Төрлө ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт костюмы халыҡтың үҫеше, уның төрлө тарихи дәүерҙәрҙә башҡа халыҡтар менән мәҙәни һәм сауҙа бәйләнешен өйрәнеү объекты булараҡ сығыш яһаһа ла, милли кейемдең үҙе, уның төҙөлөшө тураһында телгә аҙ алына. Әммә тап ошонда ҡиммәтле мәғлүмәт һаҡлана ла инде. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, "Ҡара юрға" эпосында Мәсем хандың ҡыҙы Маҡтымһылыу Әбләйҙең кейеменә ҡарап, уның ҡайһы тарафтан килеүен әйтеп бирә. "Сабыуың түңәрәтеп яһалған, дала кешеһенә оҡшағанһың", - ти ул атаһының Ағиҙел үрендә урынлашҡан йәйләүенә Һаҡмар йылғаһының көньяҡ ярҙарынан килгән егеткә. Тимәк, башҡорт кейеме матур, уңайлы булыуынан тыш, берәй төрлө мәғлүмәт тә еткерә алған. Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән күҙҙе ҡамаштыра. Унда бөтөн нәмә гармонияла, уның бөтөн өлөштәре берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә.
Философик күҙлектән ҡарағанда, кейемдә тормош гармонияһы булып ике - ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет башланғысының үҙ-ара ярашыуы тора. Тотороҡлолоҡ, үҙ һүҙендә тора белеү, аналитик фекерләү, һалҡын иҫәп, йәғни, ир-егет башланғысы кейемдең нигеҙендә - төҙөлөшөндә күренә. Хис-тойғоларға бай булыу, башҡаларҙың хәленә инә белеү, йәлләү менән айырылып торған ҡатын-ҡыҙ башланғысы кейемдең төҫөндә, биҙәктәрендә, биҙәнеү әйберҙәрендә сағыла.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан музейҙарында һаҡланған, XIX быуат аҙағы-XX быуат уртаһында тегелгән милли кейемдәрҙе тикшергәндән һуң, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрен бер нисә төргә бүлеп була. Уның иң боронғолары, башлыса өйҙә, ҡул көсө менән һуғылған, киңлеге 30 см-ҙан ҙурыраҡ булған туҡымаларҙан тегелгән. Күлдәктең итәге менән өҫкө өлөшө тоташтырып тегелгән урында магазин туҡымаһынан киң генә әүеркә һалынған. Бындай кейемдәр туҡыма һуғыу киң таралған төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа тегелгән.
Өҫкө яғы өс - арҡа һәм ике алғы өлөштән, итәге бер нисә ҡыйыҡтан торған күлдәкте төньяҡ һәм көнсығыш райондары кейгән. Биле аҫҡа төшөп торған күлдәктәр Урал арьяғы башҡорттары өсөн хас булған.
Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың күлдәктәре ең формаһы менән айырыла, ул ҡабарып тора. Шулай уҡ еңде төрлөсә ултырталар.
Яға башлыса ике төрҙә: ултырма яғалы күлдәк һәм яғаһы төшөрөп ҡуйылған күлдәктәр булған. Төймәләр йә алдан, йә арттан, йә яурынға ҡуйылған.
Башҡорт алъяпҡыстары ла төрлөлөгө менән айырылып тора. Әйткәндәй, башҡорт кейеме составында алъяпҡыстар бөтөн ерҙә лә осрамай, мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында ул юҡ. Был төбәк халҡының XX быуаттың 20-се йылдарына тиклем төп шөғөлө малсылыҡ булған. Тимәк, улар даими рәүештә күсмә тормош менән йәшәгән. Ә алъяпҡысты йорт эштәре менән булышҡанда таҡҡандар.
Камзулдарға килгәндә, был еңһеҙ кейемдең алғы өлөшө тура төшә, ә артҡы өлөшө арҡаға һылашып ҡына төшә лә, бил тирәһендә киңәйә, бының өсөн махсус рәүештә ҡабырға йөйөн арҡаға сығарыбыраҡ тегәләр. Иң ҡыҙығы, ошондай бесеү принцибы тарихи кейем өлгөләрендә, атап әйткәндә, XVII-XVIII быуаттарҙа Францияла осраған жустокорптарҙа осрай. Француз кафтаны камзул өсөн өлгө була аламы, юҡмы, был мәсьәлә асыҡ ҡала, әммә 1812 йылдағы һуғышта Парижғаса еткән ата-бабаларыбыҙ уларҙы трофей итеп алып ҡайтмаған тимә.
Халыҡ сәнғәтенең һәр өлгөһөндә лә биҙәүҙәр киң ҡулланыла. Боронғо кешеләрҙең тормошонда биҙәктәр ҙур роль уйнаған, улар кешене яуыз көстәрҙән һәм күҙҙәрҙән һаҡлаған, ниндәйҙер йола үтәү өсөн кәрәк булған, хужаһының социаль статусын күрһәтеп торған. Биҙәктең һәр элементы һаҡлау ролен үтәгән. Хәҙерге заманда тәнде "яуыз көстәр"ҙән һаҡлау кәрәклеге юғалған, сөнки уларға ышаныу юҡҡа сыҡҡан. Шулай ҙа бөгөнгө көндә һаҡлау төшөнсәһе әһәмиәтен юғалтҡан тип тә әйтеп булмай, ул икенсерәк кимәлгә күскән. Бөгөн "энергетик вампир", кешене һаҡлап тороусы ҡатламдар, мәҫәлән, аура тигән терминдар ҡулланыла. Йәғни, элек кешенең йәне һаҡлауға мохтаж булһа, бөгөн тәндең энергетик ҡатламы һаҡлау объекты булып тора. Шуға ла кейемдең "һаҡлаусы" өлөштәре лә үҙгәрҙе, заманса костюмда насар кешеләрҙең энергетикаһынан аураны һаҡлау өсөн ювелир биҙәүестәренә, бетеүҙәргә, төҫтәргә күберәк иғтибар бирелә. Әммә боронғолар ҡурҡыныс янаусы әйберҙәргә күберәк мистик төҫ биргән, улар кеше күҙенә күренмәй һәм хатта кейем аша ла кешенең йәненә үтеп инә ала, тип иҫәпләгән. Кейемдең иң "йомшаҡ" ере тип йырыҡтар, тегелгән урын иҫәпләнгән. Шуға бындай урындарҙы биҙәгәндәр ҙә. Милли кейемдә яға, түш киҫелеше, итәктең һәм еңдең осо биҙәлгән. Башҡорт күлдәгендә бигерәк тә уның өҫкө өлөшөнә иғтибар биргәндәр. Ошо маҡсатта түш уйымы тәүҙә сигелгән түшелдерек менән ҡапланған. Һуңғараҡ түш уйымын сигеп биҙәгәндәр, ул иҙеү тип аталған. Хәҙерге фәндә милли костюмды философтар ҙа өйрәнә. Кейем һаҡлаусы ролен үтәүҙән тыш, матур биҙәктәр кешелә тик ыңғай тойғолар ғына уятҡан. Матурлыҡты күрә белгән кеше иһә, яуызлыҡ ҡылмаясаҡ. Шуға ла биҙәктәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте лә юҡ түгел.
Донъя өс өлөштән тора, тип иҫәпләгән ата-бабаларыбыҙ. Иң юғары баҫҡыста - Һауа, унда Тәңре йәшәй. Көн (Ҡояш), Ай, уларҙың ире Самрау; Тимер Ҡаҙыҡҡа бәйләнгән Һарат менән Буҙат һәм уларҙың артынан ҡыуыусы алты ас бүре лә Күктә. Уртансы ҡатлам - Ерҙә кеше, уның ярҙамсылары Толпар, йәнлектәр, ҡоштар (шоңҡар, торна, аҡҡош, күгәрсен), шулай уҡ өй, тау, урман, ут эйәләре йәшәй. Ер йәки һыу аҫты - төрлө ғифриттәр, һыу эйәләре, Сәмреғош һәм башҡа йәндәр донъяһы. Улар, үҙ сиратында, изге (Аҡбуҙат, торна, балыҡ) һәм яуыз (дейеү, ауырыу эйәләре һ.б.) һәм бер кемгә лә зыян килтермәгән (тау, йылға эйәләре) көстәргә бүленә.
Донъяның ошондай бүленеше матди мәҙәниәт предметтарының барыһында ла, шул иҫәптән торлаҡта, көнкүреш әйберҙәрендә, кейемдә сағылыш тапҡан. Милли кейемдә өҫкө донъя баш кейеме һәм арҡаның өҫкө өлөшө кимәлендә сағыла. Баш кейемдәре ҡоштарҙы ла хәтерләтеп ҡуйған, ә ҡоштар иһә һауаның, яҡтылыҡтың, тормоштоң күҙалланышы. Ҡашмауҙы ғына алып ҡарайыҡ. Уның алғы өлөшө ҡоштоң суҡышы, арҡала ҡойроғо, алға төшөп торған биҙәүестәр ҡоштоң ҡанаты. Әйткәндәй, ҡолаҡ эргәһенән аҫҡа ҡарай төшөп торған сулпылар күп халыҡтарҙың баш кейеме өсөн хас.
Урта донъя арҡаның өҫкө өлөшөнән кейемдең итәгенә тиклем сағыла һәм ул Ерҙең үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһының байлығын һәм матурлығын күрһәтә. Сигеү, аппликация ярҙамында кейемдең ошо өлөшө үҫемлектәр, сәскәләр, йәнлектәр һыны менән биҙәлә. Түбәнге донъя - күлдәктең аҫҡы өлөшө, шулай уҡ аяҡ кейеме. Был донъя кешене ҡурҡыта, ундағы яуыз көстәр кешенең ғүмеренә, сәләмәтлегенә зыян килтерә, тип ышанғандар. Бигерәк тә йәш ҡатындарҙың кейеменә иғтибар бирелгән, сөнки милләттең киләсәге улар тыуҙырған һәм тәрбиәләгән һау-сәләмәт быуындың ҡулында. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ ҡыҙҙарҙың һәм йәш ҡатындарҙың һаулығын һаҡларға тырышҡан. Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙҙың кейеме ниндәйҙер мәғәнәгә эйә булған төрлө биҙәктәргә бай.
Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, аяҡ кейеме - сарыҡтың үксә өлөшө аппликацион биҙәк менән байытылған аркалар менән биҙәлгән. Биҙәктең төҫө лә үҙенсәлекле, ул, ғәҙәттә, ҡыҙыл ептәр һәм ҡыҙыл төҫтәге туҡыма киҫәктәренән яһала, ә ҡыҙыл төҫ һәр замандарҙа ла һаҡлаусы функцияһын үтәгән. Икенсенән, бындай композиция тоннелгә инеү йәки унан сығыуҙы хәтерләтә. Гүзәл Ҡазбулатова иҫәпләүенсә, боронғо кешеләр тормоштоң яралыуын шулай күҙаллаған. Икенсе донъяға үҙенсәлекле юл булараҡ ҡаралған түбән донъялағы был "ишекте" яһап, уны биҙәүҙең төп маҡсаты нәҫел-ырыуыңды һаҡлау, был донъяға яуыз көстәр үтеп инеүенә юл ҡуймау.
Түбәнге донъя менән йылға һәм күлдәргә мөнәсәбәт тә бәйле. Боронғо башҡорттар һыуға ике төрлө ҡарашта булған. Бер яҡтан, һыу - йәшәү сығанағы, икенсе яҡтан - һыу үҙенең юлындағы бөтөн нәмәне емерә ала. Башҡорттарҙың һыуға бындай мөнәсәбәте "Урал батыр" эпосында ла күренә. Урал батыр эскән күлдең һыуында көн күргән дейеүҙәр уны һәләкәткә килтерә, Урал батыр, күлдең һыуын эсмәгеҙ, тип кәңәш итә. Тик ерҙә эсәр һыу етмәй башлағас, кешеләр уның улдарына килеп, ярҙам һорай. Шул саҡта улар булат ҡылыстары менән тауҙы уйып, Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар тигән йылғаларға баш бирә. Башҡорттарҙың кейемендә йылғаны күлдәктең итәгенә тегелгән таҫма һынландыра. Таҫма урта һәм түбәнге донъя сигендә, был да халыҡтың һыуға мөнәсәбәте тураһында һөйләй.
Милли кейемдә кешенең социаль йәки ғаилә хәленә бәйле элементтар ҙа бар. Мәҫәлән, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ғына ҡашмау кейә алған. Иң тәүҙә баш кейеме күрһәтеп торған ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә хәлен. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың кейеме, башлыса, ҡашмауы ромб формаһындағы биҙәктәргә бай булған. Ромбтың оҙонса түңәрәктең эсенә урынлаштырыуы ла ихтимал. Оҙонса түңәрәк - йәшәйеш символы. Уның ромбҡа әүерелеүе - Ер менән Һауаның, ир менән ҡатындың ҡушылыуын аңлата. Йәшәйештең нигеҙе һәм асылы. Шуға ла ромб кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың кейемендә генә осрай. Ә йәш ҡыҙҙар толом башланған ергә өсмөйөш ҡуя, был уның кейәүҙә булмауы билгеһе. Бүрәттәрҙә, мәҫәлән, ҡыҙҙың кейәүгә сығырға әҙерлеген билбау урынына билде уратып алған декоратив биҙәк күрһәтеп тора. Тывалар итәк осона ошондайырак биҙәкле тар туҡыма тегеп ҡуялар. Бөтөн был миҫалдар милли кейемдең халыҡ, уның донъяға ҡарашы тураһында мәғлүмәт йөрөтөүен күрһәтеп тора.
Айгөл КАМАЛИЕВА.
"Башҡорт костюмы" китабынан.
КИРЕ СЫҒЫРҒА