле кешеләремдең исемдәрен дә, хәтирәләрен дә рәнйетеп ҡуймайым, тине. Әммә һөйләшеү барышында ихлас асылып, күңелендә тағы ла күркәмерәк, һоҡланғысыраҡ донъя барлығын күрһәтте. Был донъя менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ, дуҫтар.
Ниндәй кеше ул - Сәрүәр Сурина?
- Бик ябай... яратырға теләгән кеше. Ғүмер буйы мин мөхәббәткә сарсап йәшәйем. Үҙемде яраталармы-юҡмы - уныһында артыҡ эшем дә юҡ. Ҡабул итмәгәнде мин шундуҡ һиҙәм дә, ситләшәм. Мине яратмаған кешеләр араһына йөрөмәйем, яратмаған эште башҡармайым, яратмаған хәбәрҙе һөйләмәйем, яратмаған әҫәрҙе уҡымайым. Мин бына шундай әҙәммен. Ҡасандыр мине башҡалар белмәгән, мин дә уларҙы белмәгәнмен, тора-бара улар мине белмәгәндә лә, мин уларҙы белгәнмен. Хәҙер инде ғүмеремдең шундай этабына еткәнмен, күптәр мине белә һәм мин дә уларҙы беләм. Шунда ла мин тик яратҡандарҙы һәм үҙемә оҡшағандарҙы ғына һайлайым.
Тәүге хеҙмәт көнөмдән алып телевидениела эшләнем, башта ун өс йыл балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар өлкәһендә, унан ун һигеҙ йыл "Хазина" ижад берекмәһендә, әлеге көнгәсә "Тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарихи тапшырыуҙар" редакцияһында. Йәмғеһе утыҙ алты йыл телевидение журналисы булып йөрөлгән, был йәһәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында рекорд ҡуйғанмын. Коллективымда "Сәрүәр Сурина үҙе яратҡанды һәм теләгәнде генә эшләй ул" тигән лаҡап та йөрөй. 36 йыл буйына бындай фекергә лайыҡ булғанмындыр инде, тип уйлайым. Ошо дәүерҙә етәкселегемдә ете генераль директор һәм әллә күпме телевизион студия директоры, режиссерҙар, мөхәррирҙәр алышынды, әммә береһе лә минең эшләргә теләгәнемә ҡаршы килмәне. Баҫым яһаусылар ҙа, икенсе юҫыҡҡа төшөрөргә теләгәндәр ҙә булманы түгел, әммә мин берәү менән дә ауыҙ күтәреп талашманым, хаслашманым, бары көлөп яуап бирҙем дә, үҙемдең юлымды дауам иттем. Һәм шул йомшаҡлығым менән еңдем дә. Ғөмүмән, миңә ошо "йылмайыу" ҡоралын бер дин әһеле өйрәтте. Бер "ударҙан" һуң төшөнкөлөккә бирелеп ултыра инем, көтмәгәндә кабинетҡа килеп инеп, "Ихлас сәләм - донъя асҡысы", тигән бер кәңәш ҡалдырып китте был ағай. Хәҙер шул аҡылды тотам, яман һүҙгә, яман ҡарашҡа көлөп кенә ҡарайым. Сарыф итмәйем энергиямды, ундайҙар янында йөрөргә лә тырышмайым. Ҡайҙа яратыу һәм хөрмәт бар - мин шунда.
Һеҙ үҙегеҙ билдәле шәхес булыуҙан тыш, билдәле һәм абруйлы шәхестең - Артур Суриндың хәләл ефете лә булдығыҙ. Бындай ике кешенең осрашып-танышыуы, бергә йәшәүе нисегерәк булды икән?
- Аллаһы Тәғәлә миңә тормош иптәше итеп бик яҡшы кешене ебәрҙе. Ә осрашыу шулай булды. Өфө - Сибай поезында бер төркөм ҡыҙҙар практикаға китеп барабыҙ. Йоматау станцияһында саңғы ярышынан ҡайтып барған егеттәр ултырҙы. Улар Йылайыр ауыл хужалығы техникумы студенттары икән. Егеттәр беҙҙең ун ике ҡыҙҙы уратып алып, бергәләп сәй эсеп, кәрт уйнап, уйын-көлкө менән бөтөн купены йәмләп, йәнләндереп барҙы. Ә мин уларҙы ситтән генә күҙәтеп, китап уҡып ултырҙым. Айырылышыр алдынан егеттәр беҙҙе үҙҙәренең уҡыу йортона ҡунаҡҡа саҡырҙы. Февраль айының сатлама һыуығында, хатта автобустар йөрөүҙән туҡтатылғанда, беҙ, ҡыҙҙар, егеттәр саҡырған ергә барырға әҙерләнеп бөткәйнек әле. Тик транспорт тапманыҡ, һәм ул юлы осрашыу килеп сыҡманы. Беҙҙең төркөмдән Тамара исемле курсташым Хәйбулла районының Әбеш мәктәбенә эшкә барҙы һәм күпмелер ваҡыттан һуң теге поезда осратҡан егеттәрҙең Артур атлыһынан сәләм алып килде. Сәләме артынса, тиҙҙән егет кеше үҙе лә Өфөгә килеп төштө. Телестудияға инеп, мине эҙләп тапты. Ихлас һөйләшеп киттек. Әйтерһең, бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ. Һәм шул саҡ бер ҡыҙыҡ хәл-асыш булды: ярты сәғәттәй аралашҡас, мин был кешенең күптән көткән буласаҡ ирем икәнлеген асыҡ ҡына аңланым да ҡуйҙым. Белмәйем, кем, нисек әшкәрткәндер был уйҙы, әммә мин уны ҡабул иттем һәм яҙмышымдың бындай боролошона буйһондом. Кискә, эшең тамамланыуға, килеп етермен, тип сығып китте Артур. Әйткән сәғәте-минуты менән ишек төбөндә тора ине инде. Урам буйлап киттек. Башта Телеүҙәктән Ауыл хужалығы институты ятағына хәтле йәйәүләп, уның Рәзилә тигән һеңлеһенә барҙыҡ, шунан минең Фәрҙәнә һылыуыма - педагогия институты ятағына юлландыҡ. Шулайтып, беренсе көндә үк туғандарыбыҙ менән дә таныштырыштыҡ. Өсөнсө көндә Артур миңә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Мин ризалаштым. Йәрәшелгән йәр булып, шул статуста бәхетле мәлдәр кисереп, хаттар алышып торҙоҡ. Шул хаттар аша мин уның ниндәй кеше икәнлеген асыҡланым да. Тыуған яҡтарын өҙөлөп яратыуын, тәбиғәт күренештәрен күҙәтеүен, мәктәптәге эшенә бирелгәнлеген, ата-әсәһенә илтифатлығын, күп һанлы туғандары өсөн өҙөлөп тороуын төшөндөм. Шулай итеп, барыһы ла ыңғай һәм уңайлы ҡоролоп, биш айҙан никах уҡытып, өйләнешеп ҡуйҙыҡ.
Телевидениелағы бөткөһөҙ командировкалар, йәмәғәт эштәре, ижад емештәре, шуларҙың араһында дүрт бала - быларҙың барыһын бергә ҡушһаң, бер ҡатын ғүмеренә артыҡ күп булып китә түгелме? Нисек өлгөрҙөгөҙ барыһына ла? Ғаилә мәшәҡәттәренә ваҡыт ҡалдымы?
- Бер-бер артлы ике улыбыҙ тыуҙы. Балалар бәләкәй, эштән арып ҡайтам, етмәһә, өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәй, өлгөрә алмай йөҙәйем... Шундай саҡтарҙа ирем: "Әйҙә, ултыр әле, һөйләшеп алайыҡ", - тип ҡаршыһына ултыртып, иңбашыңдан ҡосоп, арҡаңдан ҡағып, күҙҙәреңә яратып ҡарап, яҙып-әпәүләп ала ине. Хатта һөйләшкең килмәгәндә лә, ул һине ташламай, насар кәйефең менән яңғыҙ ҡалдырмай ине.
Ун өс йыл ятаҡта йәшәнек. Бер ҙә уфтанманым. Үҙем бикләп сығып китәм, асып килеп инәм. Ирем яҡшы, балаларым һау. Артур бик ҙур коллективта - Өфөнөң 2-се педагогия училищеһында эшләне, етәкселек итте. Коллегалары, дуҫтары, туғандары яратты, хөрмәт итте үҙен. Уның янында һәр ваҡыт кемдәрҙер булды, кемдәрҙер эҙләп килде, һүҙенә, кәңәшенә мохтаждар, ярҙамына өмөт итеүселәр, йылы һүҙенә сарсаусылар аҙ булманы. Ишек төбөбөҙгә бик йыш йәшәр мөйөш табалмай алйыған-арыған яҡташтар, бигерәк тә йәш үҫмер балалар китаплы ҡумталарын, кейем-һалымын күтәреп килеп торор ине. Бер кешегә файҙа итһә лә, ат менгәндәй ҡыуаныр ине Артурым. Иремә бер ваҡытта ла "Нишләп һаман фатир юҡ? Машина кәрәк!" тип йәки башҡа нәмә һорап, ауыҙ асманым. Сөнки уның былай ҙа тырыш, тик үтә лә намыҫлы һәм ғорур икәнен белә инем. Балалар ғына "фатирҙа йәшәһәк, балкондан һабын ҡыуығы осорор инек", тип хыялланып алалар ине. Унан, Аллаға шөкөр, Сипайлово биҫтәһенән фатир алып, ғаиләбеҙ тағы ла артып, ишәйеп китте.
Абруйлы, күренекле, сибәр ир-егеттәргә ҡатын-ҡыҙ ҙа битараф булмай бит. Көнләшеү тойғоһо кисерткәне булдымы ағайҙың?
- Бер тапҡыр ғына булды.... Тәүге балабыҙ тыуғас, Артур мине ике айлыҡ бәпәй менән үҙенең ауылына алып барып ҡалдырҙы. Унда әсә-атаһы өҙөлөп тора, бәләкәй туғандары ҡулыма эш тейгеҙмәй, бәпесте лә көтөшә, рәхәтләнеп ял ит тә ят. Тик миндә ял ҡайғыһы булманы. Иремдең фотоальбомында уны армияға оҙатып ҡалған йәшлек мөхәббәтенең кәртешкәһе тора ине. Ул уны миңә үҙе күрһәткәйне. Был киткәйне, альбомдағы теге фото ла юҡҡа сыҡты бит. Йөрәгемде көнләшеү уты сыйҙы шул мәл. Фотоны үҙе менән алып киткәндер, унда, мин юҡта ҡарап ултыралыр, йәнәһе. Ҡара янып йөрөйөм, бер нәмәгә әүрәй алмайым, эстән көйөүҙән ябығып, һурылып киттем. Артурҙан хат өҫтөнә хат килә, яуап яҙмайым, үсеккәнмен. Ай тигәндә был ҡайтып төштө. Урамға инеү менән: "Ҡайҙа еңгәгеҙ? Нимә булды? Ни эшләп хатҡа яуап бирмәй?"- тип һораша һалды. Береһе бер нәмә әйтә алмай. Мине ултыртып һөйләтеп алды был. Әйттем сәбәбен. Фото хаҡында ул бер нәмә лә белмәй булып сыҡты. Шул саҡ беҙҙең бәхәскә бейемем иғтибар итте. Баҡтиһәң, мин ҡарап борсолмаһын өсөн фотоны ул алып ҡуйған икән. Барыһы ла асыҡланғас, шундай уңайһыҙланыу кисерҙем. Аллаһы Тәғәлә алдында, имсәк балам алдында, өлтөрәшеп йөрөгән ҡайным-ҡәйнәм, минең күңелемде табыу өсөн йүгерешкән бикәстәрем алдында ныҡ оялдым. Шулай түбән уйҙар уйлап, иремде кәмһеткәнем өсөн үкенеп бөтә алманым. Был миңә бик яҡшы һабаҡ булды. Ошо хәлдән алып күңелемә көнсөллөк бесәйен яҡын ебәрмәнем.
Бынан тыш, иремдең матур кеше генә түгел, тыйнаҡ кеше лә икәнлеген белә инем. Етәксе булып киткәс, ундай-бындай байрамдарға китер алдынан "Директор булып йәмерәйеп, кәперәйеп, ситтә баҫып торма, уйнап-көлөп ҡайт", тип ебәрә инем. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата йомшаҡ, алсаҡ бул, тип тылҡыйым. Эштә ни хәтле генә арып-талһам да, кис өйгә ҡайтҡас, иремдең көнө буйы ни эшләгәнен, яңылыҡтарын һорашам. Бигерәк тә яуаплы йыйылыш, конференциялар ни менән бөтөүе, ниндәй ыңғай хәл йә ҡаршылыҡ булыуы тураһында ҡыҙыҡһынам, уны тыңлар өсөн бөтә эшемде ситкә ҡуям. Был беҙҙең бер ғәҙәткә ингәйне, ахыры. Минең уны тыңлауым уға бик кәрәк ине. Уның берәй фекере йә ҡылығы менән килешмәһәм дә, иремә ҡаршы уй-хисемде ҡыҫтырмайым һәм гел уның яҡлы булыуымды белгертеп ҡуям...
Хәбәрҙәргә, имеш-мимешкә килгәндә иһә, улар аҙ булманы. Әле лә, ағайығыҙ ысын донъяла ятҡанда ла, килеп етә тора улар. "Шуның балаһы шунан икән", тигәндәре лә, "Шул уны бик һөйгән икән", тигәне лә бар. Бер ҙә иҫем китмәй. "Яҡшы булған! Шундай иргә лә ғашиҡ булмағас!" йәки "Бик һәйбәт! Быуыны һайын ҡатын тотһа ла, еткәндәй ир ине!" тип ебәрәм. Беҙ өйләнешкәндә икебеҙ ҙә егерме ике йәшлек тиңдәштәр инек. Был йәшкә хәтле егеттең яратҡан ҡыҙы, ҡыҙҙың һөйгән егете булмауы ғәжәп, әлбиттә. Икебеҙҙең дә йөрәктәрҙә мөхәббәт уты дөрләгән, кем өсөн, ни өсөн, уныһын үткән заман тигән дәрйә ялмаған. Ләкин "яратыу" тигән мөғжизәле тойғо һәр ваҡыт изге ут кеүек - йәнде, рухты таҙарта. Яратҡан кеше икенсе кешенең һөйөүен һиҙә һәм баһалай-ҡәҙерләй белә. Мин нишләптер шулай уйлайым.
Хәтеремдә, Салауат Юлаевтың Әминәнән тыш тағы ҡатыны булғанды уҡып белеп, бик аптырағайным. Йәш саҡта шулай уйлайһың бит инде: нисек инде, ул бит Әминәне ярата! Шуны Артурға һөйләйем. Ул әйтә: "Ә ниңә? Уның урынында булһам, мин әллә нисә ҡатын алыр инем әле", - ти. "Ай-бай, хәтәр икән..." тигән булһам да, йәшәй-йәшәй был тормош хәҡиҡәтенең дөрөҫ икәнлеген аңланым. Ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡайта-ҡайта хистәре уяныусан, шуға ла улар ҡатын-ҡыҙға иғтибар итеүсән. Ирҙәр физиологияһын яҡшы белгән халҡыбыҙ күп ҡатынлылыҡты йола ла иткән. Көнләшеп, донъя туҙҙырып, балаларҙы ҡурҡытып, бер-береңдең нервыларын бөтөрөп талашып йәшәүгә сәбәпсе түгел был күренеш, минеңсә. Һәр хәлдә, беҙҙең осраҡта, мин үҙемде ҡыйырһытылған йәки яратылмаған ҡатын итеп тойманым. Һәр саҡ иремдең иғтибарында, хөрмәтендә, ҡурсыуында йәшәнем, Аллаға шөкөр, йәне йәннәттә булһын. Йәш саҡта артына шиғыр яҙып бүләк иткән кәртешкәмде ғүмер буйы түш кеҫәһендә йөрөттө, яҙмаһын да яттан белде...
Һеҙ бала саҡта ла өс малайға апай булғанһығыҙ, үҙегеҙ ҙә өс малай үҫтергәнһегеҙ. Ошолар хаҡында һөйләшәйек әле?
- Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылындағы атай-әсәй йортонан иртә сығып киткәс, эй, шул энекәштәр ныҡ һағындыра торғайны. Мин киткәндә уларға ике, өс, дүрт йәштәр генә булып ҡалғайны. Каникулдарҙа нимә етте, шуға эләгеп, ашығып ҡайтыуҙар, булыр-булмаҫ аҡсаларға бүләктәр алып маташыуҙар... Ҡайтып инһәң, улар һине шау-гөр килеп ҡаршы ала, сумкаңды күтәрешеп индерә лә, урындыҡ уртаһына ҡуйып, ҡутарып ташлайҙар. Бәләкәй генә бүләктәреңә ат менгәндәй булып ҡыуанышалар... Э-эй, ул ҡабатланмаҫ мәлдәр! Шулай гел ҡырҙа йөрөп, туғандарымды яратып туя алмай ҡалдым. Шул һағышым йәнемә ҡуша ҡатты. Ана шул ҡанмаған танһығымды ҡандырам тип таптым да инде мин балаларымды бер-бер артлы. Балаларға булған һөйөүҙән әллә күпме илһам, көс алып йәшәнем.
Ваҡытында мине эшкә алған етәкселәрем- Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты рәйесе Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән телевидение студияһы директоры Ғата Шәйхетдин улы Имаев тигән ағайҙар мине хеҙмәттә лә күтәрҙеләр, күрә белделәр һәм аллы-артлы декретҡа китеүемде лә хупланылар. Элек бит эш урындарында декретҡа китеүгә ҡырын ҡарауҙар булды. Беренсе баланан һуң эшкә сығып, ун биш көн эшләгәс, яңынан декретҡа китергә йыйыныуымды берәүгә лә әйтергә ҡыймай, Имаев ағайға инеп, тартынып ҡына аңғартҡайным, ағай һикереп килеп торҙо ла: "Афарин! Ҡалай яҡшы иткәнһең! Бар, ҡайт, өйҙә бул, балаң менән ултыр!" - тип ҡулымды ҡыҫты. Тәлғәт Ниғмәтулла улына ла ҡайһы берәүҙәр ғәйеп итеп: "Сурина тағы икенсегә декретҡа китә", - тигән икән, ул: "Ай-да, Сурина! Ай-да, молодец!" - тип һөрәнләп ебәргән, тип, хуплап һөйләнеләр. Шул хәлдән һуң телевидениелағы бала табыусы, декретҡа йыйыныусы ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәт тә үҙгәрҙе. Ҡатындарҙың бала табыу өсөн айырым ғүмерҙәре бармы ни? Улар шул йәш саҡта, эш араһында табып үҫтерә инде баланы. Быны йәмғиәт тә, етәкселәр ҙә аңларға һәм хупларға ғына тейеш.
Дүрт бала менән ултырғанда ла бала менән ир ҡулын тотҡарламаным. Уларҙы атайҙарынан биләтмәнем, уны төндә торғоҙманым, дауаханаларға ҡуша эйәртеп алып барманым, юлда ла үҙем тотоп ултырҙым. Мин йәш баланы иремә йәбештереп-тоттороп бармаһам да, ул үҙе ифрат бала йәнле, ярҙамсыл булды. Бала бағыу - әсәйҙең бурысы, атайҙың ҡулына ул үҙ аяҡтарында йүгереп барып менерлек булғанда ғына эйәләшһен, тиһәм дә, балаларҙы күберәк ул ҡарағандыр, ул тәрбиәләгәндер әле, тип тә ҡуям. Ир булған өйҙә бала уның барлығынан, уның ҡарашынан, тауышынан, холоҡ-фиғеленән, мөнәсәбәтенән былай ҙа кәрәген ала ул.
Балалар үҫә бара уларҙың мәшәҡәте лә үҫә, тибеҙ. Беренсе тапҡыр ҡәйнә булған мәлегеҙҙә ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? Унан ейәндәр ниндәй хистәргә солғаны?
- Эйе, бер-бер артлы малайҙар ир етә башланы, танауҙарына еҫ инде. Беҙ бер нәмә лә уйламай йөрөй бирәбеҙ. Бер мәл Салауат улыбыҙ, өсөнсө курста уҡып йөрөй ине, ҡайтып инде лә: "Әсәй, дүрт йөҙ һум аҡса бир әле", - тип һораны. "Нимәгә ине?" тиһәм, "Ләлә-тюльпан мәсетенә барып, никах уҡытабыҙ", тисе был. "Кем менән?" тип кенә һорай алдым. "Юлиә менән", ти. Белеүемсә, Юлиә менән яңыраҡ ҡына танышҡайны, 19 йәшлек кенә ҡыҙыҡай. Шул саҡ минең башта "келт" итте. Унан улымды ҡаршыма ултыртып алдым да һүҙ башланым: "Балам, - мин әйтәм,- ғәфү ит, мин һинең бәлиғ булып, ир еткәнеңде аңламай йөрөйөм бит, эш тип... Егерме йәшең тула. Тимәк, өйләнәһең. Бик мәслихәт. Юлиә берәүҙең ҡәҙерле балаһы, һин беҙҙең баш бала. Икегеҙ ҙә фатихалы, бер Хоҙайҙан һорап ҡына алған ғәзиз балалар. Ул ҡыҙ бит урамда йөрөгән етем бәрәс түгел, һин дә - йола йоҡмаҫ йонбай түгелһең. Уны ата-әсәһе үҫтергән, көс һалған, нишләп һин уны берәүҙән рөхсәт, фатиха алмайынса, мәсеткә алып барып никах уҡытаһың әле? Һинең ата-әсәң юҡмы? Бына мин һиңә кәләш алыу тәртибен аңлатам. Башың булһа, йөрәгең етһә, нисек кәрәк, шулай дөрөҫ итеп башҡараһың..." Улымдың күҙҙәре ялтырап китте. Бәйнә-бәйнә ҡыҙ һоратыу, никах, туй йолалары тураһында һөйләп сыҡтым быға. Шулай итеп, беҙ буласаҡ ҡоҙалар менән башта күрешеп-танышып, унан килешеп-һөйләшеп, ҡоҙалашып-туйлашып ҡуйҙыҡ. Барыһын да йола ҡушҡанса башҡарҙыҡ, шартына килтереп туй яһаныҡ.
Ҡәйнә булараҡ, мин үҙемдең ҡәйнәмә оҡшағанмындыр. Мин уны, бейем, тием. Бик матур аһәңле, мәғәнәле, боронғо һүҙ. Үҙемдең килендәрем дә миңә, бейем, тип өндәшә, рәхмәт яуғырҙары. Бейемем Хәҙисә исемле, ул бик сабыр, ипле, әммә әйтергә теләгәнен өҙөп кенә әйтеп ҡуя белгән ҡатын. Теләктәрен, кәңәшен әйтеп йөрөнө. Мине күҙ алдында маҡтап барманы, кеше хуплағанда "ярай, шөкөр" тип ултырҙы. Холҡо бик йомарт, ҡулы мул булды. Балаларын өйөрөп, ойоштороп алып йөрөнө. Оло ағайҙарын, йәғни минең иремде һәм шуға ҡушып мине лә, хөрмәт иттерҙе. Герой-әсә бит ул, ун балаһы араһында саҡ ҡына сыр-сыйыш сыҡһа ла, ипле һүҙе менән баҫты, татыулыҡ талап итте. Береһенә бер нәмә булһа, барыһын аяҡҡа баҫтырып, шул яҡҡа аяҡландырҙы, ярҙам иттерҙе. Килен булараҡ, миңә бер ауыр һүҙ әйтмәне, рәнйетмәне. Әле йәш саҡта уҡ, бикәстәр берәй нәмә эшләйек йәки бешерәйек, тиһәләр, "Еңгәгеҙҙән һорағыҙ, еңгәгеҙ аҡыллы, ул вис белә", ти ҙә ҡуя ине. Шул саҡта белмәһәң дә "беләһең" инде, тырышаһың.
Минең әсәйем дә бөтә килендәренә иғтибарлы булды. Ҡайҙа ғына алып барһам да, килендәренә бүләк ҡарап, шуларҙы һағынып, "Рәйлә киленем, Рәйсә киленем" тип һөйләп тик йөрөй торғайны. Килендәре лә яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирә белде. Әле лә бөтәбеҙҙе йыйып, әсәйемдең аят кисәләрен уҙғара килендәре. Бейемдең төҫө, тип, уның әйберҙәрен һаҡлайҙар, рәхмәт яуғырҙары.
Шуға мин дә үҙем белгән бейем-ҡәйнәләр кеүек булырға тырышам. Килендәремдең яҡшы яҡтарын ғына күреп, шуларын маҡтап-күтәрмәләйем. Һәр кемгә йылы һүҙ килешә, һәр кем йылыға йылыша. Йәштәрҙең шәхси тормоштарына ҡыҫылмайым, әммә күҙ уңында тотам. Ваҡытым еткән тиклем ейәндәремде ылыҡтырам, ҡәрсәйле-өләсәйле булып, әкиәт-йырҙар тыңлап, һамаҡ-әйтемдәр ишетеп, тупылдатып һөйөлөп үҫһендәр, тием.
Бер бөртөк ҡыҙығыҙ тураһында ла ишетке килә?
- Хоҙайға рәхмәт, миңә бер бөртөк кенә булһа ла ҡыҙ бала биргәне өсөн. Ошо ҡыҙ мине наҙлы итте. Атаһы кеүек иғтибарлы, ҡыҙҙарса иркә, мине - әсәһен, түшенә ҡыҫып-ҡыҫып һөйөп ала торған бала ул. Ҡәнәғәтмен, бик ҡәнәғәтмен ҡыҙлы булыуым менән. Ҡыҙым әлегә уҡый, тиҙҙән "дөйөм терапия буйынса табип" тигән диплом алып ҡайтыр, тип көтәм. Уның эшкә урынлашаһы, аҡыллы, мөхәббәтле егеткә кейәүгә сығып, эйәле-башлы булаһы бар әле. Ҡыҫҡаһы, ғүмеренең рәхәт бер миҙгеле - ҡыҙ сағы, ирекле дәүере. Әйҙә, рәхәтен күрһен. Ғүмерҙең һәр осоро - үҙ йәме менән.
Бөтөн хеҙмәтегеҙ халыҡ ижадына бағышланған. Ни өсөн был юл һайланды һәм киләсәк быуындар тормошонда халыҡ ижады ниндәй роль уйнар икән, нисек уйлайһығыҙ?
- Мине халыҡ ижады буйынса белгес, тип һанайҙар, ә мин бер нәмә лә белмәгәнемде генә беләм. Ул хәтле киң, төрлө һәм төпһөҙ-тәрән диңгеҙҙе нисек белеп бөтмәк кәрәк. Мин бит уны яратыусы, өйрәнеүсе, тасуирлаусы ғына. Яңыраҡ Мәсетле районында "Башҡорт милли кейемдәре" буйынса ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнашырға тура килде. Ауыл-ауылы менән төрлө кейемдәр әҙерләп кейеп, күлдәк ҡотлатып, сәхнә тултырып илгә һөйөнсөләне ҡыҙҙар. Сәхрәлә, уйында йә эштә кейә торған ситса күлдәктәр түгел, тамбур ҡайыулы күркәм килен-кәләш кейеме, яугир һәм даугир тархан ҡатын-ҡыҙҙары, ерҙәр хужаһы аҫаба башҡорт байы ҡатындары, уҡымышлы мулла-хәҙрәт ҡыҙҙары кейемдәре... Һәммәһе лә шау көмөш тәңкәле муйса, ҡайыулы балитәк, яурынса-ҡанат (погон) һәм бик килешле ҡыя ҡалпаҡ-таҡыя менән тулы кейем әҙерләгән. Мин дә теләгемде еткерҙем: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ошо төбәктә айырыуса ныҡ һаҡланған баш кейеме өлгөһөн мәсетлеләр тергеҙеп, халыҡҡа күрһәтһен ине: ҡыя-ҡалпаҡ, сикә-ҡалпаҡ, тәңкәле ҡалпаҡ, ҡайыулы ҡалпаҡ, тупый-ҡалпаҡ тигән әллә нисә төрлө ҡалпаҡтарыбыҙҙы кейеп йөрөгөбөҙ килә, тинем. Төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан халҡы - дыуан, әйле, балаҡатай, көҙәй, ҡошсо, өпәй, терһәк, олоҡатай башҡорттары - мине һәр ваҡыт һоҡландыра: ғәжәп аҡыллы, тоғро фекерле шәхестәре күп. Тотороҡло күңел менән бергә ынтыматлыҡ - маҡсатлы һәм ныҡышмалы холҡ та бар ул яҡта. Тамбур йәки элмә менән ҡайылған кейемдәре, урын-йорт биҙәү ҡаралтыһы өлгөләре был төбәк ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эше оҫталығын музейҙар түренә ҡуйҙы, башҡорт этнография фәнни-тикшеренеү институты фондтарына, каталогтарға индерҙе һәм иң юғары халыҡ-ара күргәҙмәләргә сығарҙы. Хәҙер Башҡортостанда иҫе бар кеше, барҙы бар итеп күрә алған кеше ҡайыулы башҡорт халыҡ кейемдәрен бик яҡшы таный. Әй, Йүрүҙән,Танып, Ыҡ, Өфө йылғаһы буйында ултырған ауылдарҙа һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙының унар-ун бишәр (!) ҡайыулы күлдәк-альяпҡысы булғанын, ҡалпағын, яулығын, ситеген, хатта эске кейемен ҡайып кейгәнен был төбәктә экспедицияларҙа йөрөгән ғалимдар һоҡланып яҙа.
Минең халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуым ҡәрсәйем менән оләсәйемдең тәрбиәһенән тип уйлайым. Ҡайҙа барһам да, аҡыллы һөйләшкән, күркәм холоҡло кешегә хөрмәт менән ҡараным, тап шундайҙарҙы яраттым, рәхмәт уҡыным һәм онота алманым. Аллаһыға мең шөкөр, ундай аҫыл заттар бик күп осраны - әле мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ башлап уйлаһам, күҙ алдыма йылмайып килеп теҙелеп торалар... Дәүләкән районы Боранғол ауылында әхирәтем Рәмилә Ҡорбанғәлиеваның нәнәйе һәм инәйҙәре, Учалы районы Сәфәр, Иманғол, Байрамғол, Муса, Сураман ауылдарында фольклор экспедицияһында танышҡан һәм ғүмерлеккә яратҡан кешеләрем, Белорет районы Шығай ауылында йәшәгән Мәһәҙи апа (олатайҙы был яҡта шулай тиҙәр) менән Фатима инәйҙең күңелемдә юйылмаҫ матур иҫтәлеге, Баймаҡ районы Төркмән, Күсей, Бәхтегәрәй, Ниғәмәт, Иҫән, Икенсе Этҡол ауылдарындағы йәнемде йәмләндергән, рухымды күтәргән дуҫтарым, Әбйәлил, Миәкә, Балаҡатай, Ғафури яҡтарында осратҡан аҫыл заттарҙы әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел, ә үҙ тыуған яғымдың һәм килен булып төшкән Һаҡмар буйымдың ғәжәп күркәм халҡы - минең үҙебеҙҙең башҡорт халҡыбыҙҙан күргән мең-мең яҡшылығым өсөн бер Хоҙайға мең-мең-мең шөкөр итәм. Ә киләсәк быуындар өсөн халыҡ ижады бына беҙ бөгөн уларҙы нисек тәрбиәләйбеҙ - шундай роль уйнаясаҡ.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Сәрүәр апайҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған сифаттары - сабырлығы, аҡылы, һүҙҙе гел матурлыҡ һәм ыңғайға ғына йүнәлтеүе, теләһә ниндәй кире күренеште лә аҡлап, һылап-һыпырып ҡуя белеүе һоҡландырҙы. Бының сере, моғайын да, уның ана шул халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһын, аҫыл асылын һаҡлаған кешеләр уртаһында ҡайнауҙан да киләлер. Хәйер, ул бит бала саҡтан ана шундай рухи хазиналы олатай-өләсәйҙәр уратыуында үҫкән. Шундай мөхиттә тәрбиәләнгән Сәрүәр Суринаның халыҡ ижадын өйрәнеү юлын һайлауы, милләтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарының иң гүзәл һыҙаттарын үҙендә сағылдырыуы, эйе, ғәжәп түгел шулай булғас...
Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА