Медицина алға киткән һайын сирлеләр күбәйә, бығаса ишетелмәгән әллә ниндәй төрҙәре барлыҡҡа килә; ауырыуҙар йәшәрә. Быны экологиянан башлап, кешенең туҡланыуына, тиҙлек заманындағы тормош рәүешенә һәм әллә күпме башҡа сәбәптәргә бәйләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай һәм Япония халҡының ғүмер оҙайлығы артыу ғына түгел, буйҙары ла үҫә башлаған тигән мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, ниндәй ул көнсығыш медицинаһы? Ошо хаҡта әле генә Ҡытайҙа практика үтеп ҡайтҡан Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы егете, хәҙер инде Тибет медицинаһы белгесе Иҙел НОҒОМАНОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
Белемең буйынса тарихсыһың, ә ни өсөн тормошоңда ҡырҡа үҙгәрештәр яһап, медицина өлкәһен, ул ғына ла түгел - Тибет медицинаһын һайларға булдың?
- Тарих та, медицина ла күңелемә яҡын, уларҙың икеһе лә минең булмышыма тап килә. Тәүге белемде алғас, мәктәптә лә эшләп ҡараным, әммә тағы ниндәйҙер өлкәлә үҙемде һынап ҡарау теләге тынғы бирмәне. Артабан инде төҙөлөштән алып дизайнға тиклем, бик күп өлкәләрҙе алмаштырҙым, әммә улар ғүмер ахырынаса ҡәнәғәтлек алып эшләй торған эш түгеллеген аңланым. Ул ваҡытта Санкт-Петербургта инем һәм Тибет массажы буйынса уҡытҡан кешеләр менән таныштым. Массажға уҡыным һәм был шөғөл миңә оҡшап ҡалды, әммә массаж курстарында алған белемдең бик аҙ, бары тик айсбергтың өҫкө өлөшө генә икәнен, ә төптә иң тәрән, фундаменталь белем ятҡанын төпкө аңым менән тоя инем. Һуңынан Пунцог Вангмо тигән шәп доктор барлығын, уның Тибетта медицина белеме алыуын, һуңынан Европаға сығып китеүен һәм Америкала көнбайыш медицинаһы белеме алып, АҠШ-та Тибет медицинаһы мәктәбе асыуы һәм студенттар йыйыуы тураһында ишеттем. Шунда барырға ниәтләнеп, инглиз телен өйрәнә, виза эшләтә, аҡса туплай башланым. Әммә бөтөн нәмә миңә ҡаршы килде һәм хыялым бары тик хыял ғына булып ҡалды. Ә икенсе йылына инде Пунцог Вангмо үҙе Мәскәүгә килеп, Рәсәйҙә беренсе Тибет медицинаһы мәктәбен асты. Был минең өсөн яҙмыш бүләге булды, сөнки әллә ҡайҙа ер сигенә йөрөйһө түгел, бары тик Питерҙан Мәскәүгә күсенергә генә кәрәк. Шулай итеп, 2013 йылда Тибет медицинаһы мәктәбенә уҡырға индем, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөнөм. 4,5 йыллыҡ классик Тибет медицинаһы белеме алдым.
Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, нимәләргә өйрәндегеҙ?
- Тибет медицинаһы нигеҙендә ятҡан Гью Шиҙың 4 тантраһын өйрәндек: Ца гью ("Нигеҙ (тамыр) тантраһы"), Че гью ("Аңлатыу тантраһы"), Мэнңаг гью ("Өгөт-нәсихәт" йәғни һүҙ менән дауалау), Чи мэ гью ("Алдағы тантраларҙың дауамы"). Алған белемебеҙҙе Ҡытайҙа, Тибеттың Синин ҡалаһында, төбәктәге иң ҙур Цинхай университетында тамамланыҡ һәм Ҡытай мәғарифы стандарттарына яуап биргән диплом алдыҡ.
Мәскәүҙә 35 кеше уҡыһаҡ, Ҡытайға ни бары 16 кешегә генә барырға насип булды. Унда өс ай уҡыныҡ. Тәүге өс аҙнала Мәскәүҙә алып өлгөрмәгән, бик киң таралмаған теоретик белем алдыҡ. Бының өсөн Тибет медицинаһы өлкәһендә ҙур абруйға эйә уҡытыусылар махсус килде. Һуңынан Сининдың округ госпиталендә 5 аҙна практик курс үттек. Берәр аҙна бер доктор менән бер бүлектә эшләйбеҙ: уларҙың ауырыуҙарҙы нисек ҡабул иткәнен, нисек диагностика үткәргәнен ҡарап ултырабыҙ ҙа, һуңынан яйлап үҙебеҙ эшләп ҡарайбыҙ. Доктор шунда уҡ хаталарҙы әйтә бара. Төштән һуң стационарҙа сирлеләрҙең ауырыу картаһын өйрәнәбеҙ, бүлек мөдирҙәре менән обходта йөрөйбөҙ. Режим шул тиклем тығыҙ булды, ял көндәрен иҫәпләмәгәндә, буш ваҡыт та булманы. Тибет медицинаһы клиникаһына иң алыҫ райондарҙан да, хатта ҡытайҙар, уйғырҙар, мосолмандар, ғөмүмән, төрлө милләт вәкилдәре килә. Ҡыҫҡаһы, ғәҙәти, көнбайыш өлгөһөндәге Ҡытай дауаханаһында дауаланып та ярҙам ала алмаусылар барыһы ла мөрәжәғәт итә.
Бөтөн нәмә ауырыуҙы һауыҡтырыу өсөн эшләнә, тинегеҙ, ә бына ҡабул итеү, дауалау түләүлеме, бушмы? Сөнки Ҡытайҙа ла халыҡтың төрлө ҡатламы бар, байы ла, ярлыһы ла, тигәндәй...
- Ҡытайҙың һаулыҡ һаҡлау системаһында традицион медицинаның барлыҡ төрҙәре лә ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта Тибет медицинаһына ныҡ ярҙам итәләр, хөкүмәттән был маҡсатта махсус субсидия бүленә. Клиника үҙе заманса ҡорамалдар менән юғары кимәлдә йыһазландырылған, ауырыуҙар һауығып сыҡһын өсөн бөтөн нәмә эшләнгән. Палаталар өс кеше өсөн тәғәйенләнгән, дауахана территорияһы сәскәләргә күмелгән, фонтандар эшләнгән, һәр ерҙә тынысландырыусы талғын көй уйнай - ҡыҫҡаһы, бөтөн нәмә Тибет медицинаһы ҡанундарына ярашлы. Ҡабул итеү, дауалау - тулыһынса түләүле, әммә үҙенсәлектәре бар. Ҡытайҙың һәр гражданына социаль карта бирелә, уға хөкүмәттән дауаланыу өсөн аҡса күсерелә. Мәҫәлән, мин барғас, бер аҙ сирләштереп алдым, хатта илдең гражданы булмаһам да, электрон карта тултырҙылар, табипҡа ебәрҙеләр. Ул пульсымды тыңланы, һорауҙар бирҙе, проблемамды асыҡланы һәм дарыуҙар яҙҙы. Былар барыһы ла компьютерҙа эшләнде һәм ҡабат регистратураға төшкәс, миңә дарыуханаға йүнәлтмә тотторҙолар. Аптеканан бер айға алған дарыуҙар беҙҙең аҡса менән иҫәпләгәндә 600 һумға төштө. Әлбиттә, был бик ҙур сумма түгел, әммә ҡатмарлы һәм оҙаҡ дауаларға кәрәк булған ауырыуҙар бар (хроник, яман шеш). Улар ҙур сығымдар талап итә. Әммә әйтеп китеүемсә, Ҡытай граждандары хөкүмәттән субсидия алырға хоҡуҡлы һәм һөҙөмтәлә сығымдарҙың 20 процентын ғына үҙ кеҫәһенән түләй. Дауаланыу ҡиммәт булһа ла, һөҙөмтәлә капиталистик хеҙмәтләндереүгә социалистик түләү килеп сыға.
Тибет медицинаһында тағы ниндәй алымдар бар?
- Дауалау структураһының өс тамыры (ЦА БА СУМ) бар. Беренсеһе - тәндең тәбиғи торошо, икенсеһе - диагноз, өсөнсөһө - дауалау. Дауалауҙың дүрт төп ысулы бар: диета һәм йәшәү рәүеше. Әгәр сир хроник түгел, яңы ғына башланып тора икән, уны туҡланыуҙы һәм үҙеңдең булмышыңды үҙгәртеп дауаларға мөмкин. Сир ниндәйҙер кимәлдә етди икән, бында инде икенсе ысул - үҫемлек, хайуан һәм минералдар сеймалынан эшләнгән фармакологик препараттар ҡулланыла. Дарыуханала, нигеҙҙә, сирҙәрҙең төп өлөшөн дауалай алған 110 формула бар һәм улар киң таралған. Ә инде ниндәйҙер үҙенсәлекле сирҙе дауалау өсөн дарыу махсус формула буйынса тап ошо кеше өсөн генә эшләнә. Дауалауҙың өсөнсө төрөнә ҡараған тышҡы процедураларҙан быу, һыу ванналары, массаж, төрлө компрестар ҙа, кешеһенә һәм сиренә күрә, бик ваҡытлы һәм урынлы булыуы ихтимал. Беҙ практикала булғанда клиникала бер малай ята ине, уның-аяҡ ҡулдары бөтөнләй йөрөмәй. Бер аҙна шифалы ваннала ятҡандан һуң, ҡул бармаҡтары ҡыбырлай башланы. Артабан нимә булғанын әйтә алмайым, беҙҙе икенсе бүлеккә күсерҙеләр. Әммә бөтөнләй хәрәкәтләнмәгән кеше өсөн был да ҙур ҡаҙаныш. Тышҡы процедураларға энә ҡаҙап дауалау һәм ҡан ағыҙыу ысулдары ла инә. Быларҙан тыш, һирәк ҡулланылған ритуалдар бар, улары инде махсус доғалар һәм мантралар менән бәйле.
Әйтәләр бит, Аллаһы Тәғәлә кешене яралтҡан, ауырыуҙар биргән икән, уны дауалау өсөн үҙенең сараларын да бирә, тип. Шунын сығып фекер йөрөткәндә, дауалап булмай торған сирҙәр бармы, юҡмы?
- Дауалап булмай торған сирҙәр юҡ, ә нисек барлыҡҡа килгәнен аңлатыу мөмкин булмаған ауырыуҙар бар. Сөнки һәр сирҙең үҙенең билдәле сәбәптәре, барлыҡҡа килеү шарттары бар. Улар, ҡағиҙә булараҡ, дауалана, әммә дауалау ваҡыты оҙағыраҡ булыуы, йылдарға һуҙылыуы ихтимал. Хатта бөтөнләй дауалап булмай тигән сирленең дә хәлен яҡшыртырға, уның тормошон ябайлаштырырға, физик ғазаптарҙан арындырырға мөмкин. Тибет медицинаһы бер генә нәмәне дауалай алмай - ул да булһа, философик проблемаларҙы, йәғни был тормошта йәшәүҙән бары тик ғазап ҡына табыусыларҙы.
Шулай уҡ кармаға бәйле сирҙәр бар. Йәғни уларҙы кеше үткән тормошонан алып килгән. Әгәр элекке ғүмерендә ниндәйҙер яҙыҡ ғәмәлдәр ҡылған, насарлыҡтар эшләгән икән, был тормошонда ул шулар өсөн яуап бирә. Был сирҙәрҙе лә дауалап була, бында инде дарыуҙар, тышҡы процедуралар ғына түгел, ә ниндәйҙер йолалар башҡарырға, доғалар уҡырға кәрәк. Ғөмүмән, сирҙәр кешегә ул үҙенең йәшәү асылын, булмышын, был донъяға ниндәй маҡсат менән килгәнлеген аңлаһын өсөн бирелә. Сир - кешене ниндәйҙер бер фекерләү кимәленә еткереүсе һабаҡ ул.
Традицион медицинала ла Әбүғәлисинаның фекерен ҡулланалар: мин, һин һәм һинең ауырыуың бар, һин ҡайһы яҡта тораһың, шул яҡ еңә...
- Әбүғәлисинаға оло ихтирам менән ҡарайым, миндә уның хеҙмәттәре бар, уҡып-уҡып алам һәм Тибет медицинаһы менән бик күп уртаҡлыҡтар табам. Нигеҙҙә торған принциптар улар һәр ерҙә лә бер төрлө. Беренсе курста "Табиптың һәм ауырыуҙың үҙен тотоу ҡағиҙәләре" тигән махсус бүлекте өйрәндек. Унда ауырыуҙы һауыҡтырыу өсөн табип нимә эшләргә тейеш һәм һауығыу өсөн сирле үҙен нисек тоторға тейешлеге аңлатыла. Ысынлап та, сирле табипҡа тулыһынса ышанырға һәм уның ҡушҡандарын тулыһынса үтәргә бурыслы. Был - төп пункт. Әммә шуны ла оноторға ярамай - дауалаусы квалификациялы, махсус белемле булырға тейеш. Әгәр ошо шарттар тап килә икән, ауырыу һауыға. Әгәр ул дауалауға ҡаршы килгән нимәлер эшләй икән, табип уны дауалауҙан баш тартырға хоҡуҡлы.
Бөтөн ауырыуҙар башта - кешенең уйҙарында, фекерендә барлыҡҡа килә, кеше уларҙы үҙе матдилаштыра, тиҙәр...
- Был ысынлап та шулай, бөтөн нәмә кешенең үҙенән барлыҡҡа килә, бер нәмә лә юҡҡа ғына бирелмәй. Теләһә кемдең ауырыу сәбәбе - диета, үҙен тотошо, тәртибе: йә нимәнелер эшләп еткермәгән, йә, киреһенсә, саманан сығып арттырған. Йәғни ауырыуҙың төп сәбәптәре: дефицит, артыҡлыҡ һәм кире ғәмәлдәр. Һөҙөмтәлә улар сир барлыҡҡа килтерә. Бик йыш ауырыу үҙен һиҙҙермәй, уның орлоҡтары ҡайҙалыр тәрәндә ята һәм уңайлы шарттар килеп сығыу менән улар моронлай башлай. Дөрөҫөн әйткәндә, сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә өс төп сәбәп бар. Улар өс хис-тойғо: мәғлүмәтһеҙлек, асыу, бәйлелек. Был эмоциялар артыҡ көслө булғанда билдәле бер төр ауырыу барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, асыу орлоҡтары көслө икән, ул эҫе сире булып сыға. Мәғлүмәтһеҙлек, аҡылһыҙлыҡ, битарафлыҡ көслө икән - ул үҙен һыуыҡ сире аша һиҙҙерә. Әгәр кеше нимәгәлер ныҡ бәйле булһа, бәйлелек объекты уның мөмкинлектәрен сикләй, башҡа объекттарҙы ситкә этәрә һәм был ел сире формаһында сағылыш таба.
Бына ошо терминдарҙы гәзит уҡыусыларға нисек ябайыраҡ итеп аңлатырға?
- Донъяла өс төп энергия, өс тормош башланғысы бар: үт, лайла һәм ел. Улар кешене формалаштыра ла инде. Кеше тыумаҫ элек үк уның аңы әсәһенең ҡарынына эләгә - һауа-ел элементы эшләй башлай. Аҙыҡты эшкәртеүсе ут - үт барлыҡҡа килгәс, тән формалаша. Ҡаты тән төйөрө яралғас, лайла элементтары барлыҡҡа килә. Ошо энергияларҙан бары тик лайла ғына физик формала - ул тән булып формалаша. Ел һәм үт - улар энергетик матдәләр. Уларҙы күреп булмай, әммә уларһыҙ тормош мөмкин дә түгел. Ошо өс башланғыс кешене тыуҙыра һәм улар уҡ уны үлтерә лә: башта тән үлә, һуңынан ут һүнә, иң аҙаҡтан тәндән һауа-ел сығып китә һәм аң икенсе тормошҡа күсә. Медициналағы барлыҡ ауырыуҙарҙың тәбиғәте ошо өс энергияға барып тоташа. Уларҙың дисбалансы ауырыу булып сыға. Йә ул ел сире, йә үт, йә лайла, әгәр ошо энергиялар буталһа, ауырыуҙы дауалауы ауырыраҡ. Хәҙерге саҡытта бер генә сығанаҡҡа барып тоташҡан сирҙе табыуы бик ауыр. Бөгөн томаналыҡ заманы тип һанала, һәм сирҙәр шул тиклем бер-береһе менән буталған, уларҙы айырып алыуы бик ҡатмарлы. Өҫтәүенә, провокацион сирҙәр барлыҡҡа килде.
Дөйөм алғанда, беҙ тәү сиратта ошо өс нигеҙҙең дисбалансын тигеҙләйбеҙ. Әлбиттә, ауырыуға уның сире мәғлүмәтһеҙлектән икәнен аңлатып тормайбыҙ. Сөнки сир физик тәнгә сыҡҡан һәм беҙ кешенең физик башланғысын дауалайбыҙ. Был инде нигеҙҙә ята.
Ә провокацион ауырыуҙар - улар ниндәй сирҙәр, уларҙы нисегерәк ябайыраҡ итеп аңлатырға була?
- Провокацион сирҙәр - һигеҙ класҡа бәйле ауырыуҙар тип һанала. Йәғни, ерҙә беҙ генә йәшәмәйбеҙ, беҙҙән башҡа, беҙ күрмәгән төрлө йән эйәләре бар. Беҙ планетаның экологик балансын ныҡ боҙабыҙ, шуға ошо йән эйәләре яуап итеп төрлө ауырыуҙар ебәрә һәм уларҙың ҡайҙан, нисек килеп сыҡҡаны ла билдәһеҙ. Бындай сирҙәр артҡандан-арта бара. Улар билдәле бер класҡа ҡарай һәм ниндәйҙер бер элементҡа бәйле. Мәҫәлән, ер, һыу, ут, ел, бушлыҡ (арауыҡ, киңлек). Физик тәнгә эйә булмаған, беҙҙең күҙгә күренмәгән йән эйәләре урмандарҙы ҡырҡыуға, йылғаларҙы, планетаны бысратыуға, экологияны насарайтыуға ныҡ көйә һәм бындай мөнәсәбәтте бөтөнләй ҡабул итә алмай. Уларҙың беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен нисек итеп аңлатырға мөмкин? Мәҫәлән, һеҙҙең шәхси участкағыҙ, шунда йәшәгән йортоғоҙ бар икән, ти. Һеҙ уны үҙегеҙҙең шәхси милкегеҙ тип һанайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ошо территорияла төрлө бөжәктәр, күҙгә күренмәгән әллә күпме йән эйәһе йәшәй һәм уларҙың барыһы ла ошо ерҙе үҙенеке тип иҫәпләй. Беҙ уларҙы күрмәгән кеүек, уларҙың да беҙҙе күрмәүе ихтимал. Әммә улар бар. Шулай уҡ ошо ерҙең йәне лә ошонда йәшәй, ул да территорияны үҙенеке тип уйлай. Беҙ көн һайын улар менән осрашабыҙ, әммә бер-беребеҙҙе күрмәйбеҙ, шунлыҡтан, зыян да эшләп ҡуябыҙ. Ә улар беҙгә нисек зыян итә? Ер тетрәүе, башҡа тәбиғәт катаклизмдары тыуҙыралар, йәиһә айырым кешенән үс алалар. Шуға, ҡайһы бер кеше билдәһеҙ сир эләктерә һәм йә яйлап ҡына һүнә, йә оҙаҡ интегеп йәшәй. Хатта ҡайһы бер сир быуындан-быуынға ла тапшырылыуы мөмкин.
Хәҙерге көнбайыш медицинаһы ҙур ҡаҙаныштарға эйә, уны ихтирам итәбеҙ, уның ысулдарын ҡулланабыҙ, мәҫәлән, анатомияны көнбайыш стилендә өйрәнәбеҙ, сөнки ул уны нығыраҡ аса. Шул уҡ ваҡытта, үкенескә күрә, көнбайыш медицинаһы нигеҙендә бигүк дөрөҫ булмаған ҡараш ята. Урта быуаттарҙа медицина нигеҙендә тап уны тәбиғәт менән бергә бәйләп ҡарау ятһа (йәғни беҙ тәбиғәтте һаҡларға, уның менән берлектә йәшәргә, уның ҡанундарын ихтирам итергә тейешбеҙ), Кельн университеты ректоры медицинаның үҫешен баштүбән әйләндерә: Әбүғәлисинаның, Гиппократтың, барлыҡ боронғо грек телендәге медицина китаптары яндырыла һәм медицина бөтөндәй икенсе юл менән үҫешә башлай. Улар кешене тәбиғәттең бер өлөшө тип танырға теләмәйенсә, уны айырып ҡарайҙар, йәғни эске, энергетик нигеҙҙәргә күҙ йомоп, бары тик физик планды ғына күҙ уңында тоталар. Кешенең тәбиғи көсөн ҡулланыу туҡтатыла, медицина синтезлаша башлай. Һөҙөмтәлә кешенең үҙ тәбиғәтенә ҡарашы үҙгәрә һәм ул да бары тик тәненә генә иғтибар итә. Анатомия, хирургия үҫешһә лә, сирҙең бары тик билдәләре генә дауалана, ә уларҙың барлыҡҡа килеүе тураһындағы тәрәндә йәшеренгән сәбәптәр тураһындағы белем юғалтыла. Был мәғлүмәт бары тик көнсығыш цивилизацияларында ғына һаҡланып ҡалған һәм бөгөн ул дәүләт кимәлендә, киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырыу маҡсатында һаҡлана, үҫешә.
Бөгөн бит шундай фән бар - трансгуманизм. Улар ҙа кешенең үҙ тәбиғәтенә күҙ йома, бары тик тәнгә генә иғтибар йүнәлтә...
- Эйе, был иллюминаттар философияһы. Улар ҙа мәңгелек тормош тәҡдим итә, яйлап кешене электрон сығанаҡҡа әйләндерергә тырыша. Йәғни, кеше ниндәйҙер робот эсендә йәшәй аласаҡ һәм үлемһеҙ буласаҡ. Бөгөн классик медицина ла тәнде ныҡлы өйрәнә, хатта яһалма йөрәк, яһалма ағзалар эшләйҙәр, ағзаларҙы алмаштырып, ғүмерҙе оҙайталар. Әгәр ошондай темптар менән барһаҡ, киләсәктә көнсығыш медицинаһы бөтөнләй тыйылмаҫмы икән, тип уйлап та ҡуяһың...
Шул уҡ ваҡытта, халыҡ медицинаһы, тәбиғи дауалау, кешенең торошон тәбиғәт менән бәйләп дауалау, хатта бысаҡһыҙ операция яһау ҙа элек-электән килә һәм быуындан-быуынға тапшырылып, бөгөн ҡабат үҙенең урынын таба бара. Шуға күрә, бәлки, киреһенсә, классик медицина урынына элекке дауалау ысулдары кире ҡайтыр, кеше үҙенең сләмәтлегенә бысаҡ аҫтына ятҡанға тиклем йөрөгәнсе түгел, ә алдан иғтибар итә башлар?
- Мин хәҙер башҡорттарҙың халыҡ дауаһы менән етди шөғөлләнергә уйлайым. Билдәле этапты үттем, әле быға тотонорға ваҡытым бар. Сөнки уҡытыусыларыбыҙ әйтеүенсә, белем алыу, ул бер ваҡытта ла туҡтамай торған процесс, уны бары тик камиллаштырырға ғына мөмкин. Әлбиттә, милләтемдең халыҡ медицинаһы өлкәһендә тупланған бай мираҫын өйрәнгем, ошо эш менән шөғөлләнеүселәр менән аралашҡым, тәжрибә уртаҡлашҡым, уларҙың белемен үҙемә алғым килә. Сөнки башҡорттарҙа булған халыҡ медицинаһын көнсығыш медицинаһы менән уртаҡ тамырҙар берләштерә, уларҙың бары тик ниндәйҙер тарих һикәлтәһендә юлдары ғына аймылышҡан. Күберәк ваҡытымды төбәктең дарыу үләндәрен өйрәнеүгә бүлермен, тием. Әле кәрәкле күп үләндәрҙе таптым, әммә күпселеге юҡ, сөнки улар 4,5 мең метр бейеклектә генә үҫә. Кәм тигәндә, үлән сеймалының 40 проценты үҙебеҙҙә бар. Әлбиттә, башҡаларын эҙләп, экспедицияларға йөрөйәсәкмен, булмаһалар инде, заказ менән алдырырға тура киләсәк.
Кеше ҡайҙа тыуып-үҫкән, шул ерлектәге үҫемлектәр уға нығыраҡ тәьҫир итә, тиҙәр. Улайға китһә, бәлки, беҙгә шул 40 процент ҡына ла етерлектер?
- Ихтимал. Быны практикала ҡулланып ҡарарға һәм асыҡларға кәрәк. Йәиһә бүрәттәрҙең юлынан китергә: уларҙа Тибет медицинаһы Екатерина заманынан уҡ ҡулланыла һәм Тибет трактатында яҙылған үҫемлек сеймалын улар тулыһынса тиерлек үҙҙәрендә үҫкән үләндәр менән алыштырған. Бәлки, мин дә шундай юлды һайлармын, бары тик үләндәрҙе етерлек күләмдә табырға ғына кәрәк.
Шулай итеп...
"Башҡорттарҙа булған халыҡ медицинаһын көнсығыш медицинаһы менән уртаҡ тамырҙар берләштерә, уларҙың бары тик ниндәйҙер тарих һикәлтәһендә юлдары ғына аймылышҡан", - ти Иҙел Ноғоманов. Уның менән әңгәмәләшкәндә лә быға ныҡлы ышанаһың, хатта халыҡ медицинаһының ауыҙ-тел ижадында ла ниндәйҙер урын алыуына инанаһың. Мәҫәлән, уның аңлатыуынса, аң (йән) тәүҙә әсәне һайлай - уның ҡарынына ел булып килеп инә. Башҡорттарҙа бөгөн кире мәғәнәлә ҡулланылған "елдән тыуған" тигән һүҙбәйләнеш, тимәк, ҡасандыр ыңғай мәғәнәлә ҡулланылған һәм ул тәбиғәт менән берлекте аңлата. Тарихтан күренеүенсә лә, Ғайса бәйғәмбәр ҙә бит елдән тыуған, йәғни аң әсәйҙе үҙе һайлай һәм уны үҙе эҙләп таба! Һуңғы йылдарҙа медиктарҙың тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙың үҙен-үҙе аталандырыу тураһындағы теорияһы ла юҡтан барлыҡҡа килмәгән, күрәһең.
Икенсенән, бөгөн асыулы кеше тураһында "үте ҡайнай" тибеҙ икән, тимәк, ҡасандыр был һүҙбәйләнеш тә ыңғай мәғәнәлә ҡулланылған: үте ҡайнай - әсәһенең ҡарынына килеп эләккән аң физик тәнгә әйләнеү маҡсатынан ут тоҡандыра - үтен ҡайната! Уйлап ҡараһаҡ, бөгөн алдына маҡсат ҡуйған кешене бер ниндәй ҡаршылыҡ та туҡтата алмай бит, сөнки ул үҙе тоҡандырған ут, янып, уны алға әйҙәп тора... Әлбиттә, был - теория ғына, әммә ауыҙ-тел ижадын да Тибет медицинаһына бәйләп өйрәнергә, сағыштырырға ярамай, тигәнде аңлатмай. Боронғолар бит һүҙ ҡөҙрәтен, һүҙ менән үлтереп тә, терелтеп тә була икәнен яҡшы белгән һәм юҡҡа ғына "ауыҙыңды үлсәп ас" тимәгән. Ә телмәребеҙгә, ысынлап та, "ревизия" кәрәк...
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА