Күңелемде бушлыҡ биләп алмаһын, тип, саҡ ҡына ваҡыт тапһам, шиғырҙар уҡырға яратам мин. Улар йәнде дауалай, көс-ғәйрәт өҫтәй. Бына бөгөн ҡулыма Рәми Ғариповтың шиғри йыйынтығын алдым. "Бер ҡыл" шиғырынан өҙөктө күсереп яҙам:
"Бер көн килеп элекке бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы бер, иҫке бер ҡылды, -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл! Изге бер ҡыл йәнгә!
Ул тартылған сәсән халҡымдан".
Аҙағынаса уҡып сыҡтым да был шиғырҙы, китабымды ябып, бүтән эштәремде ҡулыма алдым. Үҙ тормошомдағы ваҡиғалар бер-бер артлы хәтерҙә ҡалҡып сыҡты. Шулай, икенсе синыфты тамамлаған көндө бер дуҫым яныма килеп, күҙҙәремә ҡарап:
"Бер кешене һәр саҡ яҡлайҙар... "- тине лә, боролоп китеп барҙы. Ниңә был һүҙҙәрҙе әйтте икән дуҫым? "Бер кеше" ул кем икән, тип, коридорға сыҡһам, унда беҙҙең синыф ҡыҙҙары мәж килә, табелдән үҙҙәренең фамилияларын табып, билдәләрен ҡарайҙар. Уларға ҡушылып, мин дә үҙ фамилиям тәңгәленән билдәләремде эҙләйем: уҡыуҙы "дүрт" тә "биш" билдәләренә генә тамамлағанмын икән. "Дүрт"тәрем дә әҙ. Баяғы дуҫҡайымдың билдәләрен ҡараһам, уның "өс"тәре лә байтаҡ икән. Шунда, уҡытыусы ниңә мине яҡлай икән, тигән уй үтте башымдан. Беҙҙең бит беребеҙҙең дә ата-әсәһе юҡ, бөтәбеҙ ҙә бер төрлө, хатта кейемдәребеҙ ҙә бер төҫтә, тип уйландым, тик уйҙарымдың осона сыға алманым. Бик күп йылдар үтһә лә, күҙҙәремә ҡарап, бәреп әйтелгән һүҙҙәр онотолмай. Нисектер, еңел уҡыным мин мәктәп йылдарында. Әллә дәрестәрҙә уҡытыусыларҙы ихлас, иғтибар менән тыңларға яратыуым, әллә хәтерем һәйбәт булыуы быға сәбәп булғандыр, тип уйлайым.
Йылдар үтте. Уҡыным, эшләнем. Әле бик күп йылдар пенсияламын. Бер көн әхирәтем Фаягөл ҡунаҡҡа килде. Сәйҙәр эсеп, хәтирәләр сисеп ултырабыҙ. "Фаягөл, мин был һорауымды бер кемгә лә биргәнем юҡ ине, һинән һорайым әле. Училищела уҡығанда ҡыҙыҡ ҡына хәл булды: бер уҡытыусыбыҙ мине ситкәрәк саҡырып алды ла "Һинең талантың юҡ, һине Филипп Дмитриевич ярата, шуға һиңә "5" ҡуя. Ысын отличник түгелһең һин", - тип әйтеп, ары китеп барҙы. "Һинең талантың юҡ, белем байлығыңа таянып ҡына һәйбәт проекттар яһайһың", тип, бөтә курсташтарым алдында икенсе юлы тағы сәпәп әйтте. "Ниңә ул миңә ул һүҙҙәрҙе әйтте икән?" тип әле булһа уйланам", - тип, үҙемде күптән борсоған уйҙарым менән уртаҡлаштым.
Фаягөл рәхәтләнеп көлдө лә: "Ә минең талантым булмағас, ул һүҙҙәрҙе миңә әйтеүсе булманы. Юҡты юҡ тип әйтеүҙән ни файҙа, ә бына барҙы юҡ тип әйтеп, сағып алһаң, көнсөлдөң күңеле була", - тине.
Мин дә йылмайҙым. Күңелемдәге ауыр таш иреп юҡҡа сыҡты. Рәхмәт әхирәтемә. Ә мин ғүмерем буйы шул ябай һорауға ла яуап таба алмағанмын. Тик ауыр һүҙҙәр ишеткән һайын, мин тағы ла нығыраҡ тырышып уҡыным, эшләнем. Һуңлап булһа ла "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы" тигән исемгә лә лайыҡ булдым. Кешеләр бер-береһенә ауыр һүҙҙәрҙе сәмгә тейер өсөн әйтәләрме, әллә бөтөрөп ташлау өсөнмө икән? Ә мин ауыр һүҙ әйтеүселәрҙе тәрбиәһеҙ кешеләр тип ҡабул иттем. Тәрбиә етерлек кимәлдә бирелмәгән уларға. Мин үҙем уларҙы йәлләйем...
...Ә Рәми Ғариповтың баяғы шиғырына килгәндә, милләттәштәремдәң күбеһе "илем", "телем", тип йәшәй, Рәми әйткәнсә, бер ҡылды тарта, көйләй. Беҙҙән һуң килгән йәштәр ҙә дауам итер уны, иншалла. Шағир әйткәнсә, "Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы ул ҡыл үтеп ингән йөрәгебеҙгә". Шуға ла, бер ҡыл тартып, бер маҡсат менән йәшәгән туғандарҙың, милләттәштәрҙең бер-береһенең битен тырнамай ғына көн итеүҙәрен күрге килә.
БӨТӘҺЕ ЛӘ ЯҠШЫРҘЫ ТИП ИШЕТКЕ КИЛӘ ЛӘ БИТ
Үҙәк баҫмаларҙы ҡараштырып сыҡһаң, "Яңы завод төҙөләсәк", "Эш хаҡын арттырыу ҡарала", "Телефондан һөйләшеү арзанаясаҡ" тип уҡыйһың һәм үҙгәртеп ҡороу башланған йылдарҙа телеэкрандарҙан яңғыраған бер йыр иҫкә төшә. Иҫегеҙҙәме? Ҡалын тауыш:
"Здравствуйте, товарищи, начинаем
Программу телепередач на завтра, на завтра..."
Ә һуңынан нәҙек тауыш менән ҡушымтаһы китә:
"Нет, нет, нет, нет, мы хотим сегодня,
Нет, нет, нет, нет мы хотим сейчас..."
Бөтәһе лә иртәгә, киләсәктә буласаҡ, тип йәшәнек. Социализм төҙөнөк, коммунизм төҙөргә хыялланып йәшәгәндә ҡапыл ҡырҡа артҡамы, уңғамы, һулғамы боролоп, капитализм төҙөй башланыҡ.
Хәҙер ғалимдар ҡатнашлығындағы тапшырыуҙарҙы йыш ойошторалар. Марс планетаһына осоу тураһындағы бер әңгәмәлә журналист: "Бына һеҙ Марста атмосфера ла, һыу ҙа бар, тинегеҙ, ә ниңә унда йәшәүсе юҡ һуң?" - тип һораны. Әллә был ғалимдың юмор тойғоһо бик юғары кимәлдә инеме икән, ул: "Сөнки бөтә Марс планетаһында аҙағынаса капитализм төҙөлөп бөткән, шуға унда йәшәйеш тә бөткән", - тип яуап биреп көлдөрҙө. Көлөрһөң дә: егерме йылдан артыҡ капитализм төҙөйбөҙ, ошо осорҙа әллә күпме матур һүҙҙәр һөйләнде, вәғәҙәләр бирелде, ә алға китеш юҡ. Эш хаҡы өҫтәлде, телефондан һөйләшеү арзанайҙы, тормош-көнкүреш яҡшырҙы, тип уҡығы һәм шуны тойғо килә лә бит. Белгестәр, үҙгәртеп ҡороу осоронда илебеҙҙең иҡтисады ярты быуатҡа артҡа ташланды, тип хәбәр итә...
Яһалма лозунгтар менән йәшәнек, улар әле лә бар инде ул. Иҫемдә, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 30 йыл тулыуҙы байрам иткән йылдарҙа ГДР менән Башҡортостан дуҫ республикалар тип иғлан ителде. Хатта Өфөлә бер урамды "Галле округы урамы" тип тә атанылар. Дуҫлыҡ хөрмәтенә Башҡортостан Яҙыусылар союзынан бер төркөм делегация йыйҙылар. Шул саҡ бер яҙыусы: "Ни өсөн нәҡ башҡорттар унда барып дуҫлашып йөрөргә тейеш?" - тип һорарға баҙнат иткән. Ә етәкселәр: "Һуғыш ялҡыны Белоруссия, Украина ерҙәрен яндырып, көйҙөрөп үткән, ә Башҡортостан тыл булған бит", - тип аңлатма биргән. Яҙыусылар союзы делегаттары ГДР-ға барып ҡайтҡас, ул ерҙә тыуған шиғырҙарын радио аша уҡыны. Әнғәм Атнабаевтың бер шиғыры иҫемдә. Ул:
"Ҡарт немецты күреп:
"Эй, немец бабай,
Быуындарҙан быуындарға
Дружить итәйек давай!.." - тип яҙһам да, башымда: "Минең атайымды һин үлтерҙеңме?" - тигән һорау ҡалҡа ла сыға", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Һуңынан уға цензуранан ныҡ эләккән тинеләр. Эйе, уйларға мөмкин, ләкин әйтергә ярамай. Бына шулай, әйтергә ярамай, тип өндәшмәгән, битараф булған өсөн дә тормош артҡа тәгәрәгәнен берәй заман аңлармы икән кешелек?..
ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Киске Өфө" гәзите ошо авторы - педагог, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы" Фәүзиә апай Усманова менән шул тиклем бәхетле. Ул гәзитебеҙ сыға башлағандың… икенсе һанынан алып беҙҙең алыштырғыһыҙ, тоғро авторыбыҙ һәм уҡыусыбыҙ булып ҡала килә, йәғни бына 16 йыл инде "Киске Өфө" биттәрендә "Фәүзиә Яхина", "Айгөл Ахунова" тигән ижади псевдонимдар аҫтында тәрән фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһай. Ошондай яҡты күңелле, битафлыҡтан азат, ғәмле, талантлы авторыбыҙҙы 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Фәүзиә апайыбыҙға оҙон ижад ғүмере, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле көндәр теләйбеҙ.
Фәүзиә УСМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА