Беҙ 1941-1945 йылдарҙағы һуғыш етемдәре инек. Холоҡтарыбыҙ әлегеләрҙән бөтөнләй айырылып торғандыр, әлбиттә. Иҫемдә, Фәниә исемле ҡыҙыҡайҙы әсәһе эҙләп килеп табып, өйөнә алып ҡайтырға итә. Ә Фәниәнең үҙе үҫкән йорттан, дуҫтарынан айырылғыһы килмәй, "Бармайым!" тип ҡысҡырып илай. Әсәһе уның тыңлауһыҙ, һәр саҡ тырпайып торған сәстәрен еүешләп тараны, матур ебәк яулыҡ ябындырҙы, ҡулына ҙур плитка шоколад тотторҙо. Әммә өгөтләй алмайынса, йәй айҙарына ҡунаҡҡа ғына алып китә алды ҡыҙын. Ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә булып иҫтә ҡалған ошо хәл. Ә әлеге етем балалар: "Мине бер кем дә үҙенә алып ҡайтмай", - тип илай.
Эйе, хәҙерге балалар йорттары, патронат тәрбиә тураһында күңел болғанғансы һөйләйҙәр, яҙалар. Психологтар фекере бигерәк ҡыҙыҡ яңғырай. Бына, мәҫәлән, бер баҫмала ни тип яҙа бер психолог: "Балалар йортонда үҫеүсе балалар үҫеш буйынса артта ҡалалар, һүлпәндәр, дәртһеҙҙәр, хис-тойғоға һарандар, үҙ-үҙҙәренә ышаныстары юҡ". Белмәйем, бөгөнгө хәл шулаймы икән балалар йорттарында? Беҙҙең заманда улай булманы. Һүлпән, дәртһеҙ булһалар, шул уҡ балалар йорттарында үҫкән Фәйзи Ғәскәров, Арыҫлан Мөбәрәков, Рамазан Йәнбәков, Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм башҡа шәхестәр нисек барлыҡҡа килер ине икән? Киреһенсә, арҡаланыр кешең булмауы, тик үҙеңдең генә тырышлығың менән йәшәү етем балаға уңыш яулауға бер этәргес бирәлер, тим мин.
Бына тағы ла шул уҡ психологтың фекере: "Патронат ғаиләләрҙе матди тәьмин итеү балалар йорттары төҙөү һәм тотоуға ҡарағанда күпкә арзаныраҡҡа төшә..." Ай-һай, шулаймы икән? БСТ каналының бер тапшырыуы барғанда тура эфирға бер ҡатын илай яҙып шылтыратты: "Үҙемдең дүрт баламды тәрбиәләп үҫтереп, улар үҙаллы тормош ҡорғас, балалар йортонан ике бала алғайным. Уларҙың холоҡтарына аптырайым, уртаҡ тел таба алмай йонсойом. Хәҙер миңә ни ҡылырға? Кәңәш бирһәгеҙсе?" - тине. Шуға күрә, етемдәрҙе патронат ғаиләләр елкәһенә генә һалыу дөрөҫ буламы икән? Балалар йортона етемдәрҙе яңынан тапшырыусылар ҙа булып тора бит.
Баяғы психолог: "Етем балалар хис-тойғоға һаран", тип тә яҙған. Ошоларҙы уҡығас, мин һабаҡташым Әнүзәгә: "Етемдәр хис-тойғоға һаранмы?" - тип өндәштем. Ул үҙенең ошо хәтирәләрен һөйләне: "Миңә дүрт-биш йәштәр тирәһе булғандыр. Район балалар йортонан тәрбиәсе апайҙарыбыҙ беҙҙе, бер төркөм балаларҙы, Өфөләге балалар йортона тапшырырға алып килде. Беҙҙең күҙ йәштәребеҙҙе күрмәҫ өсөндөр инде, әсәйҙәребеҙ кеүек күргән апайҙарыбыҙ: "Беҙ иртәгә таң атҡас килербеҙ", - тинеләр ҙә, үҙҙәре ҡайтып киткәндәр. Таң атҡас, апайҙарыбыҙҙы көттөк-көттөк тә, уларҙың беҙҙе ҡалдырып китеүҙәрен аңлағас, йыйылышып илаштыҡ. Ваҡыт дауалай инде ул. Өфөләге 1-се балалар йортона, яңы тәрбиәсе апайҙарға өйрәнеп киттек, бәхетле бала саҡ дауам итте. Тик мәктәпкә уҡырға барыу мәле еткәс, тағы бер стресс кисерҙек: беҙҙе 5-се балалар йортона алып барып ҡалдырҙылар. Яңы йортта тәрбиәсе апайҙарыбыҙ беҙҙе рәткә теҙеп, үҙҙәре ситкә баҫты. Яңы апайҙар һәр баланың сәстәрен, күлдәктәрен, хатта эске кейемдәрен тикшерә. Беҙ, балалар, әйтерһең дә, йәнһеҙ ҡурсаҡтар, теҙелеп баҫҡан килеш ҡатҡанбыҙ. Шул саҡ мин, күңелем тулышып, шым ғына һыҡтап илай башланым. Сара апай мине тиҙерәк ситкә алып китеп: "Ниңә илайһың?" - тип һорағанда үҙенең дә тауышы ҡалтырап китте. Ә миңә шундай оят (бер бала ла иламай бит, үҫкәндәрме, күнеккәндәрме). Нимә тип яуап бирергә лә белмәйенсә: "Сара апай, һеҙ, беҙҙең апайҙарыбыҙ, йәш кенә, матур ғына, ә яңы апайҙар ҡарттар һәм һимеҙҙәр", - тинем. Сара апай: "Илама, алыҫ түгел бит, ҡунаҡҡа килеп йөрөрһөгөҙ", - тип, мине йыуатты. Әлбиттә, беҙҙең апайҙарыбыҙ йәш, ә яңылары ҡарт булғанға иламаным мин. Һинең бер кемдең дә балаһы булмайынса, йорттан-йортҡа алып барып тапшырылып, ҡулдан-ҡулға йөрөүҙе аңлағандан иланым. Тәрбиәсе апайҙарыбыҙ беҙҙе ҡалдырып ҡайтып китте. Яңы тәрбиәсе Мәрйәм апай шымып ҡалған балаларҙың ауыр хистәрен аңлағандай, тәүҙә һәр балаға берәр шаҡмаҡ шәкәр өләште, исемдәребеҙҙе һорашты. Киске йоҡоға һалғас, ғүмерҙә лә ишетмәгән матур йырҙар йырланы. Өй артымда шомортом бар... Эйе, Мәрйәм апай ысын тәрбиәсе булған, беҙҙе йыуатырҙай һүҙҙәр эҙләп яфаланманы, ә йырҙар йырлап ҡына йыуатты..." Әнүзәнең ошо хәтирәләрен уҡығас, моғайын, балалар йортонда үҫеүселәр хис-тойғоға һаранмы, юҡмы икәнен үҙегеҙ үк аңларһығыҙ.
Ғөмүмән, балалар йорттары, патронат тәрбиә тураһында ишеткән, уҡыған һайын, күңелемдә ошондайыраҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар тыуа. Һүҙ ҙә юҡ, йылдан-йыл арта барған етем балалар тураһында хөкүмәт ниндәйҙер хәстәрлек күрә, дәүләт ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленә. Әммә бына етем балалар менән эксперимент яһарға ярамайҙыр, тим. Башҡалар ни уйлай икән ошо хаҡта?
Айгөл АХУНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА