«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИАЛЕКТ ЛӨҒӘТЕ ТЕЛЕБЕҘҘЕ БАЙЫТА
+  - 



Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төрки телдәре белгесе, филология фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР-ҙың Педагогия академияһы академигы Н.К. Дмитриевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре" XVIII Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтте. Ике көн дауамында барған сара тураһында БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Фирҙәүес ХИСАМЕТДИНОВА менән әңгәмәләштек.

Ун һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был фәнни конференцияның башлап ойошторолған йылдарын иҫкә алып үтһәгеҙ ине...

- Диалектология фәне буйынса конференция 1956 йылда башлап үткәрелгән, тик ул саҡта "Төрки телдәр диалектологияһы буйынса конференция-кәңәшмә" тип аталған ул һәм ике-өс йылға, хатта биш йылға бер Мәскәүҙә үткәрелгән. Был конференция-кәңәшмә һуңғы тапҡыр беҙҙә үткән, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, төркиәтселәр комитеты етәксеһе профессор Әҙһәм Тенишев мәрхүм булғас, сара туҡтап ҡалған. Ун һигеҙ йыл элек уның уҡыусыһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институты Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире Анна Дебо менән кәңәшләшеп, конференцияны беҙҙең институт нигеҙендә яңы форматта тергеҙергә килештек. Бөгөнгө көндә төрки телдәренең генә түгел, Рәсәй территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың телдәре лә өйрәнелә, шуны иҫәпкә алып, сараны "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре" тип атарға булдыҡ. Ошо йылдар эсендә конференция яйлап киңәйҙе, башта Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән ҡатнашһалар, аҙаҡ беҙгә ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк телдәренең диалекттарын өйрәнеүсе фән эшмәкәрҙәре лә ҡушылды. Төркиә, Япония, Венгрия илдәренән даими рәүештә ситтән тороп ҡатнашалар. Быйыл Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡаҙан, Кудымкар, Махачкала, Сыктывкар, Ижевск, Якутск ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Япония илдәренән бик күп ғилми мәҡәләләр килде.

Был юлы конференцияла ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?

- Башҡортостан үҙенә күрә Рәсәй диалектологтарының һәм диалектология фәненең үҙәгенә әйләнде, тип әйтергә була. Конференцияға фән эшмәкәрҙәрен генә түгел, уҡытыусыларҙы, студенттарҙы ла йәлеп итергә тырышабыҙ. Әлеге конференцияла өс секция эшләне. 1-се секцияла башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты, ғәйнә һөйләше буйынса бәхәстәр килеп тыуҙы. Башҡорт теленең үҙенсәлектәре, диалекттары күптән өйрәнелһә лә, шундай бәхәсле мәсьәләләр ҙә бар. Шуларҙы иҫәпкә алып, диалект шарттарында мәктәптәрҙә телде уҡытыу проблемаһы ла күтәрелде. Икенсе секция "Төрки диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре"нә бағышланды һәм унда башҡорт, теленгит һөйләше, ҡаҙаҡ, татар телдәренең фонемалары, диалект һүҙҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Конференцияның өсөнсө секцияһы "Славян һәм фин-уғыр диалектологияһы"на арналды, уны РФА Лингвистик тикшеренеүҙәр институты филология фәндәре докторы Сергей Мызников алып барҙы. Бөтә сығыштар ҙа бик квалификациялы булды, бары тик диалект үҙенсәлектәре тураһында ғына түгел, бында социалогик проблемалар ҙа күтәрелде.
Диалектология - кабинет фәне генә түгел, ул халыҡта тыуа, халыҡтан алына һәм артабан шул халыҡ менән бергә йәшәй. Фәнни конференция йыл да ниндәйҙер яңылыҡ белергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, быйыл РФА Тел ғилеме институты Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире Анна Дебо етәкселегендә эшләгән Мәскәү белгестәренең хакас теленең белтыр һөйләшенә бағышланған докладын тыңлаған минең бындағы коллегаларым шул телдә "әсәй" һүҙе барлығын ишетеп, фекер алышып ултырҙылар. Тик белтыр һөйләшендә "эче" тип яңғырай икән. Коллегаларым "әсәй" һүҙе башҡорт телендә генә бар икән, тип уйлап йөрөгән, сөнки беҙ аралашып йәшәгән төрки телле халыҡтарҙа был һүҙ юҡ. Ә бына хакастың белтыр һөйләшендә ул бар, тимәк, сағыштырып өйрәнергә, һүҙҙең килеп сығышын белергә мөмкин. Бәлки, тағы ла башҡа оҡшаш һүҙҙәр табылыр. Конференцияның пленар өлөшөндә Санкт-Петербургтан ғалим Сергей Мызников Архангель өлкәһе территорияһында фин-уғыр һәм төрки телдәренә ҡараған лексика тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Уйлап ҡараһаң, Архангель өлкәһе тирәһендә ниндәй төрки халыҡ бар? Бөтөнләй юҡ, элек-электән булмаған. Ғалим, был һүҙҙәр бында ҡайҙан барлыҡҡа килгән, тигән проблема ҡуя: аралашыу арҡаһындамы, әллә көньяҡта (мәҫәлән, Мәскәү тирәһендә) йәшәгән урыҫтар аша килеп ингәнме? Бына был фәнни конференция эҙләнеүҙәр өсөн файҙалы, ғалимдарға үҙ-ара аралашырға мөмкинлек бирә, бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ ябай тыңлаусылар өсөн дә файҙалы, төрлө фән кешеләре үҙенә кәрәкле мәғлүмәт таба ала бында.

Башҡорт теле диалектологияһы фәнендә ниндәй актуаль мәсьәләләргә иғтибар итергә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?

- Башҡорт теленең генә түгел, башҡа телдәрҙең дә диалекттары юҡҡа сығыу процесын кисерә. Шуға күрә, был өлкәлә иң актуаль мәсьәлә - әлегә халыҡ телендә ҡалған һүҙҙәрҙе теркәп өлгөрөү өсөн экспедициялар ойоштороу. Икенсенән, диалектологтар өсөн беҙ быйылдан башлап сығарырға ниәтләгән ғилми журналды Юғары аттестацион комиссия, Scopus халыҡ-ара мәғлүмәттәр системаһына индереп, төрлө яҡтан ошо фәнгә иғтибар йәлеп итергә теләйбеҙ. Сөнки фәндә талап шулай, мәҡәләләр рецензияланған журналдарҙа баҫылырға тейеш. Вуздарҙа диалектология буйынса айырым төркөм юҡ, уны булдырыу мөмкин дә түгел, әммә йәш кадрҙар әҙерләү зарурлығы бар. Телдәрҙе өйрәнгән, диалектология менән, ерлектәге, ырыу-ара телдәр менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итеп, берәмләп һайлап алып әҙерләргә кәрәк. Ул эште башлағайныҡ инде беҙ, әммә ҙур эшебеҙ - һүҙлек төҙөнөк тә, нисектер, иғтибарыбыҙ һүнеп торғайны. Хатта һәр кем үҙ ауылының диалекттарын, үҙенсәлекле һүҙҙәрен яҙып барһын, тип сайт та асҡайныҡ. Байтаҡ материал да йыйылғайны, шул донъя күрһә, халыҡҡа ҡыҙыҡлы буласаҡ. Мәҫәлән, "Киске Өфө" гәзитендә "Әсәйем лөғәте" тигән рубрикала ниндәйҙер материал баҫылып сыға икән, һөйләгән кешегә лә, яҙып алыусыға ла ул мәҡәләне күреүе ҡыуаныс, шуға ул иғтибарҙы йәлеп итә. Был йәһәттән беҙ әҙәби телдә ҡулланылмаған һүҙҙәрҙе сағылдырыу буйынса гәзит редакцияһы менән берлектә лә эшләй алыр инек. Ҡайһы бер һүҙҙәр әҙәби телдә бөтөнләй юҡ, ҡайһы берҙәре бер урында бер мәғәнәлә, икенсе яҡта икенсе мәғәнәлә йөрөргә мөмкин. Мәҫәлән, әҙәби телдә "бәпембә" тибеҙ, ә бына беҙҙең яҡтағы халыҡ телендә ул - "туҙғанаҡ". Шул уҡ ваҡытта, туҙғанаҡ һүҙе башҡа яҡта икенсе мәғәнәлә йөрөүе ихтимал. Әйтергә кәрәк, йәш быуын туҙғанаҡ һүҙен белмәй, сөнки мәктәптә улар әҙәби телдә белем ала, диалект онотола. Телде һаҡлауҙа шул бәләкәй генә шишмә баштары - диалекттарҙы өйрәнеү ҙә роль уйнай. Шуға был өлкәлә эшләйһе эштәр күп, халыҡтың йәнле теленә иғтибарҙы йәлеп итергә кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Туған теленә ҡарата битараф булмаған кеше генә башҡа телдәрҙең яҙмышын ситтән күҙәтеп тора алмай. Н.К. Дмитриевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре" XVIII Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһына тап шундай вайымлы, фәнгә мөкиббән шәхестәр йыйылғайны. Һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.06.18 | Ҡаралған: 813

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru