Яңыраҡ телевизорҙан ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер ваҡиғаны күрһәттеләр. Розеткаға ҡапыл ут ҡапҡайны, бер егет һүндермәк булып, утҡа өрә башланы. Ут һүнмәгәс, йүгереп барып сепрәк (ҡулъяулыҡ булды шикелле) алып килде лә шуның менән елпетергә тотондо. Былай ҙа һүнмәгәс, алйып алйыны теге. Әлдә һыу килтереп һипмәне, токтан һуғылыр ине. Ҡаңғырҙы, ҡаушаны, аҙағы ни менән бөткәндер, күрһәтмәнеләр.
Шул ваҡыт үҙемдең бер йылды ут менән көрәшкәнем иҫкә килеп төштө. "Жигули"ем менән район үҙәгенә тип юлға сыҡҡайным, Сәңгелдене төшөп барғанда капот аҫтынан төтөн ялбырлауын аңғарып ҡалдым да, йәһәт кенә машинамды туҡтатып, төшә һалып, капотымды асып ебәрҙем. Һауа етмәй торған икән, машинам дөрләп яна башланы. Ҡаушап ҡалманым, яратып ҡына кейгән курткамды сисеп, ут бөрккән урынға йомарлап тыҡтым да, ҡышҡы ҡарлы мәл ине, услап-услап ҡар алып, двигателем өҫтөн тултырып ташланым, юл ситендәге ҡатҡан ҡарҙы тырнай торғас, бармағым һыҙырылып ҡанай башлауына ла иғтибар итмәгәнмен. Эргәмдән бер машина жыйлап үтеп китте, туҡтап торманы, янып ятыуымдан ҡурҡҡандыр инде йәш кеше, бер-бер хәл булһа, шаһит булып йөрөү эш түгел, тигәндер. Утты томалап бөтөүөмә эргәмә Ҡунафин Ринат ҡусты менән Исҡужин Салауат ағай килеп туҡтанылар. Хәлемде һөйләгәс, "Нисек ҡурҡманың, Мөнир ағай, машинаң шартлаһа?" тине Ринат ғәжәпләнеп. Тәүге генә машинам ҡәҙерле, "шартлаһа бергә шартлайым инде" тинем. Дөрөҫөрәге, үҙемде уйларға ваҡыт булманы бит инде ул саҡта.
Быларҙы мин ни өсөн яҙам? Беҙ, беҙҙең осор балалары, йәшәйештәге һәр киҫкен осраҡҡа ла әҙерлекле, ҡатынҡы булып үҫтек. Беҙҙе өйҙә лә, мәктәптә лә тормошҡа ныҡлы әҙерләнеләр. Тәүәккәл, ҡыйыу һәм көслө итеп. Атайым, һуғыш яугиры, 53 кенә йәшендә, миңә 15 тә тулмағайны әле, үлеп китте. Ә бит иҫ белгәндән алып ул беҙҙе бер ҡасан да эшһеҙ тотманы. Кәбир ҡустым менән икебеҙҙе урманға тыранса ярырға ла алып китер ине, утын әҙерләргә лә. Айыуһаҙында ҡыуышта ятып, төнөн айыу маҙаһыҙлай башлағас, һуңынан Муйылтүбәләге йортҡа барып йоҡлап бесән эшләй торғайныҡ. Картуф сәсеү, утау, йыйып алыу - беҙҙең мотлаҡ үтәй торған эш булды. Әлеге Кәбир ҡустының өйө алдындағы иҫке өйөбөҙҙөң ағасын да атай менән Оҙонсал буйындағы ҡаршы тауҙа йығып, арҡанға бәйләп шыуҙырып төшөрҙөк. Атай урмандан алып ҡайтҡан ҡоро утынды станға һалып, арҡыры бысҡы менән бәләкәйҙән бысып сыныҡҡанлыҡтан, Әбделмәмбәттә ятаҡта ятып уҡығанда йыуан-йыуан ҡайындарҙы бысыу беҙҙең өсөн "шүтнә" ине. Ятағыбыҙ тау өҫтөндә бит инде, көн дә аҫтағы Оло йылғанан көйәнтәләп һыу ташыныҡ, үҙебеҙ өсөн күп итеп йәшелсә, кәбеҫтә, картуф үҫтерҙек. Кәбеҫтәне турап тоҙлау ҙа беҙҙең эш булды. Эшләгәс, ашауға ла әрһеҙбеҙ, көн һайын тиерлек кәбеҫтәле аш бешерерҙәр ине, яратып ашаныҡ. Ашнаҡсылар Роза менән Хөснә апайҙарҙың телеңде йоторлоҡ шул тәмле аштарын бөгөн булһа һағынам. Ятағыбыҙҙың кәртәһендә башмаҡ ҙурлыҡ сусҡалар көттөк, уларға ла ашарға алмашлап беҙ һала торғайныҡ. Ятаҡ һәм мәктәп өсөн яҙ һайын урманға сығып, утын әҙерләнек, машинаға тейәп ташыныҡ. Бер эштән дә, бер ниндәй ҙә тормош ҡытыршылығынан да ҡурҡмай, донъя көтөргә өйрәнеп үҫтек. Ә колхозыбыҙ беҙҙе күпме тотондо: миндек бәйләнек, силос һалыуҙа, бесәндә йөрөнөк, яландарҙы таштан таҙарттыҡ, хатта мал йәйләүҙән ҡайтыуға ферманы таҙалап ҡуйыу ҙа беҙҙең елкәлә ине. Өмәләргә алып сыҡтылар, тимурсылар булып та йөрөнөк.
Шул ваҡыттарҙы уйлайым да хайран ҡалам, хәҙер балаларға тегене ашатырға ярамай, быны ашатырға ярамай, эшләтергә ярамай, нимәне генә алма - ярамай ҙа ярамай... Балаға тауышыңды күтәреңкерәп өндәшергә лә ярамай. Беҙ бәпәйҙәр, дөрөҫөрәге, мәмәй, тормошҡа яраҡһыҙ кешеләр тәрбиәләйбеҙ түгелме? Балалар өсөн үҙебеҙ йүгерәбеҙ, үҙебеҙ эшләйбеҙ. Ғилми-эҙләнеү эше булһынмы, олимпиада, БДИ эштәре булһынмы - барыһын да, йәшерен-батырыны юҡ, үҙебеҙ башҡарып ҡуябыҙ ҙа баһа. Яңы йылға сувенир шыршы эшләү, бүтән төрлө ҡул эштәре конкурсына әсәйҙәр ҙә әүҙем ҡушылып китә, балаларыбыҙ өсөн үҙебеҙ һүрәттәр төшөрәбеҙ, шиғырҙар яҙабыҙ. Һәм уларҙы данға күмәбеҙ. Хәтеремдә, 5-се класта уҡыған сағымда "Таң"да - "Юлай ниңә илай?", 7-се лә уҡығанымда "Башҡортостан пионеры"нда "Һуғыш" исемле шиғырҙарым баҫылды, район гәзитендә мәктәп тормошонан мәҡәләләр сығара инем. Минең өсөн бер кем дә яҙып бирмәне. Уҡытыусыларым хатта минең ижад иткәнемде белмәнеләр ҙә, ҡыҙыҡһынманылар ҙа шикелле. Ә бит бер дәфтәр итеп шиғыр юлдары менән әкиәт тә яҙғайным. Тик ул үҙем өсөн генә һымаҡ булды ла, аҙаҡ юғалды. Башҡорт теле уҡытыусыһы инша яҙырға ҡушһа, эй ҡыуаныр инем. Ялға ҡайтҡас, Ташморондоң иң түбәһендә, ялбыр ҡарағас төбөнә ятып рәхәтләнеп яҙғаным хәтерҙә. 12 битлек дәфтәрҙе тултырып, икенсе дәфтәрҙең өс-дүрт битенә сығарып яҙғайным ул иншамды. Уҡытыусымдан башҡа бер кем дә белмәне лә, күрмәне лә минең был эште, һин - ижадсы, тимәне. Маҡтап шашындырмауҙары ла бик яҡшы булған тим бөгөн. Ә хәҙер балаға үҙебеҙ эшләп бирәбеҙ ҙә, конкурста еңдерәбеҙ. Бәләкәй генә "эшенә" лә яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе матур итеп яҙып, Маҡтау ҡағыҙы тотторабыҙ, хатта район гәзитенә ҙур итеп яҙып сығарабыҙ. Уҡыусының шул ялған эшенә таянып, уҡытыусы үҙенең эшен күрһәтә, маҡтала, хатта юғары исемдәр алырға ла мөмкин. Ә баланы урлашырға, алдашырға өйрәтеүебеҙ хаҡында уның башына ла инеп сыҡмайҙыр.
Балаларыбыҙҙы өйҙә лә эшкә бигүк ҡушып бармайбыҙ, ҡулында телефон, компьютерҙа уйын уйнауҙан бушамай. Хатта мәктәптән күптән сығып киткән, армиянан ҡайтҡан малайҙарыбыҙҙы ла эшкә бик йәлеп итмәйбеҙ. Өйгә нигеҙ ҡорғанда, бура күтәргәндә эштә ҡатнашмай, өйҙән сыҡмай ятҡан малайҙарҙы күргәнем бар. Техникаға таянып, бесәнде лә атайҙар үҙҙәре генә эшләүгә күсеп бара. Мал һуйғанда ла малайҙар ситтәрәк йөрөй. Тағы иҫкә төшә: атай тере саҡта беҙ кәзәне күп көттөк, беҙҙең ала кәзәләребеҙ үҙҙәре айырым төркөм булып, тау ҡыҙырып йөрөй торғайны. Атай кәзә салып, тиреһен һыҙырғанда Кәбир ҡустым менән икебеҙҙе эргәһенән ебәрмәне, кәзәнең тояғынан тотоп торор инек, мал һуйырға өйрәнһендәр, тигәндер инде, бахыр. Берәүҙең: "Мөнир ағай, минең малайҙан машинаңды ремонтлатҡанһың", - тип ярһып көйәләнеп тороуын онотмайым. Ул "бала йәнле" атайҙың "эшләгәне миңә - өйрәнгәне үҙенә" тигәнде уйламауы, белмәүе һағайта. Ә бына йәлләгән улының араҡы эсеп, тәмәке тартып, урам буйлап йөрөүен белмәмеш тә күрмәмеш. Бар, әлбиттә, малайҙарының киләсәген хәстәрләп, бәләкәстән мәрхәмәтлеккә, тормошҡа, эшкә өйрәткән, рулгә ултыртҡан, техника ремонтлатҡан бына тигән атайҙар. Ундайҙарға афариндан башҡа ни әйтәһең.
Әммә барыбер ҙә борсоғаны: баланың бәләкәй генә эшен дә ҙур итеп баһалап, унда мин-минлек барлыҡҡа килтереүебеҙ, уның өсөн күбеһен үҙебеҙ эшләүебеҙ, һәр эшен аҡса һәм Маҡтау ҡағыҙы менән баһалауыбыҙ, физик эштә сыныҡтырмауыбыҙ. Кемдәр тәрбиәләйбеҙ беҙ? Баяғы бәләкәй генә утты ла һүндереү сараһын тапмаған һәм белмәгән офис хеҙмәткәреләй эшкинмәгән мәмәйҙәрҙеме? Уйланайыҡ, йәмәғәт!
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
уҡытыусы, журналист.
КИРЕ СЫҒЫРҒА