«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ УҠЫУ ЙОРТОНДА АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ҺАҠЛАУ ТУРАҺЫНДА ҒӘМ ҺАЛАЛАР
+  - 



Бөтә яҡлап та алға киткән илдәрҙә генә ҡулланыусылар йәмғиәте үҫешә, Рәсәйҙә был процесс яй бара, ти белгестәр. Ҡулланыусылар йәмғиәтендә ваҡлап һатыу итеү нөктәләре урынына ҙур супермаркеттар барлыҡҡа килеүе, кешеләрҙең әйберҙе кәрәк булған өсөн түгел, ә "күңел өсөн" күпләп һатып алыуы, буш ваҡытта ял итеү өсөн магазиндарға сығып йөрөү ғәҙәте хас, тип яҙыла. Был күренеш беҙҙең өсөн ят та тойолмай кеүек бит хәҙер, ниҙер етештереү урынына һатып алып ҡуйыуҙы хуп күрәбеҙ. Ыҙалап һыйыр көткәнсе, әҙер май-ҡаймағын алам, тип фекер йөрөтә күптәр. Ҡулланыусылар яҡшы үҫешкән илдә генә йәшәй ала, тип уйлап, сеймал сығанағы сифатында тороп ҡалмаҫбыҙмы бер мәл? Ошо турала борсолоп уйланып йөрөгән мәлдә, "Бирәм тиһә ҡолона - сығарып ҡуя юлына", тигәндәй, Башҡорт дәүләт аграр университетының сығарылыш йылы студенты Дилә НАЗЫРБАЕВА менән әңгәмәләшергә тура килде. Вуздың "Аҙыҡ технологиялары" факультетында белем алған йәш белгес менән һөт аҙыҡтарын етештереүселәр, ҡулланыусылар һәм юғары уҡыу йорто хаҡында ла әңгәмәләштек.

Башҡорт дәүләт аграр университеты тураһында кемдән белеп, ни өсөн тап ошо йүнәлештәге факультетҡа уҡырға инергә булдың?

- Башҡорт дәүләт аграр университеты тураһында атайым әйтеп, документтарымды ошонда тапшырырға булдым. Ул үҙе лә ошо вузға уҡырға ингән булған, ләкин әрме хеҙмәтен үтәргә киткәндән һуң, кире уҡып бөтөргә мөмкинлек тапмаған. Шуға ла миңә, уҡырға ин, мотлаҡ юғары уҡыу йортон тамамла, тип алып килде. Тәүҙә вуздың иҡтисад бүлегенә уҡырға ингәйнем, һуңынан "Аҙыҡ-түлек технологиялары" тигән факультетҡа күсеп, быйыл бына бакалавр дипломын алам. Һөнәр алыштырыуымдың сәбәбе шунда: һөт продукциялары етештереүҙең төбөнә төшөнгөм килде. Ҡалала тыуып үҫкәс, мин был өлкәлә бер нәмә лә белмәй инем, шуға ҡыҙыҡ тойолдо. Үҙем дә һөттән яһалған ашамлыҡтарҙы бик яратам. Бынан тыш, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереүселәр былай ҙа күп, ә инженер-технологтарға бөтә ерҙә ҡытлыҡ.
"Аҙыҡ-түлек технологиялары" факультетына уҡырға инеү өсөн химия фәнен яҡшы белергә кәрәк, сөнки уҡып бөткәнсе ул кәрәк була. Дөйөм алғанда, бер дәресте лә ҡалдырмай, ҡушылған эштәрҙе ваҡытында үтәп барһаң, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыуҙың бер ҡыйынлығын да тоймайһың. Әгәр ҙә инде йыр-бейеүгә әүәҫ булһаң, йәки берәй спорт төрө менән шөғөлләнһәң, бигерәк тә яҡшы. Уҡыуҙан тыш үҙен әүҙем күрһәткән студенттарға университет юғары стипендия түләй, ул минималь эш хаҡынан да күберәк килеп сыға. Мин баскетбол буйынса ярыштарҙа университет намыҫын яҡлайым. Тағы ла яҡшы өлгәшкән студенттарҙы университет менән килешеү төҙөгән сит ил юғары уҡыу йорттарына, ҙур хужалыҡтарға тәжрибә тупларға, эшкә өйрәнергә ебәрәләр. Мәҫәлән, минең ике төркөмдәшем ярты йылға Германияға барып ҡайтты, Америка һәм Ҡаҙағстанға ла барырға була. Үҙебеҙҙә лә Ҡаҙағстан, Тажикстан, Нигерия илдәренән йәштәр белем ала. Эшкә алыусыларҙың, хәҙерге йәш белгестәргә вуздарҙа практик белем етерлек бирелмәй, тип һанауын, эшкә төшкәндә тәжрибә талап ителеүен беләм. Был йәһәттән мин уҡыған бүлектә зарланырлыҡ түгел, ике йыл дауамында берәр ай республиканың һөт продукциялары етештереүсе заводтарында эшләйбеҙ. Мин Белорет май-сыр комбинатында практика үттем, магистр дипломын алғас, эшкә килергә лә саҡырҙылар. Төркөмдәштәрем Туймазы һәм Саҡмағош һөт заводтары, Стәрлетамаҡ һөт комбинаты, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, Белорет май-сыр комбинаты, Ҡарлыман һөт-консерва заводында тәжрибә тупланы. Өфө, Ҡырмыҫҡалы һөт продукциялары эшкәртелгән заводтарға экскурсияларға йөрөп, яңы ҡоролмалар менән танышып, эш айышына төшөнөп, буласаҡ коллегаларыбыҙ менән аралашып торабыҙ.

Вузда һөт аҙыҡтары теорияһын ғына өйрәнәһегеҙме, әллә практик дәрестәр ҙә буламы?

- Беҙҙә лекцияларҙын тыш практик һәм лаборатор дәрестәр ҙә үткәрелә. Лекцияларҙа теорияһын өйрәтәләр, ә практик дәрес ваҡытында үҙебеҙ һөт продукттарын эшләп ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, сыр, йогурт, туңдырма эшләп ҡарағаныбыҙ булды. Әле квалификация имтиханын тапшырғанда туңдырма эшләп күрһәттек. Уны әҙерләү өсөн миксер, фризер аппараттары, һыуытҡыс, кәстрүл һәм кәрәкле ингредиенттар булыуы шарт. "Һөт һәм һөт продукциялары технологияһы" тигән предметтың практик дәресе ваҡытында лаборатор бүлмәнән һөт бирәләр, шуны пастеризациялайбыҙ, һарҡытып һөҙәбеҙ һәм ул гомогнезация процесын үтә, йәғни ике градусҡа тиклем һыуытыла һәм әҙер булғансы яй ғына болғап торола. Туңдырманы әҙерләү дүрт сәғәттән ун ике сәғәткә тиклем барырға мөмкин. Һуңынан тәмләткес өсөн шоколад, емеш-еләк ҡушып, матур итеп биҙәп ҡуябыҙ. Беҙ туңдырманы, ғәҙәттә, дүрт дәрес дауамында эшләйбеҙ, уҡытыусыларыбыҙ ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Светлана Канарейкина, техник фәндәр кандидаты Лилиә Ибәтуллина, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Фәнүс Ғафаров барыһын да ентекле өйрәтә, продукцияның химик составын, һелтелелеген билдәләргә, тикшереүҙәр үткәрергә лә беләбеҙ. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт аграр университетының Сыр цехы бар, шунда ла студенттарға буласаҡ һөнәрҙәренең айышына төшөнөргә, оҫтарырға мөмкинлек бар.

Бөгөн магазиндарҙа һатылған һөт продукцияларының сифатына ла байҡау яһайһығыҙмы дәрестәрҙә?

- Эйе, дәрестәрҙә генә түгел, үҙем ҡулланырға алғанда ла иғтибар итергә күнеккәнмен. Башҡортостанда етештерелгән һөт продукттарының сифаты яҡшы ғына, етештереүселәр бөтә талаптарға ла яуап бирергә тырыша. Ғөмүмән алғанда, етештереү цехы ҙур заводтар етештергән продукттар сифатлы була. Сөнки бөтә илдә билдәлелек яулаған, сит илгә лә продукцияларын сығарып һатҡан заводтар үҙҙәренең абруйы тураһында ныҡ хәстәрлек күрә, улар сифатҡа ныҡ иғтибар итә. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһе хеҙмәттәре лә уларҙы йыш тикшереп тора. Һатып алыусыға продукцияның сығарылған көнө ниндәй булыуға иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, һөт ете көн һаҡланырға мөмкин, ультрапастеризацияланған һөт ярты йыл һаҡлана, тиҙәр инде, әммә ул күп тапҡыр эшкәртелгәс, файҙаһы ҡалмайҙыр, тип уйлайым.

Һинең ҡарамаҡҡа, бөгөн ауыл хужалығы өлкәһендә хәл ителергә тейеш иң мөһим проблема ниндәй?

- Республиканың һөт продукциялары етештереүсе заводтарын барып күргәнем булғас, үҙем практика ла үткәс, беләм: һәр өлкәлә лә юғары белемле белгестәр етешмәй. Ауыл ерендә лә халыҡ һаны кәмей, бөтәһе лә ҡала шарттарында йәшәргә теләй, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләргә теләүселәр һирәк. Шуға Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының төп бурысы - ауыл хужалығын яңынан аяҡҡа баҫтырыу булырға тейеш. Был йәһәттән, мин бер уңышыма шатмын - Белорет май-сыр комбинатында практика үткәндән һуң мине унда эшкә саҡырҙылар, шуға диплом эшем дә ошо заводҡа бағышланған. "Һөт продукциялары ассортиментын төрлөләндереү ниәтендә Белорет май-сыр заводын яңыртыу" тип атала фәнни тикшеренеү эшем һәм айран, ҡатыҡ, сей ҡатыҡ етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим итәм. Был проектым тормошҡа ашһын өсөн биш йыл кәрәк буласаҡ, шулай ҙа ниндәйҙер эштәр эшләнһә, бик яҡшы булыр ине, сөнки республиканың төрлө ҡалаларында урынлашҡан һөт заводтары иғтибарға мохтаж. Бынан тыш, һөт продукцияларын етештереүгә ҡағылышлы хәл ителәһе мәсьәләнең береһе - производство өсөн һөт һатып алыу, сеймал йыйыуҙы яйға һалыу. Әлеге лә баяғы шул Белорет май-сыр комбинатына Белорет, Әбйәлил, Учалы райондарынан йыйылған һөт әҙ, производствоны киңәйтеү өсөн сеймал да күберәк талап ителәсәк, ә ауыл ерендә фермалар ғына түгел, мал көтөүсе шәхси хужалыҡтар ҙа һирәгәйҙе. Башҡорт халҡының һөттән эшләнгән милли ризыҡтарын етештереү технологияһын да өйрәнеп ҡалырға кәрәк, уны белгән оло быуын кешеләре һирәгәйгәс, был да проблемаға әйләнеп бара хәҙер...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарға белем биреү генә түгел, республиканың ауыл хужалығы өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе хәстәрләү тураһында ла ғәм һалалар икән. Бөгөн был вуз Башҡортостанға инженер-технологтарҙан тыш, мал табибы, агроном, урман хужалығы эшселәре, механизаторҙар һәм башҡа бик файҙалы һәм мөһим һөнәр эйәләрен әҙерләй. Йәш белгестәрҙең ауыл хужалығы өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларға ҡарата битараф булмауы, уларҙы хәл итеү өсөн тырышып белем алыуы, тәжрибә туплауы маҡтауға лайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 634

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru