Башҡортостандан бер төркөм Рәсәй һәм Эстония буйлап Салауат Юлаев эҙҙәренән йөрөп ҡайтты. Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ҡыуылған Салауат һәм атаһы Юлай Аҙналин үткән был юлдарҙағы һәр ҡалала Башҡортостан хаҡында, Салауат Юлаев тураһында нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтелгән, милли кейем, фото күргәҙмәләре ойошторолған, тарихсы-ғалим сығыш яһаған, ҡурай моңо тыңлатылған. Һәм быларҙың барыһы менән ҡушар сәйәхәт буйынса кинофильм төшөрөп барылған.
Был проекттың идея авторы һәм етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Фәрит Ғәбитов менән фильмдың режиссеры Таңсулпан Бураҡаева редакциябыҙҙа булып, сәйәхәттә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙы гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
Беҙҙең әлегә тиклем милли батырыбыҙ хаҡында донъя кимәленә, улай ғына ла түгел, бөгөнгө йәш быуынға танытып күрһәтерлек кинофильм юҡ, шулаймы?
Фәрит Ғәбитов: Заман өсөн яраҡлы фильм юҡ, тип төҙәтәйек. Сөнки үткән йылдарҙа Салауаттың үҙенә үк арналған булмаһа ла, уның хаҡында мәғлүмәт биргәндәй фильмдар була. Пугачев хаҡындағы 1937 йылда донъя күргән кинола Салауат та үҙәк урындарҙың береһендә. Унда батыр ролен Ленинград актеры Константин Мухутдинов башҡара. Ваҡытында ул бик танылған актер була. Ленинград театрҙарында эшләй, һуғышта булып ҡайта, күп кенә фильмдарҙа уйнай.
Икенсе фильмды 1940 йылда Степан Злобин әҫәре буйынса Яков Протазанов төшөрә. Был кино Башҡортостан ерлегендә, элекке Маҡар, хәҙерге Ишембай районында төшөрөлөүе һәм шул быуын халҡы өсөн батыр образын тыуҙырырлыҡ булыуы менән үҙенсәлекле.
Әлбиттә, бөгөнгө ҡараштан ул киноларҙың сәйәсәте лә, идеяһы ла иҫкергән кеүек. Тик ул фильмдар ваҡытында әллә күпме сит халыҡтарға беҙҙең милли батырыбыҙ тураһында, милләтебеҙ тураһында мәғлүмәт бирҙе. Бөгөн иһә массалы, хәрби күренештәр менән тулы нәфис фильм тураһында һүҙ алып барыуы ла ауыр. Әммә мөмкин булмаған хәл түгел. Бары был тәңгәлдә етәкселектең етди ҡарашы ғына кәрәк.
Һеҙ әле башҡарып йөрөп ҡайтҡан эштәр хаҡында ишетәйек әле. Нимәнән башланды барыһы ла һәм нисек үтте?
Таңсулпан Бураҡаева: Башҡортостан кинематографистары союзы башҡорт киноһы тарихында беренсе тапҡыр БР Мәҙәниәт минстрлығы, "Урал" хәйриә фонды, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Башҡортостан" киностудияһы һәм БР Милли музейы булышлығы менән Президент гранттары фондынан Федераль грант алыу бәхетенә өлгәште. Был "Салауат эҙҙәре буйлап" тип аталған бик масштаблы проект. Рәсәйҙең 9 һәм Эстонияның 3 ҡалаһы аша үтеп, батыр тотҡонлоҡта йәшәгән Рогервик ҡәлғәһенә етеп туҡтаныҡ. Йәғни, беҙҙең маршрут "Өфө - Палдиски - Өфө" булды. Фильмды төшөрөү Салауат районынан башланып киткәйне. Салауаттың тыуған ауылы Тәкәйҙән тупраҡ алып, Рогервиктағы һәйкәленә алып барып һалдыҡ. Башта юлда саҡта юл иҫкәрмәләре генә яҙып барырға тип планлаштырғайныҡ та, материалдар шундай күп һәм бай булып, хеҙмәтебеҙ тулы метражлы документаль фильм булып килеп сыҡты. Бөтөн был сәйәхәт өс аҙна ваҡытты алды. Белеүегеҙсә, төркөмдө Фәрит ағай Ғәбитов етәкләне. Беҙҙең менән шулай уҡ ғалим, Салауат шәхесен, тормошон һәм яу юлын иң шәп белеүсе Мирас ағай Иҙелбаев һәм тағы ла режиссер, композитор, сценарий авторы, оператор, фотограф һәм дизайнер булған 17 кеше сәйәхәт итеп ҡайтты. Төркөмдәге һәр кем үҙ урынында кәрәкле һәм файҙалы булды.
Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән "Салауат юлы буйлап" тигән яҙыулы автомобиль күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Һәр туҡтаған урында осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, фильмдар күрһәтеү ойошторолдо. Илеш районының Иҫке Йәркәй ауылы, унан Миңзәлә, Ҡаҙан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Владимир, Мәскәү, Тверь, Бөйөк Новгород, Псков, Тарту, Таллин һәм Эстонияның Палдиски ҡалаларында батырыбыҙҙың эҙҙәрен юллап йөрөнөк. Тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә әйтеп аңлатыуы ла ауыр...
Күптән түгел күңелһеҙ хәл булып, берәҙәк бер мәҙәксе тарафынан Салауатыбыҙға "бандит" тигән яла яғылды... Ә заманында батыр ҡаршы сыҡҡан дәүләт власы уға ҡарата был әшәке һүҙҙе ҡулландымы икән? Һәм был проект, үҙенә күрә, бөтөн шул йәмһеҙ күренештәргә яуап та кеүек, шулай бит?
Фәрит Ғәбитов: Юҡ, ундай әшәке яланы хатта батша власы ла ҡулланмаған. "Злодей, изменник, бунтовщик" тип әйтелә, әммә "бандит" тигән һүҙ булмай. Һәм бөгөн дә урыҫтар беҙҙең милли батырға хөрмәт менән ҡарай. Ә наҙан, аң кимәле түбән әҙәмдәр беҙҙең арала ла, урыҫ араһында ла, башҡа милләт халыҡтары араһында ла бар инде ул.
Салауаттың исеме тыйылған заманда ла, уның хаҡында беренсе булып урыҫ телле яҙыусы Филипп Нефедов яҙып сыға. "Салауат тупаҫ яугир ғына түгел, ул ғалим һәм шағир. Ул Ҡөрьәнде, шәриғәт закондарын белә. Егет алдында ололар ҙа хөрмәт менән баш эйә, уҡымышлылығына муллалар ғына түгел, ахундар ҙа аптырай..." тип яҙа ул.
Был проект үрҙә телгә алынған ваҡиғаға яуап итеп эшләнмәне, был күптәнге хыял һәм бер нисә йыл әүәл башланған хеҙмәт. Әммә ул шулай тура килде һәм ысынлап та бик урынлы булды. Әйткәндәй, ошо проектты тормошҡа ашырғанда ла Федераль кимәлдәге бик күп башҡа милләт кешеләре ярҙамға килде. Улар беҙҙең милли батырыбыҙҙы шулай онотмай, ололап, уның исемен ғорурлыҡ менән телгә алыуыбыҙға һоҡланыу белдерҙе. Һәм, ысынлап, үҙ шәхестәребеҙҙе беҙ бары тик үҙебеҙ күтәрә һәм үҙебеҙ генә юҡҡа сығара алабыҙ. Быларҙы башҡа халыҡтар йәки милләттәр эшләй алмай. Заманында батша власы, совет иле һәм хәҙер килеп Рәсәй хөкүмәте һанлаған батырыбыҙҙы айырым әҙәмдәрҙең генә хәбәре ҡаралай алмай. Беҙ быға юл ҡуймайбыҙ ҙа.
Батырҙың һуңғы төйәге булған эстон ерендә уның хаҡында беләләрме, иҫләйҙәрме? Һеҙҙе нисек ҡабул иттеләр?
Фәрит Ғәбитов: Бөтә ерҙә лә беҙҙе яҡшы ҡаршы алып торҙолар, теләктәшлек күрһәттеләр. Музейҙарға, хатта Кремлгә инергә мөмкинлек булдырҙылар. Ҡайһы урындарҙа кино төшөрөүгә лә рөхсәт кәрәк булды, шуларҙы хәл иттеләр. Оҙатып йөрөүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, осрашыуға килгән халыҡ беҙҙең кемдең эҙҙәрен юллап йөрөүебеҙҙе белә, аңлай ине. Берәү ҙә "Кем ул Салауат? " тип һораманы.
Эстонияла ла шундай уҡ йылы мөнәсәбәт менән осраштыҡ. Унда ла Салауатыбыҙҙы "Башҡорттоң милли геройы" тип белеп торалар. Уның хаҡында легендалар, тарихтар йәшәй. Хатта беҙ туҡланып йөрөгән таверна хужабикәһе Салауатҡа арнап шиғыр яҙған да, шуны бик хисләнеп, ярһып, уҡып күрһәтте. Ә уның кейәүе "Салауат Балтик диңгеҙе ярында" тигән ҙур картина эшләгән. Беҙҙең музейҙарға ла бүләк иткән уны.
Шундай ҡыҙыҡ ҡына хәл дә булды. Яр буйындағы сиркәүҙе асып-ябып йөрөгән ҡарсыҡ менән һөйләшкәйнек. Сиркәүҙең батюшкаһы үлеп ҡалған да, Аллаһ йортон ошо апай тәрбиәләп йөрөй икән. Ә бина шундай мөһабәт, таштарҙан ғына йәбештерелеп, нисектер, үҙенсәлекле итеп төҙөлгән. "Был сиркәүҙең архитекторы кем икән?" тип һораһаҡ, теге аптырамай ҙа: "Говорят, его Салават строил", - тип яуаплай. Әлбиттә, бындай бер документ та юҡ, әммә халыҡ араһында йөрөгән легендаларҙан был көндәргә шундай мәғлүмәттәр килеп еткән. Икенселәре уны төҙөүҙә Салауат ҡатнашҡан, хатта аҡса ла ҡушҡан, тиҙәр. Һәр хәлдә, унда Салауат хаҡында шундай төрлө тарихтар йәшәй. Ә бит һәр тотҡон тураһында телдән-телгә, быуындан-быуынға хәбәр күсермәйҙәр. Һәм мине тулҡынландырған тағы ла бер нәмә бар: Салауатты ана шул сиркәүҙең "святойҙары" теҙмәһенә индергәндәр икән.
Палдискиҙың китапханаһына ла индек. Ярай, китапханасының Салауат тарихын белеүенә аптыраманыҡ, ә бына үҙ йомоштары менән ингән осраҡлы китап уҡыусыларҙың да милли батырыбыҙ хаҡында китаптар уҡыуына ғорурландыҡ та, хисләндек тә. Унан һуң, Салауат тураһындағы документтарҙың төп нөсхәләрен тотоп ҡараныҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле! Иҫкә төшһә, һаман күңел нескәрә...
Палдиски ихтилалсы тотҡондар өсөн ҡәлғә булған, шунлыҡтан, унда башҡа халыҡтарҙың да тотҡондары аҙ булмағандыр. Әлеге мәлдә йәки быға тиклемге тарихта беҙҙең милләт Салауаттың эҙҙәрен эҙләп йөрөгән кеүек, үҙ батырҙарын юллап йөрөгәндәр бармы, булғанмы?
Таңсулпан Бураҡаева: Беҙгә күп урындарҙа "Һеҙ ҡайһылай хөрмәтле, хәтерле халыҡ" тип әйттеләр. Һәм был ысынлап та шулай. Әлеге Палдискиҙа ла күп йылдарҙан һуң милләттәштәре килеп, эҙҙәрен юллап йөрөгәндәй Салауат кеүек батырҙар ҙа булмаған. Бөгөн беҙ уны үҙебеҙҙе берләштерә торған символға әүерелдергәнбеҙ.
Бөтөн ошо күргән, ишеткәндәрҙән һуң, Салауат тураһындағы фильмдар ваҡыты-ваҡыты менән сығып торорға тейеш, тигән ныҡлы һығымтаға килдем. Әле беҙ төшөргән фильм Салауат тураһында ғына түгел, ә Салауатты өйрәнеүсе беҙҙең үҙебеҙ тураһында ла. Тағы ла егерме йылдан һуң ошо көндәр тарихта ҡаласаҡ һәм киләсәк быуын беҙҙең яҙмаларҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табып аласаҡ. Һәр башҡорт режиссерының милли батырҙарыбыҙ, шәхестәребеҙ тураһында фильмдар төшөрөп ҡалдырырға хаҡы ғына түгел, бурысы ла барҙыр, тип уйлайым мин. Һәр яҙыусының, һәр шағирҙың Салауат хаҡында әҫәре бар, композиторҙың йыры бар. Һәм булһын да, күберәк булһын. Был беҙҙең милли код.
Өлкән быуын вәкилдәренең күҙ алдында Салауат образы Арыҫлан Мөбәрәков төҫө менән ҡалған, шулай бит? Батырҙың скульптураһы ла шул төҫ аша сағыла. Ә бөгөнгө быуын вәкилдәренә уны ниндәй итеп күҙ алдына килтерергә?
Фәрит Ғәбитов: Әлбиттә, беҙҙең Салауат образын яңыртыуға мохтажлыҡ бар. Был, моғайын, күптәрҙең хыялылыр. Һуғыштан алдағы йылдарҙа донъя күргән фильмды күргән кешеләргә лә бөгөн илле йәштән кәм түгел. Әммә шундай хәлдә лә бөгөнгө йәштәребеҙ уны милли символ кимәленә күтәргән бит. Хатта ул инде ниндәйҙер ҡиәфәттә ҡабул итеү кимәленән үткән, изгеләштерелгән, тиергә лә була. Әммә нәфис фильм кәрәк, кәрәк, уныһы менән килешәм. Бөгөн беҙҙең белемле кешеләр, тарихсылар, эшҡыуарҙар етерлек, бары матди хәлебеҙ генә тота беҙҙе яңы фильм төшөрөүҙән. Бер заман булыр бындай мөмкинлек, тип ышанам.
Бөгөн тарих ентекле өйрәнелә һәм Кәрҫтиәндәр һуғышында Салауат кеүек 90-лап полководец һәм шундай уҡ батырҙар ҙа булған, тип яҙыла. Ихтилалдан һуң уның кеүек һөргөнгә ебәрелгән, язаланған-аҫылған ир-егеттәр ҙә аҙ булмаған. Һәм ни өсөн тап Салауат беҙҙең милли батыр, нисек уйлайһығыҙ?
Таңсулпан Бураҡаева: Салауат Юлаев ябай полководец, ябай яугир һәм ябай батыр ғына булмаған. Халыҡты бит тарихта билдәле булған 90 полководец эйәртмәгән, ә тап Салауат күтәргән. Тимәк, уның ялҡынлы һүҙ әйтерлек тә, ышандырырлыҡ та йоғонтоһо ҙур булған. Ул Крәҫтиәндәр һуғышының күп кенә хәл иткес ваҡиғалары менән етәкселек итә, егерменән ашыу алышта ҡатнашып, үҙен һәләтле башлыҡ, яугирҙарҙы рухландыра алырлыҡ етәксе итеп күрһәтә. Шулай уҡ уның, 22 йәшлек егеттең, 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыуҙы, 339 көн һорау алыуҙарҙы, танауын йолҡоп алып, битенә тамғалар баҫыуҙы һәм тыуған иленән ситтә, ауыр тотҡонлоҡта тағы ла ярты быуат көн итеүҙе күтәрә алыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй бит. Шунлыҡтан, Салауат урынында башҡа кемдер була алыр ине, тигән уй ҙа булыуы мөмкин түгел.
Һеҙҙең фильмда Салауат ролен кем башҡарҙы һәм ул Салауатты ниндәй юҫыҡта аса?
Таңсулпан Бураҡаева: Был фильмға, бюджет ҡыҫынҡы булғанлыҡтан, беҙ ике генә актер алдыҡ. Салауатты һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды уйнаусы Морат Рафиҡов һәм Илдар Ғүмәров ролгә бик ихласлап, тулҡынланып тотондо. Фильм төшөргән ваҡытта ҡулдарына, аяҡтарына ысын бығау һалдыҡ, яланаяҡ таштарҙан йөрөттөк. Ҡыйынға тура килде, шуға ваҡыты-ваҡыты менән: "Үтә ныҡ ыҙаланмайһығыҙмы, бер аҙ ял итәһегеҙме?", - тип һораһам: "Салауат түҙгән бит, беҙ ҙә түҙербеҙ", - тип яуаплайҙар. Ысынлап та, егеттәр ниндәйҙер бер эмоциональ хәлгә инеп, үҙҙәрен үҙҙәре онотоп китеп уйнаны. Әле актерҙар фильмдың артабанғы съемкаларына әҙерләнә, тик уларҙы үткәрер өсөн әлеге-баяғы аҡса кәрәк.
Беҙ әле грант ярҙамында эшләнек фильмды, унда ла 80 процентын Рәсәй Президент фонды бирә, ҡалған 20 процентын үҙебеҙ табырға тейеш инек. Ҡайҙа ғына хаттар яҙманыҡ, кемгә генә мөрәжәғәт итмәнек. Башҡорт ерҙәренең елеген һурып йәшәүсе газ, нефть йәмғиәттәренә лә өндәштек. Тик улар - ләм-мим. Бары тик "Урал" хәйриә фонды ғына ярҙам ҡулы һуҙҙы, рәхмәт төшкөрө. Бына шул ярҙам менән барып еттек маҡсатҡа.
Башҡорт киноһының киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? Бармы уның киләсәге?
Фәрит Ғәбитов: Тормошта бөтә нәмә лә үҙгәреүсән һәм алға тәгәрәп китеп бара. Теләйһеңме һин, теләмәйһеңме, донъя заман ҡуласаһында әйләнә бара. Былар ыңғайына кино сәнғәте лә үҙгәреп, үҫешеп, яңы формаларға инеп, ҡулайлашып килә. Бынан бер нисә йыл элек кенә беҙ кино төшөрөүҙәге ҡайһы бер мөмкинлектәр хаҡында уйларға ла ҡыймай инек. Бөгөн уларҙы ҡыйыу ҡулланабыҙ. Ниндәйҙер темаларҙы ҡуҙғытыу тыйыла ине, хәҙер ниндәй юҫыҡта теләйһең, шулай яҡтырт. Ҡасандыр башҡорт фильмдары хаҡында һүҙ генә бар ине, хәҙер темалар төрлөләнгәндән-төрлөләнә. Яңынан-яңы режиссерҙар, актерҙар, сценаристар үҫеп тора. Башҡорт кинематографияһының да мөмкинлектәре киңәйгәндән-киңәйә. Был өлкә беҙҙә яңы оло юлға баҫа һәм, уйлауымса, киләсәге лә матур буласаҡ. Сөнки беҙҙә тотонолмаған, тапалмаған, асылмаған хазинаналар күп. Кино геройҙары була алырлыҡ шәхестәребеҙ, тарихыбыҙ, халыҡ ижадыбыҙ бар, тәбиғәтебеҙ бай. Әммә быларҙы сәнғәт итеп күрһәтер мөмкинлектәребеҙ генә сикле. Шуға ла был өлкәгә хөкүмәт тарафынан етди иғтибар булырға тейеш, тибеҙ. Тел, ер, миллилек кеүек рухи ҡиммәттәр теҙмәһенә башҡорт киноһын да индереү кәрәк, сөнки ул да яҡлауға һәм аманат итеп тапшырылыуға мохтаж.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА